RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Тауһеңер янындағы яу

12.07.2013 Тауһеңер янындағы яу

 Тауһеңер янындағы яу
Ҡырмыҫҡалы районында өс көн буйы «Төньяҡ амурҙары – башҡорт яугирҙары 1812 йылғы Ватан һуғышында» тип аталған республика конкурс-фестивале барҙы
Ике быуат элек был күренеш барыһын да шаҡ ҡатырыр ине − бер яланда «төньяҡ амуры» менән француз һалдаты тыныс ҡына гәпләшә. Тауһеңер ауылында уҙған хәрби реконструкцияла барлыҡ костюмдар, хатта һалдаттың ҡы­лысы йәки ҡайышының биҙәгенә тиклем 1812 йылдағы һуғыштағы кеүек итеп тергеҙелгән. Ә быны йәш быуынға еткереүселәр − «Төньяҡ амурҙары» һәм «Өфө рус пехотаһы полкы» хәрби-тарихи реконструкция клубтары.
1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығы, саялығы, етеҙлеге күп милләттәрҙе таң ҡалдыра. Наполеонға ҡаршы алыш − башҡорттарҙың күп быуатлыҡ тарихының иң иҫтәлекле һәм сағыу биттәренең береһе. «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи реконструкция клубы ағзаһы Юлай Ғәйнуллин әйтеүенсә, төрлө хәрби-тарихи фестивалдәрҙә уларҙы ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алалар. Тамашасылар, бигерәк тә ҡарт-ҡоро, «амурҙар» хаҡында бы­уындан-быуынға атай-олатайҙарыбыҙ һөйләп ҡалдырҙы, тип, рәхмәт белдерә икән.
− Германияға тәү тапҡыр хәрби-тарихи сараға барған мәлдә, ҡаршы алыусы ҡатын беҙҙән кем булып сығыш яһарға теләүебеҙҙе һораны. Беҙ, «төньяҡ амурҙары», тип яуап­ланыҡ. «Мин башҡорт полктары тураһында күп беләм, йәл, беҙгә Уралдан бер башҡорт та килгәне юҡ», − тигәс, үҙебеҙ менән таныштырҙыҡ. Был ҡатын беҙҙе ҡосаҡлап илай башламаһынмы, үҙе йоҡларға таралышҡан ойоштороусыларҙы (төн еткәйне) ҡысҡырып саҡыра! «Башҡорттар килгән, ысын башҡорттар», − тип төрлө яҡлап һырып алдылар, күптәре һыҡтай башланы. Баҡһаң, Европа ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашыусы башҡорттарҙы, ике быуатҡа яҡын ваҡыт үтһә лә, оло хөрмәт менән иҫкә алып, бер ҡасан да онотмаған ундағы халыҡ. Башҡорт һалдаттарының изге күңелле, ипле, тәртипле милләттән булыуы тик яҡты хәтирәләр ҡалдырған.
Хатта Германияның Шварц ҡалаһында, «Изге Лауренция сиркәүҙәре» башняһы көмбәҙендә, әлегәсә торған башҡорт уғын алтын­ға алмаштырырға ҡарар иткәндәр! Октябрь айында үтәсәк был тантаналы сараға «Төньяҡ амур­ҙары» хәрби-патриотик клубы саҡырыуҙы күптән алған да инде. Егеттәр, әлбиттә, барасаҡбыҙ, ти бер тауыштан.
Клуб ағзалары менән бергә казак кейемендә торған ағай менән ҡыҙыҡһынам. Демьян Матвеев Баҡалы районынан килгән, ә сығышы менән Смоленск өлкәһенән.
 Тауһеңер янындағы яу− Ул шанлы йылдарҙа Наполеон ғәскәренә ҡаршы илебеҙҙә күп милләттәр үҙҙәренең милли отрядтарын формалаштыра, улар араһында типтәрҙәр ҙә булған. Мин типтәр казагы формаһында типтәр полкы исеменән сығыш яһайым, − тине ул.
Д. Матвеев, тарих уҡытыусыһы булараҡ, был һуғышты энәһе-ебенә тиклем белә, етмәһә, уның атаһы Бородинонан ни бары 200 саҡрым самаһы алыҫлыҡта йәшәй икән. Башҡортостанға килеп төпләнгәс, ул ерле халыҡтың мәҙәниәтенә, теленә, тарихына ғашиҡ була. Иң ғорурланғаны − башҡорт телендә акцентһыҙ, таҙа һөйләшә белеүе. Минең улдарым да башҡорт ҡыҙҙарына өйләнде, тип йылмая ул. Сит милләт кешеһе булһа ла, тәүҙә башҡорт һалдаты костюмын тектерергә теләгән, тик, төҫ-башым башҡортҡа оҡшамаған, тип тыйылып ҡалған.
Сараны башлап, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Александра Акули­нина тәбрик һүҙҙәрен әйтте. Артабан Шишмә районынан килгән командаға байрамдың флагын күтәреү кеүек абруйлы бурыс йөкмәтелде. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ильмира Ғәлиәх­мәтова ҡунаҡтарҙы сәләмләгәс, урындағы «Йондоҙ» өлгөлө балалар бейеү ансамбле сығыш яһаны. Ростов ҡалаһынан килгән отставкалағы подполковник Мәхмүт Сәли­мов Илдар Шәйәхмәтов менән Юлай Ғәйнуллинға хәрби традицияларға тоғролоҡ, башҡорт халҡының һәм казачествоның патриотик рухын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Бөйөк Дон ғәскәрҙәренең баш атаманы Виктор Водолацкийҙың ордендарын тапшырҙы. Сараны «Тора­тау» этно-фолк төркөмө, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡалар биҙәне.
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Ҡырмыҫҡалы райо­ны хакимиәте ойошторған конкурс-фестивалгә төрлө ҡала-райондарҙан ун команда килгән. Ҡатна­шыусылар өс көн буйына тирмәләр­ҙе биҙәү, фольклор конкурсы, көрәш, уҡ атыу, һөңгө ташлау, атта сабыу кеүек спорт уйындары, тарихи викторина, хәрби-тарихи реконструкцияла көс һынашты. Иң яҡшы, белемле, көслө коллективтарға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.


Лилиә ХӘЛИТОВА.
Юлай КӘРИМОВ
фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”