22.01.2016 Уның ғүмере – үҙе бер быуат
Йәше йөҙгә етеп килгән Фатима инәй ҡырҡ йылға яҡын ҡәйнәһе менән тормош ауырлыҡтарын бергә кисереп, килене Тәнзилә менән 53 йыл әсәле-ҡыҙлы кеүек татыу ғүмер кисерә.
1916 йылдың 15 майында Белорет районының Ҡуян ауылында Таифа инәй һәм Нәғим бабай ғаиләһендә икенсе бала булып Фатима исемле ҡыҙ тыуа.Ғаилә бик етеш йәшәй, умарта, мал тоталар. Нәғим бабай һунарсы була. Ләкин уларға был рәхәт тормошта оҙаҡ йәшәргә тура килмәй. Ғаилә башлығы ауырып, ҡапыл ғына вафат була. Таифа инәй ике бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Ҡатын сабыйҙарын алып, Ишембай районының Әрмет ауылына күсеп ҡайта. Улар бөтә донъяһын ҡалдырып ҡайта. Сөнки алып ҡайтыу мөмкинлектәре булмай. Кешелә өйҙәш тороп йәшәй башлайҙар, Таифа инәйҙең Абдулхай исемле улы тыуа.
Колхозда ниндәй эш бар – барыһын да эшләйҙәр: ураҡ эштәре, утау, бесәнгә йөрөү һ.б. Үҙҙәренә йәшәрлек бәләкәй генә өй хәстәрләйҙәр. Таифа инәй бригадир ҙа була эшләмәгән эше ҡалмай. Фатима унда ҡыҙҙар менән кис ултырырға йөрөй. Бәйләм бәйләйҙәр, уйын-көлкө менән күңел асалар. Шунда осрата ла инде ул буласаҡ ирен.
Бер ваҡыт шулай кис ултырғанда улар янына гармунсы Минһаж исемле егет килеп инә. Улоҙаҡ ҡына өйләнмәй йөрөй икән. 96 йәшлек атаһы – улына: “Өйлән инде мин үлгәнсе килен күреп үләйем”, – тигән.
Егет шулай кис ултырырға килә лә: “Мин кәләш алырға килдем. Ҡайһығыҙ матур бейей, шуны кәләш итеп алам”, – тигән. Ҡыҙҙар ярыша-ярыша бейей икән. Фатима, һин бигерәк матур бейейһең, һине алырмын инде, ти гармунсы.Ҡыҙ егеттең һүҙҙәренә ышана. "Иртәгә кейемдәреңде төйнә лә баҙарға сыҡ", – ти. Элек ауыл һайын баҙар була. Фатима кейемен төйнәп, бер кемгә лә әйтмәй баҙарға сығып, көтә башлай. Ләкин Минһаж килмәй, ҡыҙ уны көтә көтә лә, алдағандыр тип, ҡайтып китә. Ә егет икенсе көндө ат егеп килеп етә. Әсәһе күстәнәстәр һәм ҡаҙ биреп ебәрә. Шулай итеп, улар ҡаҙ бешереп, никах уҡытып, Фатиманы Йәнырыҫ ауылына оҙатып ебәрәләр. Был 1939 йылдың март айында була. Егеттең атаһы килен күреп, бер ай бергә йәшәп ҡалалар һәм Нәфиҡ бабай баҡый донъяға күсә.
Йәй ғаилә бабайҙың әбейе Бәҙриямал менән донъя көтә башлайҙар. 1940 йылда уларҙың Фәнир исемле улдары донъяға килә. 1941 йылда һуғыш башлана һәм Минһаж фронтҡа китә. Фатима бер йәшлек кенә улы менән тороп ҡала.Яланға эшкә барһалар ҙа алып баралар, бер эште лә ҡалдырмайҙар. Ҡәйнәһе Бәҙриямал әбей менән икәүләп бура алып, бәләкәй генә өй төҙөйҙәр. Ҡәйнә менән килен бик күп ауырлыҡ күрә. Минһажының һуғышта ятып ҡалған бер туған ағаһының биш балаһын алып ҡарайҙар. Ғаиләне туйындырыу, өҫ- башты бөтәйтеү ҙә уларҙың иңенә төшә.
1945 йылда Минһаж да беренсе төркөм инвалиды (үпкәһенә ярсыҡ керә) булып, яуҙан әйләнеп ҡайта. Ләкин ул тик ултырмай, Петровскиҙа шоферҙар уҡыта башлай. Төндәр буйы үҙе һыҙланып сыға, Фатима инәй ирен дауаханаға күп йөрөтә. Төндәр буйы арҡаһын ыуып ултыра инем, тип хәтерләй. Ун йыл ауырығандан һуң, 1955 йылдың көҙөндә Минһаж бабай һуғыштан алған яраларынан вафат була.
Ләкин Фатима инәй ҡәйнәһе Бәҙриямал әбей менән барлыҡ ауырлыҡтарға бирешмәй, донъя көтәләр, мал аҫрайҙар,баҡса үҫтерәләр,колхоз эшенән дә ҡалмайҙар.Улы Фәнирҙе армияға оҙатып, көтөп алалар. Уның ҡайтыуына тағы ла Бәҙриямал әбей менән Фатима инәй бәләкәй генә дүртмөйөш өй төҙөп ултырта. Ғүмер буйы ҡәйнәле- киленле ирҙәр эшен башҡаралар. 1963 йылда Фәнирҙең Туғай ауылы һылыуы Тәнзиләгә күҙе төшөп, уны кәләш итеп ала. Тәнзилә апай ул саҡта мәктәптә пионервожатый булып эшләп йөрөй. Ә Фәнир колхозда шофер була. Ғаилә ишәйтеп, уларҙың бер-бер артлы ҡыҙҙары һәм улдары тыуа. Шулай итеп, йәш килен ике ҡәйнә менән йәшәп китә. Бәҙриямал әбей күптәргә кендек әбейе була ,өйҙә балаларҙы ла ҡараша.
1975 йылда Бәҙриямал әбей вафат була. Фатима инәй Тәнзилә апайҙың балаларын үҫтерергә ярҙамлаша:ойоҡбаштар бәйләй,ҡура тултырып мал аҫрайҙар, еләк-емештән ҡаҡ ҡоя. Шулай гөрләтеп йәшәп ятҡанда, ғаиләне ауыр ҡайғы һағалай. 1995 йылда улы Фәнир донъя ҡуя. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, Фатима инәй бирешмәй. Улым үлгәс, мин шәл бәйләп ҡайғымды баҫтым, ти. Тәнзилә апай менән бергә йәшәгәндәренә лә хәҙер 53 йыл булып киткән. ”Инәле-ҡыҙлы кеүек йәшәнек. Уның күргәндәре үҙе бер тарих, ғүмере бер быуат. Эсе тулы таҡмаҡ уның, һәр бер һүҙгә таҡмаҡ менән яуап бирә “, – тине Тәнзилә апай йөҙйәшәр ҡәйнәһе тураһында.
Хәҙерге көндә Фатима инәй районыбыҙҙың Йәнырыҫ ауылында Тәнзилә килене менән ғүмер кисерә, әле лә үҙ аҡылында, үҙ аяғында йөрөй. Алла бирһә, тормош һынауҙарына бирешмәгән ағинәйгә май айында 100 йәшен байрам итергә яҙһын, тип теләргә генә ҡала.
Венера МУСИНА.
Ишембай районы,
Түбәнге Әрмет ауылы.