«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Бәхил бул, драматург



24.01.2015 Бәхил бул, драматург

Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте Әҙәбиәт йылының тәүге көндәренән үк ауыр юғалтыу кисер­ҙе.

Бәхил бул, драматург18 ғинуарҙа 67-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид БҮЛӘКОВ ваҡытһыҙ вафат булды.
Флорид Миңнулла улы 1948 йылдың 23 февралендә Башҡортостандың Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет армияһында хеҙмәт итә. 1969–1973 йылдарҙа Мишкә район мәҙәниәт һарайы янындағы «Эрвел» халыҡ бейеү ансамблен ойоштора һәм уның музыкаль етәксеһе булып эшләй, шул уҡ ваҡытта Бөрө дәүләт педагогия институтынанда ситтән тороп белем ала. Институтты тамамлағандан һуң буласаҡ драматург “Дуҫлыҡ” Мишкә район гәзитендә, аҙаҡ “Ленинец”-“Ленинсы”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрендә эшләй.

Флорид Бүләков әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Талантлы драматург республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә, сит илдәрҙә ҡуйылған пьесалары менән билдәле. "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?", “Баллы ай”, “Атылған өйөр”, “Онотолған доға”, “Бибинур, ах, Бибинур”, “Таштуғай”, “Ярангөл” һәм башҡа утыҙҙан ашыу драма һәм трагедия, комедия авторы. Ул шулай уҡ Башҡортостан халҡы яратып ҡабул иткән "Ай ҡыҙы" нәфис фильмы, "Арҡайым сере" картинаһының сценарийын яҙған кеше. Уның әҫәрҙәре бихисап телгә тәржемә ителгән. Ул һуңғы көндәргә тиклем әүҙем йәмәғәт тормошо алып барҙы, ижад менән шөғөлләнде, социаль селтәрҙәрҙә комментарийҙар яҙҙы, уҡыусылар менән аралашты. 16 ғинуарҙа ул үҙенең битендә былай тип яҙҙы: «Был «һикереүҙәр» миңә насар тәьҫир итә. Мәйет кеүек ятам. Тереләй күмелермен тип ҡурҡҡан Гоголде иҫкә төшөрәм. Хоҙай һаҡлаһын!». Ике көндән, 18 ғинуарҙа, иртәнге сәғәт 11-ҙә күренекле драматург инфаркт кисерҙе. Тап ошо көндө Мәскәү сәхнәһендә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры уның «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме?» драмаһы буйынса спектаклен күрһәтте. Һуңғы юлға драматургты ижадташ дуҫтары, тамашасылар алҡышлап оҙатты.
Ижадташыбыҙ, рухташыбыҙ, талантлы драматург, һоҡланғыс кеше, фекер эйәһе, алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙҙың ваҡытһыҙ донъя ҡуйыуы – беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Мәрхүмдең яҡындарының, ҡәләмдәштәренең, күп һанлы тамашасыларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Флорид Бүләковтың яҡты рухы беҙҙең йөрәктәр­ҙә мәңге һаҡланыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға