RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » РӘМИ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ

28.02.2014 РӘМИ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ

РӘМИ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮйәки Әгәр шағир бөгөн тере булһа...
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, публицист, тәржемәсе Рәми Ғарипов беҙҙең арабыҙҙан бик йәш көйөнсә, ни бары 45 йәшендә генә китеп барҙы. Быйыл уға 82 йәш тулған булыр ине. Бәлки, был йәшкә етер ҙә ине, тик көслө рухлы шағир үҙе өсөн йәшәмәне, үҙен бер ҡасан да ҡайғыртманы, ә тик башҡорт халҡы, теле өсөн янды. Йәшәргә, эшләргә, яҙырға, әйтеп ҡалырға ашыҡты.
Бөгөн ул йәштәргә генә түгел, ололарға ла үрнәк булырлыҡ шәхестәрҙең береһе. Әле үҙе беҙҙең арала йәшәһә, егет-ҡыҙҙарға күпме аҡыл өйрәтер, яңы ғына башлап торған шағир, яҙыусы, журналистарға кәңәштәре менән ярҙам итер, тағы ла әллә күпме шиғыр ижад итер ине. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙ шағир менән ысынбарлыҡта түгел, ә ғүмере буйы алып барған көндәлектәре, шиғырҙары аша ғына яҡындан таныша, һөйләшә, фекер алыша алабыҙ. Үҙен һағынып, кәңәштәренә, аҡыллы һүҙҙәренә һыуһағанда беҙ уның менән һөйләшеп, әңгәмә ҡорорға булдыҡ. Яуаптарҙы уның үҫмер сағынан алып һуңғы көндәренә тиклем яҙған көндәлектәренән эҙләнек.
– Рәми ағай, һеҙҙе тура һүҙле булғанығыҙ, ярып һалып әйткәнегеҙ өсөн күптәр яратманы, хатта күрә алманы, шиғырҙарығыҙҙы баҫтырманылар, аҡса, фатир бирмәй интектерҙеләр. Башҡорт телен күтәргән өсөн “милләтсе” мөһөрөн дә таҡтылар. Бындай туралыҡ һеҙҙә тыумыштанмы?
– Ысынлап та, йәшереп тороуҙы мин яратманым. Сөнки ни эшләтәһең – ғәҙәт инде. Беҙҙең яҡтағы ҡарттар ҙа: “Сирен йәшергән –үлгән”, – ти бит. Аҡыллы ҡарттар улар. Тура әйтеү ғәҙәт ине беҙҙең яҡта. Шуға ла мин тура булдым.
– Шул туралыҡ өсөн һеҙгә йәшәү бик ауырға тура килде бит. Бәлки, туралыҡтан бер аҙ тыйылырға кәрәк булғандыр?
– Эйе, минең туралығым күптәргә оҡшаманы. Тик ауырлыҡтарһыҙ йәшәүҙең ни ҡыҙығы бар?! Кеше булғас, көрәшергә, еңергә тейешһең. Шулай булмағанда, һин бит паразит тигән иң ерәнгес исемдең хужаһы буласаҡһың. Беҙҙең яҡта бындай кешене “күҙле бүкән”, “утын” тип йөрөтәләр.
– Бик күптәребеҙ бөгөн ауырлыҡтарҙан ҡурҡа, уларҙы үткәрә белмәй. Бындай саҡта нимә эшләргә, тормош кәртәләрен нисек еңеп сығырға?
– Ни эшләргә? Көрәшергә, ташламаҫҡа кәрәк. Көрәшсе булып йәшәргә теләйһең икән, һин мораль яҡтан үҫеү менән бергә физик яҡтан да сынығырға тейешһең. Тормоштоң ысын кешеләре лә шулай иткән.
– Һеҙ һуңғы көнөгөҙгә тиклем көрәштегеҙ, яндығыҙ, ауыр саҡтарҙа ла үҙегеҙҙе ҡулға ала белдегеҙ. Көрәшсе булырға кемдән өйрәндегеҙ?
– Тормош үҙе өйрәтте, тип әйткәндә, мин яңылышмаған булырмын.
– Алдағы һүҙҙәрҙе әйткәндә һеҙгә ни бары 17 йәш булған. Тормош тураһында һөйләү бик иртә булмағанмы?
– Миңә ни бары биш йәш булған саҡта уҡ тормошто күреү ҡоралын табып алдым.
– Ниндәй ҡорал ул?
– Ул минең тоғро юлдашым, кәңәшсем һәм дуҫым. Ул – китап!
Китап һөй һин, ярат уны,
Юлдашың ит, ялғанламаҫ,
Тура илтер ул,
Һәр көнөңдө
Яҡты нурға биҙәр,
Күҙең асыр,
Һиңә бирер юл!
Эйе, ысынлап та,
Иң-иң тоғро
Изге юлдаш булыр ул
һиңә.
– Ә тормошто күрергә өйрәнеү өсөн ниндәй китаптар уҡырға кәрәк?
– Тыңла: китаптарҙың төрлөһөн дә уҡырға кәрәк. Ҡыҙыҡ түгелен дә. Сөнки күптәр уны ҡыҙыҡ өсөн генә уҡый. Был уҡымау менән бер. Китап менән һөйләшә, йәшәй бел. Тағы ла һинең был уҡылғандарыңдан үҙ күҙең менән тәнҡитле рәүештә ҡарай белеүең кәрәк. Әгәр ҙә шулай итмәгәндә – һуҡыр рәүештә уҡыйһың, тигән һүҙ.
– Аңлашылды. Йәшәү мәғәнәһе тураһында ла күп уйландыра. Шуның хаҡта ла әйтеп китһәгеҙ ине.
– Йәшәү ҡыҙыҡлы һәм мәғәнәле булһын өсөн һәр кем үҙенең юлын һайларға тейеш.
– Һеҙҙең йәшәү мәғәнәһе, маҡсатығыҙ нимә булды?
– Минең халҡым бар, уның ауыр, ҡатмарлы тарихы, уның яулап алған хоҡуҡтары, киләсәге бар. Тик уның Октябрь биргән ошо хоҡуҡтарын тулыһынса файҙаланыуын, бер кемдең дә уға бысраҡ ҡулын һуҙмауын, бер кемдең дә уны мыҫҡылламауын теләнем. Китаптарым аша әйтергә теләгән һүҙем үҙ халҡыма барып етһен, иң ғәҙел хөкөмдө уның ауыҙынан ишетһәм ине. Минең бөтә теләгем шул ғына булды. Шул теләгем изге булған өсөн генә ямаулы салбар кейеп, аслы-туҡлы йөрөнөм, балаларымды, ҡатынымды интектерҙем... Шул маҡсат өсөн генә һигеҙ йыл төрлө кешеләрҙең утын һарайында, тауар складтарында, юлаусылар йортонда, ҡунаҡханаларҙа йәшәп, ярты эш хаҡымды, ҡан-йәшемде түгеп йәшәнем, эшләнем һәм выжданыма, намыҫыма ҡаршы төшөп, аҡса өсөн бер генә юл да яҙа алманым. Башҡа халыҡтарҙы үҙ халҡым кеүек үк күргән өсөн мин уларҙың шиғырҙарын, тауыштарын үҙ телемә тәржемә иттем. Кәрәк булғас, шул халҡымдың киләсәге өсөн ҡорбан булыу миңә бер ни түгел ине.
– Һеҙ әле лә беҙҙең арала булһағыҙ...
– Ғүмерем зая уҙманы, иптәштәр. Иртә китте, тормошо ауыр булды, тип тә йәлләргә кәрәкмәй мине. Үҙ ҡулдарым менән һыҡмайынса ла шартлар ине был йөрәк. Тик шартлағансы мин күп булмаһа ла, өлгөрҙөм – бөтәһен дә татып, үҙ һүҙемде әйтеп киттем. Һеҙҙең ғүмерегеҙ ҙә “Тыуҙым, ғазапландым, киттем” генә булмаһын. Тыуғас, көйөн дә, һөй ҙә, һөйөл дә – һәм үҙеңдән һуң һинең төҫөңдө һаҡлаған емештәрең дә сәселеп ҡал­һын. Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит! Йәнең менән дә, тәнең менән дә! Беҙҙән һуң көслөрәк, баҙығыраҡ, матурыраҡ быуындар килеренә ышанып йәшәнем. “Рәхмәт” һүҙен, бәлки, ишетмәһәм дә, улар әйтер­ҙәр.
– Һеҙҙең ғүмерегеҙ ысынында ла юҡҡа үтмәне. Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ, эштәрегеҙ бөгөн беҙҙең өсөн маяҡ булып тора. Үҙебеҙ һеҙҙең менән осрашмаһаҡ та, ши­ғырҙарығыҙ, яҙмаларығыҙ һеҙҙең өсөн һөйләй. Һеҙ бөгөн беҙҙең арала булмаһағыҙ ҙа, һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәйһегеҙ. Башҡорт халҡы тере, тимәк, һеҙ ҙә тере. Һеҙҙең исемегеҙ үлемһеҙ. Рәми ағай, барыһы өсөн дә рәхмәт.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”