11.04.2014 Рухы һәм ижады халыҡ күңелендә йәшәй
Бәрәкәтле Көйөргәҙе ере башҡорт халҡы мәҙәниәтенә күп кенә билдәле әҙип, рәссам, артист, музыкант биргән. Улар араһында яҙыусы, драматург, шағир Баязит Бикбай сағыу йондоҙ булып балҡый.
Ошо көндәрҙә яҡташтары, Өфөнән килгән ҡунаҡтар – Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы, балалар шағирәһе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, йәш прозаик Айгиз Баймөхәмәтов, яҡташ шағирәбеҙ Зөһрә Ҡотлогилдина, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, ҡала, район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, әҙәбиәт яратыусылар уның тыуыуына 105 йыл тулыуҙы киң билдәләне.
Ҡунаҡтар иң тәүҙә Баязит Бикбай исемен йөрөткән Яңы Мораптал урта мәктәбе ихатаһында урынлашҡан яҙыусының бюсына гөлләмәләр һалды.
Ауыл мәҙәниәт йортоноң иркен залында күп тамашасы ҡатнашлығында уҙған хәтер кисәһен ҡурайсылар һәм уҡыусыларҙың сағыу концерт номерҙары башлап ебәрҙе. Йыйылыусыларға Баязит Бикбайҙың тормошон һәм ижадын сағылдырған видеосюжет, «Ҡоҙаса» музыкаль пьесаһы мотивтары буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Тантанаға килеүселәргә урындағы һәм «Йәшлек» район мәҙәниәт йорто артистарының йыр-моңо, бейеүҙәре, ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәре хуш килде.
Баш ҡалабыҙҙан килгән һәм урындағы әҙиптәр, Баязит Бикбайҙың замандаштары сәхнәгә күтәрелеп, билдәле шәхесебеҙ тураһында хәтирәләре, иҫтәлектәре менән бүлеште, үҙ әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Ф. Ғөбәйҙуллина мәктәп китапханаһына Баязит Бикбайҙың шиғырҙар антологияһын, З. Ҡотлогилдинаның шиғырҙар йыйынтығын, ә яҙыусының туғаны Әлмира Ырыҫҡолова уның автографы ҡуйылған китап бүләк итте. Башҡа ҡунаҡтар ҙа бүләкһеҙ килмәгән.
Бынан бер нисә йыл элек районда Баязит Ғаяз улы исемендәге премия булдырылғайны. Быйыл ошо бүләккә яҡташ шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина лайыҡ булды. Ә ветеран уҡытыусы, Баязит Бикбайҙың шәжәрәһен төҙөүсе, ауылдашы, тыуған яҡ тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүсе Ҡәттәл Арғынбаевҡа дәртләндереү премияһы тапшырылды.
Халыҡсан, сағыу ижады менән Баязит Бикбай үҙен үлемһеҙ итте. Уны республикала ғына түгел, сит тарафтарҙа ла беләләр, ихтирам итәләр. Уның рухы тормошобоҙҙа йәшәүен дауам итә һәм, иманым камил, киләсәктә лә шулай буласаҡ.
Урал ҠӘЙҮПОВ.