«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Донъялар имен торһон...”



06.04.2016 “Донъялар имен торһон...”

“Донъялар имен торһон...”
Чернобыль... 1986 йылдың 26 апрелендә был ҡурҡыныс һүҙ бөтә планетаға мәғлүм булды. XX быуаттың иң ҙур техноген һәләкәте “тыныс атом”дың хәүефен күрһәтә, ә Япониялағы былтырғы ер тетрәүҙәрҙән һуң “Фукусима-1” АЭС-ы быны йәнә иҫбатланы. Бөтә донъяны атомдан ҡурҡыу, “ядро фобияһы” солғаған әлеге осорҙа, 26 йыл элек Украина Полесьеһында булған ваҡиғаларҙы беҙ онотмаҫҡа бурыслы. ЧАЭС һәләкәте кешелекте тәбиғәткә ихтирамлы булырға, уның байлыҡтары менән һаҡсыл ҡулланырға кәрәклекте асыҡ күрһәтә.

Совет иле фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҙур эштәр башҡара. Хеҙмәт ҡаһарманлығы, ҡыйыулыҡ өлгөләре күрһәткән “ликвидатор”ҙар Бөйөк Ватан һуғышы осоро яугирҙәренә тиңләшә. Беҙ ҙә ошо “атом яугирҙәре”нең береһе, дозиметрсы булған Р.Байғотлин менән осраштыҡ.
Баймаҡта тыуып үҫкән Рәфҡәт Хужиәхмәт улы Чернобылгә хәрби комиссариат аша 1987 йылдың ғинуарында саҡырыла.
Беҙ 7 кеше – мин, Альберт Рәжәпов, Иршат Байгилдин, Николай Логинов, Наил Кәримов, Анатолий Крылов, Наил Әҙеһәмов тәүҙә Тоцк полигонында химик-дизиметрсыға 1 ай уҡыныҡ. ДП-5Б рентгенметры менән доза ҡеүәтен (радиация кимәлен) һәм гамма-нурланышты үлсәргә, химик разведка яһарға өйрәндем, - ти Р.Байғотлин. - Унан һуң Белая Церковь ҡалаһында беҙҙе бүлделәр, мин Ленинград полкына эләктем. Исеменән үк күренеүенсә, часть эсендә шул өлкәнекеләр күп, кореецтар ҙа булды.
Беҙҙең эштең асылы уртаһында АЭС һәм Припять ҡалаһы булған, сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратылған 30 километрлыҡ ЧЗО зонаһындағы кеше йәшәгән урындарҙа дозиметр контроле үткәреү ине. Иртәнсәк шулай уҡ үҙебеҙҙең палаткаларҙы ла тикшерәбеҙ. Ауылдарҙа барыр ерҙәре булмаған, эвакуациянан һуң кире күскән ололар күп булды. Өйҙәренә инәбеҙ, аҙыҡ-түлектәрен, ятҡан урындарын дозконтроль үткәрәбеҙ. Уларға пленка менән ҡаплы аҙыҡ-түлекте көплө машиналарҙа килтерҙеләр. Беҙгә уларҙың аҙыҡ-түлеген, һыуын ҡулланырға ныҡ тыйылды. Эшкә барғанда часть эсендә йөрөгән таҙа кейемде алыштырабыҙ, йыуынабыҙ, респиратор кейеп, көплө машинала барабыҙ.
Ҡайһы берендә АЭС-та ла эшләнек. Унда сәнәғәт майҙансығында (промплощадка) ер аҫтындағы телефон, электр энергияһы үткән кабель каналдарын таҙартыуҙа булдым. Ҡаплы булһа ла унда радиоактив саң ингән, шуға ла эш сменалап, бер-бер артлы 5-әр минут дауам итте.
Припять - станцияның юлдаш-ҡалаһын күреү күңелде әрнетте. Ғәләмәт матур планировкалы, йәшәргә уңайлы урын хәҙер буш тора, бер кем дә булмауы менән шом тыуҙыра. Ҡала һаҡ аҫтында, тимерсыбыҡ менән уратылған. Халыҡ бында яҡшы йәшәгән - радиоүлсәү үткәргәндә гараждарҙа автомобилдәр, моторлы кәмәләр булыуын күрҙек. Эвакуация мәлендә уларҙы алырға рөхсәт булмай.
Кешенең үҙ һаулығына битараф булыуына ла шаһит була Рәфҡәт Байғотлин. Дозиметрсылар, радиация кимәле юғарылығын белеп, эҙемтәләрен дә һиҙенгән. Ә ҡайһы берәүҙәр станцияла “Үтергә ярамай! Юғары доза!“ тигән урынға атлығып торған. Быны улар тиҙерәк доза алып, шуны яҙҙырып, алдан ҡайтып була тип аңлатҡан. Ул мәлдә 4-се реактор өҫтөнән саркофаг төҙөлөп бөтһә лә радиация барыбер көслө.
- Ҡайһы берендә ваҡыт үткәрер өсөн балыҡ тота торғайныҡ, - ти геройыбыҙ. - Әйтергә кәрәк, ул һәм үҫкән бәшмәк, емеш-еләкте ашау ныҡ тыйылды. Шулай ҙа часть эргәһендәге бәләкәй күлдән ҙур-ҙур карптарҙы тотоп кире ебәрә торғайныҡ. Сөнки АЭС-ҡа барып 5 минут эшләһәк, ярты көндән ашыу бушбыҙ. Шуға ла клубта көнө буйы кинофильмдар күрһәтелде. Спорт саралары, ярыштар ҙа уҙғарып торҙолар. Ашатыу яҡшы ойошторолдо. Һыуһайһың икән - шешәләрҙә минераль һыу. Аҙаҡтан эсәм тип ҡалдырырға рөхсәт ителмәне, кәрәкһә яңыны асаһың. Тәмәке тартыу ҙа сикләнде – былар барыһы ла радиация аҙыраҡ тәҫьир итһен өсөн ойошторолдо.
Ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булманы түгел. Совет осоро, машиналарға запчастар юҡ, улар даими боҙола. Станцияның үҙендә, 4-се блок янында эшләп нурланыш йыйған, “фон”ы юғары автомашиналар, техника махсус соҡор - ”могильник”тарға күмелде һәм өҫтөнән тығыҙайтылып пресланды. “КамАЗ” менән бер шофер килеп, соҡорға төшөп запчасть эҙләп йөрөһә, шунда эшләгән БАТ-М юл һалғыс тягачы водителе радиация йыйғанды алып килгәндәр тип, был “таҙа” машинаны этеп төшөрә һәм өҫтөн тығыҙлап тапата.
“Рассоха”, “Буряковка” исемле зарарлы техника тупланған урындарҙа йөҙәрләгән автомашина, хәрби техника ултырҙы, вертолеттар ҙа булды. Иң ҡурҡынысы - аварияның тәүге көндәрендә шартлаған реактор өҫтөнән осҡан, актив зонала янған графит, ядро яғыулығы һүнһен тип ҡурғаш, ҡом, бор кислотаһы ташлауға йәлеп ителгән вертолеттар һәм саркофаг янында эшләгән ИМР-2 тягачтары ине. Улар айырыуса ныҡ доза йыйған.
Часть эсендә офицерҙар үҙҙәренең йәшәгән урындарында кешеһеҙ ауылдарҙан телевизор, радиоалғыс алып ҡайтып ҡуллана торған ине. Беҙ иртәнсәк үлсәп, радиоактив саңы күп тип ташлаттырабыҙ, улар кискә яңынан алып килә. Телевизор кәрәккәс, ниңә уны “таҙа” Киевҡа һатып алмаҫҡа йәки клубҡа бармаҫҡа икән? Уларға эш хаҡы күп түләнде, ә бергә ул 87 һум булды, - тип тамамланы һүҙен Р.Байғотлин.
Ҡайтҡан саҡта ҡаһармандарға фатир, санаторий бүленәсәк тип льготалар яҙылған. Ләкин быларҙың береһе лә булмай, донъялар боҙолоп китә, бөйөк ил дә юҡҡа сыға. Шулай ҙа Рәфҡәт Хужиәхмәт улы бирешмәй, лайыҡлы донъя көтә, водитель булып эшләй. Тормош иптәше Зилә Зәйнулла ҡыҙы менән 6 бала – 4 малай һәм 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Әле уларҙың 5 ейән-ейәнсәрҙәре бар.
Чернобылселәргә именлек-һаулыҡ теләйем, - тип һүҙен тамамланы геройыбыҙ. - Әле лә фотонан ҡарап алам - бергә йөрөгән ете егеттән мин һәм Анатолий Крылов ҡына теребеҙ. Былай үҙем бирешмәҫкә тырышам. Шулай ҙа илгә, дәүләткә ваҡытында көсөбөҙҙө, һаулығыбыҙҙы биреп, әле уның битараф булыуына йән әрней.

А.Ишназаров.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға