RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Моң батшаһы Хөсәйен

17.01.2014 Моң батшаһы Хөсәйен

Моң батшаһы ХөсәйенБашҡорт сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдыр­ған композитор Хөсәйен Әхмәтов ысын мәғәнәһендә башҡорт профессиональ музыкаһы үҫешенә оло йоғонто яһай. Ул ижад иткән әҫәрҙәр араһында опера ла, балет та, симфония ла, хор һәм инструменталь әҫәр­ҙәр ҙә, спектакль һәм кинофильм­дар­ға яҙылған көйҙәр һәм башҡаһы ла бар. Шулай ҙа композитор вокал музыкаһын ижад итеүҙе үҙенең төп бурысы тип һанай – 600-ҙән ашыу йыр һәм романсы, 12 вокал циклы бар.

«Бәреп сыҡҡан шишмә
ағыр юлын таба»

Хөсәйен Әхмәтов 1914 йылдың 6 ғинуарында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында донъяға килә. Буласаҡ композиторҙың бала сағы аслыҡта һәм хәйерселектә уҙа. Аталары Фәйзулла, балаларын етем ҡалдырып, йәшләй генә үлеп китә. Байҙарға батраклыҡ итеп тамаҡ аҫраған Хөсәйенде ауылдаштары йыш ҡына урман ағыҙыу эшенә алып китә. Үтә сибек, ауыҙын асһа үпкәһе күренгән малайҙан йүнле эшсе сыҡмаҫы көн кеүек асыҡ. Өлкәндәр бәләкәйҙән үк моңло тауышҡа эйә малайҙы йырлап күңелде асһын өсөн үҙҙәре менән йөрөтә. Ғөмүмән, “Сыңғыҙҙан Хөсәйен”дең даны бар тирәләге ауылға таралған була — ауыр оҙон көйҙәргә тыны етеп, башҡорт халыҡ йырҙарын еңел һәм аһәңле итеп башҡарған малайҙы барыһы ла хөрмәт итә. Киләсәктә уның ижады нигеҙендә лә тап оҙон көй стиле ятасаҡ.
Нисек кенә ауыр булмаһын, белем алыу теләге менән янған үҫмер Баймаҡ тау-сәнәғәт мәктәп-техникумына уҡырға килә. Күңелендәге сәнғәткә булған һөйөү Хөсәйенде артабан алыҫыраҡ тарафтар­ға – Ҡазан музыка техникумына илтә. Скрипка класында белем алған студент татар композиторы Сәлих Сәйҙәшев менән осрашып һөйләшкәндән һуң, профессиональ композитор булырға, тигән ныҡлы ҡарарға килә.

Милли студияла
белем алыу

1932 йылда Хөсәйен Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы милли башҡорт студияһына уҡырға инә. Тәүҙә вокал, һуңынан композиция бүлегендә белем ала. Оҫта көйҙәр ижад итеүсе студент төркөмдә иң яҡшылар иҫәбендә була. Тәүге әҫәрҙәрендә ул М. Ғафури һәм Ҡ. Даян шиғырҙарын, “Ҡуйы муйыл” һәм “Урал” халыҡ йырҙарын, инструменталь пьесаларҙы эшкәртә. Ә “Буранбай” йырына фантазия әҫәрендә композитор­ҙың яратҡан йыры скрипкала фортепиано оҙатыуында яңғырай. Был, әлбиттә, башҡорт музыкаһында өр-яңы күренеш була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән егет, студияның барлыҡ студенттары кеүек үк, доброволец булып фронтҡа китергә теләк белдерә. Тик снайпер булып дошманға ҡаршы көрәш башлаған һалдат оҙаҡ һуғыша алмай. Үпкә ауырыуы аҙып китеү сәбәпле, Хөсәйен Әхмәтовты өс айҙан һуң демобилизациялайҙар. 1941 йылдың ноябрендә композитор Өфөгә ҡайта һәм радиола музыкаль мөхәррир булып эш башлай. 1944 йылда милли башҡорт студияһында уҡытыу тергеҙелә һәм дәрестәр дауам итә. Мәскәү композиторы Николай Чем­берджи етәкселегендә Х. Әхмәтов Б. Бикбайҙың “Яҙғы иртә”, “Батырға бүләк”, “Изге һуғыш”, “Ҡарт яугир һәм йәш һунарсы” шиғырҙарына һәм балладаларына йырҙар эшкәртә. Был композитор­ҙың Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына һәм геройҙарына арналған балладалар циклына башланғыс булып ята.

Башҡортостанға ҡайтыу

1945 йылда Мәскәү консерваторияһының милли студияһын тамамлаған йәш белгес Өфөгә ҡайта. Яңы идеялар менән янған егет ең һыҙғанып ижад итә башлай. Был осорҙа “Совет Башҡортостаны” кинофильмына музыка (Р. Мортазин менән берлектә), “Лирик моңдар” симфоник сюитаһы яҙыла. Мәскәүҙәге башҡорт сәнғәте декадаһына (1955) Х. Кәрим һәм М. Кәрим шиғырҙарына махсус рәүештә ижад ителгән кантата авторы ла Хөсәйен Әхмәтов була. Ә Нариман Сабитов менән бергә ижад иткән “Тау бөркөтө” балеты уны билдәле композиторҙар исемлегенә беркетә.
Хөсәйен Фәйзулла улының ижадында һәр ваҡыт йыр музыкаһы төп урынды биләй. Белгестәр уның йыр ижадын совет эпохаһының музыкаль йылъяҙмаһына тиңләй. Үҙ дәүеренең идеяларын данлаған барлыҡ ижадсылар кеүек, уға ла тыныслыҡ өсөн көрәшкә саҡырыу, Ленин һәм партия эштәрен маҡтау, юғары патриотик рух, халыҡтар дуҫлығына гимн, Тыуған иле һәм еренә мәҙхиә башҡарыу хас. Шулай уҡ вальс көйҙәре лә бихисап. Мәҫәлән, 60-сы йылдарҙа Рәғиҙә Йән­бу­латова шиғырына яҙылған популяр “Өфөм – баш ҡалам” вальсын белмәгән кеше бик һирәк булғандыр. Ком­позитор тырыш хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә.

Йәмәғәт
эшмәкәрлеге

Х. Әхмәтов, республиканың музыка тормошон ойоштороуҙан тыш, йәмәғәт эшенә лә күп ваҡытын бүлә. 1941 – 1947 йылдарҙа БАССР-ҙың Мәҙәниәт эштәре буйынса идаралығы ҡарамағындағы музыкаль-фольклор кабинеттың мөдире була (1953 йылдан – Мәҙәниәт министрлығында). Был вазифала ул башҡорт халыҡ йырҙарын йыйыу менән мауыға башлай, һуңынан уларҙы фольклор йыйынтығы итеп баҫтыра. 1948 –1953 йылдарҙа республиканың Компо­зиторҙар союзы рәйесе, Ер шарын яҡлау республика комитеты етәксеһе урынбаҫары вазифаһында барлыҡ көсөн-дәртен һалып эшләй. Ә 1974 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында художество етәксеһе вазифаһында эшләгән осорҙа композитор ижади коллективтарҙың проблемаларына башкөллө сума, репертуар өҫтөндә ныҡлап эшләй, гастролдәрҙе ойоштороуға айырым иғтибар бүлә. Артабан Башҡортос­тандың хор йәмғиәтен етәкләй (1976 –1992). Шул уҡ ваҡытта уның ижад ҡомары һис тә һүрелмәй. 70 – 80-се йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов, булмышы менән фәйләсүф булараҡ, йәшәү һәм үлем, ваҡыт һәм мәңгелек, мөхәббәт темаларын үҙ итә башлай. Тәү башлап Мифтахетдин Аҡмулла ижадына ла тап ул мөрәжәғәт итә һәм мәғрифәтсе шиғырҙарына “Биш шиғыр” тип аталған вокал циклын яҙа. Уның рус классиктары Пушкин, Есенин, Лермонтов шиғырҙарына арналған әҫәр­ҙәре лә бар. Хөсәйен Әхмәтов авторлығында “Башҡорт композиторҙарының хор әҫәрҙәре” һәм “Оҙон башҡорт йырҙары” китаптары донъя күрә.

Иҫтәлеккә моңо ҡалды

Композитор ғүмеренең һуңғы алты йылында башҡорт шағирҙары әҫәрҙәренә яҙған романстарын “Йыһан” вокал циклында бергә туплай. Икенсе операһы – “Нәркәс”тең (И. Йомағолов трагедияһы буйынса), ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәхнәләштерелеүен күреп өлгөрә алмай. Тағы ике симфонияһы, “Урал батыр” симфоник картинаһы тамамланмай ҡала. 1993 йылдың 8 ғинуарында башҡорт халҡының мәшһүр улы яҡты донъя менән хушлаша. Башҡорт профессиональ музыка сәнғәтендә оло ҡаҙанышҡа ирешкән моң батшаһы Хөсәйен Әхмәтов “РСФСР-ҙың атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре”, “РСФСР-ҙың халыҡ артисы” тигән юғары исемдәргә лайыҡ була. Исемен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған ауылы Сыңғыҙҙа, Сибай ҡалаһында композиторҙың музей­ҙары асылды, Башҡорт дәүләт филармонияһына исеме бирелде.
Лайыҡлы рәүештә данлыҡлы композиторҙың исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт филармонияһында 24 ғинуарҙа Хөсәйен Әхмәтовтың 100 йыллығына арналған тамаша буласаҡ. Концертта филармонияның билдәле йырсылары һәм сәнғәт оҫталары ҡатнаша.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.

Композитор тураһында – замандаштары

Миңләхмәт ҒӘЙНЕТДИНОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Хөсәйен Әхмәтов менән 1967 йылдан таныш инек. Мин эш башлағанда ул художество етәксеһе булып эшләй ине. Хәтеремдә мөһабәт, ҡоростай ныҡ, бер һүҙле кеше булып һаҡланған.
Хөсәйен ағай ҡунаҡ һыйларға яратты, йыш ҡына мине һәм башҡа артистарҙы өйөнә алып ҡайта торғайны. Үҙе кеүек үк, ғаиләһе лә алсаҡ, ихлас кешеләр, мул табын артында һыйланабыҙ, таңға тиклем ижад, сәнғәт тураһында һөйләшеп ултыра инек. Уның фатирында йыйылышып бәхәсләшеүҙәр, киләсәккә пландар ҡороу, яңы идеяларҙы уртаҡлашыу үҙе бер изге традиция булды. Түрәмен тип, танауын күккә сөймәгән, ҡул аҫтындағыларҙың фекере менән иҫәпләшкән, артистар менән уртаҡ тел таба белгән Хөсәйен Фәйзулла улын барыһы ла яратты һәм хөрмәт итте.

Камил ВӘЛИЕВ, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Минеңсә, Башҡортостанда иң һәләтле, ҡабатланмаҫ дүрт композитор бар. Улар Заһир Исмәғилев, Рәүеф Мортазин, Нариман Сабитов һәм, әлбиттә, Хөсәйен Әхмәтов. Һуңғыһын мин композитор-фәйләсүф тип әйтер инем. Ул ғәжәйеп романстар авторы. “Ал да нур сәс халҡыңа” йыры үҙе ни тора! Бөйөк композитор тарафынан ижад ителгән “Өфөм – баш ҡалам” исемле йыр ысынында иһә баш ҡаланың гимнына әүерелгәйне. Мостай Кәримдең “Ғүмер” исемле шиғырына яҙылған йырҙы ла тамашасылар бик яратып ҡабул итте.
Хөсәйен Әхмәтов менән беренсе осрашыуым Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында булды. Был 1959 йыл ине. Хөсәйен Фәйзулла улы концертта миңә үҙенең “Өфөм – баш ҡалам” исемле йырын башҡарырға тәҡдим итте. Мин ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡуш ҡуллап ризалаштым. Хөсәйен Әхмәтов менән 30 йыл бергә эшләнек. Ул алсаҡ, ҡунаҡсыл кеше булараҡ, тик яҡшы яҡтары менән хәтеремдә һаҡлана.

Редик ФӘСХЕТДИНОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы:
— Хөсәйен ағайҙы мәктәп йылдарынан уҡ беләм. Бала саҡтан баянда уның әҫәрҙәрен уйнап үҫтем. Студент йылдарында ла күренекле композиторҙың ижады йыр сәнғәтендәге маяҡ булараҡ үҙенә тартып торҙо. Филармонияла баянсы булып эш башлағанда, Хөсәйен Фәйзулла улы филармонияның художество еткәсеһе ине. Ул бик талапсан һәм шул уҡ ваҡытта үтә ярҙамсыл булды. Һәр ваҡыт кеше күңелен уйлағанға күрә күңелһеҙ хәлдәргә лә тарып ҡуя ине. Мәҫәлән, уның автомобиль һатып алғаны иҫтә ҡалған. Тик юлда башҡа бер водителде ҡайғыртып, уны үткәреп ебәрмәксе булып, үҙе аварияға осраны. Ғәҙәттә, һәр ваҡиғаны йөрәге аша үткәреүсән ағайыбыҙ көйәләнеп ҡайтып килә һәм абайламаҫтан гаражды ла үтә сыға. Күрәһең, хис-тойғолары ташып, тулҡынланған мәле булғандыр инде, бындай күңел торошо һәр ижад кешеһенә хас. Ошо хәлдән һуң Хөсәйен ағай машинаға бөтөнләй ҡул һелтәне, башҡаса уны руль артында күрмәнек. Күп артисҡа торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә булышлыҡ итте. Бының өсөн уға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Мәшһүр композитор Хөсәйен Әхмәтовтың эшсәнлеге, тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Белеүемсә, ул 100-ҙән ашыу халыҡ көйөн эшкәртте.

Салауат ИТБАЕВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
— Бер мәл Башҡорт дәүләт филармонияһы Учалы районында фестиваль ойошторҙо. Фестивалдә Хөсәйен Әхмәтов та ҡатнашты. Миңә уның менән Учалыға тиклем поезда бер купела барырға насип булды. “Поезд иртәнсәк кенә барып етә, уға тиклем нимә эшләйбеҙ? Шахмат уйнайһыңмы?” – композитор­ҙың тәҡдименә ҙур кинәнес менән ризалаштым. Хөсәйен ағайҙың бик һәйбәт уйнағанын белә инем, әммә уның менән шахмат таҡтаһында осрашҡаным булманы. Юл буйына “яғалаша”, алмаш-тилмәш еңә һәм еңелә торғас, Учалыға барып еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Минең ҡайһы саҡ еңеп ҡуйғанымды ул бик тыныс ҡабул итте, хатта, яҡшы уйнайһың, тип маҡтарға онотманы. Был ваҡытта уның бөйөк композитор булыуына һис тә ышанып та булмай ине. Үҙен яп-ябай, эскерһеҙ һәм ихлас тотҡан Хөсәйен Әхмәтов менән был осрашыу бер мәл генә булһа ла яҡты, матур хәтирәләр булып ғүмерем буйына күңелемдә һаҡлана.

Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА яҙып алды.











Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”