RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Тарих яҙҙы – халҡын ҙурланы

31.01.2014 Тарих яҙҙы – халҡын ҙурланы

А. Инан исемендәге китапханала Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы, яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Ибра­һи­мовтың хәтер кисәһе үтте. 16 ғинуарҙа уға 95 йәш тулған булыр ине.
Сарала драматург, рәссам Х. Ир­ғәлин, Ғ. Ибраһимов исемендәге премия лауреаттары, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Р. Ғәлин, шағирә З. Муллағәлиева, шулай уҡ Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия һәм 2-се лицей-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Кисәгә китапхана хеҙмәткәрҙәре яҙыусының тормошо һәм китаптары хаҡында мультимедиа презентация, “Тарих яҙҙы – халҡын ҙурланы”, “Ғ Ибраһимов исемендәге премия лауреаттары” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе ойошторғайны.
Ғәли Ибраһимов беҙҙең ҡалала тыуып, бала сағы, үҫмер йылдары шунда үтә. Башҡорт әҙәбиәтендә ҙур күләмле “Кинйә” тарихи романын яҙып, ул әҙәбиәтебеҙҙе тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрә, байыта. Шуға ла мәктәп уҡыусылары һәм ҡала халҡы уны белеп, ғорурланырға хаҡлы. Килгән ҡунаҡтар яҙыусы хаҡындағы матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Х. Ирғәлин “Кинйә” романының йөкмәткеһе менән таныштырып, рус яҙыусыһы В. Шишковтың “Емельян Пугачев” исемле китабы менән тиңләп, сағыштырмаса анализ яһаны. Ә З. Муллағәлиева яҙыусы тураһындағы яҡты иҫтәлектәрен яңыртты. Уның ғәжәп тыйнаҡ, баҫалҡы, ифрат ипле булыуын уҡыусылар күңеленә асып һалды. Башҡор­тостандың халыҡ артисы Р. Ғәлин – “Кинйә” романы буйынса төшөрөлгән “Кинйә абыҙ” телефильмында төп ролде, башҡорт халҡының билдәле улы образын бөтөн күңелен һалып башҡарған артист. Шуға ла тыңлаусылар уға, уйнаған роле менән ҡыҙыҡһынып, төрлө һорау­ҙар бирҙе. Мәктәп уҡыу­сылары ла яҙыу­сының хәтер кисәһенә матур музыкаль бүләк алып килгән. 2-се лицей-интернат уҡыусыһы Алина Вахитова “Ҡурай” йырын башҡарһа (етәксеһе Р. Хәбибуллина), 3-сө гимназия уҡыу­сылары Лиана Кәримова һәм Динара Өмөтҡужина (уҡытыусылары Р. Сафарова, М. Курбатова) “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен башҡарып, барыһын да хайран итте.
Рәссам Х. Ирғәлиндың китапхананы биҙәп торған эше – Ғәли Ибраһимовтың портреты, әйтер­һең дә, йәнләнеп, рухы шатланып киткәндәй тойолдо.

Н. ИҪӘНҒУЖИНА,
китапхана мөдире.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”