10.10.2014 60 йылдан һуң
Мораҡ педагогия училищеһын тамамлауыбыҙға 60 йыл да үтеп киткән. Тәүге күрешеүҙәр, танышыуҙар, студент йылдары мәңге онотолмаясаҡ. Шул уңайҙан быйыл курсташтар менән йыйылышып осрашырға булдыҡ. Мин, Филүзә Шаһиева (Иҙелбаева), Өфөгә, үҙемә ҡунаҡҡа саҡырҙым. Бөтә курсташтарым да килә алмаһа ла, биш ҡыҙға осрашырға насип булды. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, Күгәрсен районынан Зәйтүнә Тураева, Дәүләкән районынан Лилиә Ғәзизова (Ғәлиуллина), Шишмә районынан Ғәлиә Юлдашбаева (Зыябаева), Көйөргәҙе районынан Клара Әйүпова бергә йыйылдыҡ. сәй эсеп, үткән йылдар хәтирәһенә бирелеп, ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә.
Һөйөклө һабаҡташтарым менән ошолай осраша алғаныма сикһеҙ шатмын, барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Һәммәгеҙҙе лә оло байрамыбыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым. Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, тыныс тормош теләйем.
Филүзә ШАҺИЕВА.