RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Матур йәшәлгән ғүмер

19.09.2014 Матур йәшәлгән ғүмер

Матур йәшәлгән ғүмерКеше донъяға үҙ хеҙмәте менән тыуған ерен биҙәр, матурлыҡ тыуҙырыр, Тыуған илен данлар хеҙмәт һөйөүсе кешеләр тәрбиәләү өсөн тыуа. Ошо бурысты намыҫ менән үтәгән Фира Ғариф ҡыҙы Ниғмәтул­лина ауылыбыҙҙың ғына түгел, районыбыҙҙың, республикабыҙ ғорурлығы булған шәхес ине. Ул 1933 йылдың 31 мартында күп балалы ғаиләлә тыуған. Әсәләре Фәрихә инәй бик эшлекле, уңған ҡатын була, аталары Ғарифула олатай, алты бала атаһы, Бөйөк Ватан һуғышында тыуған иле өсөн үҙ ғүмерен бирә.

1944 йылда Ниғмәтуллиндар ғаиләһе Баймаҡ районының 2-се Урман заводынан «Һәүәнәк» совхозының Һаҡмар фермаһына (аҙаҡтан ул Һаҡмар ауылы тип йөрөтөлә) күсеп килә. Балаларҙың әсәһе Фәрихә инәй һауынсы булып эшләй. Артабан Фира Ғариф ҡыҙының өс апаһы (Фәниә, Лира, Рева), ә 1949 йылдан 16 йәшлек Фира ла фермала эш башлай. Ул тәүҙә дүрт йыл быҙау ҡараусы, артабан утыҙ биш йыл − 1988 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан­ға тиклем һауынсы булып эшләй.

Фира Ғариф ҡыҙы фиҙакәр хеҙмәте, эштәге рекордлы ҡаҙаныштары менән үҙен генә түгел, ауылдаштарын, туған хужалығын, дөйөм районды данға күмде.
Фира Ниғмәтуллина үҙ эшенең оҫтаһы, күп тапҡыр хеҙмәт бәйгеләрендә еңеүсе булараҡ район тарихына инде. Тырыш хеҙмәт, ныҡышмалылыҡ, үҙ һөнәрен яратып башҡарыуы уға тәүге уңыштар алып килә. 1962 йылда социалистик ярыштағы юғары күрһәткестәре өсөн ул «Социалистик ярыш алдынғыһы» билдәһен ала. 1965 йылда Фира Ниғмәтуллина һәр һыйырҙан йыллыҡ һөт һауып алыу буйынса 4000 кг рубежын яулай. Уңған һауынсының фиҙакәр хеҙмәтен хөкүмәтебеҙ юғары баһалап, 1966 йылда уны Ленин ордены менән бүләкләй. Үткән быуаттың етмешенсе йылдары Фира Ғариф ҡыҙы өсөн яңы ҡаҙаныштар менән иҫтәлекле була – ул үҙе ҡараған һыйыр­ҙар төркөмөнән 1000 центнер һөт һауып ала.

1968 йылда Фира Ниғмәтуллина Мәскәүҙә СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, «Халыҡ хужалығын төҙөүҙәге айырым уңыштары өсөн» алтын миҙалы менән бүләкләнә, РСФСР-ҙың социалистик ярыш отличнигы исеменә лайыҡ була.

Туған халҡы, хеҙмәт алдынғыһы Фира Ниғмәтуллинаға ҙур ышаныс күрһәтеп, 1970 йылда СССР Юғары Советы депутаты итеп һайлай. Үҙенә күрһәтелгән ышанысты ул оло яуаплылыҡ тойоп, намыҫ менән үтәй, яңынан-яңы үрҙәр яулай, иленә, халҡына хеҙмәт итә. Туғыҙынсы биш йыллыҡты ҙур хеҙмәт еңеүе менән тамамлай. Хеҙмәттәге оло еңеүҙәре өсөн 1976 йылда уға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә, күкрәген икенсе Ленин ордены менән «Ураҡ һәм сүкеш» алтын миҙалы биҙәй.

Данлыҡлы һауынсы алдынғы эш тәжрибәһен бергә эшләгән иптәштәре, йәш һауынсылар менән дә ихлас уртаҡлаша, кәңәшсе-тәрбиәсе булараҡ, һәр ваҡыт уларға ярҙам итә. Фира Ғариф ҡыҙы эшсән булыуы ғына түгел, ғәзиз әсә исемен йөрөтөүе менән дә оло ихтирамға лайыҡ ине. Тәрбиәләп үҫтергән, уҡытып кеше иткән ике улы ла – ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың абруйлы кешеләре. Өлкән улы Камил бар ғүмерен балаларға белем-тәрбиә биреүгә арнаны, Һаҡмар мәктәбендә технология уҡытыусыһы булып эшләне. Үкенескә күрә, ул бөгөн иҫән түгел. Ауыр тупрағы еңел булһын.

Икенсе улы Азамат – һөнәре буйынса агроном, оҙаҡ йылдар «Һәүәнәк» совхозының Һаҡмар бүлексәһе идарасыһы булды. Ул ауыл хужалығында ойоштороу оҫталығы, хеҙмәттәге уңыштары өсөн Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы менән баһаланған.

Фира апай улдарының ғаиләһен, ейән-ейәнсәрҙәрен күреү шатлығын да кисереп өлгөрҙө. Бөгөн уның дүрт ейән-ейәнсәре, ете бүлә-бүләсәре бар.
Уның яҡшы тормош өлгөһө, исеме – халыҡ күңелендә. Мәктәбебеҙҙең балалар ойошмаһы, ауылыбыҙҙың иң матур яңы урамдарының береһе Фи­ра Ниғмәтул­лина­ның исемен йөрөтә. Былтыр Социалистик Хеҙмәт Геройы йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды. Йыл һайын районда иң яҡшы күрһәткестәргә ирешкән алдын­ғы һауынсыларға уның исемендәге приз тапшырыла. Тыуған илен, тө­йәген яратҡан, уға фиҙакәр хеҙмәт иткән кешенең яҡшы эштәре бөгөн шулай дауам итә, беҙгә, шулай уҡ үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө булып тора. Уның изге эштәре, исеме халыҡ күңелендә, быуындан-быуынға күсеп, мәңге йәшәр.

Ф. АРЫҪЛАНОВА,
мәғариф ветераны.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”