22.01.2016 Тормош ул – көрәш
“Йәмғиәтебеҙҙәге кире күренештәргә битараф ҡала алмайым, ғүмерем буйы шуларға ҡаршы көрәшәм” .
Билдәле тарихсы Марат Ҡолшәриповты Башҡортостан халҡы йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та белә. Үткән быуаттың 90-сы йылдары башындағы ижтимағи эштәре «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге менән бәйле булһа, артабан ул, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итте. Марат Мәхмүт улының ярайһы тура, бәлки, бер аҙ ҡәтғиерәк тә сығыштарын күптәр хуплап ҡабул итә. Ә инде уның тарихыбыҙ хаҡындағы хеҙмәттәре беҙҙең заманға һәм, әлбиттә, киләсәк быуындарға әһәмиәтле һәм ҙур баһаға лайыҡ.
Яңы йыл башланып торған мәлдә ябай ауыл балаһынан тарих фәндәре докторы, профессор кимәленә еткән милләттәшебеҙ олпат юбилейын да ҡаршыланы. Ошо уңайҙан уның менән осрашып, бер нисә һорау ҙа бирҙек, бөгөнгөбөҙ хаҡында уй-фекерҙәрен дә тыңланыҡ.
“Сәмләнеп тотондом”
– Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа белем алыу еңел булмағанын өлкән быуын яҡшы белә. Атайһыҙ ҡалғандарға бигерәк тә. Шулай ҙа уҡыуға ынтылыш булғас, күптәр форсатын тапҡан, юғары белем дә алғандар. Һеҙ ҙә шулар рәтендә. Был тәңгәлдә, афарин, тиергә һәм һоҡланырға ғына ҡала. Ә ни өсөн тарихсы булырға ҡарар иттегеҙ?
– Тарихты һайлауым юҡҡа ғына түгел, сөнки мәктәптә уҡығанда гуманитар йүнәлешкә ҡыҙыҡһыныуым көслө булды. Тарих минең иң яратҡан дәрестәремдең береһе ине. Әлбиттә, ботаника, география, химия фәндәре лә яҡын булды. Ә тарих күңелемде яуланы. Беҙҙең уҡыған осорҙа нимәһе айырылып торҙо – Башҡортостан тарихына иғтибар бөтөнләй булманы тиерлек. Был мине уйландырҙы. Нисек кенә булмаһын, тарихҡа ынтылдым. Үҙемә ҡәтғи ҡарар ҙа ҡуйҙым – тарих факультетына уҡырға инергә.
Урта мәктәпте Ейәнсура районындағы Үрген ауылында тамамланым. Ул тирә-яҡта иң ҙур башҡорт мәктәбе ине. Уҡыуҙы тамамлағас та юғары уҡыу йортона барырға нишләптер йөрьәт итмәнем – әрме сафтарына юлландым. Өс йыл хәрби бурысты үтәгәндән һуң, ҡайтып, Башҡорт дәүләт университетына килеп имтихан бирҙем. Был 1963 йыл ине. Әйткәндәй, армияла курстарға ла йөрөгәйнем. Уҡырға индем. Тарих буйынса билет һорауҙарын һаман иҫләйем. Беренсе һорау Иван Грозный дәүере, опричнина хаҡында ине. Әҙерләнгәйнем, арыу һөйләнем. Ирек Аҡманов имтихан ала. Шартлатып яуап биреп ултырған миңә профессор һорау бирҙе: “Ә бына Башҡортостан тураһында нимә әйтә алаһың, Рәсәй дәүләтенә ҡасан ҡушылған, ниндәй шарттарҙа?..” Үрҙә әйттем инде, беҙ уҡығанда Башҡортостан тарихын өйрәтмәнеләр, шуға яҙа-йоҙа ишеткәнемде һөйләнем, Аҡ батшаға барғандар, тинем. Үҙем һиҙәм – яуап тулы түгел. “Дүртле” алып сыҡтым. Шунда бик сәмләндем. Ысынлап та, ниңә беҙҙең төйәк тарихы өйрәнелмәй? Тәүге семестрҙа уҡ бөтә имтихандарҙы тик “бишле”гә генә бирҙем. Шулай башланды минең ҙур тарихҡа табан юлым. Студент йылдары, аспирантура, докторлыҡ диссертацияһы…
“Үҙгәртеп ҡороу йылдары яңы тикшеренеүҙәргә этәрҙе”
– Һеҙ ХХ быуат башындағы башҡорт милли хәрәкәте тарихын ентекле өйрәнгәнһегеҙ, уның роле хаҡында яңы һығымталар яһағанһығыҙ.
– Эйе. Мин кандидатлыҡ диссертацияһын “1775 – 1800 йылдарҙа Башҡортостанда царизм сәйәсәте” темаһына яҡлағайным. Ҡағиҙә булараҡ, докторлыҡ та ошо осорҙан ситкә китмәҫкә тейеш ине. Ләкин “Башҡорт милли хәрәкәте (1917 – 1921 йй.)” темаһын алдым. Был юҡҡа түгел, 90-сы йылдар ине, үҙгәртеп ҡороуҙар, рух күтәренкелеге, бойондороҡһоҙлоҡ яулауҙар, милли хәрәкәттәр барлыҡҡа килеү. Бына ошолар йоғонто яһаны.
Бығаса, беҙ студент саҡтарҙа, 60-сы йылдарҙа, унан һуң 80-се йылдарҙа ла әле, башҡорт милли хәрәкәте ул буржуаз хәрәкәт булған, уның башында милләтселәр торған, тигән идеология алып барылды. Зәки Вәлиди тураһында ла ыңғай һүҙ һөйләнмәне. Мин был фекер менән килешеп етмәй торғайным. Шуға тема бик ҡыҙыҡһындырҙы, һәм тәүәккәлләнем. Был ваҡытта үҙем дә ижтимағи ойошмаға йөрөй башлағайным, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге төҙөгән осор. Уны биш йыл дауамында – 1991 – 1996 йылдарҙа – етәкләнем дә. Был үҙәктең халҡыбыҙ өсөн ниндәй ҙур роль уйнағанын беләһегеҙ. Шул эшмәкәрлек менән параллель рәүештә докторлыҡ хеҙмәтемде яҙҙым. Өфө, Ырымбур, Мәскәү, Санкт-Петербург архивтарында мауығып эҙләндем. Өҫтәүенә, 90-сы йылдарҙа күп кенә фонд та асылды. Элек улар ябай уҡыусыға ла, белгестәр өсөн дә ябыҡ һаналды. Мин үҙем дә ике фондты асыуҙа ҡатнаштым.
Тарих шуны күрһәтте: башҡорт милли хәрәкәте демократик хәрәкәт булған, автономияны яулауға халыҡ үҙбилдәләнешкә булған хоҡуғын тормошҡа ашырыу өсөн күтәрелгән. Хәрәкәттә ҡатнашыусылар тулыһынса аҡланды. Улар бер ниндәй ҙә контрреволюционерҙар түгел, ә халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған бөйөк шәхестәр булған, тигән һығымтаға килдек. Ысынында ла шулай. Хәҙер беләбеҙ бит: хәрәкәт эшмәкәрлегенә ҡаршы сығыусылар араһында үҙебеҙҙең милләттәштәр, бөгөн арҙаҡлы тип танылған милләттәштәр ҙә, булған. Йәнәһе, автономияны вәлидиҙәр түгел, ә улар төҙөгән. Был – беҙҙең үткән юл, тарих. Бына шуларҙың барыһын да өйрәнеп, асыҡлап, милли хәрәкәт активистарын реабилитациялап, докторлыҡ диссертацияһы яҡланым. Әхмәтзәки Вәлиди тураһында айырым хеҙмәттәр ҙә яҙҙым.
– Үкенескә күрә, был шәхесебеҙгә ҡара яғыу дауам итә...
– Уйҙырмалар бар. Ваҡыты-ваҡыты менән бөйөк ғалимдың исемен бысратырға маташалар. Имеш тә, Германияла фашистар менән бәйләнештә булған, поляк разведкаһында хеҙмәт иткән һ.б., һ.б. Беҙ был ҡара эшкә документтар менән дәлилләп яуап биреп торабыҙ. Айырыуса “Рен-ТВ” каналы мауыға. Уларҙың тапшырыуы ялғанға ҡоролған, мәғәнәһеҙ, нигеҙһеҙ, кемдеңдер заказын үтәүҙәре күренеп тора. Әле яңыраҡ, былтыр декабрь айында эфирға сыҡҡан тапшырыу өсөн судҡа ла бирергә һәм еңергә мөмкин ине. Йәмәғәт эшмәкәре Вәлиәхмәт Бәҙретдинов менән ҡаты ғына яуап бирҙек, матбуғатҡа ла тәҡдим иттек, тик уны баҫыусы булманы. Бындай күренештәргә ҡаршы көрәшергә, битараф ҡалмаҫҡа кәрәк.
Ә 1917 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте тарихын тағы ла ентеклерәк өйрәнеү зарур. Бәхәсле аспекттары ла күп. Ул башҡа милли хәрәкәттәрҙән айырылып тора. Ҡыҫҡаһы, йәш тарихсыларға эш етерлек.
“Борсолам да”
– 90-сы йылдарҙағы милли хәрәкәткә килгәндә, бөгөн улар ҙа алыҫ тарихта ҡалған һымаҡ...
– Ул осорҙа беҙ күп эш башҡарҙыҡ. “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге, Башҡорт йәштәре иттифағы эшмәкәрлеген атап үтмәй булмай. Йәштәр менән берлектә байтаҡ акция үткәрә инек. “Аҡ тирмә” мәҙәни үҙәге, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы гөрләп эшләне. Дөйөм алғанда, бер төптән эшләнек, тиергә була. Суверенитет тураһында дәүләт декларацияһы ҡабул иткәндә, мәҫәлән, бергә ҙур митинг ойошторҙоҡ. Ул саҡтарҙа бер-беребеҙгә таянып эш итеү тигән нәмә бар ине. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милли хәрәкәт һүлпәнләнде. Уның төрлө сәбәптәре бар. Быға финанс мәсьәләһе лә инә. Ул бәкәлгә ныҡ һуға. Хатта бәләкәй бүлмәне ҡуртымға алыу ҙа ауыр. Көслө бағыусылар ҙа юҡ. Миҫалға күрше республиканы ғына алайыҡ – “Татнефть” Татар милли конгресын үҙ ҡарамағына алған, милли ойошма өсөн айырым бер һарай бар. Мөмкинлек булғанда эшләүе лә рәхәт.
Унан килеп, милли ойошма әҙерәк кенә оппозицияла булмаһа, ул үҙенең функцияһын башҡара алмай. Тик “ҡушҡанса” ғына эшләһә, халыҡ ышанысынан да төшөп ҡала. Шунан китә лә инде һүлпәнлек. Ижтимағи ойошмаларҙы сәйәсәттән алыҫыраҡ итергә тырышыу дөрөҫ түгел.
Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә бәйле ҙур тарихи даталарға иғтибар юғыраҡ. Былтыр Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Шәйехзада Бабич кеүек милләттәштәрҙең тыуыуының “түңәрәк даталары” булды. Шаулап үткәрҙекме? Халыҡҡа еткерҙекме? Минеңсә, хөкүмәт кимәлендә ойоштороу етмәне. Шундай күренештәр мине борсой. Билдәле шәхестәребеҙҙе етерлек ҡәҙерләмәйбеҙ.
“Халыҡты ла “ишетергә” кәрәк”
– Ғөмүмән, бөгөн донъяла хәл ҡатмарлы. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҙә киҫкен. Күреп тораһығыҙ – Украинала нимә бара, Сүриәлә, Европала ла тыныслыҡ юғалды. Төркиә менән ара һыуынды. Иҡтисади хәл-торош тураһында әйтергә лә түгел. Нефткә хаҡ төшә. Ошо глобаль ваҡиғалар янында милли республикаларға ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Төбәктең юғары вазифалы шәхесе атамаһы үҙгәртелеүе лә (Президент Татарстанда ғына ҡалды), Конституцияларҙағы үҙгәрештәр ҙә, олигархия “сәскә атыуы” ла – яҡын тарихта булған хәлдәр. Ерҙең, урмандың хужалары ла алмашынды. Халыҡ файҙаһына түгел, әлбиттә.
– Шул уҡ ваҡытта халыҡ үҙенә бирелгән мөмкинлек менән дә файҙалана алмай. Ер пайҙары бүленгәйне...
– Әгәр ҙә пай бирелгән икән, ерҙе тейешенсә тотонорға тейешһең. Кешенең мөмкинлеге бармы? Һәр кем ерен һөрә, сәсә, йыя аламы? Ҡуртымға биреп, файҙаһын күрә алырлыҡ колхоздар ҙа бөтә ерҙә юҡ бит.
– Был таныш күренеш. Батша Рәсәйендә лә шулай булған. “Крепостное право” осорон күҙ уңында тотам. Хоҡуҡһыҙ крәҫтиәндәрҙе азат иттеләр, ер бүлделәр. Әммә крәҫтиәндең барыһы ла бынан файҙа күрә алманы.
Бөгөн бәғзеләр тырыша ул. Алыҫ Себергә эш эҙләп сығып китеүселәр ҙә әҙ түгел. Ябай халыҡҡа шарттар бөттө. Кешеләр кредит һаҙлығына бата бара. Ерҙәрен юғалтыуға аптырарға түгелдер.
Мин 90-сы йылдарҙа уҡ яҙып сыҡҡайным – беҙҙең Рәсәйҙә ҡабаттан крепостное право барлыҡҡа килеүе мөмкин, тип. Был – ысынбарлыҡтағы хәүеф. Олигархтар күбәйеүе ысын түгелме ни? Уйландыра...
Ә хаҡтарҙың бер туҡтауһыҙ үҫеүен алайыҡ. ЖКХ – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – проблемалары халыҡтың асыуын ҡабарта. Ябай пенсионерҙың шул түләүҙәргә көсө етәме? Халыҡ көрәшә алмай, үҙенең хоҡуҡтарын белмәй. Беҙҙә битарафтар күп. Ауыҙ асып һүҙ әйтергә форсат юҡ.
Ҡулайлаштырыу процесы ла, уңайлылыҡтан бигерәк, проблемалар килтерә. Беҙҙең илдә шундай дөрөҫ юғары белем алыу системаһы бар ине, ул емерелде. Мәғарифта күберәк ҡағыҙ тултырып, отчет биреү менән шөғөлләнеү күҙәтелә. Оптимизация – матур һүҙ, тик халыҡҡа башҡасараҡ күренә. Уны, ҡыҫҡартыу тип, хәүефләнеп ҡабул итәбеҙ. Йәштәр уҡырға ынтыла, тик ауылдарҙа БДИ һөҙөмтәләре икенсерәк. Шуға күрәлер ҙә башҡорт студенттарының һаны ла кәмене. Ошо ҡулайлаштырыу ҙа милли мәсьәләгә барып төртөлә. Ҡайҙа мәктәптәр күберәк ябыла? Беҙҙең ауылдарҙа.
– Ә тормошто нисек яҡшыртырға һуң?
– Көрсөккә килеп терәлдек. Ниндәйҙер үҙгәреш булырға тейеш. Юҡ, ниндәйҙер күтәрелештәргә саҡырмайым. Битарафлыҡ кәрәкмәй. Барыһы ла яҡшы, тип үҙ-үҙебеҙҙе алдау ҙа дөрөҫ түгел. Милли телевидениеның, матбуғаттың халыҡ өсөн әһәмиәте, һүҙе булырға тейеш. Проблемаларҙы күтәрә белергә кәрәк. Йәмғиәттәге кире, йүнһеҙ күренештәргә үҙ ҡарашымды белдермәйенсә ҡала алмайым. Тормош ул – көрәш. Мин һаман көрәшеүемде дауам итәм.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА
әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.