RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ауыр йылдарҙа ла тырышып уҡыныҡ

20.09.2013 Ауыр йылдарҙа ла тырышып уҡыныҡ

Ауыр йылдарҙа ла тырышып уҡыныҡ1952 йылдың июне аҙаҡтары. Беҙ, Ейәнсура районының Үрген урта мәктәбенең 10-сы класын тамамлаған 12 уҡыусы, шатлығы­быҙ­ҙан йүгерә-атлай кешеләр борон йөрөгән тура юлдан Иҫәнғолдан Үргенгә ҡайтып киләбеҙ. Ул йылдарҙа беҙҙең районда өс кенә урта мәктәп бар ине: район үҙәгендә, Абзан һәм Үрген ауылдарында. Үрген мәктәбенә уҡырға балалар Ибрай, Сирғол, Байдәүләт, Алабайтал, Күгәрсен, Аҡҡондоҙ, Таҙлар, Бикбау, Буранғол, Бик­бирҙе, Яңы Себенле һәм Күгәрсен районының беҙҙең районға сиктәш булған ауылдарынан аҙнаһына бер мәртәбә ауылға ҡайтып, ашарға йөкмәп 25 – 30 саҡрым араны йәйәүләп үтәләр ине.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамла­ныу­ға ете йыл үтеп китеүенә ҡарамаҫтан, илдә аслыҡ һәм ярлылыҡ бөтмәгән. Ә беҙ шатбыҙ. Өҫтөбөҙҙә киндерҙән һуғылған кейем, аяҡта сабата булһа ла, үҙебеҙҙең тырышлығыбыҙ, түҙемлегебеҙ арҡаһында бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, маҡсатыбыҙға ирешә алдыҡ. Бында беҙҙең хеҙмәт кенә түгел, белем биреү өсөн арымай-талмай эшләгән уҡытыусыларыбыҙҙың, әсәйҙәребеҙҙең, ситтән килеп уҡыған уҡыу­сыларҙы үҙ балалары кеүек итеп тәрбиәләгән Үрген ғаиләләренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Бына мин өс йыл рәттән йәшәгән өй хужалары киң күңелле, хәстәрлекле булды. Хәйрулла ағай Байғус­ҡаровҡа, Мәрғиҙә апайға бының өсөн ҙур рәхмәт.
Беҙ мәктәпте тамамлаған йылда Иҫәнғол һәм Үрген мәктәптәренең 10-сы синыф уҡыусыларынан им­тихандарҙы район үҙәгендә берләштерелгән комиссия ҡабул итте. Уның рәйесе Өфөнән, Мәғариф министрлығынан килде. Класташ­тарым тураһында ла яҙып китәйем. Фотола ултырғандар (һулдан уңға табан) 1. Ламиҡ Аҡъюлов (Үрген). Армияла хеҙмәт иткәндән һуң Магнитогорск ҡалаһындағы Тау-металлургия институтында уҡығандан һуң, хаҡлы ялға сыҡҡансы металлургия комбинатында эшләй. 2. Ҡасим Янбаев (Бикбирҙе ауылы). Иркутск ҡалаһында хәрби-авиация институтын тамамлап, төрлө ҡалаларҙа хеҙмәт итә. 3. Миҙхәт Собханғолов (Күгәрсен районының Ерекле ауылы). Иркутскиҙа хәрби училище тамамлай. 4. Хөрмәт Хөсәйенов (Күгәрсен районының Туйымбәт ауылы). Башҡорт дәүләт университетында белем алғандан һуң, Мәҡсүт урта мәктәбендә уҡытыусы, завуч булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. 5. Рәүеф Абдуллин (Үрген). Өфө дәүләт нефть институты дипломына эйә. Хәҙер Мәскәүҙә эшләй, фән кандидаты. 7. Зәки Янбаев (Үрген). Өфөлә педагогия институтын тамамлай. Мәктәп директоры, РОНО мөдире булып эшләй.
Хөрмәт ХӨСӘЙЕНОВ.
Күгәрсен районы,
Мәҡсүт ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”