«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Тәбрикләйбеҙ!



13.03.2015 Тәбрикләйбеҙ!

15 мартта яҙыусы, « Мәс­кәү банкы»ның Башҡортостан филиалы директоры урынбаҫары, Ҡырағай хайуандар­ҙы яҡлау республика фонды рәйесе, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Камил ЙЫҺАНШИНҒА – 65 йәш
Камил Йыһаншин һөнәре буйынса радиотехник. БССР-ҙың Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығында, «Эхо», «Шок», «Вымпелком» ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең етәксеһе булып эшләй. Биш китап авторы. Әҫәрҙәре Са­лауат Юлаев исемендәге дәүләт, Э. Володин исемендәге «Империя мәҙәниәте», С. Зло­бин исемендәге премиялар менән баһаланған.

16 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы
Редик ФӘСХЕТДИНОВҠА – 75 йәш
Редик Фәсхетдинов 1962 – 1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ан­самблендә эшләй.1975 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада төркөмдәрендә сығыш яһай. Та­лантлы баянсының репертуарында – эшкәртелгән баш­ҡорт халыҡ инстр ументаль көйҙәре һәм йырҙары, баш­ҡорт һәм татар композиторҙарының әҫәрҙәре. Фәсхет­диновтың башҡарыу оҫталығы халыҡсанлыҡ, импровизация һәм биҙәктәр байлығы менән айырылып тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға