RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Һары һағыш, көҙгө моң

18.10.2013 Һары һағыш, көҙгө моң

Һары һағыш, көҙгө моңБеҙ, Мостайһыҙ ҡалһаҡ та, Мостайһыҙ йәшәмәйбеҙ
Әллә күктең төбө тишелде, әллә бар донъя илаҡланды, иллә йәйҙең икенсе яртыһына ашатлауға Хоҙай Ергә туфан ебәрергә ниәтләне шикелле. Туфан уҡ булмаһа ла, әҙәмдәрҙең го­наһы өсөн ер йөҙөн баҫа торған ташҡын һыуҙың ҡеүәтен дә, афәтен дә күреп-татып өлгөр­ҙөк. Хәйер, был ғүмерҙең алҡын һыуы ла, ялҡыны ла йәнәш йөрөй бит инде.
"Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа", тигәндәй, тынмаҫ ямғыр ерҙең йөҙөн өсөнсө көн йыуа. Ҡайын тәлгәшенең осонда емелдәгән тамсылар – әллә бер сибәрҙең ҡолағындағы гәлсәр алҡа, әллә йәй менән айырылышыуҙан яманһыулаған ағастың күҙ йәштәре. Тәҙрәм артындағы Мостай Кәрим ултыртып киткән сауҡаларға, тырпай энәле шыршыларға күҙ һалған һайын уның һынсыл ҡарашын күрәм, күкрәген гөрөлдәтеп сыҡҡан тауышын ишетәм һымаҡ. Миңә һәм ғаиләмә Мостай ағайҙың ғүмерен ослар йылдарында бер үк тупһаларға баҫыу, уртаҡ ишектәрҙе асыу бәхете насип булһа, уның баҡыйлыҡ менән осрашыуын күреү яҙмышы ла төшкән икән. Һөйөүгә, тормош­ҡа, мәңгелеккә тотош ижады менән мәҙхиә йырлаған шағир өсөн дә хатта "әжәлдәрҙән саралар юҡ" шул.
"Башҡортостан энциклопедияһы" ғилми нәшриәте, Мостай Кәримдең тормош юлын һәм ижадын йыйнап күрһәтеү ниәте менәндер, әлеге мәлдә, боронғосараҡ итеп әйткәндә, ҡамусе гөлүм төҙөү менән мәшғүл. Мәғлүмәтем самалыраҡ булһа ла, был эштә миңә лә өлөш сыға. Мостай Кәрим ижады, ижтимағи эшмәкәрлеге һәм ҡәҙимге көнитмеше бергә олғаш­ҡан ғәжәйеп даръяға инә башлау менән үк ул һине арбай. Мостай шиғриәтендәге, драматургияһындағы, сәсмә әҫәрҙәрендәге, публицистикаһындағы фәлсәфәүи донъя кәйеф-сафаны ла, уҫаллыҡты ла үҙ итмәй. Ул самалаған юғарылыҡҡа күтәрелеү, ул иманға әүерелдергән әхлаҡ менән йәшәү кәре әҙәмдең һәр береһенә бирелмәгән. Әммә, әгәр Мостай донъяһына тартылыу яҙмышы өлөшөңә төшкән икән, шул яуап­лы һәм ҡәҙерле бурысҡа тоғро ҡалырға кәрәк.
Әҙәби мираҫына ҡағылмай, Мостай Кәримдең ватандаштарына ғына түгел, бәлки һәммә замандаштарына ҡарата мөнәсәбәте тураһында һүҙ алып барғанда, уның кешелеклелек һәм игелеклелек сифаттарының сығанағы Келәштә, һәр заманда ла уға рухи терәк булған яҡташтарында икәнлегенә ышаныу ауыр түгел. Минеңсә, тормошта ниндәй генә хәлдәр булмаһын һәм кешеләрҙең тәбиғәте уға ни рәүешле асылмаһын, Мостай ағайға оторо уй һис ҡасан да килмәгәндер.
Хәҙер шуны әйтеү ҙә ғәйеп һаналмаҫ. Ул фани донъяла саҡта уҡ ағайыбыҙҙы бөйөклөккә күтәреүгә бик тырышыусылар табыла торҙо. Ярамһаҡланып, бындай көсәнеүселәргә лә Мостай Кәримдең яуабы ҡыҫҡа булды. "Туғандар, кешене ҡолағына мулла ҡысҡырған исем генә бөйөк яһамай ул, – ти торғайны ағай. – Хатта ижад та. Ҡәләм тибрәткән һәр кем Пушкин, Гете, Туҡай менән йәнәш тора аламы? Бөйөклөк менән бейеклекте самалар әмәлдәр ҙә юҡ".
Йондоҙ тип атарға теләүселәргә Мостай ағайҙың дәлиле ғәҙәттә булмағанса ҡырыҫ ине: "Ерҙә йөрөр әҙәми затты асмандағы емелдәктәргә оҡшатыу – ғаян әҙәпһеҙлек. Алыҫтағы нур, яҡты бөркһә лә, йылыһыҙ була". Хәйер, ул үҙе "Быуат менән хушлашыу" тигән шиғырында:
"Шайтан ҡотортһа, һин, шашып,
Күкте түңкәрҙең.
Хоҙай ҡушһа, һин әҙәмде
Күккә күтәрҙең", – тип яҙғайны. Эйе, Хоҙай бойорһа ғына шул. Беҙҙең эш-ғәмәлдәребеҙҙә Тәң­ренең асыуынан ҡурҡыу ҙа, аҡыллылар ҡарашынан оялыу ҙа юҡ. Өнө генә яралып, теле асылмаған, моңо тыуып өлгөрмәгән бала-сағаға: "Һеҙ – йондоҙҙар!" – тип торһаҡ, йәшәй килә уларҙың үҙҙәренә уңай­һыҙ булмаҫмы?
Ғүмеренең етмеш йылдан күберәге совет ҡоролошонда үткәс һәм барса ижадын, тормошон уны мәртәбәле итеүгә арнағас, Мостай Кәрим уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында уҡ башланған буталыштан иҫәнгерәп ҡалғандай булды шикелле. Һәр хәлдә, икәүҙән-икәү һөйләшеүҙәрҙә ағай­ҙың нимәгәлер үпкәләүе, рәнйеүе, һүҙ менән әйтелмәһә лә, тауышында, ҡарашында үҙен һиҙҙерҙе. Хәле ҡәҙәренсә, ул уҡыу­сылары менән осрашыуҙарға йышыраҡ йөрөргә тырышты. Ә уҡыусы балалар, студенттар эргәһенә бөтөн ғәмдәрен онот­ҡандай ынтылыуҙары, бәлки, ошо саф һәм гонаһһыҙ йәндәр араһында йөрәгенә дауа эҙләү булғандыр? Донъяла көндән-көн тыуа-һүнә торған ваҡиғаларға, ғәҙәттә, журналистар, публицистар, йә иһә "урам сәйәсмәндәре" йәһәт кенә ҡолаҡ ҡарпайтыусан. Художестволы дөйөмләштереү, сюжет һыҙыҡтарын үткәреү, образдар тыуҙырыу оҫталары ишетә, күрә, булһа, мыйығына урай йөрөй, һайт тигәндә тайт тип бармай. Тәбиғәттә, ана, айыу баланы бүтән ағас-ҡыуаҡтар сәскә атыр-атмаҫтан уҡ тиреүгә өлгөрә. Емештең теш араһына инерҙәйҙәре йәй ҡыҙыуы һүрелеүгә, хатта һарысайға ҡала.
Сир-сырхауҙары йөҙәтеп, бәхилләшеүҙән бер йыл алда "Китап" нәшриәте Мостай ағай­ҙың "Оҙон юл" – "Долгая дорога" тип аталған шиғырҙар йыйынтыҡтарын сығар­ғайны. Ундағы шиғырҙарҙың тыуған йылдары – 1937-нән 2004-кә тиклемге ара. Яңылышыуым һәм хата һығымталарға килеүем ихтимал, әммә һикһәненсе йылдар уртаһында шағир Мостай Кәрим ижадында уны ғүмер баҡый оҙата килгән ышаныс, дәрт, ихтыяр урынын борсо­лоу­ға, үкенеүгә, китеү ихтималлығы тураһында уйланыу­ҙарға бирҙе. Мөҡәддәс күргән Ватанының пы­ран-заран килеүе уның былай ҙа яралы есемен ҡаҡшатһа, Рауза апай­һыҙ ҡалыу Мостай ағайҙың рухын һындырҙы, ахыры.
"Һинән башҡа ерем күкһеҙ,
рухым үкһеҙ.
Һин өн түгел, һин төш хәҙер,
уйым ғына... ".
Шул уҡ ваҡытта оло фекер эйәһе Рәсәй ысынбарлығындағы күренештәргә әрнеүле баһа бирә. Кинәйәле сағыштырыуҙар, эс бошоуҙы шаяртыу төргәгенә йәшереү, хатта үҙе күптән үк белгән ҡайһы бер кешеләрҙең холоҡ-фиғелен бөгөнгөгә бәйләү маһирлығы шағирҙың йәш аралаш миһырбанлы көлөүе тип тә, беҙ томаналарҙың аңына юл табырға тырышыуы булараҡ та ҡабул ителә алалыр. Күптәр рухи ҡәғбәләренең ҡайҙарҙа икәнлеген онотҡан һәм уны табырға ла теләмәгән за­мандар­ҙа шағир, шәхсән кисерештәре аша халҡына мөрәжәғәт иткәндәй. Һикһәненсе йылдар аҙағында һәм ҡәһәр һуҡҡыр туҡһанынсы йылдарҙа Мостай ағай борсолоуҙарын гражданлыҡ лирикаһы, публицистик аһәңле шиғырҙары менән еткерһә, йылдар үтә килә уның шиғырҙарында үткән ғүмер, юғалтыуҙар, һағыныу, бәхилләшеү мотивтары өҫтөнлөк алды.
Ысындан да, әҙиптең баҡыйлыҡтан алда ғына яҙылған шиғырҙарын әсе күҙ йәштәренә сәсәй-сәсәй уҡыйһың. Бер халыҡ йырында әйтелгәнсә, "...таш аҫтынан сыҡҡан йылға тиһәм, күҙҙәремдән сыҡҡан йәш икән..." Ләкин, иң мөһиме, Мостай Кәрим ижадының халҡыбыҙҙың һәм уның исеме аша башҡортто белгән бүтән ҡәүемдәр­ҙең аҫыл рухи хазинаһы булыуын онотмаһаҡ, шағирҙың юлынан яҙмай йәшәһәк ине. Рус актеры Василий Лановой: "Милли идеяны ҡайҙандыр эҙләп яфаланмағыҙ, Пушкин ижадын һәм Пушкин исемен юғалтмаһағыҙ, шул етә", – тигәйне. Мин улай уҡ саялыҡҡа йөрьәт итмәйем, иллә-мәгәр Мостай Кәримдең күп йүнәлешле фәлсәфи фекерҙең иң гүзәл өлгөһө булған ижады милли мәҙәниәтебеҙҙең үҙәгендә булырға тейеш. Мостайҙың тауышы ла тоноҡланмай, һүҙенең бәҫе лә замана ҡояшы аҫтында һүрәнләнмәй.
Һүҙ тигәндән... Мостай ағайҙың, йәнә лә, ошондай фекере хәтерҙең ҡәҙерле урынында һаҡлана. "Һүҙ менән ижад итергә, әлбиттә, мөмкин... Юғарынан беҙгә һүҙ шуның өсөн бирелгән дә инде. Асылыбыҙҙа һәм үҙебеҙ менән нимәләр генә булмаһын, һәммәһе лә һүҙ аша эшләнә. Әҙәм ҡулы тыуҙырған бөтөн нәмә, һуңғы нәүбәттә, һүҙҙе бойомға ашырыу. Ярҙарҙы тоташтырған күпер ҙә тәүҙә һүҙ булған бит.
Һүҙ – булмышыбыҙға әүерелгән мәңгелекте һаҡлаусы. Беҙ баҡыйлыҡҡа күсәбеҙ, ә һүҙ ҡала. Сөнки ул – Тәңре. Бына шуға күрә лә беҙ һүҙҙә сәбәләнәбеҙ, һүҙҙе ҡанат итеп, йә мәңгелеккә осабыҙ, йә иһә һүҙ беҙҙе, ишәктәр ише йүгәнләп, ҡотолғоһоҙлоҡҡа һөйрәй..."
Йыл миҙгеленең ҡарасай айында тыуған ағайыбыҙ беҙҙе һарысайҙа ҡалдырҙы. Хоҙай хөкөмөнә ҡаршылашыу, тәбиғәт менән һынашыу әмәлдәре юҡ. Мостай ағай тыуған-киткән айҙарҙың йылдың иң йомарт һәм шулай уҡ ағастарҙың һарыға һабышҡан мәленә тура килеүенән дә ҡөҙрәтле мәғәнә эҙләмәйек. Көҙ моң һәм һағыш менән һәр ваҡыт етәкләшеп йөрөүсән. Әммә беҙ, Мостайһыҙ ҡалһаҡ та, Мостайһыҙ йәшәмәйбеҙ. Бер мөғжизә булып, ағайыбыҙ телгә килә алһа, ҡайғылы йөҙҙәребеҙҙе күреп, "икһеҙ-сикһеҙ беҙҙең яҙмышыбыҙ, юҡҡа ғына һеҙҙең һағышығыҙ", – тип әйтер ине. Быға иманым камил.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”