RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Кем һин, ҡайҙан һин, Матросов?»

21.02.2014 «Кем һин, ҡайҙан һин, Матросов?»

«Кем һин, ҡайҙан һин, Матросов?»Советтар Союзы Геройы Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) тыуыуына быйыл – 90 йыл. 1943 йылдың 27 февралендә Чернушки ауылын азат итеү өсөн барған һуғышта дошман дзоты амбразураһын үҙ күкрәге менән ҡаплап һәләк булған батырҙың исеме тарихҡа Александр Матросов булараҡ ингән.
Хәҡиҡәт утта янмай, һыуҙа батмай. 1990 йылдарҙағы рухи күтәрелеш осоронда ҡаһарман егеттең яҙмышын, дөрөҫөрәге, уның Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында тыуған Шакирйән Мөхәмәтйәнов булыуын асыҡлау буйынса эш башлана. Билдәле журналист Рәүеф Насиров оҙайлы эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә “Кем һин, Матросов?” тип аталған китап та сығарҙы.
Түбәндә оҙаҡ йылдар “Совет Башҡортостаны” (әле “Башҡортос­тан”) гәзитендә үҙ хәбәрсе булып эшләп, бөгөн “Ватандаш” журналының баш мөхәррир урынбаҫары йөгөн тартыусы Сәлимйән Бәҙретдиновтың 1989 йылдың июлендә ул саҡтағы “Ленинец” гәзитенең башҡортса дубляжы булған “Ленинсы”ла баҫылған мәҡәләһен гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. Унда Ша­кирйән-Сашаны яҡындан белеүсе кешеләр үҙҙәренең иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Уларҙың күптәре был яҡты донъянан баҡыйлыҡҡа күскәндер, моғайын.
Өлкән ҡәләмдәшебеҙҙең мәҡәләһен уға дөрөҫлөктө ярып һалған был ағай-апайҙарҙың балалары, туғандары ғына түгел, тарихыбыҙға, шәхестәребеҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кем ҡыҙыҡһынып уҡыр, тигән ниәттәбеҙ. Был яҙмаларҙы уҡытыусылар ҙа дәрестәрҙә файҙаланһын ине. Йәш быуын үҙебеҙҙең батырҙар­ҙы белеп, улар менән ғорурланып үҫергә тейеш.
Бөтөн Башҡортостан халҡын ҡыҙыҡһындырған ошо тема буйынса Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында фекер алышыу йыйыны булып үтте. Унда ҡатнашыусылар иғтибарға лайыҡ хәтирәләр менән уртаҡлашты. Уларҙың һөйләгәне, һәр һүҙе ил батырының тыуған төйәген, балалыҡ йылдарын, зат-ырыуын асыҡлауҙа алтын бөртөктәренә бәрәбәр. Ошо хәлдәрҙе Матросовтың иптәштәренең кемгәлер һөйләүе ихтимал. Тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр дауам итә. Кем һин, Матросов?

Фуат Әсәҙуллин, Ҡунаҡбай ауылы, һуғыш ветерандары советы рәйесе, ике Дан ордены кавалеры: 1952 йылдың июнь айы ине. Ирғәлин Ғәзнәүи Ғәли улы мин йәшәгән йортҡа килде. Ул 1924 йылғы. Бала саҡта бергә уйнаныҡ, бергә йөрөнөк – күрше инек. Үҫә төшкәс, йәнә бергә ер һөрҙөк, тырматтыҡ. Үгәй инәй ҡағыуы, ҡарамауы арҡаһында, ул аслыҡ, яланғаслыҡ, ҡыйынлыҡ кисерҙе, күберәген Мәхүпъямал өләсәһендә булды, тамаҡ туйҙырҙы. Был хәйерселек, ауырлыҡ уның тамам теңкәһенә тейҙе һәм ул ике мәртәбә ситкә сығып китте. Ирғәлин Ғәзнәүи минең өйөмә килгән сағында:
– Фуат, һин һуғышта булған кеше, партияла абруйың бар, Александр Матросов мәсьәләһен ҡуҙғатайыҡ әле, ул бит Юныс бабайҙың улы Шакирйән, – тине. Тәүҙә мин ышанманым.
– Улайһа, паспортымды ҡара, – тип һүҙен бирмәне ауылдашым. Ни күрәм – паспортта Ғәзнәүиҙең фотоһы, ә фамилияһы Чернеков, исеме Григорий, өҫтәүенә, Иванович. 1932 йылда тыуған тип яҙыл­ған, төптө дөрөҫ түгел.
– Бына шулай, Фуат... Беҙ Шакирйән менән күп йөрөнөк, күп ил гиҙҙек, күргәндәребеҙҙе башҡа берәү ҙә күрмәһен. Шуға ла беҙгә рус булыу кәрәк ине, – тине, ауыр көрһөнөп.
Бынан һуң байтаҡ йылдар үтте, тормош үҙгәрҙе, ветерандарға иғтибар артты, осрашыуҙар, кешеләрҙе эҙләү башланды. 1977 йылда Днепропетровскиҙа 54-се уҡсылар дивизияһы ветерандарының осрашыуы булды. Шул саҡ Ғәзнәүи Ирғәлиндың әйткәндәрен иҫемә төшөрөп, тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡарарға барҙым. Музейҙа Александр Матросов иҫтәлегенә асылған мөйөш бик фәҡир, уның ҡайҙа тыуып үҫеүе, ҡайһы ауылдыҡы, ата-әсәһе, туғандары кем – был хаҡта бер нәмә лә юҡ ине. Әллә ауылдашым Ғәзнәүиҙең һөйләгәндәре дөрөҫмө икән? Ҡайтыу менән Мәскәү, Днепропетровск архивтарына хаттар яҙып һалдым. Уларҙан: «Беҙ уның ҡайҙан икәнен белмәйбеҙ», – тигән, мисәт баҫылып раҫланған яуаптар килде. Яҙыусыларҙың Матросов тураһында яҙылған китаптарында, энциклопедия һүҙлектәрендә лә уның ҡайҙан икәне билдәһеҙ. Мин, Ирғәлиндың, йәғни Чернеков Григорий Ивановичтың адресын эҙләп табып, унан ике хат алырға өлгөрҙөм. Ғәзнәүи йәнә: «Беҙ бергә булдыҡ, Александр – Саша – Юныс бабайҙың улы Шакирйән», – тип факттар килтереп яҙҙы. Миңә лә Матросов тураһында тарихи хәҡиҡәт тантана итергә тейеш һымаҡ тойола башланы һәм Шакирйән менән бала сағыбыҙ йәнә күҙ алдыма баҫты.
1931 – 1932 йылдарҙа Шакирйән менән бергә крәҫтиән балалары өсөн ойошторолған төшкө аш ашарға йөрөнөк (бәлки, Матросов ошо һәм башҡа хәтирәләрҙе балалар йортонда, иптәштәренә, яуҙаштарына һөйләгәндер?). 1933 – 1934 йылдарҙа минең атайым ҡарауылсы булды. Каланча Юныс бабай йортонан утыҙ-утыҙ биш метр алыҫлыҡта ғына ине. Юныс бабай­ҙың аяғы зәғиф булыу, күҙҙәре насар күреү сәбәпле, Шакирйән уны етәкләп йөрөттө. Каланчаның йәшел бесән түшәлгән ҡыйығы аҫтында Юныс бабайҙың батырҙар тураһындағы әкиәттәрен тыңлап ятҡандар һис онотолмай. Атайым да серле Ҡаф тауы, дейеү-аждаһалар, улар менән алыш­ҡан ҡаһармандар, Ҡатил батша әкиәттәрен һөйләр ине. Ошо әкиәттәрҙе тыңлап, күңелдәренә һеңдергән малайҙарҙың, егет булғас, фашист аждаһаларға йән аямай ташланыуы ысынбарлыҡ. Беҙ ҡыҙығып тыңлайбыҙ-тыңлайбыҙ ҙа, ялҡып китһәк, һыу инергә, балыҡ һөҙөргә, йә тауға йыуа ашарға бара йәки ашыҡ, йәкәл уйнай инек. Йәй көндәрендә ауыл кешеһе ҡырҙа була, шул мәлдә шалҡан, кишер, һуған үҫкән баҡсаларға «һөжүм» дә итәбеҙ. Шакирйән ул яҡҡа сосораҡ ине һәм мин күберәк уға эйәрҙем.
Шакирйәндәрҙең тормошо үтә ауыр ине шул: атаһы эшкә һәләтһеҙ, инәһе лә һүлпән, өҫтәүенә, үгәй. 1934 йылдың йәйендә балалыҡ дуҫым күҙҙән юғалды. Бергә йөрөгәс, уның төҫ-башы, үҙен тотошо, ҡылыҡтары онотолмаҫлыҡ булып күңелемә уйылған. И. Шкадаре­вичтың «Бессмертный подвиг Александра Матросова» китабында бирелгән Сашаның гитара уйнап төшкән рәсемендә Шакирйәнде таныным. Икенсе бер баҫмала ҡулына күгәрсен тотҡан фотоһында бигерәк тә үҙе – минең балалыҡ дуҫым.
Ниңә Шакирйән исем-фами­лияһын үҙгәрткән?! Мин шуны әйтә алам: һуғышҡа тиклем дә, һуғыштан һуң да аҙ һанлы халыҡтарҙы төрлөсә йәберләнеләр, ҡыйырһыттылар. ФЗО-ла рус малайҙары менән көнөнә бер-ике мәртәбә һуғышмай ҡалманыҡ. Армияла ла насар һүҙҙәр әйтеп кәмһеттеләр. Бынан ҡотолоу өсөн милләтебеҙҙе йәшереп, рус булырға тырыштыҡ. Шуға ла Ғәзнәүи Ирғәлиндың – Чернеков Григорийға, Шакирйән Мөхәмәтйәновтың – Сашаға, Александр Матросовҡа әйләнеп китеүе ғәжәп түгел. Тельняшкаһы – матрос, кейеме матрос – Матросов иткән тормоштан быға әллә күпме миҫал килтереп була.
Беҙгә ошо хәл дә мәғлүм: 1943 йылда Заһир Ғибаевтың өс һеңлеһен Ғөбәйҙә Баграмова Туңғатар балалар йортона илтә. Уларҙың береһе тәүҙә – Өфөлә, шунан Благовещенда тәрбиәләнә. 1955 йылда ул тыуған ауылын эҙләп таба. Башҡортса һөйләшергә онотҡан, 1935 йылғы урынына 1937 йылғы булып киткән, инде Миңсадиҡаның исеме – Мария. Паспортына әсәһе Миңзифаны – Маша, атаһы Хәйретдинде Михаил тип яҙғандар. Рустар араһына барһаҡ бит Федя, Гриша, Миша булабыҙ ҙа китәбеҙ. Шуға ла Шакирйәндең Сашаға әйләнеүе – тәбиғи хәл. Ваҡытында Матросовтың кем булыуын асыҡлау маҡсатында ярҙам һорап Әнүәр Бикчәнтәевҡа ла яҙып ҡараным – файҙа булманы. Журналист Рәүеф Насиров «Совет Башҡортос­таны»нда был хаҡта яҙып сығып, Матросовты терелткәндәй итте. Ә тарихсы Р. Әйүпов иптәш, «Советская Башкирия» газетаһындағы сығышында, халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һалмай, уның менән һөйләшмәй, мәғлүмәттәрҙе төплө тикшермәй тороп, кире һығымталар яһай. Беҙҙең арабыҙҙа Шакирйән менән бергә уйнап үҫкән ҡыҙҙар, егеттәр – уны хәтерләгән кешеләр, Сашаны Шакирйән итеп танығандар бар. Уларҙы, тере кешеләрҙе, инҡар итеү нисек атала икән? Беҙ Александр Матросовтың исем-фамилияһын үҙгәрттерергә йыйынмайбыҙ, әммә уның бала сағын асыҡларға, тыуған ауылы Ҡунаҡбай икәнен иҫбатларға тырышабыҙ. Сөнки быға байтаҡ дәлил бар, Сашаны Шакирйән тип таныған кешеләр иҫән.
Мәрхәбә МӨТИҒУЛЛИНА: Мин Учалы ауылында йәшәһәм дә, тыуған төйәгем – Ҡунаҡбай ауылы. Йортобоҙ оло урамдың уртаһында, Юныс бабай­ҙарҙан алыҫ түгел ине. Уларҙың өйө каланча артында, бәләкәй тәҙрәле, ҡаралтыһы юҡ. Күрше-тирәлә йәштәштәрем малайҙар, шул сәбәпле ҡустым Әнүәр, Юныс бабайҙың улы Шакирйән менән уйнайым. Ҡайһы бер йома көндәрҙә әсәйем:
– Бына ошо йылы бәрәңге шәңкәһен Юныс бабайыңдарға алып барып хәйер итеп бир, фатиха ҡылғанын көтөп тор, – тип уларға ебәргеләй ине.
Әллә шуға, әллә Шакирйән үҙе һорағанғалырмы, туйғандан һуң ниндәйҙер ризыҡты уға алып сығып ашатҡылай инем: бер һыныҡ икмәк, йә бер шаҡмаҡ шәкәр, күберәге бәрәңге шәңкәһе. Миңә, ҡыҙ балаға, ике малай менән уйнауы күңелһеҙ булып китә. Шул саҡ Шакирйән менән Әнүәрҙе ҡалдырып, баҡса артынан Нәфисәләргә йүгерәм. Шакирйән Юныс бабайҙы етәкләп урам буйлап йөрөткөләй. Бик ауыр ине уларҙың тормошо. Юныс бабай – ғәрип, Шакирйән әлегә эшкә ярамай. Уларҙы ашатып-эсереү Фәхриямал әбейгә (үгәй әсәй) тура килде. Эшләп алғаны тамаҡ ялғарға ла етмәй, колхоз фәҡир. Нишләһен, үгәй әсәй Шакирйәндән булһа ла ҡотолоу яғын ҡарай. Үҙенең һөйләүе буйынса, уны балалар йортоноң коридорында ҡалдырып китә. Малай илай, уны индермәйҙәр. Ташлап ҡалдырылғанын төшөнгәс кенә ҡабул итәләр. Быны үгәй әсәй үҙе күҙәтеп торған. Шакирйәнде алып ингәндәрен күргәс, Фәхриямал бер нисә көндән Ҡунаҡбайға асығып, арып-талып ҡайтып ингән. Әсәйемдең: «Шакирйәнде приютҡа биреп киткән икән Фәхриямал», – тигән һүҙҙәрен хәтерләйем. Был хәл 1934 йылға тура килә. Мин приютты бик һәйбәт урын икән тип аңланым бала саҡта.

С. БӘҘРЕТДИНОВ,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.


(«Ленинсы», 78, 79-сы һандар, 1989 йыл).
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”