«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Төнгө күктә тулған ай йырлаһа...



18.12.2010 Төнгө күктә тулған ай йырлаһа...

Төнгө күктә тулған ай йырлаһа...
Моңдарыңдан өҙөлә йөрәк,
Эй, һандуғас,
Һайрауыңды көтөп алып,
Һәр таң тыуғас...

Моң даръяһы... Бар донъя, барса йыһан буйлап һибелгән илаһи ауаздарҙан хасил була ул. Кеше күңеленең моң менән ҡауышыуы ла, тамсы менән диңгеҙ, япраҡ менән ағас кеүек үк, камил бер бөтөн.
Һеҙҙең илдәр ҡайһы яҡта,
Алмаҫ инем күҙемде.
Осоп барған ҡош артынан
Әйтер инем һүҙемде.
... Бәләкәй генә ҡыҙыҡай күпереп үҫкән үләнле аҡланда йәшеллеккә, аллы-гөллө сәскәләргә иҫе китеп ҡарап ултыра. Матурлыҡҡа хайран ҡалған ҡыҙ үҙе лә балаларса һөйкөмлөлөгө менән генә түгел, күңеле һәм рухы менән һоҡланырлыҡ илаһи ине ул мәлдә. Кескәй Фәриҙә ана шулай тәбиғәттең гүзәллегенә – күктең зәңгәрлегенә, ҡар бөртөктәренең нәфислегенә, йәйҙең сағыулығына ғәжәпләнә-ғәжәпләнә, тойғоларға, күңел моңона ла байый бара.
Ултырҙым да кәмәнең түренә,
ҡараным да һыуҙың төбөнә,
Һыу төпкәйҙәрендә һис ҡара юҡ,
Күрәсәкте күрмәй сара юҡ.
Бындай ҙа уйсан һағыштың сабый йәнен биләүен ни менән аңлатырға? Моң менән. Бары тик моң менән һандуғасты һайрарға өйрәтәләрме ни? Ул бит һеңлеһе Хөршиҙә менән ҡустыһы Радикты: «Мин сәскәләргә ҡараһам да йыр ишетәм», – тип аптыратып ҡуя. Ә Фәриҙәнең ҡолағына салынған көй бер ҡасан да эсенә генә һыймай, түгелергә тора.
Фәриҙә ҡудашева йырлай... Күңелгә моң өҫтөнә моң һарыла... Ул бар булмышыңды биләп ала. Бындай ҙа ҡайнар хистәрҙе күҙ йәше менән генә йыуып булалыр...
Фәриҙә ҡудашева йырлай... Иҫ китмәле тылсым ҡөҙрәтен һүҙ менән генә тасуирлап биреү мөмкин түгел. Инде тел дә зәғиф саҡта моң тыуа, тиҙәр бит.
Татар яҙыусыһы Хәсән Саръян бер хикәйәһендә халыҡтың Фәриҙә ҡудашеваға мөнәсәбәтенең мәле менән үтә мәрәкә төҫ алыуын бик оҫта һүрәтләй. Йырсы менән ҡыҙыҡһыныу шул дәрәжәгә еткән: ул, ысынлап та, беҙҙең кеүек кешеме икән, тип кейеменә булһа ла ҡағылып, тәненә ҡул тейҙереп ҡалырға тырышалар, ти әҙип.
Йырсының тормошонда көлкө һәм мажараға тартым ваҡиғалар бихисап. ҡыҙыҡ өсөн шуларҙың береһен генә телгә алыу кәрәктер. Юл ыңғайындағы бәләкәсерәк бер ауылда концерт ҡуйыу ҡа­ралмаған була. Ә халыҡ зирәк тә, шаян да ул. Оҙаҡ уйлап тормай, йылға аша һа­лын­ған күперҙе ала ла ташлай­ҙар.
– Бөгөн кис беҙҙең өсөн дә йырлағыҙ инде, иртән тороуығыҙға күпер әҙер булыр, – тиҙәр. Ғашиҡтарға ғына хас бындай дыуамаллыҡты нисек кисермәйһең?.. Халыҡ Фәриҙә ҡудашеваға, ысынлап та, ғашиҡ ине һәм был тойғо әлегәсә тамсы ла кәмемәгән. Ошо һөйөү ғүмере буйы йырсының үҙенә лә таяныс булды. Сәскәләр шиңеп, алҡыштар тынып торған арала ул да донъя йөгөн тартты, бала үҫтерҙе, бәхетен дә, ҡайғы-хәсрәтен дә татыны. Сәнғәт менән етәкселек итеүселәр­ҙең талантын баһалабыраҡ еткермәгән саҡтары ла, нескә күңеленә һаҡһыҙыраҡ ҡағылған мәлдәре лә тетрәндереп уҙғандыр. Донъя бит. Ошоға бәйле тағы ла бер фәһемле хәлгә туҡтамай булдыра алмайым. Фәриҙә ҡудашева Ейәнсура районының бер ауылына килеп төшкән. Шығырым тулы клубҡа, әлбиттә, малай-шалайҙы индермәгәндәр. Мәхрүм ҡалыуҙы бала кеше айырыуса һиҙгер кисерә бит ул. Бер нисә бәләкәй малай илай-илай клубты уратып йөрөй икән. Шул саҡ был тиктормаҫтарҙың күҙенә клуб эргәһендә торған автобус салынып ҡала. Йүгереп баралар ҙа, уның эсендә бер апайҙың ултырғанын күрәләр. Был апай уларға өндәшә:
– Нишләп илайһығыҙ, малайҙар?
– Концертҡа индермәйҙәр.
– Әйҙәгеҙ, бергә инәбеҙ, – тип апай уларҙы клуб эсенә үткәрә.
Тамашаны алып барыусы тиҙҙән ололарҙың теленән төшмәгән исемде иғлан итә:
– Фәриҙә ҡудашева йырлай!
Сәхнәгә бая автобуста ултырған апай килеп сыҡҡас, малайҙар хайран ҡала.
Эйе, Фәриҙә ҡудашева иң юғары титулды – халыҡ мөхәббәтен яуланы, һәм был изге хис, һүрелмәйенсә, яҡты мираҫ булып, килер быуындарға күсер...
Шишмә районының Келәш ауылы. Аҡманай күле. Йәмле Дим. Яҡты ҡайын урмандары, күркәм туғайҙар...
Ауыл балаһы матурлыҡты аңларға музейҙар­ҙа түгел, тәбиғәттән уҡып өйрәнә. Ошо булмышҡа ҡудашевтарҙың борон-борондан килгән затлы һәм талантлы нәҫеленән ҡан тамырҙары аша күскән зауыҡты, нескәлекте, моңдо һәм рух юғарылығын өҫтәйек. Ауыл халҡы «матур әбей» тип йөрөткән Шәмсебәҙәр ҡартәсәһе ун бер егәрле малай үҫтерә. Шуларҙың иң өлкәне – Фәриҙә ҡудашеваның атаһы Йәһүҙә ағай. «Ун бер пар сабата, ун бер пар тула ойоҡ, таң атҡансы ла кибеп өлгөрә алмай, мейестә быу сығарып ята торғайны», – тип хәтерләр була был хаҡта килендәре Рәхимә апай.
ҡартатаһы Фәттәхетдин бик матур йырлай. Ә атаһы менән бер туған Әхиәретдин ағаһы Келәштең данлы гармунсыһы, йырсыһы һанала. Ғәйшә әбейҙең һикеһен сәхнә итеп, йәштәр «Ғәлиәбаныу»ҙы ҡуйғанда, атаһының ҡустыһы Нуретдин – Хәлил, әсәһенең ҡустыһы Жәүит Исмәғил ролен башҡара. Хәтимә өләсәһе бәләкәй Фәриҙәнең күңелен әкиәттәргә байыта. Ә йырсының әсәһе Рәхимә апай уғата уңған, уғата моңло ҡатын була. Кейем теккәндә лә, сигеү сиккәндә лә уның күкрәгенән урғыл­ған моң, тамсы ла ситкә тайпылмай, ҡыҙы йөрәгенә һеңә бара, һеңә бара...
Йәнкәй-йәнеш китте, ай, һунарға,
Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә...
Әсәһе башҡарыуындағы «Ашҡаҙар» сабый саҡтан күңеленә инмәһә, йырсы уны ҡаҙанда Нәҡи Иҫәнбәтте тетрәндерерлек итеп йырлай алыр инеме? Һандуғасты һайрарға өйрәтмәһәләр ҙә, уның моңо һандуғас ояһында ярала шул.
Өрлөктәй ун бер егет үҫтергән ғаиләнең етеш йәшәүе тәбиғи ҙә, кулактарҙы һөргән ваҡытта аҡылды ситкәрәк ҡуйып та эш иткәндәр. «Дөрөҫ, бер ай ҙа үтмәне, беҙҙе аҡланылар, урта хәлле крәҫтиән икәнлегебеҙҙе раҫланылар. Әммә атайымдың ҡулынан эш төштө, ул ситкә китергә ҡарар ҡылды», – ти Фәриҙә апай ҡудашева.
Китермен илегеҙҙән,
Тынырмын һүҙегеҙҙән.
Сәхрәләрҙә аҡҡош булһам,
Һыу ҙа эсмәм күлегеҙҙән.
Тыуған ер тойғоһо бала саҡта айырыуса көслө була шикелле. Ун йәшендә ауылын ташлап, яратҡан болондары, Аҡманайы, йүгереп йөрөгән һуҡмаҡтары менән хушлашырға тура килә. Тойғолары күҙ йәштәре менән бергә моң булып түгелеп ҡала...
Ғаилә Баймаҡ районына күсеп йәшәй башлай. Йырсының репертуарын биҙәгән башҡорт таҡмаҡтары шул дәүерҙә үк уның күңел түренән урын ала. Унда инде Йәһүҙә ағайҙы, Башсоюз сауҙа системаһында эшләгәнлектән, әле бер, әле икенсе районға ебәрәләр. Ихтимал, яуаплы вазифалағы кеше бер ерҙә тамыр ебәреп, янына ҡуштандар йыймаһын өсөн шулай эшләгәндәрҙер. Ул замандың ҡанундарын кем белеп бөтөргән... Шулай итеп, Фәриҙә ҡудашеваға ҡыйғы һуҡмаҡтары аша үтеү, Дүртөйлө һыуҙарын эсеү насибы тейә.
Йыр-моңға бай ҡыйғы тарафтары... Фәриҙә ҡудашеваның матур бер ҡыҙ булып үҫеп килгән мәле. ҡыйғыла йәшәгәндә, 1934 йылдың ҡар һыуҙары гөрләп аҡҡан йәмле апрель айында, 38 генә йәшлек Рәхимә апай яҡты донъя менән хушлаша. Келәштең ауыл китапханаһында, ҡышҡы оҙон кистәрҙе ҡыҫҡартып, ололар ҙа, балалар ҙа сигеү сигеп, бәйләм бәйләп ултырғандан һуң ҡайтырға сыҡҡас, ниңә гел айҙағы Зөһрә ҡыҙға ҡараны икән?! Үгәй әсә ҡулында интегеүгә сыҙай алмай, айға менеп кенә йән тыныслығы тапҡан ҡыҙҙы йәлләп, йөрәге һыҙлай торғайны... Ә хәҙер, әсәһен юғалтҡас, үҙ йәне һыҙыла.
Дүртөйлөгә күсеп китеүҙәрен ишеткәс, Нәғим тигән малай иҫтәлеккә йөҙ таҡмаҡ яҙа. Һуғыштан ҡайта алмай ул. Таҡмаҡтары ғына хәтерҙә ҡала:
Баҡсаларға кемдәр кергән,
Кем кергән – күрә алманым.
Һинең күңелең һүрелһә лә,
Мин һүрелдерә алманым...
Етенсене бөтөргәс, Фәриҙә ҡудашева Өфө сәнғәт техникумына уҡырға инә һәм уны гел «бишле»гә тамамлай. 1941 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башлай. Имсәк бала менән гастролдә йөрөүҙәр... Һуғыш башланыу хәбәрен Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылында ишетә. Сабыйын күтәреп, ауылдар араһын йәйәү үтергә лә тура килә. Аптырағас, Башҡорт драма театрына күсеп ҡарай. Йәштәр күп, ролдәр әҙ. Алтын менән баҡырҙы тиҙ арала билдәләр өсөн зирәклек кәрәк. ҡыҫҡаһы, алты йәш артистканы, шул иҫәптән Фәриҙә ҡудашеваны ла, матур әйткәндә, ҡыҫҡарталар. Ире һуғышта, ҡулында йәш бала, тип тә уйламағандарҙыр инде, күрәһең. Аҡылға килепме, мәрхәмәтлек йөҙөнәнме, һуңынан кире димләй­ҙәр ҙә, бер һүрелгән йәш күңел тиҙ генә ҡабат осҡонлана алмай. Хәйер, ҡайһы бер уңышһыҙлыҡтар уңыш­ҡа сәбәп була: уны радио комитетына солистка итеп саҡыралар. Ошо мәлдән башлана ла инде уның сәнғәттәге һоҡланғыс яҙмышы! Комитетҡа көнөнә йөҙ хат килһә, уның туҡһан туғыҙы Фәриҙә ҡудашеваға исемләнә.
ҡыштарын гастролдәрҙә йөрөгәндә әҙәм туңырлыҡ клубтарҙа ебәк күлдәк, капрон ойоҡ кейгән нәфис алиһә йырлай. Моңдарынан күңелдә ғүмергә етерлек тылсым ҡала. Радионан тауышы ағылһа ла, иң диндар әбей­ҙәр ҙә, намаҙҙарын өҙөп, уның моңона иҫереп ултыра...
* * *
Һуғыш алып килгән ғәрәсәт Фәриҙә ҡудашеваны ла урап үтмәй. Үҙе теләп фронт­ҡа киткән шаян да, сибәр ҙә, аҡыллы ла бер туған һеңлеһе Хөршиҙә яу ҡырында һәләк була. Уның йәштәрсә ҡайнар йөрәгенең йылыһына мансылған өсмөйөшлө хаттарын Фәриҙә апай күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлай.
Бер йыл да бергә йәшәргә өлгөрмәгән хәләл ефете лә, яу юлдарында үтә оҙаҡ йөрөп, ете йылдан һуң ғына ҡайтып төшә. Әммә һуғыш айырған һуҡмаҡтар инде бергә ҡушыла алмай...
Күңел яраларын ваҡыт әкренләп дауалай. Фәриҙә ҡудашеваға ла бәхет йылмая. Бәпембә кеүек һары сәсле, зәңгәр күҙле, үтә ихлас һәм теремек Бәхти Ғайсин менән улар һоҡланырлыҡ матур пар ине. Икеһе өсөн дә изге моң донъяһы, рухи һәм ижади уртаҡлыҡ, бер-береһенә тәрән ихтирам, бер-береһенең талантын таныу, ҡәҙерләү уларҙың яҙмышын ғүмергә айырылғыһыҙ мөҡәддәс тойғолар менән бәйләп ҡуя.
... Һин йөрөгән юлдарға быйыл да
Май айы сәскәләр килтерҙе.
Һине бит, ҡайтыр, тип уйлай ул,
Миңә лә ҡайтырһың шикелле.
Хәсән Туфандың был шиғырында үҙәк өҙгөс әрнеү бар. Ошо юлдар Бәхти Ғайсин күңелендә ғәжәйеп һағышлы йырға әүерелә. Уны Фәриҙә ҡудашева башҡарыуында иламайынса тыңлап булмай.
«Билдәһеҙ һалдат ҡәбере янында уйланыу» (Ғ. Афзал һүҙҙәре), «ҡара ҡарлуғас микән» (Ә. Атнабаев), «Ниңә гелән, иркәм», «Төнгө Өфө» (Ш. Бикҡол һүҙҙәре), «Ике аҡҡош» (Ә. Баянов һүҙҙәре), «ҡара мыйыҡ» (Г. Зәй­нәшева һүҙҙәре), «Яратам көлөүеңде»... Бәхти Ғайсин ижад итеп, Фәриҙә ҡудашева йырлаған был йырҙар күптән инде халыҡ йөрәген яулаған. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисткаһы Фәриҙә ҡудашева менән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Бәхти Ғайсиндың бергә сығыш яһауҙарын һағынып һөйләргә генә ҡалды. Уның беҙҙең аранан китеүенә лә нисәмә йыл инде... Был ҡайғыһы уңалырға ла өлгөрмәгән көйө Фәриҙә ҡудашева берҙән-бер ҡыҙы Ренараны ла ерләне. Күҙ терәп торған иң ҡәҙерле кешеһе – ейәнсәре Славянаның да инде үҙ ғаиләһе бар. Ул Мәскәүҙә йәшәй.
Аяуһыҙ яҙмыш йырсының яғымлы, наҙлы, моң менән тулы күңелен барыбер үҙгәртә алманы. Кешеләргә, йәшәүгә, йырға мөхәббәте инде нисәнсе ҡабат уны өмөтһөҙлөктән ҡурсап ҡалды, сәнғәт алдындағы яуаплылыҡ тойғоһо яңынан эшкә егелерлек көс бирҙе.
«ҡаҙанға беренсе барыуым. Опера һәм балет театры сәхнәһендә йырлап торам. Көсөргәнештән сәстәрем берәм-берәм ағара кеүек. Тауышым ағыла. Йә, Хоҙай, йырсы үҙ ғүмерендә ошондай хәлдә нисә концерт бирергә һәләтле икән, тип уйланым. Хәйер, мин бер генә мәртәбә лә битараф йә вайым­һыҙ булып сәхнәгә сыҡманым.
Төпкөл ауылдарға барып төшәһең. Тәрән һәм сабыр күҙ ҡараштары, елдән ярғыланған, көнгә янған йөҙҙәр, эштән бушамаған егәрле ҡулдар...
Уларға күҙ һирпеү менән, бар булмышымды, бар моңомдо йәлләмәй түгергә кәрәклеген аңлайым. Донъяның тотҡаһы булған ошо кешеләргә ихтирамымды бүтәнсә нисек белдерә алам?..
Бер генә көн дә тәнәфес яһамай, тоташтан 116 концерт ҡуйған мәлдәр бар ине! Ә һәр концерт ике бүлектән тора».
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Фәриҙә апай кеүек йырсы яҙмышын еңел тип әйтергә телең әйләнмәҫ. Үҙ-үҙен шул дәрәжәлә аямаған өсөн дә ул быуат ағымында берҙән-бер булып ҡалыр йырсылыр.
ҡасандыр Фәриҙә ҡудашеваға: «...Әгәр төнгө күктә тулған ай йырлап ебәрһә, уның тауышы тап һеҙҙеке кеүек булыр төҫлө», – тигәндәр. Ысынлап та, йырсының моңо йылғалар ағышы, ҡоштар тауышы, үләндәр шыбырлауы шикелле үк тәбиғи һәм, шундай мөғжизә ҡылына ҡалһа, тулған ай ҙа, сәскәләр ҙә, болоттар ҙа нәҡ Фәриҙә ҡудашева һымаҡ йырларҙай тойола.
Был мәҡәләлә моң һүҙе үтә күп ҡулланылды. Әммә бар ғүмере моңдан ҡойолған йырсы хаҡында бүтәнсә яҙыу мөмкин түгел ине.
Һайрай былбыл, һайрай былбыл,
Һайрай былбыл үҙәндә,
Һайрай шул былбыл үҙәндә,
Үҙәге өҙөлгәндә...

Йомабикә ИЛЬЯСОВА,
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының
баш мөхәррире.

(«Фәриҙә ҡудашева. Тормошо һәм ижады» тигән китап-альбомдан алынды).

Йырсының иҫтәлеге мәңгеләштереләсәк

Башҡортостанда Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы ҡудашеваның иҫтәлеге мәңгеләштереләсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тейешле Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырын башҡарыусылар фестиваленә Фәриҙә ҡудашева исемен бирергә, уның тормошо һәм ижады менән бәйле материалдарҙан дәүләт аудиовидеоархивы төҙөргә, йырсының тормошо һәм ижады хаҡында «Алтын фонд» аудиовидеопродукция серияһын һәм документаль фильм сығарырға, Шишмә районының Келәш ауылында Фәриҙә ҡудашеваның йорт-музейын ойошторорға, Ф. ҡудашева йәшәгән Өфөнөң Октябрь революцияһы урамындағы 9-сы йортта йырсының барельефы менән мемориаль таҡтаташ ҡуйырға, уның иҫтәлеген мәңгеләштереү менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.
Өфө ҡалаһы ҡала округы советына – Өфө ҡалаһы урамдарының береһенә, Шишмә районы муниципаль район советына Шишмә эшселәр ҡасабаһы урамдарының береһенә Фәриҙә ҡудашеваның исемен бирергә, Шишмә районы хакимиәтенә йырсының исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндерергә тәҡдим ителде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға