RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ул шундай бөркөт егет ине…

04.04.2014 Ул шундай бөркөт егет ине…

Башҡортостан Республикаһының элекке эске эштәр министры, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Именлек Советы ағзаһы, Башҡортостан­дың атҡаҙанған юрисы, милиция генерал-майоры Рауил Закирйән улы Фәйрүзовҡа быйыл 65 йәш тулған булыр ине.

Ул шундай бөркөт егет ине…Яҙмыш Рауил Закирйән улына был донъя­ла йәшәү өсөн бик ҡыҫҡа ваҡыт бирә. Ул 1996 йылда, ни бары 47 йәшендә генә, беҙҙең аранан ҡапыл китеп барҙы. Эшенә бирелгән, ныҡлы ихтыярлы, көслө рухлы кешеләр генә ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа бер нисә ғүмергә торошло итеп йәшәй ала. Рауил Закирйән улы Фәйрүзов та нәҡ ошондай шәхес ине.

Үҙенең 25 йылға яҡын ғүмерен милиция эшенә арнаны. Ҡатмарлы хеҙмәттең барлыҡ баҫҡысын үтеп, министр дәрәжәһенә күтәрелде, енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә һәр ваҡыт алғы сафта булды. Ҡыйғы егете хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән айырылып торҙо. Ниндәй генә вазифала булһа ла, Фәйрүзов үҙен, һаулығын, шәхси ваҡытын йәлләмәйенсә хеҙмәт итте һәм ярҙамсыларының үҙ бурыстарына яуаплы һәм намыҫ менән ҡарауын талап итә белде.

Юғары профессионализмы һәм хоҡуҡ тәртибен, законлылыҡты һаҡлауҙа шәхси фиҙакәрлеге менән ул иптәштәре араһында ғәйәт ҙур ихтирам һәм абруй яуланы. Кешеләрҙең психологияһын яҡшы белеүе, эш өсөн яуаплылыҡ тойоуы, кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу һәм ҡораллы, ҡурҡыныс енәйәтселәрҙе ҡоралһыҙландырыу буйынса иң ҡатмарлы һәм хәүефле операциялар менән үҙе етәкселек итте. Шуға ла һәр коллективта ул хөрмәт ҡаҙанды, киң күңелле, ярҙамсыл кеше булды.

Күптәр БР Юғары Советы рәйесе урынбаҫары, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Р. Мусин үлтерелгән көсөргәнешле көндәрҙе хәтерләй торғандыр. Р. Фәйрүзовтың туранан-тура етәкселегендә был эш асылды, үлтереүселәр табылды һәм тейешле язаһын алды.
Рауил Закирйән улының күҙ асып йомғансы оператив ҡарар ҡабул итеү һәләте, иҫ киткес ойоштороу сифаты Нефтекама яғынан килеүсе автобуста ҡораллы террорсы тарафынан аманатҡа алынған пассажирҙар­ҙы азат иткәндә лә, енәйәтсене ҡоралһыҙландырғанда ла асыҡ күренде.
Уның тормош һәм хеҙмәт юлы – барлыҡ эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн үҙ бурысыңа яуаплылыҡ менән ҡарау, эшеңә бирелгәнлек һәм намыҫлылыҡ өлгөһө. Шуға күрә лә уға «Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исем бирелде, күп тапҡыр Почет грамотаһы, эске эштәр органдарының батырлыҡ билдәләре һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Ләкин көсөргәнешле эш сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшатты.

Иҫ киткес кеше, республика халҡының тыныслығын һәм ғүмерен ҡыйыу яҡлаусы Рауил Закирйән улы Фәйрүзов тураһындағы яҡты хәтирәләр, иҫтәлектәр йөрәктәрҙә, күңелдәрҙә һаман да йәшәй һәм һаҡлана.

Халҡыбыҙ үҙенең данлы улдарын һис онотмай. Тыуған ауылы Үрге Ҡыйғыла генерал Фәйрүзов урамы барлыҡҡа килде, унда һәйкәл-бюст ҡуйылды. Республикала һәм Ҡыйғы районында уның иҫтәлегенә бокс һәм еңел атлетика буйынса ярыштар үткәрелә.

Ауылымдың уртаһында
Өр-яңы йорттар күрәм –
Ул сая, ҡыйғыр бөркөттөң
Исемен йөрөткән урам.

Тәҙрәләргә ҡарап барам,
Йылмая нәфис гөлдәр.
Ҡаһарман заттың рухын
Балҡытҡан икән кемдәр?

… Рәхмәт инде, яҡташтарым,
Онотмағанһығыҙ икән!
Һөйөнөп һеҙҙең барлыҡҡа,
Һоҡланып һеҙҙең тормошҡа,
Урамдар буйлап үтәм!

Радик ХӘКИМЙӘН.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”