25.06.2011 Иҫәнбикә Туған Бүздәктә булДЫ
Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡыҙы Иҫәнбикә атаһының көрәштәштәренең тыуған еренә – Бүздәк районына килде. ҡаңны-Төркәй ауыл биләмәһендәге ҡаранай ауылынан мулла Дәүләтгәрәй ҡаранаев Зәки Вәлидиҙең секретары булған, ә Әхмәтғәли Ишбулдин менән Мөхәмәтйән Хажиәхмәтов башҡорт ғәскәрҙәре составында ат ҡараусылар булып хеҙмәт иткән.
Тыуған яҡты өйрәнеүсе Барый Шәғәлиев менән Ришат Юнысов ҡаңны-Төркәй ауылындағы музейҙа был факттар тураһында ентекләп һөйләне. Иҫәнбикә Туған ҙур ҡыҙыҡһыныу менән быйыл 455 йылллығын билдәләгән ҡаңны-Төркәй ауылының шәжәрәһе менән дә танышты. Төркиә ҡунағы ауыл халҡы, урындағы мәктәп уҡытыусылары, «Заһиҙә» фольклор ансамбле ағзалары менән осрашты, Һағыҙ байрамын да ҡараны. Иҫәнбикә ханым милли ризыҡтарҙы, урындағы таланттарҙың йыр-бейеүҙәрен оҡшатты.
А. АҡБУЛАТОВА.