RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

02.05.2014 төрмәлә – Бер төн

төрмәлә – Бер төн Сысҡан ояһынан алған бойҙай өсөн район вәкиле беҙҙең, 12 – 13 йәшлек ике малайҙың, яҙмышын боҙа яҙҙы
һуғыш йылдарында колхоз бригадиры малайҙарҙы иген һуға башлағансы ҡабаҡ башындағы ялансыҡта үләндәрҙе көрәк менән ҡырҙырып, еренә шишмәнән ташып һыу һиптереп, ер тигеҙ булып ҡояшта ныҡ кипһен тип, һалам менән яптырып ҡуя ине. Яландарҙа ашлыҡ өлгөргәс, комбайн менән сабып, һуҡҡан игенде шул ергә таратып, киптергәс кенә келәткә ташый инек.
Ғәҙәттә, көндөҙ колхозсы ағайҙар, апайҙар һәм беҙ, йәш үҫмерҙәр, игенде ураҡ менән урып, ҡул салғыһы менән дә сабып, көлтә бәйләйбеҙ, ә төндә ашлыҡ көлтәләрен ат йә үгеҙ егеп ташып, эҫкерткә һалабыҙ.
Бер көн, ноябрь урталарындамы икән, ер туңһа ла, ҡар яумағайны әле, сыбар яғындағы тура юл баҫыуында бойҙай эҫкертен кискә ҡарай ғына молотилка менән баҫып бөтөргәс, тракторға молотилканы баҫыуҙан юлға һөйрәтеп алып сығарырға ярҙам иттек тә, колхозсылар ҡайтып киткәс, Миңйәш менән баланға барабыҙ тип, ҡыуаҡлыҡҡа инеп киттек. Беҙ баланға түгел, ә молотилка тәгәрмәстәре аҫтында тупраҡҡа күмелеп ҡалған бойҙайҙы көндөҙ күреп, уны йыйып алып ҡайтырға булғайныҡ. Бер аҙ ағас аҫтында ултырғас, колхозсылар күҙҙән юғалғас ҡына, әкренләп тирә-яғыбыҙға ҡарай-ҡарай эҫкерт янына килеп, Миңйәш менән кемуҙарҙан молотилка тәгәрмәстәре аҫтында тупраҡҡа буталып бөткән бойҙайҙы тоҡсай­ҙарыбыҙға тултыра башланыҡ. Бойҙайҙы алып бөткәс, эҫкерт төбөнә күҙ һалдыҡ. Унда тиҫтәләгән урында өйөлөп ятҡан ҡара ерҙе күреп ҡалып, уларҙың береһен ҡулдарыбыҙ менән соҡой ғына башлағайныҡ, бер ялан сысҡаны сығып та ҡасты. Сысҡандар үҙҙәренә ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләгән. Был беҙгә таныш, сөнки картуф баҡсаһында ла әрләндәр, ер аҫтында оя яһап, унда берәр күнәктәй картуфты ташығандарын белә инем. Сысҡан ояһында тап-таҙа байтаҡ ҡына бойҙай бөртөгөн күреп, шикләнмәнек, башҡа ояларҙа булған бойҙайҙы ла ҡыуаныша-ҡыуаныша тоҡсайҙарыбыҙға тултырҙыҡ. Шулай сысҡандар­ҙың ҡышҡылыҡҡа йыйған запастарын «раскулачивать» итеп йөрөгәндә, беҙгә күрше йәшәгән бригадир Зөлхизә еңгә менән колхозға район вәкиле булып килгән бер татар апайының тотоп алғанын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Тоҡсайҙарыбыҙҙы тартып алып, үҙебеҙҙе арбаға ултыртып, ригаға алып барып, бойҙайыбыҙҙы үлсәгәс, минең тоҡсай – алты, Миңйәштеке биш килоға яҡын тартты. Аҙаҡ беҙҙе, иртәгәһенә Йомағужаға төрмәгә ебәрәбеҙ тип, ауыл советының бәләкәй бүлмәһенә ябып ҡуйҙылар (был бүлмәлә утыҙ етенсе, утыҙ һигеҙенсе йылдарҙа, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда байтаҡ ҡына ауыл халҡын ултыртҡандар). Бүлмәнең эсендә бер стенаһы буйлап ултырыр һәм йоҡлар өсөн киң генә ике таҡтанан эшләнгән ширлек бар ине. Мин оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай яттым. Башҡа төрлө уйҙар килә. Төрмәгә япҡансы, һуғышҡа оҙатһалар, беҙҙең өсөн яҡшы булыр ине. Беҙ бит тоҡ күтәреп, кәбән һалып, урман ҡырҡып ауыр эшкә күнеккәнбеҙ, пушкаға снаряд ҡына ташый алыр инек. Мәктәптә мылтыҡтан да атырға өйрәттеләр. Беҙҙең ауылдан ғына түгел, башҡа ауылдарҙан да Йомағужала уҡып йөрөгән бер нисә ҡыҙҙы һуғышҡа алдылар бит, беҙ уларҙан йәш булһаҡ та, физик яҡтан көслө, тип уйлап яттым.
Төрмәгә ултыртабыҙ тиһәләр, Өфө­лә­ге балалар төрмәһенә ебәрһәләр, яҡшы булыр ине, унда бит минең ике туған Дамир менән Әнүәр ҡустыларым ултыра. Уларҙы быйыл йәй һуҡыр Ғилметдиндең бер нисә төп картуфын йолҡҡан өсөн ултыртҡайнылар. Мине төрмәгә япҡас, әсәйем ни эшләр инде, уға һәм кескәй һылыуҙарыма сабата үреп кейҙерә инем бит, хәҙер уны ла һатып алырға тура киләсәк.
Сабатаны башҡа апайҙарға, инәйҙәргә лә үреп һата, йомортҡаға, майға, йөнгә лә алмаштыра инем. Балыҡ тотоп, Ҡашҡар, Прогресс, Красногорка ауылдарына алып барып урыҫтарға һатып та әсәйемә һалым түләргә лә ярҙам иттем. Шулай уйланып ята торғас, тәрән йоҡоға талғанмын.
Мин эштән ҡайтмағас, әсәйем колхозсыларҙан һорашып, минең Миңйәш менән ҡыуаҡлыҡта балан йыйырға ҡалыуымды белгәс, тынысланып көтә башлаған. Тик төн урталары еткәс, әсәйем бригадирға инеп тағы һорашҡан. Бригадир иһә:
– Улыңды молотилка тәгәрмәстәре аҫтында ҡалған бойҙайҙы урлағаны өсөн төрмәгә яптым, – тип ҡырҡа яуап биргән.
Иртәгәһенә беҙҙе йәлләпме, әллә игенде тупраҡ аҫтынан, сысҡан ояларынан ҡаҙып алғанды иҫәпкә алыпмы, төрмәгә оҙатманылар. Әлбиттә, йыйып алған бойҙайыбыҙҙы бирмәнеләр.
Шулай беҙҙе, ике йәш үҫмерҙе, уйнап күңел асып ҡына йөрөр урынына, ас-ялан­ғас, йыл буйына колхоз яланында һеперелеп йөрөп эшләгән ике баланы, ерҙә тупраҡ аҫтында ятып серей торған бойҙай бөртөктәрен йыйып алғаныбыҙ өсөн колхоз һәм район чиновниктары ауыл советы “төрмә”һенә ябып ҡуйҙы. Артабан мине Йомағужаға ебәреп, төрмәгә ултыртһалар, киләсәк яҙмышым бөтөнләйгә икенсе булыр ине...

Мирхәт ХӘСӘНОВ.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”