RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Мөғжизә бүләк итеүсе шағир

28.05.2013 Мөғжизә бүләк итеүсе шағир

йәки Ҡол Дәүләтте хәтерләп…
Мөғжизә бүләк итеүсе шағир
Ғәбиҙулла Зарипов, Рәмил Ҡол Дәүләт, Марсель Искәндәр, Рәйес Түләк, Буранбай Исҡужин, Ғилман Ишкинин... Был исемдәр минең күңелемдә яҡты иҫтәлектәр уята, уларҙың ошо фани донъя­лағы ҡыҫҡа ғүмере тураһында уйлайым, яҙғандарын ҡабатлап уҡыйым, яҙылмай ҡалған яңы әҫәрҙәрен һағынам. Ағайҙарым, гүйә, тормошома бер миҙгелгә генә инде лә, үҙҙәренең рухи байлыҡтарын ҡалдырып, мәңгелеккә китеп барҙы.
Әлеге яҙмам шуларҙың берәүһе – берәгәйле шағир, бик үҙенсәлекле драматург Рәмил Ҡол Дәүләт хаҡында. Мин уны күҙ алдыма һәр ваҡыт ошо килеш: быуынға ултырып килгән ҡарағайҙай төҙ һынлы, ҡап-ҡара ыҫмала сәсле, матур ыҡсым ҡара мыйыҡлы, ир уртаһына инеп барыусы сабыр ир-егет итеп баҫтырам. Уның тауышы ла башҡаларҙыҡына оҡшамағайны: тыныс, шым ғына һөйләһә лә, башҡаларға ишеттерерлек, мауыҡтырғыс итеп һөйләр, шиғырҙарын уҡығанда ла бүтәндәр кеүек артыҡ ҡысҡырмай ғына, тик үҙенә генә хас пафос менән уҡый. Шағир лексикаһы юмор­ға ла бай ине. Ҡол Дәүләт менән осрашҡан саҡтарҙа әҙәбиәткә, сәнғәткә, ижадҡа ҡағылышы булмаған сит хәбәрҙәр һөйләнелмәй торғайны шикелле, минең иҫләүемсә.
Рәмил ағайҙың 1980 йылдар аҙағындағы – 1990 йылдар ба­шындағы ижады менән таныш булһам да, үҙен күргәнем юҡ ине. Уны республика баҫмаларында баҫылған рәсеменә ҡарап ҡына күҙ алдына баҫтыра инем. 1991 йылда сыҡҡан “Һигеҙенсе мөғжизә” китабы шиғыр һөйөүселәр өсөн ысын мәғәнәһендә шиғриәт байрамына әүерелде, тыуған ауылым Ибрайҙа ла (Ейәнсура райо­ны) шағирға һәм уның ижадына ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ошо һарғылт төҫтәге, йоҡа ғына ҡатырға тышлы китапҡа ингән байтаҡ шиғырын апайҙарым, һылыуҙарым яттан һөйләп йөрөнө. Ә бит ул осорҙа Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Рәшит Назаров кеүек оло шағирҙарҙың әҫәрҙәре ныҡлап ҡайтарыла башлағайны, ижад гәүһәрҙәре телдән төшмәй ине. Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбай, Тимер Йосопов, Хәсән Назаров һымаҡ һүҙ оҫталары халыҡ ихлас ҡабул иткән әҫәрҙәрен ижад итте.
Совет осоро традицияһы буйынса, мәктәптәрҙә пионер дружиналары, комсомол ойошмалары эшләп килде. Һәр кластың үҙ пионер отряды, девизы һәм исеме булды. Башлыса, бындай балалар төркөмдәренә СССР-ҙа тыуып үҫкән, батырлыҡ ҡылып ҡорбан булған Валя Котик, Марат Казей, Зина Портнова, Зоя Космодемьянская, Олег Кошевой кеүек башҡа милләттән булған билдәле йәш геройҙарҙың исемдәре ҡушыла ине. Мәктәптә рус теле уҡытыусыһы булып эшләгән бер туған Мәғәфиә апайымдың ҡыҙы Ләйсән һылыуым бер көндө минән стена гәзитенә һүрәт төшөрөп биреүемде һораны. Баҡтиһәң, уларҙың класы Ҡол Дәүләттең “Һигеҙенсе мөғжизә” китабын уҡыған, шиғырҙары шул хәтлем оҡшаған һәм улар пионер отрядына йәш яҙыусының исемен ҡушмаҡсы булған. Уҡыусыларҙың был теләгенә мәктәп директоры, Башҡорт дәүләт университетында Рәмил ағай менән бер осорҙа белем алған, уны яҡындан белгән кеше, Рязань Байбулатов та (олатаһы һуғышта Рязань ҡалаһын алыуҙа ҡатнашҡан, шуның иҫтәлеге итеп, йылдар үткәс, Еңеү көнөндә тыуған ейәненә ошо ҡала исемен ататҡан) ҡаршы булмаған, уларҙың был ҡыҙыҡлы тәҡдимен тик хуплаған ғына. Стена гәзитенә килгәндә, ул бик матур килеп сыҡты, Рәмил ағайҙың портретын уҡыусылар оҡшатты, һылыуым­дар­ҙың отряды шағир исемен йөрөтә башланы. Талантлы шағир менән ситтән тороп шулай таныштым.
Ә тәүге осрашыуым иһә 1992 йылдың апреле башында Өфөлә уҙғарылған йәш яҙыусыларҙың республика конференцияһында булды. Март аҙаҡтарында шағир Ҡәҙим Аралбай имзаһы менән хат килеп төштө. Бынан бер ай тирәһе алдараҡ Яҙыусылар союзына адреслап шиғырҙарымды һалып ебәргәйнем. Хатым ул саҡтағы Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Ҡәҙим ағайға барып юлыҡҡан һәм ул миңә конференцияға саҡырыу ебәргән. Башҡорт дәүләт университетында үткәрелгән был оло сарала ағалы-ҡустылы шағирҙар Венер һәм Рәмил Йәнбәковтар, үҙенсәлекле шиғыр һәм проза яҙыусы Әхмәр Үтәбай, әҫәрҙәре юмор менән һуғарылған Буранбай Исҡужин, яҙғандарынан башҡорт рухы бөркөлөп торған Рәйес Түләк, балалар баҫмаһында эшләүсе, Салауат һәм Рәми булмышына тоғро Ғәбиҙулла Зарипов, башҡорт әҙәбиәтенә роман менән килеп ингән Марсель Искәндәр, апай-һылыу­ҙарым яратып уҡыған теге “Һигеҙенсе мөғжизә” китабы авторы Рәмил Ҡол Дәүләт, киң эрудициялы журналист, шағир, тәнҡитсе булараҡ билдәле Дамир Шәрәфетдинов һәм райондашым, минең кеүек үк шиғырҙар менән “һаташыусы” Ғилман Ишкинин менән яҡындан таныштым, аралаштым. Конференцияла Көйөр­гәҙенән Әҡсән Хәлиловтың, Бөр­йәндән Булат Тимерғәлиевтың һәм минең шиғри ҡулъяҙмаларым ыңғай баһа алды. Ике көнлөк сарала һүҙ әҙәбиәт, бигерәк тә башҡорт шиғриәте, уға килеүсе йәш ижадсылар хаҡында барҙы. Ошо кисәнән һуң, һаубуллашып таралышыр алдынан Ҡол Дәүләттең миңә төбәп әйткән һүҙҙәре хәтерҙә ҡалған: “Рамзай ҡустым, шиғыр яҙыуың яҡшы, ләкин һиңә юғары белем алырға кәрәк, филология факультетына инергә кәңәш итәм”.
Армияға тиклем, 1986 йылда, Башҡорт дәүләт пединститутының (хәҙер – М. Аҡмулла исемендәге педуниверситет) филология факультетына уҡырға ингәйнем, ауырыуым һәм операция арҡаһында белем алыуҙы кисектереп торорға тура килде. Шағир кәңәшен тотоп, яңынан тергеҙелеп, 1993 йылда башҡорт филологияһы факультетында белем ала башланым. Институттың беҙ йәшәгән 6-сы дөйөм ятағы Яҙыусылар союзы урынлашҡан ике ҡатлы бинаға яҡын ғына, ә унда союз рәйесе Динис Бүләковтың урынбаҫары булып миңә конференциянан таныш Әхмәр Үтәбай эшләй. Мин, йәш яҙыусы “дәрәжә”һенә күтәрелгән студент, уның янына, башҡорт әҙиптәренең төп йортона, һирәкләп барып йөрөгән булам, йә ул ваҡыты булғанда ятаҡҡа инеп сыға. Институтта беҙгә башҡорт әҙәбиәтенән ялҡынлы шағир, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллин, тәржемәсе, шиғри һүҙ оҫтаһы Әсхәл Әхмәт-Хужа белем бирҙе, улар йыш ҡына, билдәле яҙыусыларҙы саҡырып, әҙәби кисәләр үткәрә торғайны. Бындай әҙәби сараларға Рәмил Ҡол Дәүләттең дә килгәнен, шиғырҙарын аудиторияла ултыр­ған һәр тыңлаусы йөрәгенә еткерерлек итеп уҡығанын хәтерләйем.
Бер көн, ятаҡ янынан уҙып барышлай, Әхмәр Үтәбай менән Буранбай Исҡужин, Рәйес Түләк һәм Рәмил Ҡол Дәүләт мин йәшәгән бүлмәгә килеп инде. Барынса сәй табыны әҙерләнем. Шиғыр­ҙар уҡылды, Буранбай менән Ҡол Дәүләттең драмалары хаҡында һүҙ барҙы. Рәмил ағай ул саҡта Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй ине. Минең яңы шиғырҙарҙы уҡып сыҡты ла, ошондай тәҡдим яһаны: “Рамзай ҡустым, үткән йәш яҙыу­сылар конференцияһында ҡулъяҙмаң китап итеп сығарыуға тәҡдим ителгәйне, протоколын союздан алып, яңы шиғырҙарыңды машинкала үткәреп, шуларҙы йәһәтләп нәшриәткә алып кил, йәш шағирҙарҙың йыйынтығын сығарырға әҙерләйбеҙ”. Әхмәр Үтәбай ярҙамында шиғырҙарымды баҫтырып, нәшриәткә алып барып тапшырҙым һәм улар 1996 йылда “Йәш шағирҙар тауышы” серияһында “Нағыш” тип аталған йыйынтыҡта донъя күрҙе.
Ул саҡта китап сығарыу тураһындағы уй башыма ла инеп сыҡмай ине. Хәҙер уйлап ҡуям: үҙ иткән шағирым менән осрашыу­ҙар минең өсөн ысын мәғәнәһендә мөғжизәгә тиң булған: әгәр Ҡол Дәүләт ярҙам итмәһә, Үтәбай ваҡытында яҙмаларымды машинкала үткәрешеп бирмәһә, студент ҡына көйөнсә тәүге китабымды сығара алмаҫ инем. Рәмил ағай талант эйәһе генә түгел, ярҙам ҡулы һуҙыусы, йәштәр тураһында алдан хәстәрләүсе, киң күңелле кәңәшсе лә булған икән.
Бынан ике йыл элек “Йәшлек” гәзите Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә шиғыр яҙыусылар араһында Рәмил Ҡол Дәүләт исемендәге әҙәби премияға конкурс иғлан иткәйне. Миңә ошо арҙаҡлы сарала ҡатнашыу һәм төп премияға лайыҡ булыу бәхете тейҙе. Былтыр йыл башында лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы шағирҙың тыуған төйәгендә, мин күптән күрергә тип хыял иткән Әбйәлил районында, ул белем алған Сиҙәм ҡасабаһы мәктәбендә уҙҙы. Рәмил ағайҙың тәүгә һулыш алған, тәпәй баҫҡан, беренсе шиғырҙарын яҙған Әлмөхәмәт ауылында булдым. Был төбәктә далалар бөтөп, Урал тауҙары башлана. Янда ғына шағирҙың яратҡан йылғаһы – данлы Ҡыҙыл һыуы аға. Йөрәккә яҡын, йәмле яҡтар.
“Һигеҙенсе мөғжизә” китабына исем биргән шиғыр ошондай юлдар менән башланып китә:
“Был донъяның мөғжизәһе
бөтмәҫ
Матурлыҡты тоя белгәнгә...”
Ҡол Дәүләт матурлыҡты тойоп ҡына ҡалманы, үҙе лә яҙған әҫәр­ҙәре менән бына тигән шиғриәт ҡойҙо. Ваҡытында иғтибар итмәһәм дә, әле йылдар ашаһынан ҡарап, шағир ағайымдың миңә ҡарата ҡылған изгелектәрен бер мөғжизә итеп ҡабул итәм.
Рәмил Ҡол Дәүләт исемендәге әҙәби премия конкурсын ойоштороусыларға ике тиҫтәгә яҡын йәш шағирҙы лауреат итеп, ҡанатландырғаны, ижадтарын хөрмәтләп баһалағаны өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен.

Рамаҙан ҠОЛМӨХӘМӘТОВ,
Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге премия лауреаты
.
Салауат ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”