«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Йәш ғалим, әүҙем йәмәғәтсе Әмир Мисбах улы Ҡотләхмәтов, һәр кем халҡына хеҙмәт итеп йәшәргә тейеш, тип иҫәпләне



05.06.2015 Йәш ғалим, әүҙем йәмәғәтсе Әмир Мисбах улы Ҡотләхмәтов, һәр кем халҡына хеҙмәт итеп йәшәргә тейеш, тип иҫәпләне

Йәш ғалим, әүҙем  йәмәғәтсе Әмир Мисбах улы  Ҡотләхмәтов,  һәр кем  халҡына хеҙмәт итеп йәшәргә тейеш, тип иҫәпләнеБынан 23 йыл элек беҙ – республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр, дәртләнеп һәм өмөтләнеп, тулҡынланып һәм борсолоп, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инеү өсөн имтихандар биреп йөрөгәйнек. Арабыҙҙа бер нисә егет беҙҙән айырылып торғандай: үҙҙәрен бик иркен тота, уҡытыусыларға ла ҡурҡмай һүҙ ҡушалар. Былар беҙҙән – кисә генә мәктәп партаһы артынан килгәндәрҙән – айырмалы рәүештә, донъя күреп, күпмелер эшләп, бәғзеләре хәрби хеҙмәттә булып, “рабфак” аша уҡырға инеп йөрөүселәр икән. Араларында айырыуса берәүһе – ҡап-ҡара пинжәк-салбар, аҡ күлдәк кейеп, галстук тағып алғаны – шуҡлығы, һәр кем менән уртаҡ тел табыуы, өлгөрлөгө менән айырылып тора. Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан Әмир Ҡотләхмәтов булып сыҡты ул.
Артабан Әмир башҡорт-рус бүлегенең старостаһы булып, һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшәне һәм уҡыны. Уҡыуҙы тамамлауға уға аспирантураға ҡалырға тәҡдим иттеләр. Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала эшләп тә йөрөп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап та ҡуйҙы. Унан инде оҙаҡ йылдар Сибай институтында студенттарға һабаҡ бирҙе, ҡала тарих-крайҙы өйрәнеү музейында ғилми хеҙмәткәр булып эшләне.
Һәм бына көтмәгәндә, быйылғы яҙҙың 25 апрелендә, курсташыбыҙ Әмир Мисбах улы Ҡотләхмәтов фани донъянан китеп барҙы. Яҙҙың үҙе кеүек ярһыу рухлы дуҫыбыҙға ни бары 44 йәш ине... Филология фәндәре кандидаты, әүҙем йәмәғәтсе булды, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетын етәкләне. Сибай ҡалаһы энциклопедияһын төҙөүгә тос өлөш индергән кешеләр­ҙең береһе булды. Уның БДУ-ның Сибай институтында уҡытҡан осоронда үткәргән дәрестәрен студенттары әле лә һағынып иҫкә ала. Ғалим булараҡ, үҙенең феноменаль хәтере, башҡорт әҙәбиәте буйынса тәрән белеме менән һоҡландырҙы. Уның ниндәй уҡытыусы булыуын белеү өсөн “Бәйләнештә” селтәрендә студенттары булдырған төркөмдәге фекерҙәргә күҙ һалыу ҙа етә.
Алһыу ҠОҘАБАЕВА: “Уҡыуҙы бөткәнгә өс йыл үтте, уйламаҫтан, 2 – 3 көнгә ауылға ҡайт­ҡанымда тап булғайны Әмир Мисбах улы. Дәртләнеп, еңел баҫып: “һеңлекәшкә ҡунаҡҡа китеп барам”, – тип китеп барыуы ине... Шул тиклем ярҙамсыл, кешене аңлаусан, ғәҙел кеше булды. Бөткөһөҙ рәхмәтем үҙем менән ҡалды...”
Ләйсән НАФИҠОВА: “Тормошта һәр булыр ваҡиғаның алдан хәбәре килә икән ул, тик шуны ваҡытында тоя ғына белмәйбеҙ... Үткән аҙнала әҙерләнгән һанда (“Киске Өфө”) Баймаҡ районынан Йәмних ағай Ҡашҡаровтың мәҡәләһе бар ине. Ул унда Әмир Мисбах улын “йәш ауылдашым” тиеберәк телгә ала, шуны күреп, эй, йәш түгел инде ул хәҙер, тип уйлап ҡуйғайным. Беҙгә, студенттарығыҙға, олпат ир-уҙаман булып күренһәгеҙ ҙә, бигерәк йәш булғанһығыҙ икән шул. Күңелдәребеҙҙәге рәхмәт һүҙҙәрен үҙегеҙгә әйтә алманыҡ, Уҡытыусыбыҙ... Шуныһы үкенесле...”
Ләйсән СОЛТАНҒОЛОВА: “Эх, Әмир Мисбах улы! Һеҙ беҙҙең күңелдә шат күңелле, ғәҙел, тормошто яратыусы кеше булып ҡалдығыҙ! Төркөмөбөҙ менән күпме сәйәхәттәр, экскурсиялар ойош­тор­ҙо ул, беҙҙең менән олимпиадаларға йөрөнө. Лекция мәлендә һәр кемгә иғтибар бүлер, кәйеф­һеҙерәк ултырһаң, шаяртып, күңелде күтәреп ебәрер ине. Уның әйткән һүҙҙәре студенттар араһында афоризмға әйләнә торғайны. Ул беҙҙе уйларға, йәшәргә өйрәтте. Ул һәр ваҡыт ҡабаланды... Иртә китерен һиҙгәндер, моғайын... Барыһы-барыһы өсөн рәхмәтлебеҙ...”
Илгиз ИШБУЛАТОВ: “Әмир Мисбах улы бик зирәк аҡыллы кеше ине. 2012 йылда Өфөгә килгәнендә ҡалын ғына көндәлек китабы бүләк иткәйне. Ул миңә бик күп кәңәш бирҙе, шуларҙың көндәлеккә яҙыл­ған бер нисәүһен яҙып үтмәксемен. “Кешене йылдар үтеү менән генә баһалап була”; “Әгәр кеше уңышлы булырға теләй икән, халҡына хеҙмәт итергә тейеш”; “Эйе”, – тип, күҙеңә ҡарап тороу­сыларҙың этлек эшләүенән һаҡ булығыҙ”. Әмир ағайҙың һабаҡтары ғүмерлек һабаҡ инде ул...”
“Әмир Мисбах улы тормошто яратыусы, оптимист кеше ине. Ҡулынан килмәгән эше булманы. Китап иң ҙур байлығы булды. Белемен студенттарға еткерергә тырышты, уларҙы яратты”. Был ҡатыны Гөлназдың һүҙҙәре. Эйе, Әмир матур ғаилә башлығы ла ине. Ҡыҙҙары Наҙгөл менән Гөл­йө­ҙөмдө лә үҙе кеүек илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтерергә тырышты, белемгә өндәне.
Әмир Мисбах улы асыҡ, ихлас, киң күңелле, ярҙамсыл кеше булды. Һәр кем менән көлөп-йылмайып һөйләшер, ихлас әңгәмә ҡорор ине. Күптәр уның һуңғы йылдарҙа ҡурҡыныс сир менән көрәшеп йәшәүен дә белмәне.
Ошо көндәрҙә уның вафатына 40 көн. Курсташыбыҙ хаҡында беҙҙең күңелдәрҙә тик яҡты иҫтәлектәр, матур хәтирәләр генә һаҡланыр...

1992 – 1997 йылдарҙа БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында ҡыусылар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға