21.08.2010 Мәңге тере, мәңге йәш!
Был һүҙҙәр күптән ғәҙәти яңғырай. Миллиондарса кешенең кумиры булған, исеме легендаға әйләнгән рок-йырсы, актер, композитор, шағир Виктор Цойҙың фажиғәле үлеменә 15 августа 20 йыл тулыуға ҡарамаҫтан, уның тураһында хәтер тоноҡланмаған. Киреһенсә, йырсының исеме асылмаған серҙәре менән үҙенә тартып тора, ҡыҙыҡһыныу ҙа артҡандан-арта бара. Олораҡ быуын фанаттары Цойҙы замандаштары һымаҡ ҡабул итеп, уны юғалтҡанда ҡара ҡайғы кисерһә, Цойҙан һуң тыуған йәштәрҙең дә уның ижадына мөкиббән киткәндәре һәм йырсының үлем көнөн үҙ фажиғәһеләй ҡабул иткәндәре бихисап.
Интернетта Цой тураһында мәғлүмәт эҙләһәң, Яндекста ғына ла ике миллиондан ашыу материал табырға була. Нисәмә фанаттар берләшмәһе бар. Фекер алышыуға күҙ һалһаң, ул донъяны ташлап китеүе лә ҡыйын. Әле йырҙарын да тыңламайһың, ә ҡолаҡта үҙенән-үҙе һүҙҙәре, көйө яңғырағандай, ижадын һөйөүселәрҙең фекерҙәрен генә уҡыйһың, ә күҙ алдында уның йөҙө, образы тора. Тәрән трагизм менән һуғарылған йырҙар арбай, уйланырға мәжбүр итә. Бөтә нәмәне аңлап та булмай, әммә шул тиклем яҡын һәм ябай һымаҡ. Хәйер, ябай кеүек тойолалыр ғына, сөнки нисәмә йыл Цойҙың күңелен аңларға, аңлатырға тырышалар, әммә йырсының сер һандығының төбөнә төшөп етеүсе юҡ әле. Йырҙарының һәм Цой образының тартып тороу көсө нимәлә һуң? Ниңә Советтар Союзының төрлө мөйөшөндә йәшәгән 45-тән ашыу үҫмер кумирҙарының үлеме тураһында ишетеү менән үҙ-үҙенә ҡул һалған? Күптәрҙе борсоған һорау. Шул уҡ сайттарҙың береһендә ошондай яуап та бар: «Тәрән мәғәнәле трагик йырҙар + үҙенсәлекле кейем + йәш көйөнсә яҡты донъянан китеүе = герой». Бәлки, хаҡлыҡ та барҙыр был һүҙҙәрҙә. Ни тиһәң дә, уның замандаштары булған йырсылар әлеге көндә оло йәштә, уларҙың ваҡыты үтеп бара, популярлыҡтары ла кәмегәндән-кәмей. Ә Цой мәңге йәш, мәңге матур һәм үҙ быуынына ла, хәҙерге йәштәргә лә берҙәй яҡын.
Ата-әсәһе уны рәссам итеп күрергә теләй
Виктор Цой 1962 йылдың 21 июнендә Ленинград ҡалаһында тыуа. Әсәһе, милләте буйынса урыҫ ҡыҙы Валентина Васильевна – физкультура уҡытыусыһы, атаһы, ҡаҙағстандан килгән корей Роберт Максимович – инженер. Ағай-апайҙары ла, туғандары ла булмай. ҡатнаш ғаиләлә талантлы балалар тыуа, тигәнде ишеткәне була Викторҙың әсәһе. Әммә Виктор тәүҙә ниндәйҙер таланты менән артыҡ айырылып тормаған. Һигеҙенсе синыфҡа тиклем уға өс мәктәпте алмаштырырға тура килә.
Уларҙың ғаиләһе тураһында Викторҙың дуҫы Андрей Панов былай тип иҫкә ала: «Мин иртән киләм дә, беҙ өҫтәл артына ултыра торғайныҡ. Миңә айырыуса Витяның атаһының бешереүе оҡшай торғайны. Уларҙа бер көн әсәһе, икенсе көн атаһы ашарға әҙерләй. Атаһы һәр саҡ ниндәйҙер тәмләткестәр ҡушып бешерә. Корейса рецептар менәндер, моғайын.
Цойҙың ғаиләһе һоҡланғыс ине һәм минең өсөн бөгөнгө көндә лә йомаҡ булып ҡала. Атаһы русса бик насар һөйләште. Ә әсәһенең оҙон һап-һары сәстәре һәм ҡалын толомо иҫтә ҡалған. Улар шул тиклем бер-береһенән айырылалар, нисек бергә йәшәнеләр икән, тип аптырайым».
Витяға беренсе гитараһын ата-әсәһе 5 – 6-сы синыфтарҙа бүләк итә. 8-селә уҡығанда ул инде мәктәптә үҙенең төркөмөн ойоштора, нимәлер ижад итә башлай. Әммә хыялы 12 ҡыллы гитара алыу була.
Үҫмер сағының, бөтәһенеке кеүек үк, ҡыйынлыҡтары ла була. Әлеге Панов тағы ла бер ваҡиғаны иҫенә төшөрә: «Викторҙың ата-әсәһе көньяҡҡа китте. Улдарына көнөнә 3 һум иҫәбенән 90 һум аҡса ҡалдырғандар. Ә Витя шунда уҡ йүгереп барып гитара һатып ала, хыялын тормошҡа ашыра. 12 ҡыллы гитара ул саҡ 87 һум тора ине. ҡалған аҡсаһына 16 тинлек бәлештәр һатып ала ла, ас ҡарынға бөтәһен дә ашап бөтә. Фатирҙа бер үҙе күңеле болғанып, уҡшып, үлә яҙып ятҡан. Аҙаҡ ошо хәлде йыш иҫенә төшөрөргә яратты ул. Шунан һуң бер ҡасан да бәлеш ашаманым, ти».
Бәләкәй саҡтан рәсемгә һәләте булған егет 1974 – 1977 йылдарҙа сәнғәт мәктәбендә уҡый. Ата-әсәһе уны рәссам булыр тип уйлай. Әммә егеттең күңелен моң донъяһы арбаған була инде. Бында уҡығанда Максим Пашков етәкселегендәге «6-сы палата» төркөмө барлыҡҡа килә. Тик үҫмер өлгөрә алмағаны өсөн уҡыуҙан ҡыуыла, һәм ағас юныусы һөнәрен үҙләштерә башлай. Йәш сағында Михаил Боярский һәм Владимир Высоцкийҙың ижадына ғашиҡ булып йөрөй. Аҙағыраҡ Брюс Ли имиджын үҙ итә, уға оҡшарға тырыша. Көнсығыш көрәш алымдары менән ҡыҙыҡһына, йыш ҡына Юрий Каспарян менән ҡытайса көрәшеп бил нығыта.
Цойҙың тәүге етди сығышы Алексей Рыбин менән тығыҙ аралаша башлағас була. Мәскәүҙә сығыш яһап ҡайтып барғанда, электричкала уйнап ултырған төркөмдө Борис Гребенщиков күреп ҡала һәм үҙенең ярҙамын тәҡдим итә.
1981 йылда Олег Валинский, Алексей Рыбин һәм Виктор Цой «Гарин һәм гиперболоидтар» төркөмө аҫтында йыйыла. Олегты әрмегә алғас, исеме «Кино»ға үҙгәреп, төркөм тәүге альбомын яҙҙырыуға тотона.
1982 йылда «45» альбомы сыға. Артабан «46», «Начальник Камчатки», «Это не любовь», «Ночь», «Группа крови», «Последний герой», «Звезда по имени Солнце» альбомдары яҙҙырыла.
1990 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә «Кино» төркөмөнөң һуңғы концерты үтә. Шунан һуң Цой Каспарян менән Юрмала янындағы баҡса йортонда акустик гитара өсөн әҫәрҙәр яҙа. Был альбом яҙылып бөтөп, 1990 йылдың декабрендә, Виктор Цой үлгәс кенә, «ҡара альбом» исеме менән донъя күрә.
Фажиғәлә кем ғәйепле?
1990 йылдың 15 авгусында Виктор Цой продюсеры Айзеншпис бүләк иткән ҡараһыу зәңгәр төҫтәге «Москвич – 2141» автомобилендә Слока – Талси трассаһында китеп барғанда «Икарус – 250» автобусы менән бәрелешә. Рәсми фаразға ярашлы, трассаның 35-се саҡрымында Цой руль артында йоҡлап киткән, һәм сәғәтенә 130 саҡрым тиҙлек менән килгән автомобиль, ҡаршы юлға сығып, «Икарус»ҡа бәрелә.
Үҙенең бер йырында һаҡ булырға саҡырған Цой шулай һәләкәткә осрап ҡуя. Әммә рәсми фараз менән береһе лә ҡәнәғәт түгел. Йырсының үлемендә асыҡланмаған мәлдәр бик күп. Мәҫәлән, «АЗЛК» автомобилдәре менән яҡшы таныш кешеләр ундағы зыңғырлап торған тауышҡа, етмәһә, тигеҙ булмаған юлда йоҡлап китеү бөтөнләй мөмкин түгел, тигән фекерҙә. Леонид Каневский «Следствие вели...» тапшырыуында был хаҡта үҙ фаразын еткерҙе: имеш, «Виктор, магнитофонында кассетаны алмаштырам тип, уяулығын юғалтҡан». Әммә ул ышандырырлыҡ түгел. 130 саҡрым тиҙлектә, етмәһә, боролош алдынан кассета алмаштырыу кемдең башына килһен?
Йырсы үлеме алдынан ап-айыҡ булған. Милиция протоколында уның руль артында йоҡлап китеүе ныҡ арығанлығы менән аңлатыла. Ғөмүмән, суд-медицина экспертизаһы ҡоро ғына факттар менән сикләнгән. Рок-мәҙәниәттән йыраҡ кешеләр өсөн Цой бары тик юл-транспорт фажиғәһе ҡорбаны ғына бит, ә ундайҙар менән көн һайын осрашырға тура килә. Ә бына меңәрләгән башҡалар өсөн был көн – легендар рок-төркөмдөң лидеры Виктор Цойҙы мәңгелеккә юғалтыу көнө.
Юл ғәйеплеме, әллә арығанлыҡмы – кем белһен? Хатта машина төҙөк булғанмы-юҡмы икәне лә билдәһеҙ. Киң мәғлүмәт сараларында актер, йырсы, композитор, шағир һәм меңәрләгән кешенең кумирының үлеменә бәйле бик күп материалдар баҫылды, әммә уларҙың береһен дә дөрөҫлөккә тап килә тип әйтеп булмай. Цойҙы яратҡан бөтәһенә лә уның былай үлеүе тиктомалдан ғына түгел кеүек тойолғандыр.
Виктор ул йәйҙе ҙур булмаған балыҡсылар ауылы Плиеньциемста уҙғарған. Дуҫтары, улы менән ял иткән, балыҡҡа йөрөгән. 21 август көндө Ленинградҡа ҡайтырға ниәтләгән, самолетҡа билеттар ҙа һатып алған.
Фажиғә көнөндә ул улын да үҙе менән балыҡҡа әйҙәгән, тик уныһы бармай ҡалған. Бәлки, яҙмыш үҙе шулай хәл иткәндер.
ҡайтып барғанда Цойҙың машинаһы юл ситенә сығып китә лә 300 метр тирәһе шунан бара. Быны нисек аңлатырға һуң, асфальт та ҡоро булған, тайып китеү мөмкин түгел. Милиция, Виктор йоҡлап киткән, тигән фаразға ғына таянып эш итә. Уянып киткәс, юл ситенән китеп барған да, юлға сығырға теләгән, тик, күрәһең, рулде нығыраҡ бороп ебәргән, тигән фекерҙә эксперттар.
Протоколда яҙылғандар менән Викторҙың беренсе ҡатыны Марианна ла, атаһы Роберт Максимович та (бүтән туғандары ла) килешмәй. Атаһы улының үлеме тураһында былай тип һөйләй: «Виктор балыҡ тотҡан күлдән өйгә тиклем бары тик 15 минутлыҡ ҡына юл. Ул ваҡыт эсендә генә йоҡлап китеп булмай, минеңсә. Боролошта борола алмауына ла ышанмайым, ул юлды бик һәйбәт белә ине. Күп һорауға яуап юҡ. Нимә булғанын Хоҙай үҙе генә белә инде».
Йөрәктәрҙә мәңге йәшәй
Кинорежиссер һәм Цойҙың яҡын дуҫы Рәшит Ноғоманов Виктор менән булған бер сәйер генә һөйләшеүҙе иҫенә төшөрә. «Бер саҡ, 1986 йылда уҡ әле, төн буйы Марианналарҙа һөйләшеп ултырҙыҡ. Уны-быны һөйләгәндә, Борис Гребенщиков тураһында ла һүҙ сығып китте. Виктор ошондай һүҙҙәр әйтте: «Бына Борис хәҙерге ваҡытта үлеп китһә, легендаға әйләнер ине». Был һүҙҙәрҙе төрлөсә аңларға була.
Мин Викторға ҡарағайным, күҙҙәренә йәш тулған. Ул быны шул тиклем үҙе аша үткәреп, тойоп әйткәйне. Был һүҙҙәрҙә кемгәлер яманлыҡ теләү юҡ ине, ә, киреһенсә. Шул саҡта уҡ тойҙомо икән үҙенең һуңғы көндәрен? Мистикаға ышанмайым, әлбиттә, әммә ниндәйҙер ҙур хәүеф тойҙом шул мәлдә».
Донъяны һәр күҙәнәге менән, бөтә катастрофик сағылышында тойған Цойҙың нескә күңеле үлемен дә алдан тойғандыр, бәлки. Ә бына Гребенщиков тураһында әйткән һүҙҙәре үҙенә тап килерен тоҫмалланымы икән? Нисек кенә булмаһын, әммә ул ысын легендаға әйләнде, уны хатта изгеләр менән бер рәткә ҡуя күптәр. Кумирҙарын ерләгән көндө зыяратта шәмдәр, Цойҙың портретын, сәскәләр тотҡан меңәрләгән кеше була. Улар төндө ҡәберлектә уҙғара. Яратҡан йырсыларына тоғролоҡ күрһәтеү билдәләре бихисап. Бәҙрәфтә йәшәгән ҡыҙҙарҙы ғына әйтеү ҙә етер ине. Улар тәүҙә ҡәбер янында палатка ҡороп ҡуя, әммә һалҡындар башланғас, бәҙрәфкә инеп йәшәргә рөхсәт алалар. Йә йыл һайын Цойҙың ҡәберенә килеп, сәғәттәр буйына доға ҡылған йөҙләгән кешене иҫкә алырға була. Тимәк, Цойҙың кешене үҙенә тартып торор моңо, серле образы йылдар аша ла үҙ көсөнә эйә. Тимәк, Цой һүҙҙәрҙә генә түгел, йөрәктәрҙә лә тере.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.