12.12.2014 Ғаилә ныҡлы булһа, ярты быуаттың үткәне лә һиҙелмәй
Йәштән ҡауышып, матур ғаилә ҡороп, бер-береһенә булған хистәрен һыуындырмай оҙаҡ йылдар дуҫ-татыу йәшәгән парҙар һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Шунан да олораҡ бәхеттең булыуы ла мөмкин түгел кеүек. 10 декабрҙә Өфө ҡалаһының Киров районы ЗАГС-ында тап ошондай бәхетле парҙарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. 50, 60, 65 йыл бергә йәшәгән биш ғаилә хөрмәтенә матур байрам ойошторолдо. Юбилярҙарҙы Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Баязитова сәләмләп, Президенттың ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ғаилә юбилейын билдәләүселәр араһында Рима Мөхәррәм ҡыҙы менән Исфар Фәтхелислам улы Мөхәммәтовтар ҙа бар. Уларҙың ғаилә ҡороуҙарына быйыл 50 йыл, никахтары 1964 йылдың 21 ноябрендә теркәлгән. 50 йыл, уйлап ҡараһаң, әҙ ғүмер түгел, әммә Мөхәммәтовтар бер тауыштан, бик тиҙ үтте лә китте, һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, ти.
Йәштәр Өфөлә уҡып йөрөгәндә таныша. Исфар Фәтхелислам улы Өфө дәүләт авиация институтын тамамлап, ғүмер буйы партия органдарында эшләй. Рима апай – тәжрибәле табип, оҙаҡ йылдар дауаханала бүлек мөдире булып, хаҡлы ялға сыға. Бәхетле ғаилә бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙарының улы менән ҡыҙы иһә уларға ҡартатай-өләсәй булыу бәхетен бүләк иткән.
– Тормош иптәшем бик ныҡлы, аҡыллы, һәр саҡ үҙ һүҙендә торҙо, балаларға ла, миңә лә яҡшы мөнәсәбәттә булды. Яҙмышым уның менән осраштырыуына бик шатмын. Уның янында үҙемде һәр саҡ ышаныслы һәм яҡлаулы тойҙом. Тормошомдан ризамын һәм бик бәхетлемен, – ти Рима апай, 50 йыл бергә ғүмер кисергән иренең иң яҡшы сифаттарын барлап.
Ә Исфар ағай иһә ҡатыны тураһында, нимә әйтһәм дә, ҡаршы өндәшмәне, иң мөһиме шул, ә ҡалғаны, бөтә гүзәл заттарға хас матур сифаттарға эйә ул, тине.
Йәш барған һайын, тормоштоң мәғәнәһен дә, матурлығын да нығыраҡ аңлайһың бит ул. Рима Мөхәррәм ҡыҙы менән Исфар Фәтхелислам улы Мөхәммәтовтар үҙҙәрен бер ҙә оло тип күрмәй, йәшәгәндән-йәшәге генә килә, тиҙәр.
50 йыл тормош йөгөн бер төптән тартҡан ныҡлы ғаилә йәштәргә лә матур өлгө булып тора.
– Хәҙер йәштәр өйләнешеп өлгөрмәй, айырылыша башлай, матур итеп бергә йәшәргә ынтылыу етмәй. Ғаилә ҡорғас, уны һаҡлап ҡалыу өсөн дә көс һалырға кәрәк. Бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәү мөһим, – ти Мөхәммәтовтар, яңы ғаилә ҡорған йәштәргә үҙ теләктәрен еткереп.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.