«Йәшлек» гәзите » Хәтер » ХАЛҠЫМ АЛДЫНДА ГЕЛ БУРЫСЛЫ ҠАЛАМ



19.12.2014 ХАЛҠЫМ АЛДЫНДА ГЕЛ БУРЫСЛЫ ҠАЛАМ

Үткәндәрһеҙ – бөгөнгөбөҙ, бөгөнгөһөҙ иртәгәбеҙ юҡ. XX быуаттың мәшһүр йырсыһы, Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, вокал сәнғәте белгесе, профессор Баныу Нурғәле ҡыҙы Вәлиева ижады хаҡында уйланғанда, ошо фекер баштан китмәй ҙә китмәй. Тиктәҫкә түгел был. Ни өсөн тигәндә, уның йөҙөндә беҙ сәнғәттең милләтебеҙ өсөн өр-яңы бер төрө – операбыҙ тыуыуына сәбәпсе булған, уны үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға дәрт-дарманын йәлләмәгән фиҙакәр әһелебеҙҙе таныйбыҙ.
Баныу Нурғәле ҡыҙы оҙаҡ йылдар дауамында мәҙәни донъя­быҙҙа ҡайнап йәшәне. Уның көмөштәй сылтыр тауышы, вокал сәнғәтендәге оҫталығы әллә нисә быуын йырсыларын профессиональ сәхнәгә әйҙәүсе, уларға йыр сәнғәте серҙәрен күндереүсе булды.
Баныу апай Вәлиева менән осрашыу-күрешеүҙәр, уның ижадташ тиңдәштәренә ҡарағанда, йышыраҡ булды. Ни өсөн тигәндә, уның үҙендә һине гел генә үҙенә ылыҡтырып торған ниндәй­ҙер көс бар ине.
Баныу Нурғәле ҡыҙы бик тә зыялы, нәзәкәтле кеше ине. Тиңдәштәремдең сәнғәт әһелдәре булып танылғандары байтаҡ минең. Беҙҙән байтаҡҡа өлкән булыуына ҡарамаҫтан, уны һис кенә лә оло йәштә тип булмай ине. Һәр хәлдә, хәтерем Баныу апайҙы һәр саҡ дәрт-дарманлы килеш һаҡлай. Иҫ китмәле ябай, кеселекле актриса менән һәр осрашыу күңелгә яҡтылыҡ өҫтәү менән бер ине. Опера сәнғәтебеҙҙең балҡып янған йондоҙо ине Баныу Вәлиева. Үкенескә күрә, хәҙер ошо арҙаҡлы талант эйәһе хаҡында, ине лә ине, тип иҫтәлектәр ҡуҙғатырға, шуның менән генә йыуаныс кисерергә ҡала. Әйтеп үткәнемсә, Баныу апай менән йыш осраштыҡ. Йырһөйәрҙәргә әле бары 1989 йылғы осрашыуыбыҙ ваҡытында радио студияһында уҙған әңгәмәбеҙҙе генә тәҡдим итмәксемен.


ХАЛҠЫМ АЛДЫНДА ГЕЛ БУРЫСЛЫ ҠАЛАМФәниә Сөләймәнова. Баныу Нурғәлиевна! Сәнғәт юлында алтмыштан йылдан ашыу арымай-талмай хеҙмәт итеү өҫтөндәһегеҙ. Һеҙ­ҙеңсә, ул күпме әллә аҙмы?
Баныу Вәлиева. Ул йылдар ни, һиҙелмәне лә. Үткән дә киткән. Әллә йыр сәнғәте шулай гел күңелде күтәреп, гел алға әйҙәп торған­ғамы икән? Мәскәү консерваторияһында биш йыл уҡып ҡайтҡас та, опера театрын беҙ асып ебәргәйнек бит инде. Республикабыҙ мәҙәниәте тарихындағы был оло ваҡиға 1938 йылдын 14 декабрендә булды. Артабан мин йырламаған йыр, романс, үҙебеҙҙә ҡуйылған опералар ҡалдымы икән? Кемдәрҙең генә әҫәрҙәрен йырламаным. Улар араһында, данлыҡлы сит ил, рус классикаһы менән бер рәттән, үҙебеҙҙең әллә нисә быуын композиторҙарының әҫәрҙәре лә бар. Йәшәгән йылдарым йыр кеүек үк булмаһа ла, ғүмерем йыр йырлап уҙҙы.

Ф. С. Хәтеремдә, етмешегеҙгә артылған сағығыҙҙа Бөтә Союз радиоһына тиҫтәләгән әҫәр яҙҙырып, Мәскәү режиссерҙарын ғә­жәпкә ҡалдырғайнығыҙ…
Б. В.
Эйе, йәнекәйем. Уны һин ойошторғайның. Ҡартайған инде был, тип торманың, мине лә саҡыр­ҙың. Иркенләп яҙылырға ирек тә, ваҡыт та бирҙең. Шуның өсөн бөгөн булһын рәхмәт уҡыйым һиңә. Яҙылғанда, мәскәүҙәр, иҫтәре ки­теп, тыңлап ултырҙы. Яҙылып бөткәс: «Һеҙгә нисә йәш?» – тинеләр. Йәшереп торманым инде. Дөрөҫөн әйттем. Шулай, Фәниуша. «Бейеш», «Рамай», «Зөләйха», «Зи­ләйлүк», Мәсәлим Вәлиевтың «һаҡмар» операһынан Айһылыу арияһы, Антон Эйхенвальд ижад иткән «Ашҡаҙар» операһынан Танһылыу арияһы... Бына шулар...

Ф. С. Береһен дә онотмаған­һығыҙ тағы үҙегеҙ. Теп-теүәл итеп, дөп-дөрөҫ әйтеп бирҙегеҙ, Баныу апай.
Б. В.
Уларҙы нисек онотаһың! Шулар менән хыялланып ғүмер үтте бит инде. Мин ҡатнашҡан опера­лар­ға килгәндә, шул. Уларҙың ге­роиняларының ариялары күбеһенсә ко­лоратур сопраноға яҙылған. Миңә беҙҙең театрҙа ҡуйылған опералар­ҙың барыһында ла тиерлек йырлар­ға насип булды. «Һаҡмар», «Ҡар­луғас», «Ашҡаҙар», «Аҡбуҙат» опералары шул тиклем матур мил­ли спектаклдәр булды.
Заманында улар шундай гөрләп барҙы. Халыҡ бик яратып йөрөй ине. Былар һис кенә лә үлә торған опералар түгел бит ул. Юҡһа хәҙер бер үк операларҙы ҡабатлайҙар ҙа ҡабатлайҙар. Был бит бына нимәнән килеп сыға. Ике-өс йыл һайын ситтән яны дирижер килә. Улар шулай бер-бер артлы алмашынып тик тора. Ниңә ул башҡорт операһын күтәреп сыҡһын инде, уға ул кәрәкмәй ҙә...
Заманында Заһир Исмәғилев әҫәрҙәрендә, мәҫәлән, «Салауат Юлаев»та – Әминә, «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында Наза ролдәрен башҡарҙым...

Ф. С. Ул спектаклдәрҙә һеҙҙе күреү һәм тыңлау сәнғәт училищеһында уҡып йөрөүсе беҙгә лә насип булды. Унан тыш, беҙҙе Пуччиниҙың «Чио-чио-сан» операһында – Баттерфляй, Джузеппе Вердиҙың «Травиата»һында – Ви­олетта, «Риголетто»һында Джильда арияларын оҫта башҡарыуығыҙ таң ҡалдырғайны...
Б. В.
Эй, йәнекәйем, бар ине йәш саҡтар. Беҙ милли сәнғәткә ныҡ иғтибар ителгән заманға тура килдек. Бигерәк тә опера, балетҡа матур ҡараш булды. Хәҙер нисектер «шылдыр-былдыр» өҫтөнлөк алды...

Ф. С. Баныу апай, фототекағыҙ бай инде ул. Бында барыһы ла иҫтәлекле фоторәсемдәр. Ниндәй һөйкөмлө, дани уҙамандар! Бына бы­ныһын таныйым: атаҡлы йыр маһиры Лемешев...
Б. В.
Бына быныһы – Лисициан. Заманында театрыбыҙға исемдәре донъяны яңғыратҡан талант эйәләрен саҡырыу йолаһы бар ине. Шуларҙың бәғзеләре минең партнерҙарым булды. «Травиата»ла, мәҫәлән, мин – Виолеттаны, Лемешев Альфредты йырланы.

Ф. С. Тимәк, беҙҙең опера театрыбыҙҙа донъя күләмендә атаҡлы йырсылар менән тиң йырларлыҡ актерҙарыбыҙ булған. Хәйер, шулай булмаһа, Лемешев, Ли­сициан беҙгә теләп килмәҫ ине, эйеме?
Б. В.
Булды инде, йырланылды. Ғөмүмән, минең партнерҙарым талантлы булды. Үҙебеҙҙең Мәғәфүр Хисмәтуллин, Сәлих Хөсниәров үҙҙәре ни тора!

Ф. С. (Сираттағы фотоға ишара яһайым). Бына бында Татарстан­дың опера йырсыһы Фәхри Насрет­диновтың рәсемен күрәм.
Б. В.
Ул минең ағайым. Минең әнием менән уның әние бер туғандар. Фәхри ағай арҡаһында кеше булдым бит.

Ф. С. Сәнғәткә килеүегеҙҙә лә уның ҡыҫылышы булдымы әллә?
Б. В.
Ҡыҫылыш ҡына, тиһең әле. Хәл иткес ролде Фәхри ағайым башҡарҙы. Ул Мәскәүҙә консерваторияла уҡый ине. Мин уның янына барҙым. Ул мине музыкаль училищеға урынлаштырҙы. Әммә уҡырға тура килмәне. Сөнки уҡыу өсөн аҡса түләргә кәрәк ине. Эш эҙләй башланым. Мин ауыл мәктәбендә латинса (латин алфавиты ғәмәлдә саҡта – Ф. С.) һәйбәт кенә уҡып сыҡҡайным. Бер саҡ «Чорроно» тигән алтаҡталы бинаға барып индем дә:
– Һеҙҙә берәй эш булмаҫмы икән? – тинем. – Латин шрифлы яҙ­ма­ларҙы бик яҡшы уҡый беләм. Бәлки, шуға яраҡлы эш табыр­һығыҙ?
– Бында «Калибр» тигән завод бар. Унда бик күп татар-башҡорт эшләй. Грамота белмәйҙәр, һеҙҙе шунда эшкә алырбыҙ. 40 һум аҡса түләрбеҙ, – тиҙәр. Шатландым. Ул ваҡытта 40 һум минең өсөн ҙур аҡса ине.

Ф. С. Был нисәнсе йыл булды инде?
Б. В.
1932 йыл. Эшләп алып киттем. Уҡый башланым. Бының өсөн эш хаҡымдың күп өлөшө китә. Шуға түләһәм, ҡалғаны йәшәргә етмәй бит. Ашарға, кейенергә лә кәрәк. Фәхри ағайға әйтәм:
– Мин уҡымайым, аҡсам етмәй.
– Уйла, Баныу, әгәр ҙә инде бынан сығып китһәң, һине бер ҡайҙа ла урынлаштырмайым, – тигән булды. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә Фәхри ағайым йүгереп килеп инде лә:
– Бәхетең бар икән. Бәхетеңде һынап ҡарау форсаты сығып тора. Консерваторияла башҡорт бүлеге асыла. Унда Ғәзиз Әлмөхәмәтов йырсылар йыйып килтергән. Шуларҙы профессорҙарға күрһәтә. Әйҙә, шунда йүгерҙек! – тине. Йүгерҙек. Консерватория тигәндәренә барһаҡ, мөләйем генә йөҙлө бер ағай осраны. Фәхри ағайым уға:
– Ғәзиз ағай, ошо баланы тыңлап ҡарағыҙ әле, – тине. Ғәзиз ағай мине тыңланы ла:
– Ай, һеңлем, тауышың бик матур икән, – тип маҡтап алды. Бер нисә көндән консерваторияның вокал сәнғәте белгестәре алдында «Ҡара урман» йырын һуҙып-һуҙып йырланым.
– Молодец! – тип ҡуйҙы берәүһе. Ул вокал кафедраһы етәксеһе Мелькович икән. Мине үҙ класына алды. Бик яҡшы педагогка эләктем.

Ф. С. Бик ҙур бәхеткә юлыҡҡан­һығыҙ, Баныу апай. «Бик ҙур бәхет» тим. Ни өсөн тигәндә, үҙ күҙәтеүҙәрем, үҙ яҙмышым – шуға дәлил. Йырсы булам тигән кеше өсөн һәйбәт педагогка эләгеү – ысынлап та, ҙур бәхет. Һеҙ, ғөмүмән, бәхетле. «Бәхет» тигән йондоҙлоҡ аҫтында тыуғанһығыҙҙыр, моғайын. Сәх­нәләге ижадығыҙ баһаны оҙаҡ көттөрмәгән, 1942 йылда – «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», 1947 йылда – республикабыҙҙың халыҡ ар­тисы, 1949 йылда – «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы», 1955 йыл­да «РСФСР-ҙың халыҡ артисы» ти­гән маҡтаулы исемдәр бирелгән. Дан-шөһрәтте күтәрә белеү үҙе таланттыр ул.
Б. В.
Әллә, уны уйлап, кәпәренеп йөрөү башҡа ла килмәне. Тәүге йылдар ниндәй ауыр булды улар. Һуғыш осоро. Аслы-туҡлы булһаҡ та, зарланманыҡ, театрҙағы спектаклдәрҙән тыш концерттар ҡуйып йөрөй инек. Госпиталдәрҙә яралылар алдында йырлау... Уныһы ифрат та ауыр була торғайны. Ҡайһыһы аяҡһыҙ, ҡайһыһы ҡулһыҙ... Ә йыр һәр кемдә лә өмөт уята бит, хәсрәттәрҙе онотторта.

Ф. С. Баныу Нурғәлиевна! Өфө сәнғәт институтында эшләүегеҙгә 26 йыл булып китте, эйе бит. Һеҙҙе хәҙер вокал кафедраһы профессоры тип беләбеҙ. Геннадий Ро­дионов, Вәкил Йәләлетдинов, Тән­зилә Үҙәнбаева кеүек таланттар һеҙҙә тәрбиәләнде. Баныу апай, уйлап, һанап ҡарайыҡ. Әллә яңылышабыҙмы? Өфө дәүләт сәнғәт институты асылғансы, Һеҙ Өфө сәнғәт училищеһында уҡыттығыҙ, бик күп килеп сыға бит барыһын бергә йыйнағас. Педагогик хеҙмәт йылдарығыҙ, ә ҡартайыуҙы бел­мәй­һегеҙ, тимәксемен…
Б. В.
Һин, бер ҙә ҡартаймай­һығыҙ, тип әйткән булаһың да ул... Нисек ҡартаймайһың инде. Һанап, са­малап ҡара: 30 йыл театрҙа, 8 йыл (1961 – 1968) сәнғәт училищеһында, 26 йыл сәнғәт институтында...

Ф. С. Афарин, афарин, Баныу апай! Күҙ теймәһен, Һеҙ, һис шик­һеҙ, уңған. Республикабыҙ музыка сәнғәте Һеҙҙән ныҡ уңды. Шул йылдар дауамында тиҫтә-тиҫтә сағыу­ҙан-сағыу образ тыу­ҙырыу, бы­уын-быуын йырсыларҙы ысын сәнғәт юлына сығарыу... Күпме көс-ҡеүәтегеҙҙе алған улар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тим, барыбер ҙә йәшлек дәртен һаҡлап ҡала алған­һығыҙ. Күҙ генә тейә күрмәһен! Күптәргә өлгө был. Шуға ла гел генә: «Баныу апай ҡартаймай, сере ниҙә икән?» – тип ҡыҙыҡһыналар­ҙыр.
Б. В.
Фәниә, йәнекәйем, мине артыҡ маҡтап ебәрҙең дә инде. Юҡ, ҡартаймау мөмкин түгел, ваҡыт бит үҙенекен итә. Шулай ҙа дәрт бар әле. Күңелем әүәлгесә йырға тартылып тора. Был тормошта йәнгә дауа булыр мондо онотмаҫҡа кәрәк. Күптән түгел генә филармонияла йырланым. Шул тиклем алҡышланылар. Халыҡ мине онотмаған, ми­не тамашасы һаман ярата икән, тип шаҡ ҡаттым. Халҡым алдында гел бурыслы булып йәшәнем, мең рәхмәт туған халҡыма! Тамашасы күрмәһә, күтәрмәһә, беҙгә, артист халҡына, тим, илһам да, уңыштар ҙа, дан да юлдаш булмаҫ ине. Йәш көйөнсә ҡалаһығыҙ, тиеүҙәре лә ярап ҡала. Йылы һүҙ бит. Ышан­маһаң да, кәйеф күтәрелеп китә. Йәштәр араһында булыуым ыңғай тәьҫир итә.

Ф. С. Рәхмәт, Баныу Нур­ғәлиевна! Һоҡландырғыс сәнғәт ижады юлығыҙ оҙон һәм ғүмерле булды. Ә радиобыҙҙың алтын фондында тупланған яҙмаларығыҙҙың һәр береһе, сылтыр шишмә моңон ишеттереп, мәнге йәшәйәсәк.

Фәниә СӨЛӘЙМӘНОВА,
Башҡортостан радиоһы ветераны, республиканың халыҡ артисы,
Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға