RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Вәлидигә һәйкәл булырға тейеш!

04.10.2013 Вәлидигә һәйкәл булырға тейеш!

Вәлидигә һәйкәл булырға тейеш!БДУ профессоры, тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшәриповтың “Йәшлек” гәзитенең 12-се һанында баҫылған “Афарин, Хәмзә хажи!” исемле мәҡәләһен уҡығас: “Афарин, егеттәр! Халҡыбыҙҙа милли рух һүнмәгән икән әле", – тип әйтке килә. Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға республикабыҙҙың баш ҡалаһында һәйкәл ҡуйыуҙы тулыһынса хуплайбыҙ. Сөнки ул күптән хәл ителергә тейеш бик тә мөһим мәсьәлә.
Шуны әйтергә кәрәк, әгәр икенсе милләттең бөтә донъя­ға билдәле шәхесе булһа, бындай проблеманы күптән хәл итерҙәр ине. Беҙгә, башҡорттарға, тупланып, арҙаҡлы шәхестәребеҙ күтәргән мәсьәләне аҙағына еткереп ҡуйырға кәрәк. Йәмә­ғәтселек, фән эшмәкәрҙәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәйкәл ҡуйыу тураһында үҙ һүҙен асыҡтан-асыҡ әйтте бит инде. Тик баш ҡала хакимиәтенең был мәсьәлә буйынса битараф ҡалыуы аптырата.
Беҙ Темәстә – Башҡор­тостандың беренсе баш ҡалаһында – тәүге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Әх­мәтзәки Вәлидиҙең 110 йыллығына 2000 йылда бюст эшләүгә тотоноп, бер йылдан Темәс тарих музейы алдында уны асыуға ирештек. Уның авторы – Хәйҙәр Ғарипов. Бюсты эшләүгә Башҡортос­тандың беренсе Президенты М. Рәхимов үҙенең фатихаһын бирҙе, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И. Ситдиҡов был мәсьәләне тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте.
Марат Ҡолшәриповтың милли шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү тура­һындағы фекере маҡтауға лайыҡ. Был тәңгәлдә беҙҙең Темәс ауылында ниҙәр эшләнә һуң?
Иң тәүҙә Темәстә тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы астыҡ. Ул беренсе Башҡорт Хөкүмәтенә арналған, уның ағзаларының балауыҙ һындары, тарихи документтар урынлаштырылған. Әхмәтзәки Вәлиди эшләгән өҫтәл, ултыр­ғыс иһә төп экспозиция булып тора. Беҙ, темәстәр, рәсми рәүештә булмаһа ла (бәлки, рәсмиләштереү кәрәктер) үҙебеҙҙең музейҙы З. Вәлидигә, беренсе Башҡорт Хөкүмәтенә арналған тип йөрөтәбеҙ. Ә музей алдын Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге майҙан тип атайбыҙ.
Үҙәк урамдарҙың береһе булған К. Маркс урамын 1990 йылда уҡ Ә. Вәлиди исеменә, Смоленск полкы урамын Муса Мортазин исеменә үҙгәрттек. Темәс ауылы тарихы менән бәйле арҙаҡлы шәхестәребеҙ Ш. Бабич, М. Аҡмулла, Ш. Хо­ҙай­бирҙин, Ш. Ғафаров исемдәрен урамдар йөрөтә. Шул уҡ ваҡытта ауылыбыҙҙың абруйлы кешеләренең исемдәрен мәңгеләштереүҙе лә онотмайбыҙ.
Әхмәтзәки Вәлиди Башҡор­тостандың баш ҡалаһы төҙөргә уйлаған урында – “Ҡарағай­морон” тип аталған тәбиғәт ҡомартҡыһы урынында стела эшләтеп ҡуйҙыҡ. Бөйөк юлбашсыбыҙ Темәстә булғанда туҡталып киткән өйгә таҡтаташ урынлаштырылды.
Ауылда Вәлиди уҡыуҙары, конференциялар, викториналар даими ойошторола. Әйткәндәй, Вәлидиҙең балалары – Сүбидәй әфәнде менән Иҫәнбикә ханым шәкерттәре менән Темәстә булғанда аталарының яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған өсөн беҙгә оло рәхмәтен белдерҙе, һоҡланыуҙарын йәшермәне.
Шуны әйтергә кәрәк: әгәр ҙә беҙ, башҡорттар, үҙебеҙҙең шәхестәребеҙҙе үҙебеҙ ҙурламаһаҡ, кем ҙурлар ҙа, кем яҡлар?! Әхмәтзәки Вәлиди исеменә яла яғырға маташыу­сылар менән ҡаты һәм суд органдары аша һөйләшергә ваҡыттыр инде. Тешебеҙҙе ваҡытында күрһәтмәһәк, артабан да башыбыҙға һуғылып йәшәйәсәкбеҙ. Шуны ла онотмайыҡ: беҙ үҙебеҙҙең аҫаба еребеҙҙә – Башҡортостаны­быҙҙа йәшәйбеҙ. Үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙ өсөн көрәшергә бурыслыбыҙ.

Рауил Йәнсурин,
Темәс ауыл биләмәһе
башлығы, Темәс
башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”