«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Үлеп терелгән яугир



21.11.2014 Үлеп терелгән яугир

Һуғыш ветераны Ғәйзулла Әблүзин йәш быуынға, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, ти.


Бер яу ваҡытында Ғәйзулла Әблүзиндың янында ғына көслө шартлау яңғырай. Бөтә донъя ҡараңғылыҡҡа сума. Ошо шартлау яҡташыбыҙ Таһир Ибраһим улы Арыҫлановтың ғүмерен өҙә. Иптәштәре ике егет менән дә хушлашып, уларҙы ерләргә йыйына. Шул саҡ уларҙың берәүһе, Ғәйзулла Мөхәммәт улының тын алыуын һиҙеп ҡалып: “Тере! Ул бит тере!” – тип ҡысҡырып ебәрә. Ә был ваҡытта Ғәйзулла Әблүзиндың һәләк булыуы тураһында туғандарына хәбәр ебәрелгән дә була.


Ғәйзулла Мөхәммәт улы Әблүзинды ҡалабыҙ тантаналарында йыш осратырға була. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны яу иҫтәлектәре менән уртаҡлаша, кешеләр­ҙе тыныс күк йөҙөнөң, туҡ тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡыра.

Үлеп терелгән яугирҒәйзулла Мөхәммәт улы Байыш ауылында 1926 йылда донъяға килә. Ауыл мәктәбендә дүрт класс белемен алғандан һуң, ҡул аҫтына инеп, эшкә егелә. Әлбиттә, үҫмерҙең киләсәккә яҡты хыялдары, ҙур-ҙур маҡсаттары була. Тик бар өмөтөн 1941 йылдың 22 июне селпәрәмә килтерә. Үҫмер ололарҙың: “Һуғыш! Германия беҙгә һуғыш иғлан иткән!” – тигән һүҙҙәрен ишетеп, аптырап ҡала. Ауылда илаш-һыҡташ тауыштары яңғырай, тәүге көндән фронтҡа оҙатылған ағайҙар: “Беҙ тиҙҙән еңеп ҡайтырбыҙ! Көтөгөҙ!”– тип юлға сыға. Юҡ шул, уларҙың бик-бик һирәге генә әйләнеп ҡайта ала.

Ауылда тормош көндән-көн ауырлаша, тыл икенсе фронтҡа әүерелә. Ҡатын-ҡыҙҙар, инәй-олатайҙар, үҫмерҙәр, хатта балалар “Еңеү өсөн!” тип ең һыҙғанып эшкә тотона, аслыҡтан хәлһеҙләнеп йығылғандары, ауырып вафат булғандары ла күп була.

1943 йылдың декабрендә Ғәйзулла Мөхәммәт улы ла яуға алына. Ул ярты йыл кесе командирҙар курсында уҡый. Артабан һуғышҡа оҙатыла һәм I Украина фронтының 359-сы уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. Башҡорт егете ҡаһармандарса алыша, һәр саҡ ҡурҡыуҙы белмәй ут эсенә ташлана. Шулай итеп, Еңеү көндәре лә яҡынлаша. Ғәйзулла Мөхәммәт улы Бреслау ҡалаһына барып етә. Берлинды алыуға ла һанаулы ваҡыт ҡала. Бер яу ваҡытында Ғәйзулла Әблүзиндың янында ғына көслө шартлау яңғырай. Бөтә донъя ҡараңғылыҡҡа сума. Ошо шартлау яҡташыбыҙ Таһир Ибраһим улы Арыҫлановтың ғүмерен өҙә. Иптәштәре ике егет менән дә хушлашып, уларҙы ерләргә йыйына. Шул саҡ уларҙың берәүһе, Ғәйзулла Мөхәммәт улының тын алыуын һиҙеп ҡалып: “Тере! Ул бит тере!” – тип ҡысҡырып ебәрә. Ә был ваҡытта Ғәйзулла Әблүзиндың һәләк булыуы тураһында туғандарына хәбәр ебәрелгән дә була.

Һуғыш тамамлана. Ғәйзулла Мөхәммәт улы хеҙмәтен йәш авиация белгестәре мәктәбе ғәскәрҙәре төркөмөндә дауам итә. 1950 йылда тыуған яҡтарына ялға ҡайтарыла. Батыр яугир, “ҡара ҡағыҙ” алған яҡындарының уны үлгән тип иҫәпләүен белеп, тетрәнеү тойғолары кисерә. Әйткәндәй, “Хәтер” (“Память”) китабында ла Ғәйзулла Әблүзиндың 1945 йылдың апрелендә һәләк булып, Бреслау ҡалаһында ерләнеүе тураһында яҙылған.

Ғәйзулла Мөхәммәт улы тыуған яҡтарына 1953 йылда ғына бөтөнләйгә әйләнеп ҡайта. “Урғаҙа” колхозына механизатор итеп эшкә алына. Артабан хаҡлы ялға тиклем ферма мөдире, агроном, бригадир булып, оло хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшеп эшләй. Ғәйзулла олатай Хәлиҙә исемле һылыу, уңған ҡыҙға өйләнә. Бәхетле пар 57 йыл бергә һоҡланғыс ғүмер итә. Улар ете бала тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙерге ваҡытта хөрмәтле ветерандың 14 ейәне һәм ун бүләһе бар. Дүрт йыл элек, 4 мартта, Хәлиҙә Фәйзулла ҡыҙы был донъяны мәңгелеккә ташлап китә. Был уларҙың өйләнешкән көнө була...

Хәҙерге ваҡытта Ғәйзулла Мөхәммәт улы ветеран сертификатына алынған, бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа йәшәй. “Әлбиттә, ҡатыным тере булһа, тыуған ауылымды бер ҡасан да ташлап китмәҫ инем”, – тип уфтана Ғәйзулла олатай.

Һуғыш ветераны, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара: төрлө тарафтарҙа йәшәгән балаларына, ейәндәренә бара, шифаханала ял итә, баш ҡалалағы хәрби госпиталдә дауалана, мәктәп уҡыусылары, яуҙаштары менән осраша. Ғәйзулла олатай: “Ҡаршылыҡтарға бирешмәй, һәр көнөңдөң ҡәҙерен белеп, уны файҙалы итеп үткәрергә кәрәк”, – тип ҡабатларға ярата.

Фашистар менән йөҙгә-йөҙ килеп батыр­ҙарса алышҡан, бихисап һуғыш һәм хеҙмәт наградаһына лайыҡ булған, һәр быуын өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө итеп ҡуйырлыҡ Ғәйзулла Мөхәммәт улына тағы ла күп Еңеү таңын ҡаршы алырға яҙһын!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға