«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Мәҙәниәтебеҙ тарихына тағы бер бит өҫтәлде



04.12.2010 Мәҙәниәтебеҙ тарихына тағы бер бит өҫтәлде

Мәҙәниәтебеҙ тарихына тағы бер бит өҫтәлдеӨфөләге Мостай Кәрим урамындағы 44-се йорт эргәһенә, көн буранлап тороуға ҡарамаҫтан, иртә менән халыҡ йыйыл­ған. ҡулдарына ҡыҙыл ҡәнәфер тотҡан өлкәндәр әкрен генә үҙ-ара һөйләшә. Балалар, сәскәләрен елдән һәм ҡарҙан ышыҡларға тырышып, бәләкәй генә сафҡа теҙелде. Фотографтар менән видеооператорҙар өсөн ял юҡ – һәр хәрәкәтте, күренеште төшөрөп ҡалырға тырышалар. Сөнки бында бөгөн республикабыҙ мәҙәниәте тарихына тағы ла бер бит өҫтәләсәк: күренекле йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәре Вилләр Йомағол улы Дауытовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн ул ҡасандыр йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйыла.
– Бөгөн беҙ бында барыбыҙ ҙа күренекле йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәре Вилләр Йомағол улы Дауытовты иҫкә алырға йыйылғанбыҙ. Был шәхес, ысынлап та, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алырлыҡ кеше ине. Ул бер ҡасан да тормошта барған хәл-ваҡиғаға битараф булманы, – тип башланы сығышын БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Ирина Мәхмүтова, тантананы асып. – Вилләр Йомағол улының беҙҙең аранан китеүенә өс йыл да үтеп киткән. Ул беҙҙең хәтерҙә мәңге һаҡланыр.
Сығыш яһаусы Вилләр Йомағол улының алты йыл БАССР-ҙың Мәҙәниәт министрлығын етәкләүе, шул осорҙа республикала күп кенә мәҙәниәт учреждениелары төҙөлөүе, ауыл клубтарының һаҡланып ҡалыуы, үҙешмәкәр һәм профессиональ сәнғәт үҫеш алыуын билдәләне.
Вилләр Йомағол улы 1933 йылдың 1 ғинуарында Ишембай районының Юлдаш ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Алға» колхозында башлаған. 1953 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡыр­ға инә. Институттың комсомол комитеты секретары, ВЛКСМ-дың ҡала комитеты ағзаһы була. Институтты тамамлағандан һуң «Башҡортостан пионеры» гәзитенең бүлек мөдире, унан мөхәррир урынбаҫары, аҙаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзите мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 1973 – 1975 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары партия мәктәбендә уҡый. Башҡортостандың КПСС өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары, 1976 йылдан БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитеты рәйесе, 1980 – 1986 йылдарҙа мәҙәниәт министры вазифаһын башҡара. Һуңынан БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы секретары, БАССР-ҙың Юғары Советы Секретариаты начальнигы итеп тәғәйенләнә. Пенсияға сыҡҡанға тиклем ул БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Секретариатының редакция-нәшриәт бүлеге мөдире булып эшләй.
Вилләр Йомағол улы БАССР-ҙың унынсы, ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. БАССР Журналистар союзы рәйесе, СССР Журналистар союзы идараһы ағзаһы була.
Тантанала Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, БР Президенты Хакимиәтенең Ветерандар советы рәйесе Урал Бакиров, БР Журна­листика ветерандары берлеге советы рәйесе Марсель Сәлимов, шулай уҡ Вилләр Дауытовтың ҡатыны һәм улдары сығыш яһап, мәрхүмде йылы иҫкә алды.

Йәнбикә БАЙЫШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға