25.04.2014 Атаҡлы көрәшсене иҫкә алып
Тарихи шәхестәребеҙ менән бер ҡатарҙан әлеге ваҡытта ла халыҡ күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған кешеләр бар. Улар үҙҙәренең башҡарған эше, изге ниәттәрен бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә ошондай ихтирамға лайыҡ. Бай тарихлы Көйөргәҙе ерендә Иршат Исмәғилев шундай шәхестәрҙең береһе.
Баймаҡ районында тыуып үҫкән Иршат Ибраһим улының байтаҡ тормош осоро Күмертау ҡалаһында һәм Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында үтә. Күмертау педагогия училищеһын тамамлаған егет хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо яҡтарҙа дауам итә. Шул яҡ һылыуына өйләнә, мәктәптә балалар уҡыта. Ә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Бәләкәйҙән ҡурай уйнарға, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға өйрәнеп үҫкән Иршат ҡаланың һәм райондың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Спортты үҫтереүгә лә күп көс түгә. Әгәр үткән йөҙ йыллыҡтың һуңғы ун йылында ошо төбәктә булған фольклор төркөмдәре, милли музыка ҡоралдарында уйнаусылар ансамблдәре артабан үҫеш алған, яңылары барлыҡҡа килгән, көрәш спортына ылығыусылар артҡан икән, бында йәш эшҡыуар Иршат Исмәғилевтың да хеҙмәт өлөшө ҙур. Рухлы егет үҙешмәкәр коллективтарҙы төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәргә йөрөтөүгә булышлыҡ итеүгә аҡсаһын йәлләмәй. Көрәш буйынса спорт мастеры, Рәсәй чемпионы Иршат Исмәғилев ҡалала һәм районда халҡыбыҙҙың боронғо алыш төрөнә уҡыусыларҙы, үҫмерҙәрҙе йәлеп итеүгә айырыуса иғтибар бүлә.
Тик рәхимһеҙ ауырыу 2002 йылда 48 йәшлек Иршат Исмәғилевтың ғүмерен өҙҙө, ләкин уның хаҡында халыҡта, бигерәк тә спортсыларҙа, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашыусыларҙа яҡты хәтирәләр һәм һағыш ҡалды. Бына бер нисә йыл инде Көйөргәҙе ерендә балалар, үҫмерҙәр һәм ололар араһында милли көрәш буйынса Башҡортостан кимәлендә уның исемендәге турнир уҙғарыла. Быйыл ул унынсы тапҡыр үткәрелде. 120-гә яҡын көрәшсе килгәйне. Иршаттың бер туған ағаһы Марат, ҡатыны Динара, башҡа яҡын кешеләренең, республиканың көрәш федерацияһы етәксеһе Вәкил Ильясовтың килеүе сараға мәртәбә өҫтәне.
Ике келәмдә лә ете сәғәт буйы йәш көрәшселәр һәм ололар араһында көсөргәнешле алыш барҙы. Еңеүселәр араһында Баймаҡтан Айбулат Аслаев, Күмертауҙан Рәмил Әйүпов, Азат Иҫәнбирҙин, Федоровка районынан Илгизәр Ҡантимеров, Венер Аҡсурин, Өфөнән Салауат Йосопов, Ауырғазы районынан Рушан Ильясов бар. Команда зачетында үҫмерҙәр араһында Күмертау ҡалаһы батырҙары 1-се урынды алды, икенсе-өсөнсө күрһәткес – Баймаҡ һәм Көйөргәҙе райондарында. Ололар төркөмөндә иң ҙур уңышҡа ауырғазылар өлгәште, 2 – 3-сө урындарҙы Көйөргәҙе һәм Күмертау спортсылары бүлеште.
Дөйөм алғанда, арҙаҡлы милләттәшебеҙҙең яҡты иҫтәлегенә арналған турнир бик юғары кимәлдә ойошторолдо, тамашасылар көрәш байрамынан бик ҡәнәғәт ҡалды.
Урал ҠӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы.
Автор фотоһы.