14.12.2010 Көндөҙ – ҡояш, төндә – ай
Декабрь. Ап-аҡ ҡар бөртөктәре иркәләнә-иркәләнә һиңә һыйына. Битеңде ҡытыҡлап семетә. Иренеңдән наҙлап үбә. Талпына-талпына ҡаштарыңда, керпектәреңдә бейей. Уйнап туйғас, ергә ап-аҡ түшәк булып түшәлә лә шығыр-шығыр, шығыр-шығыр шиғыр һөйләй башлай... Һиңә рәхәт, һиңә күңелле!..
Тәбиғәттең ошондай хозур мәлендә һәр йыл Башҡортостанда оло шиғриәт байрамы – аҡ күңелле, аҡ фекерле бөйөк башҡорт шағиры, гуманист-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла көндәре уҙғарыла. Унда Мәскәүҙән, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, ҡаҙағстандан мәртәбәле ҡунаҡтар йыйыла. Байрам Өфөлә башланып, сәсән шағирҙың тыуған төйәге – Миәкә районының Туҡһанбай ауылында дауам итә.
ҡунаҡтар, Туҡһанбайға килгәс, шағир шишмәһенең шифалы һыуын тәмләп, сихри шиғриәт мөхитендә иләҫләнеп, яй ғына Аҡмулла музейына табан атлай...
...Туҡһанбайҙа йыл да ошо айҙа,
Аҡ бурандар менән ярышып,
Аҡмулланы иҫкә ала халыҡ,
Бурандарҙа баҫып һағышты.
Һағыш менән тулы шатлыҡ туйы –
Аҡмулланың алтын көндәре.
Быуаттарҙы иңләп килә беҙгә
Шиғриәттең ауаз-өндәре... –
ти Мифтахетдин Аҡмулланың тормошон, ижадын өйрәнеүгә тос өлөш индергән ғалим һәм шағир Рәшит Шәкүр.
Музей бөйөк шағирҙың тыуыуына 150 йыл тулыуын байрам иткән көндәрҙә асыла. Бинаһын ул саҡтағы «Башҡортостан» колхозы үҙ аҡсаһына төҙөй. Колхоз рәйесе Вәсим Хәсәнов, партком секретары Фәтих Зәкиев, Йәнәби-Урсай ауыл советы рәйесе Байтимер Ғилманов, бригадир Зөфәр Шафиҡов музейҙы төҙөүҙә, уны йыһазландырыуҙа һәм ауылды СССР-ҙың барлыҡ төбәктәренән килгән абруйлы ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырлыҡ итеп төҙөкләндереүҙә көндө төнгә ялғап эшләй. Ә музейҙы әйберҙәр, ҡомартҡылар менән тулыландырыуҙа Башҡортостандың Крайҙы өйрәнеү музейының ул саҡтағы директоры Рим Ниязғолов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Әсғәт Мирзаһитов, Аҡмулла ижадын өйрәнеүсе яҙыусы, ғалимдар Рәшит Шәкүр менән Әхәт Вилданов төрлө яҡлап ярҙам итә.
1981–1989 йылдарҙа музей «Башҡортостан» колхозы ҡарамағында була. ҡомартҡылар, экспонаттар менән тулыландырылғас, РСФСР Мәҙәниәт министрлығының 1988 йылдың 15 ғинуарындағы 13-сө бойороғо менән ул республика статусындағы музейға әйләндерелә һәм Башҡортостан хөкүмәтенең 1989 йылдың 23 июнендәге ҡарары нигеҙендә Башҡортостан Милли музейы ҡарамағына күсә. Ә 2002 йылдан Туҡһанбайҙағы Мифтахетдин Аҡмулла музейы – Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы филиалы. 2006 йылда бөйөк шағирҙың 175 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, Президент указы нигеҙендә, музейҙы тағы ла күркәмләндереп, реставрация үткәрелде. Яңы экспозициялар эшләнде. Хәҙер ул Туҡһанбай ауылына йәм өҫтәп, Башҡортостан, Рәсәй, ҡаҙағстан һәм бөтөн Көнсығыш әҙәбиәтселәренә илһам, ҡеүәт, дәрт сығанағы булып, балҡып ултыра.
Тәүге йылдарҙа шағирҙың изге йортонда мөдир булып Аҡмулла ижадына мөкиббән ғашиҡ Зөбәйҙә Вилданова эшләй. Ул Аҡмулла эҙҙәре буйлап Миәкә, Бишбүләк, Стәрлебаш, Әлшәй райондары ауылдарында йөрөй, ишеткән-күргәндәрен яҙып ала. Сәйәхәттәренең һөҙөмтәһе – шағирҙың «Уҫылы буйы» шиғыры. Уны Зөбәйҙә Вилданова Бишбүләк районының Аҙнай ауылында ишеткән. Был шиғырҙы Рәшит Шәкүр «Башҡортостан ҡыҙы» журналында (1981 йыл, № 12 ) баҫтырып сығарҙы.
Туҡһанбайҙағы бөйөк шағирҙың музейы алдында матурлыҡҡа ынтылыусы мәктәп уҡыусылары һәр кемде сәскәләргә күмелеп ултырған Аҡмулла бюсы янында ҡаршы ала. «Һаумыһығыҙ!» – тип өндәшә уҡыу алдынғыһы Гүзәл исемле ҡыҙ, ә һин, гүйә, постаменттағы һындың тауышын ишетәһең:
...ҡат-ҡат сәләм мин мосафир
Аҡмулланан,
Тура әйтеп, халыҡҡа яҙған хаҡ
мулланан.
Бөтә сәхрә эстәренә беҙҙең сәләм
Дошмандың ялаһынан пак мулланан.
Ирекһеҙҙән иғтибарыңды һәйкәлгә йүнәлтәһең. Ул, һинең ҡарашыңды һиҙгәндәй, берсә шатланып, берсә шикләнеп, берсә шелтәләп һүҙен дауам итә:
Мәжлесенә ҡарай ғына ғауғабыҙ бар,
ҡоҙоғона ҡарай ғына ҡауғабыҙ бар.
Эрбет менән Мәкәриәгә сама ҡайҙа –
Баҙарына ҡарай ғына сауҙабыҙ бар.
Бәхетебеҙ асылмаған беҙ бер фәҡир,
Абруйым артыҡ юҡ, эшем таҡыр.
Йәштән йыйған бер быуаҙ
мәжмүғәм бар,
Уның да бәғзе ере ҡаҡыр-маҡыр... –
тип, күҙен ҡыҫа биреп, иренен ҡымтып ҡына йылмайып, һине үҙенең һикәлтәле-һикәлтәле тормошон, башҡорт, урыҫ, ҡаҙаҡ, татар, үзбәк, уйғур, ҡарағалпаҡ, пуштун, фарсы, төркмән, тажик һәм башҡа халыҡтарҙың йөрәгендә ғәрәсәт уйнатып, ғилемлеккә, намыҫлыҡҡа, матурлыҡҡа, дуҫлыҡҡа әйҙәгән шиғриәте эсенә саҡыра... Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зилфәт Басиров Аҡмулла һәйкәленә ошо сифаттарҙы һалып эшләгән дә инде.
Тулҡынлана-тулҡынлана музейға инәбеҙ. Гүзәл һылыу һүҙен дауам итә: «Мифтахетдин Аҡмулла 1831 йылдың 14 (26) декабрендә Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12-се башҡорт кантоны Күл иле – Мин (Мең) улусы Туҡһанбай ауылында тыуған (Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы). Атаһы – Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе – Бибиөмөгөл Сәлимйән ҡыҙы...» 1816, 1834, 1850, 1859 йылдарҙағы ревизия документтарынан күренеүенсә, Аҡмулланың атаһы ла, әсәһе лә башҡорт. Әммә ҡаҙанда һәм Алма-Ата ҡалаларында нәшер ителгән китаптарҙа шағирҙың ата-әсәһе тураһында төрлө уйҙырмалар бар. Бәлки, быға Башҡортостан ғалимдарының ҡайһы бер фаразлауҙары ла сәбәпселер.
Музейҙа, әйтеп үтелгән ревизия документтары, ғалимдарҙың, яҙыусыларҙың, шағирҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе уҡытыусыларҙың, музей хеҙмәткәрҙәренең материалдары бар. ҡаҙаҡтарҙан Дусмайыл ҡасҡынбаев, Сәкен Сәйфуллин, татар ғалимы Ғабдрахман Сәғди, башҡорттарҙан Фәтих Кәрим, Рәшит Шәкүр, Ғайса Хөсәйенов һәм башҡалар, Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын барлағанда, Туҡһанбайҙа йәшәгән дин әһеле Шәйхетдин Динмөхәмәтов яҙған хаттарға һәм уның хәтерләүҙәренә таяна. Һуңғы йылдарҙа табылған документтарҙан күренеүенсә, ул 1908 йылдың 6 февралендә Өфө губернаторы идараһы указы нигеҙендә Туҡһанбай ауылына 7 – 8 саҡрым алыҫлыҡтағы Ереклекүл (Урта Тамъян, Тамъян-Ереклекүл) мәсетенән күсерелә. Шәйхетдин Динмөхәмәтовтың Ереклекүл мәсетендә имам, мәҙрәсәһендә мөғәллим булып нисә йыл эшләүе әлегә билдәле түгел. Әммә Мифтахетдин Аҡмулланың Ереклекүл (Урта Тамъян) менән тығыҙ бәйләнеше булған. Шағирҙың олатаһы Ишҡужа, атаһы Камалетдин Ереклекүлдә йәшәгән Мөхәмәтғәле, Хаммат Мөхәмәтғәле улы ғаиләләренә килеп йөрөгәне билдәле. Ошо юлдарҙың авторы атаһы Фәтих Ғәлләметдин улы Янышевтан шағирҙың байтаҡ шиғырын яҙып алғайны. Шул шиғырҙарҙың береһе:
Сәфәр ҡылдым йыраҡ ергә,
Тәүәккәлде быуып билгә.
Хоҙай ни тәҡдир итер беҙгә,
Шәфәғәт ит, Рәсүлулла.
Тыуған илем йыраҡ ҡалды,
Туғандарым илап ҡалды.
Йөрәгемде һағыш алды,
Шәфәғәт ит, Рәсүлулла.
Уның башҡа шиғырҙары һәм яҙмалары тикшереүҙе талап итә.
Мифтахетдин Аҡмулланың биографтары, 1871 йылдың яҙында төрмәнән сыҡҡас, ул ике йыл ярым арестант ротаһында хеҙмәт итергә тейеш булған, тип яҙа. Батша Александр II указы нигеҙендә, 1870 йылда, хөкөм итеү буйынса яңы Уложение ҡабул ителә. Уға ярашлы, арестант ротаһы бөтөрөлөп, уның урынына арестант бүлексәһе (отделениеһы) булдырыла. Яңы Уложениела ҡайһы бер үҙгәрештәр ҙә индерелгән. Мәҫәлән, хөкөм ителеүселәр, ҡайҙалыр эшләп, үҙ-үҙҙәрен аҫрарға тейеш. Хеҙмәт хаҡының ундан өс өлөшө ҡулдарына бирелгән. Хөкөм срогы тулғас, арестант бүлексәһендә хеҙмәт иткән кешене, йәмәғәт исеменән, кемдер порукаға алырға тейеш була. Әгәр порукаға алмаһалар, уны мәңгелеккә Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. Шуға күрәлер Мифтахетдин Аҡмулла төрмәлә ултырғанда байтаҡ таныш-белешенә, дин әһелдәренә, байҙарға, ҡаҙаҡ солтандарына үтенестәр менән хаттар яҙа. Троицк муллаһы, икенсе сығанаҡтар буйынса, сауҙагәр Әхмәтбай Бакиров һәм ҡаҙаҡ байы Иманбай Хоҙайбиргәнов ике мең һум аҡса түләп, уны төрмәнән сығара. Ә Ғөбәйҙулла солтан Жангиров ярҙамында ул император Александр II янына инә һәм арестант бүлексәһенән ҡотҡарыла.
Ғөбәйҙулла солтан Жангиров – бөйөк Сыңғыҙхан нәҫеленән. Шәжәрәһенән күренеүенсә, ул 21-се быуыны. Сыңғыҙхан – Джучи – Тоҡай Тимер – Үҙ Тимер – Хужа – Бадаҡул уғлан – Орыс хан – ҡуйыршы хан – Бараҡ – Жәнебәк хан – Усек – Бәләкәй ҡуян – Батыр хан – Айшыуаҡ хан – Ырыс – Хажисолтан – Абдулхайыр хан – Нурали хан – Бүкәй хан – Жангир хан – Ғөбәйҙулла.
Мифтахетдин Аҡмулла Санкт-Петербургка барған мәлдәрҙә Ғөбәйҙулла солтан Жангиров лейб-гвардия полковнигы дәрәжәһендә император Александр Икенсенең флигель-адъютанты булып хеҙмәт итә.
Ғөбәйҙулла солтан Жангиров 1881 йылдан генерал-майор, 1888 йылдан – генерал-лейтенант, 1894 йылдан – кавалерияның тулы генералы. Ул 1909 йылда мәрхүм булып ҡалған.
ҡаҙаҡ халҡының арҙаҡлы улы Ғөбәйҙулланың әсәһе – Башҡорт иленән. Уның байтаҡ туған-тыумасаһының Бәләбәй янындағы ауылдарҙа йәшәгәне билдәле.
Музейҙа әйберҙәр һәм ҡомартҡылар ике залға һәм вестибюлгә ҡуйылған. Беренсе залда – Туҡһанбай ауылы тарихына ҡағылышлы документтар, XVIII – XIX быуаттарҙа башҡорттарҙың көнкүреш, йәшәйешен сағылдырған экспонаттар, ауылдағы дин әһеле тормошон күҙалларға ярҙам итеүсе әйберҙәр. Икенсе залға Мифтахетдин Аҡмулланың биографияһын аныҡлаусы документтар, нәҫел шәжәрәһе, төрлө архивтарҙан табылған ҡулъяҙмалары, китаптары ҡуйылған. Музейҙа иң ҡиммәтле ҡомартҡы – Аҡмулланың үҙ ҡулдары менән эшләнгән китап ҡуйыр өсөн йыйылмалы яһалма (йыйылмалы ултырғыс). ҡаҙағстанда, Урта Азияла ошондай йыйылмалы ҡулайламаны ҡөрьән йә башҡа китаптарҙы ҡуйып уҡыр өсөн дин әһелдәре, мөғәллимдәр һәр саҡ үҙҙәре менән йөрөтә торған булған. Был ҡомартҡыны профессор Рәшит Шәкүр Татарстандың Сарманай районы Яҡшыбай ауылы башҡорттарынан алып ҡайтҡан. Бында шулай уҡ шағирҙы һәр саҡ оҙатып йөрөүсе музыка ҡоралдары: ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, башҡорт думбыраһы, ҡаҙаҡ думбыраһы һәм башҡа нәмәләр. Аҡмулланың тормошон һәм ижадын өйрәнеүселәргә лә музейҙа күп урын бирелгән. Дусмайыл ҡасҡынбаев, Хәсән Ғәли, Сәкен Сәйфуллин, Уалижан Калижанов, Бөркөт Исхаҡов, Риза Фәхретдинов, Әхнәф Харисов, Ғайса Хөсәйенов, Закир Шакиров, Дауыт Юлтый, Фәтих Кәрим, Кирәй Мәргән, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ғабдулла Туҡай, Ғәлимйән Ибраһимов, Мөхтәр Ауэзов, Бейсембай Кенжебаев, Мөхәммәт Ғәйнуллин, Әнүәр Әсфәндиәров, Рәшит Шәкүр, Әхәт Вилданов, Салауат Галин, Ғиниәт ҡунафин, Рәүеф Насировтарҙың китаптары, фотоһүрәттәре, Башҡортостандың халыҡ рәссамдары Рәшит Нурмөхәмәтов, Зилфәт Басиров, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамдары Риф Абдуллин, Марат Байназаров, Ғүмәр Мөхәмәтшин, билдәле рәссамдар Абдулла Абдулатипов, Әлиә һәм Азамат Байрамғоловтар эшләгән портреттары, улар бүләк иткән ҡомартҡылар изге йортто йәмләп тора. Вестибюлдә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаттарына, Миәкә районынан сыҡҡан яҙыусыларға, күренекле сәнғәт әһелдәренә бағышланған стенд ҡуйылған.
Дөйөм алғанда, Туҡһанбай ауылындағы Мифтахетдин Аҡмулла музейы халыҡҡа көндөҙ – ҡояш, төндә ай булып хеҙмәт итә.
... Изге йорттан моңһоу ғына сығабыҙ. Тышта ябалаҡлап ҡар яуа. Ә һине дәрте, ҡеүәте ташып торған Аҡмулла оҙата:
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу
кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу
кәрәк!
Фәнис ЯНЫШЕВ.