15.02.2017 Уңалырмы күңел яралары?
Афған һуғышы ветераны Хөрмәт Иҫәнюлов, беҙҙең күргән-кисергәндәр йәш быуын өлөшөнә төшмәһен, тип теләй
Афғанстан һуғышын үтеп ҡайтҡан яугирҙар менән аралашҡан һайын күңелдә ниндәйҙер үкенеү хистәре, ятып ҡалған егеттәрҙе йәлләү тойғоһо, һағыш ҡала. Хөрмәт Рәфҡәт улы Иҫәнюлов 1968 йылдың 22 ғинуарында Баймаҡ районының Билал ауылында тыуған. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, “Йылайыр” совхоз-техникумына уҡырға инә. 1986 йылда Совет Армияһы сафына алына. Алты ай Үзбәкстанда “учебка”ла булғандан һуң, 1987 йылдың 1 майында башҡорт егеттәренән бер үҙен Афғанстанға ебәрәләр. Тернез ҡалаһындағы “Дуҫлыҡ күпере”нә тиклем БТР-ҙа оҙаталар, артабан, сикте үткәс, йәйәүләп үҙҙәре китә. Ниндәй генә милләт егеттәре юҡ араларында, ләкин һәр милләттән берәр генә кеше. Алты егет сикте үтә, уларҙы ҡаршы алалар. Ике километр ҙа үтеп өлгөрмәйҙәр, машиналары боҙола, артабан юлды тағы ла йәйәүләп дауам итәләр. Уларҙы ниндәйҙер бер подвалға алып килеп ябалар. Шул минутта ғына улар ҡайҙа килеп эләккәндәрен аңлай: тышта көнө-төнө һуғыш бара. Ә егеттәрҙе өс көн ошо подвалдан сығармаҙар. Өсөнсө көндө улар тәүге һуғышҡа эләгә. Ҡайҙа ҡарама – ҡан ҡойош, мәхшәр. 19 йәше яңы тулған ауыл егете бындай ҡот осҡос хәлде күреп, ауырып китә. Бер аҙна йән һыҙлауҙарына түҙмәй, йөрәк ауырыуына әйләнә. Шул ваҡыт командирҙар, һин бит ҡайҙа эләккәнеңде белдең, ныҡ бул, бирешмә, тип өгөт-нәсихәт уҡый, дарыу биреп, үҙ-үҙен яҡларға өндәй. Бына шулай башлана егеттәрҙең тәүге сынығыу алыуы.
Күп тә үтмәй, Хөрмәт Иҫәнюловты отделение командиры итеп ҡуялар, йәш һалдаттар уның ҡарамағына күсә. Уларҙы төрлө һынауҙар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтеү, әлбиттә, еңелдән булмай. Батальондағы алты егетте өс айға вышкаға күҙәтеүсе итеп ҡуялар. “Тау башында – өс ай – әйтеүе генә анһат, – ти, ул ваҡыттарҙы хәтерләп, Хөрмәт ағай. – Ашарға, эсергә ҡасан алып килеүҙәре билдәһеҙ. Тоҡандырылған утты һүндерергә тейеш түгелбеҙ. Сөнки шырпы юҡ, ут һүнһә, беҙ ҙә бөттөк, тигән һүҙ. Уны “мәңгелек ут” тип атайбыҙ һәм күҙ ҡараһылай һаҡлайбыҙ. Аҙаҡ беренсе ротаға, “Үлем үҙәне” тип аталған ергә, күсерҙеләр”.
1988 йылда күрһәткән батырлығы өсөн Хөрмәткә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы бирелә. Ул хәл былай була: тау йылғаһы аша сыҡҡан күперҙе шартлатҡандар.
– Төндә йылға аша сығып, торбаларҙы ябып, янғынды һүндереү минең өлөшкә тейҙе. Сөнки кем булһа ла быны эшләргә тейеш ине. Ҡурҡырға ярамай, сөнки иптәштәремдең яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалғайны, – ти ул, шул осорға әйләнеп ҡайтып. – Бер көндө беҙгә дошмандар баҫҡан ауылды ер менән тигеҙләргә тигән бойороҡ булды. Беҙ шунда уҡ ауылға киттек. Ул шомло тынлыҡ менән ҡаршы алды. Һаҡ ҡына ауылды күҙ уңынан үткәрәбеҙ, бер ерҙә лә ир-егеттәр күренмәй, ҡайҙа ҡарама – ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға, беҙҙе ситтән күҙәтәләр. Ауылды бөтөрөргә тигән бойороҡто үтәмәй кире ҡайттыҡ. Күҙебеҙгә ҡарап торған бала-сағаға ҡорал тоҫҡарға ҡулыбыҙ күтәрелмәне. Икенсе тапҡыр, ауылды дошмандар баҫҡан, тигән хәбәр алдыҡ. Барҙыҡ, шул уҡ хәл: ауылда тик ҡатын-ҡыҙ. Шул ваҡыт атыу тауыштары ишетелде, бер нисә егетебеҙ шунда уҡ йән бирҙе. Баҡтиһәң, ҡатын-ҡыҙ тигәнебеҙ ҡатындар кейеме кейгән ир-егеттәр булған икән. Бойороҡто үтәмәйенсә булмай ине...
Күрәм, афған яуы үтеп, күпме ҡан-илашты күргән ир-егет өсөн ошоларҙы кире күҙ алдынан үткәреү бер ҙә еңел түгел: ул бик оҙаҡ ҡына минең һорауҙарға яуап бирмәй, өндәшмәй ултыра, йә хәтирәләргә бирелеп, күҙенә йәш ала һәм артабан һүҙен дауам итә.
– 1988 йылда ҡайтарырға тейеш булһалар ҙа, тик ярты йылдан һуң, 1989 йылда ғына, тыуған илебеҙгә ҡайтыу бәхетенә ирештек. Ун ике егет киткәйнек, тик алтыбыҙ ғына әйләнеп ҡайтты. Уларҙың да икәүһе – аяҡһыҙ, берәүһе – ҡулһыҙ. 1989 йылда Рәсәй ғәскәрҙәрен сығара башланылар, шунда тәүге тапҡыр атмаҫҡа тигән бойороҡ булды. Ауыл, ҡалаларға дошмандар килеп тулды, атырға ярамай, атһаң – трибунал. Ә улар беҙҙең егеттәрҙе шул ваҡыт күп ҡырҙы. Инде өйҙәренә ҡайтабыҙ тигәндә генә һәләк булған егеттәр бик йәл ине. Ике йыл буйы бронежилетһыҙ, каскаһыҙ йөрөлдө, ә ҡайтырға бойороҡ алғас, кейенергә тура килде. Сөнки үлге килмәй, нисек кенә булһа ла Тыуған илгә әйләнеп ҡайтҡы килә, – тип хәтер йомғаҡтарын һүтә. – Күпме ғүмер үтелгән, ә ул һуғыш әле лә төшөмә инә, йәп-йәш егеттәрҙең үлеме, ҡот осҡос хәл булып, һаман күҙем алдынан китмәй. Беҙҙең күргән-кисергәндәр йәш быуындың өлөшөнә төшмәһен, тип теләйем, – ти Хөрмәт ағай, һүҙен йомғаҡлап.
Үҙебеҙҙең күҙ алдында йөрөгән, күпме утты-һыуҙы күреп ҡайтҡан ир-егеттәрҙең кисерештәрен ҡайһы ваҡыт аңламайбыҙҙыр, бәлки. Ә бит уларҙың яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалғайны. Яҙмыш ҡушыуымы, Хоҙай аралағанмы – уларға әйләнеп ҡайтырға насип була. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә лә йәшәргә ине лә... Тик мәғәнәһеҙ һуғыштан алған тән, йән яралары һыҙлауға ғына нисек түҙергә?!
Райхана БУЛАТОВА.
Баймаҡ районы,
Билал ауылы.