RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » 9 ҺАНЫ ҠУРҠЫНЫСМЫ, ӘЛЛӘ ТАУ ҮҘЕМЕ?

08.11.2013 9 ҺАНЫ ҠУРҠЫНЫСМЫ, ӘЛЛӘ ТАУ ҮҘЕМЕ?

9 ҺАНЫ ҠУРҠЫНЫСМЫ, ӘЛЛӘ ТАУ ҮҘЕМЕ?Уралдағы Үлем тауында бер юлы туғыҙ турист ҡот осҡос әжәлгә дусар булған
1959 йылда Свердловск өлкә­һендә булған фажиғә тураһында аныҡ ҡына һығымталар юҡ. Тотошлайы менән мистиканан, яуапһыҙ һорауҙар­ҙан торған, туғыҙ кешенең үлеменә килтергән фажиғә урындағы халыҡтың да, сит илдәрҙәге кешеләрҙең дә теленән төшмәй. 1959 йылда ҡышын турист студенттар етәкселәре менән Уралдағы бер тауға экспедицияға юлланған. Саңғысылар төркөмө тәүҙә те­йешле урындарға барып еткән һайын туғандары, яҡындары ме­нән бәйләнешкә сығып тор­ған. Ләкин бер көндө уларҙы көткәндәр ҡаты ҡурҡыуға төшкән, сөнки уларҙан бер ниндәй ҙә хәбәр булмаған. Хәүеф­лән­гән кешеләр ҡотҡа­рыу­сыларға мөрәжәғәт иткән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарыу­сылар туристарҙың үле кәүҙәләрен генә табып алған. Туғыҙ кеше лә ҡот осҡос әжәлгә дусар булған. Уларҙың нисек үлеүен бөгөнгәсә ныҡлап асыҡлай алмауҙары ғәжәпләндерә.

9

Легенда буйынса, ҡасандыр әлеге тауҙа туғыҙ кеше үлтерелгән булған. Уларҙың нисек, нишләп һәләк булыуын бер кем дә аңлата алмаған. Тәүге үлтерелгән кешеләр урындағы халыҡтан ойошҡан булған. 1959 йылда төҙөлгән төркөм тәүҙә 10 кешенән торған, ләкин улар­ҙың берәүһе ҡапыл ғына ауырып китеп, экспедицияны туғыҙ кеше дауам иткән. Йәштәрҙән торған туристар төркөмөн Дятлов фамилиялы егет етәкләгән. Әлбиттә, уға тауға туғыҙ кеше менеүенең хәүефле икәнлеген, ошо ергә бәйле легендалар барлығын аңлатыусылар булған. Ләкин бер нәмәнән дә ҡурҡмаған йәштәр айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән юлын дауам иткән.
Поход ҡатмарлы ғына булған. Тауҙағы матур тәбиғәт, тыныслыҡ күптәрҙе ылыҡтыра. Унда әле лә туристар күпләп күтәрелә, ләкин төркөмдәр бер ваҡытта ла туғыҙ кешенән төҙөлмәй. Булмаһа, 1959 йылға әйләнеп ҡайтайыҡ. Үлектәр тауында фажиғә 1 йәки 2 февралдә булған, тип билдәләйҙәр. Тик­шереүҙәр күрһәтеүенсә, туристар тау битләүендә ял итергә туҡтаған. Палаткалар ҡороп, ашап та алғандары асыҡланған һәм, бөтә ҡағиҙәләрҙе лә теүәл үтәп, дөрөҫ итеп урынлашҡандар. Тирә-яҡты фотоға ла төшөргәндәр. Эксперттар фекеренсә, туристар сәғәт киске алтынан да ҡалмай палаткаларҙы ҡорған булған.
Туристарҙың палаткаларға инеп йоҡларға ятыуы ла билдәле. Ләкин тап шул саҡта ҡот осҡос хәл булған да инде: нимәнәндер ҡурҡҡан кешеләр палаткаларҙы бысаҡтар менән йыртып сығып, тау аҫтына табан йүгерә башлаған. Уларҙың эҙҙәре лә аңларлыҡ түгел – турис­тар йә бергәләшеп йәнәш йүгергән, йә айырылып киткән. Әйтерһең дә, уларҙы ниндәйҙер көс бер урынға тупларға тырышҡан. Палатка эргәһенә бер кемдең дә, бер ниндәй ҙә йәнлектең дә яҡынламауы ап-асыҡ күренгән – эҙҙәр туристар­ҙыҡы ғына. Тәбиғәт фажиғәһе лә күҙәтелмәгән – ҡар шыуыу хәүефе лә юҡ, ел-фәлән дә. Урманға инеү менән туристарҙың эҙе лә юғалған. Ләкин быныһын аңларға була – ҡар еле ҡаплап киткән. Кешеләрҙең палатканан бер нисә секундта йүгерешеп сығыуы аңлашыла, сөнки кейенеп тә өлгөрмәгәндәр, ҡай­һыһы ялан аяҡ, ҡайһыһының аяғында – һыңар быйма…
Меҫкен туристарҙы летчиктар табып алған. Иң тәүҙә һауанан усаҡ янында ятҡан ике кәүҙәне күреп ҡалғандар. Улар эске кейемдә генә ҡалғансы сисенгән булған. Усаҡтан 300 метр тирәһе ситтә төркөмдөң етәксеһе Дятлов палаткаға табан шыуышҡан еренән ҡатып ҡалған килеш табылған. Тағы ла бер кәүҙә палаткаға яҡын ғына ятҡан, һуңынан уның баш һөйәге сатнаған булыуы асыҡланған. Баш һөйәген сатнат­ҡансы һуғылған кешенең тиреһендә саҡ ҡына булһа ла сыйылған урын да табылмауы бөтөнләй аңлашылмай. Ләкин егет тә башы емерелеүҙән түгел, туңыуҙан үлгән. Палаткаға яҡын уҡ ятҡан бер ҡыҙҙың ҡан ҡоҫоуы асыҡланған. Ләкин уның тәнендә лә бер ниндәй ҙә яра юҡ.
Тағы ла бер нисә турист усаҡтан ситтәрәк табылған. Эҙҙәр шуны күрһәтә: уларҙы ситкәрәк ул ваҡытта тере булған туристар үҙҙәре һөйрәп алып киткән. Тап ошо туристар ҡот осҡос яраларҙан һәләк булған – уларҙың баш һөйәктәрен емергәндәр, ҡабырғалары һынып бөткән, баштарына ҡан һауған. Ләкин шуныһы ғәжәп – үлемесле яралан­ған кешеләрҙең дә тиреһендә сыйылған урын да юҡ.
Әле шул билдәле: үлгән турис­тар­ҙы тапҡан летчиктар, үлем сәбәбен тикшергән табиптар һәм ошо эшкә саҡ ҡына булһа ла бәйләнеше булған бөтә кешегә лә журналистар һәм башҡа кешеләр менән әлеге темаға аралашыу тыйылған. Туристарҙы ябыҡ табуттарҙа ерләгәндәр һәм уларҙы туғандарынан да астырмағандар. Үлем сәбәптәре – Дятлов төркөмө өшөгән.

Ракета версияһы

Ҡайһы бер тикшереүселәр фекеренсә, туристарҙы сер итеп һаҡлан­ған ҡоралды тикшереү фактын күреп ҡалған өсөн үлтергәндәр. Үлгән кешеләрҙең тәне тәбиғи булмаған төҫтә булыуын билдәләйҙәр. Ләкин был фаразды рәсми тип әйтеп булмай, уның уйҙырма ғына булыуы ла ихтимал.
Ул ваҡытта бер ниндәй ҙә ракеталар осмауы һәм һәләкәткә осрамауы билдәле. Һәр хәлдә, рәсми сығанаҡтар шул турала һөйләй. Нимә генә булһа ла, туристарҙы, ысынлап та, ниндәйҙер ҙур серҙе белеп ҡалған өсөн үлтергән булһалар, фажиғәнең сәбәптәре ябай халыҡҡа бер ваҡытта ла асылмаясаҡ. Шулай ҙа табиптар һәләк бу­лыу­сыларҙың кейемдәрендә ра­диоактив матдәләр булыуы хаҡында яҙып ҡалдырған. Ләкин матдәләр­ҙең күләме норманан әллә ни артмаған һәм был факттың ғына үлемгә алып барып еткерә алыуы бик икеле. Радиоактив туҙандың кешеләрҙең кейемендә нисек килеп сығыуы аңлашылмай. Ул ваҡытта беҙҙең ил территорияһында ядро ҡоралын тикшереү эштәре башҡарылмаған. Шуныһы ла бар – радиоактив матдәләр кешеләрҙе бер нисә сәғәт эсендә үлтермәй. Һәм, әлбиттә, палаткаларҙан ҡыуып сығарғансы ҡурҡыта ла алмай.
Был фажиғәлә йәшен шарын ғәйепләүселәр ҙә бар. Бәлки, ул палаткаға килеп ингәндер, тип фаразлайҙар. Ләкин был да фараз ғына һәм уны ҡеүәтле тип әйтеп булмай.

Бәлки, аҫаба халыҡ
үлтергәндер…

Бында йәшәгән халыҡты бөгөнгө көндә лә цивилизация менән бергә атлай тип әйтеп булмай. Улар араһында шамандар ҙа күп. Етмәһә, 1930 йылда урындағы халыҡ бер геолог ҡатынды изге ергә аяҡ баҫҡаны өсөн үлтергән булған. Тикшереү ваҡытында күп кенә һунарсыны ла ҡулға алғандар. Ләкин бер кемдең дә эше судҡа барып етмәгән, сөнки ғәйептәрен раҫлай алмағандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был серле урында булған кешеләр һәләк була барған. Күп тә тормай, бик серле шарттарҙа үлгән туристарҙы фотоға төшөргән ир, аварияға эләгеп, ҡатыны менән бергә баҡыйлыҡҡа күскән. Ошо хәлде өйрәнергә, тикшерергә тырышҡан бер ир мунсала аҫылынып үлгән. Уның үлемен дә бер нисек тә аңлата алмайҙар.
1961 йылда шул уҡ тауҙа Ленинград ҡалаһынан килгән бер төркөм турист һәләк булған, тигән һүҙ йөрөй. Бында ла шундай уҡ хәл – туғыҙ турист, бысаҡ менән йыр­тыл­ған палаткалар, ҡурҡыштан ҡатып ҡалған йөҙҙәр, туҡмалғанға оҡшаған үле кәүҙәләр. Ләкин был хәл тураһында рәсми хәбәр юҡ. Урындағы халыҡ та был турала һөйләмәүҙе хуп күрә.
Эш бының менән генә тамамланмай әле. 1960 – 61 йылдарҙа ошо ҡот осҡос урында тағы ла 9 кеше үлгән. Улар – летчиктар һәм геологтар. Летчиктарҙың туғандары һөйләүенсә, улар осорға ҡурҡҡан. Ләкин, аҙағы насар бөтәсәген алдан белеп, һиҙеп торһалар ҙа, магнит менән тартылғандай, Үлем тауына юлланғандар. Һәм барыһы ла тиерлек төрлө шарттарҙа шунда үлгән. Улар элек кешеләр һәләк булған урындарҙа табылған.
Кешеләр мистиканы ярата бит – йылдар үтһә лә, тауға ме­нер­гә теләүселәр кәмемәй. 1970 йылда шул тауҙа бик билдәле кешенең геолог улы юғалған, тағы ла бер ир менән ҡатын юҡҡа сыҡҡан…

Сит планета кешеләре

1959 йылда уҡ, туристарҙы сит планетанан килеүселәр үлтергән, тигән фараз булған. Юғалған кешеләрҙе эҙләгән саҡта пилоттар үҙҙәре янынан утлы шарҙар осоп китеүе, балҡып торған болоттар күреүҙәре хаҡында һөйләгән. Был турала рәсми раҫланған яҙмалар ҙа бар.
Нимә генә тимәгеҙ, әлеге фажиғәне тулыһынса түгел, яртылаш ҡына булһа ла аңлатырлыҡ бер ниндәй ҙә факт юҡ. Экспедицияға сығыусыларҙың барыһы ла тәжрибәле, һау-сәләмәт, инструкцияны яҡшы белгән кешеләр һаналған. Уларҙың алдын-артын ҡарамайынса тауҙан аҫҡа табан йүгерә башлауы һис тә аңлашылмай. Әлбиттә, тау янында йәшәгән халыҡтың фекере бер: туристар тауҙың кеше аяғы баҫмаҫҡа тейешле урындарында йөрөгән һәм шуның өсөн юҡҡа сығарылған. Урындағы халыҡтан ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт алыу өсөн уларҙы язалап та ҡарағандар, тип яҙалар. Ләкин кешеләр бер генә мәғлүмәтте лә еткермәгән.
Заманы ниндәй бит – сит ил белгестәренән ярҙам һорау ҡайҙа! Был хәлде тикшереү өсөн төрлө тәбиғәт аномалияларына йыш осраған Япония, Ҡытай кеүек илдәрҙән белгестәр саҡырған хәлдә һөҙөмтәләр булыр ине, бәлки. Бәлки, тап палатка торған урында янартау атылғандыр, тип һанаусылар ҙа бар. Ҡыҫҡаһы, бер ғәйепһеҙ туғыҙ кеше кә­рәкмәгән урында кәрәкмәгән ва­ҡытҡа тура килгән генә булып сыға.

Алтын ҡапҡа

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, тауҙа ике бейек таш бар һәм уларҙың араһынан үтеү ҡәтғи тыйыла. Ә туристар, ҡыҙыҡ күреп, тап шул ике таш араһынан үткән булған да инде. Нимә генә тиһәң дә, ғүмер буйы шул урында йәшәгән кешеләрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалыу зыян итмәйҙер.
Әйткәндәй, бер нисә йыл элек Үлем тауына журналистар ҙа юллан­ған. Күпме генә һанап-һанап планлаштырһалар ҙа, инде тауға менергә ниәтләгәс, шул асыҡланған – журналистар төркөмө лә туғыҙ кешенән булып сыҡҡан. Был хәл барыһының да ҡотон алған, һәм оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң өс кеше тауға менмәйенсә аҫта тороп ҡалған. Бәлки, шуғалыр ҙа журналистарҙың барыһы ла имен-аман кире ҡайтҡан. Тик тау башында, туристар һәләк булған урынға барып еткәс, көн торошоноң ныҡ боҙолоуын яҙып ҡалдырғандар. Туҡтамай ямғыр яуған, күк күкрәгән, иң батыры булып күренгән ирҙәр ҙә ниндәйҙер ҡурҡыуға төшкән. Тап шул журналистар Алтын ҡапҡа тураһында яҙып алған да инде. Улар был таштарҙы алыҫтан урап үткән. Һәм, әлбиттә, бөтә фажиғәләрҙең дә тап февраль айында булғанлығын иҫәпкә алып, тауға башҡа ваҡытта күтәрелгәндәр.
Туристарҙың үлеменә төрлө нәмә сәбәпле булыуы ихтимал. Ләкин шул асыҡ: улар ниндәйҙер ҡот осҡос хәлгә юлыҡҡан.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”