17.05.2013 Әүлиә тип танылған ишан
Бөйөк дин әһеле Зәйнулла Рәсүлев халҡын әхлаҡи нигеҙҙәргә, мәғрифәткә таянырға өйрәткән
Бөйөк башҡорт дин әһеле, мәғрифәтсе шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тыуыуына 180 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә “Рәсәйҙең мосолман донъяһы: традициялар һәм яңылыҡтар” халыҡ-ара симпозиумы ойошторолдо. Өс көн барған ҙур сара баш ҡалала, Учалы районында һәм Троицк ҡалаһында үтте. Конференцияла Рәсәй ғалимдарынан башҡа Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украинаның абруйлы фән эшмәкәрҙәре лә ҡатнашты. Пленар өлөш һәм секция ултырыштары Конгресс-холда уҙҙы.
Шәйех Зәйнулла Рәсүлев – Рәсәйҙәге мосолман донъяһының тарихы һәм мәҙәниәтендә шаҡтай ҙур эҙ ҡалдырған шәхес. Замандаштары уны Урал – Волга буйы халыҡтарының ғына түгел, Ҡаҙағстан, Урта Азия, Төньяҡ Кавказ мосолмандарының да “рухи короле” тип атап йөрөткән. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдинов, Зәйнулла Рәсүлев эшмәкәрлегенең әһәмиәтен билдәләп:
– Суфыйҙар һүҙҙә лә, эштә лә эскерһеҙ булыуы менән айырыла. Зәйнулла Рәсүлев кешеләрҙе ошоға әйҙәгән. Әммә элек тә, бөгөн дә суфыйсылыҡты тыйып, уға шикләнеп ҡараусылар булды, бар. Беҙ иһә, Зәйнулла ишандың хаҡ юлына инаныусылар, уның мираҫын һаҡларға һәм киләсәк быуынға еткерергә бурыслы, – тине.
БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков йәштәрҙең экстремизм юлынан китеүен тәү сиратта белемһеҙлек, үҙ дин әһелдәребеҙҙең хеҙмәттәрен терәк итеп алмауы менән бәйләй.
– Йәш быуын Зәйнулла Рәсүлевтың тәғлимәтен өйрәнһә, ҡабул итһә, сит ил мосолмандары йоғонтоһона бирелеп тә бармаҫ ине. Рәсәй мосолмандарының үҙ юлы, үҙ мәғрифәтселәре. Йәштәргә ошоно аңлатыу фарыз, – тип билдәләне ул.
Конференция уңайынан нәшер ителгән йыйынтыҡтағы фәнни тикшеренеүҙәр ҙә Урал – Волга буйында борон-борондан суфыйсылыҡ тәғлимәте йәшәп килеүен, халҡыбыҙ иманының шуға таяныуын иғтибар үҙәгенә ала. Философия фәндәре кандидаты, доцент Зилә Рәхмәтуллина дәлилләүенсә, суфыйсылыҡтың да төрлө йүнәлештәре бар. Әгәр иран ағымы оппозицион сифатта булһа, ғәрәп суфыйҙары дини йүнәлешкә тәрәнерәк инә. Урал – Волга буйында таралған ағым иһә алтын урталыҡта тора. Дини фанатизм хас булмаған беҙҙең ерлеккә. “Әммә бәғзе ғалимдарыбыҙға һаман да суфыйҙарыбыҙҙы аскет, донъянан айырылған тип һүрәтләү хас. Аскетизм, ысынлап та, IX – XII быуаттарҙағы суфыйсылыҡҡа хас булған. Ләкин унан һуңғы осорҙа суфыйҙар әүҙем гражданлыҡ позицияһында тора”, – тип билдәләй З. Рәхмәтуллина.
Ғалимдар әйтеүенсә, Рәсәйҙә таралған Нәҡшбәндиә-Хәлидиә тәриҡәтендә булыусылар, шул иҫәптән шәйех Шамил Ичкерия, Дағстанда милли азатлыҡ өсөн көрәшкән, Төркиәлә ҡурдтар хәрәкәтен етәкләгән. Зәйнулла Рәсүлев Нәҡшбәндиәгә 1876 йылда шәйех Абдул хаким бән Ҡорбанғәли Сарҙаҡлы етәкселегендә инә. Ун йылдан һуң төрөк шәйехе Әхмәт Зыяитдин Кумушханауи ярҙамында Хәлидиә йүнәлешенә лә инеп китә. Әммә, белеүебеҙсә, Зәйнулла Рәсүлев ҡулға ҡорал алыу яғында булмай. Көс ҡулланыу менән бер мәсьәләне лә хәл итеп булмаясағын аңлай. Шуға ла халыҡты әхлаҡи нигеҙҙәргә, мәғрифәткә таянырға өйрәтә.
Зәйнулла ишандың тормошон, эшмәкәрлеген яҡтыртҡан архив документтары уның хаттарынан, нәшер ителгән бер нисә әҫәренән ғибәрәт. Шуларҙың береһе – 1982 йылда донъя күргән 22 битлек дини юҫыҡтағы фәнни хеҙмәт. Унда Нәҡшбәндиә туғанлығы тәғлимәттәренең асылы яҡтыртыла. Зәйнулла Рәсүлев тормошон тәүгеләрҙән Ризаитдин Фәхретдинов, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев өйрәнә. Дин әһеле тураһында Ғайса Хөсәйенов, Рәүеф Насиров, Илшат Насиров һәм башҡалар яҙған. “Зәйнулла ишан – кешеләргә рух тәрбиәһен тән тәрбиәһе, йән менән тән һаулығын бергә тәрбиәләү хәстәрлеген күргән зат. Ул медицина нигеҙҙәрен ныҡлы үҙләштергән табип та. Халыҡты ул үлән шифалары менән, үҙендәге гипноз ҡеүәһе менән дауалау ысулдарын киң ҡулланған. Халыҡ уны ғәҙәти бер ғалим, табип ҡына түгел, әүлиә итеп таныған, уға бөтә күңеле, булмышы менән табынған”, – тип яҙыла Ғайса Хөсәйеновтың “Ил азаматтары” китабында.
Спартак Ильясов ололарҙың хәтирәләренә нигеҙләнеп былай тип яҙа: “Зәйнулла ҡустыһы Фәтҡулла менән бик күп башҡорт батырының көрәшен, ғауға-һуғыштарҙы, бәхәстәрҙе тыңлап үҫә. Уның кескәй генә хисле күңеле һәр ваҡыт солохлоҡто, тигеҙлекте, ғәҙеллекте, сафлыҡты талап итә. Күңеле бала сағынан уҡ шул тигеҙһеҙлеккә, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәшер өсөн ярала. Зәйнулла Рәсүлевтың тормош көтөүҙәге ҡеүәте үҙ тәғлимәтенә сикһеҙ ышаныуында. Ул рухи көстө тәбиғәттән алған. Төп Урал армытының итәгендә тыуғанғалырмы, ул тауҙар менән аралашмайынса йылдың ике миҙгелен үткәрмәгән. Зәйнулла ишан тыуған яҡтарына йыл да Өстамаҡтан – Троицкиҙан ҡайтыр булған. Атын менеп, берәүҙе лә үҙе менән алмай, тауҙар араһына киткән. Уның был холҡона халыҡ бер ни тиклем аптыраһа ла, аҙаҡ иғтибар итеүҙән туҡтаған. Зәйнулла ишан үҙ тыуған ауылынан туранан-тура 40 – 45 саҡрым ерҙә ятҡан Ирәмәл һәм уның армыттары менән тәбиғи ҙә, рухи ҙа бәйләнештә йәшәгән. Тауҙарға сәфәр сығыр алдынан тау эйәһенә арнап ҡорбан салдырған. Атайымдың бер туған апаһы Сабира әбейем шулай хәтерләп һөйләй торғайны”.
Зәйнулла Рәсүлевтың меңәрләгән уҡыусыһы, туған-тыумасаһы уның эшен дауам иткән. Шәйехтең улы Ғабдрахман Рәсүлев Башҡортостан диниә назараты мөфтөйө була. Зәйнулла ишандың ҡустыһы Фәтхулланың улы Ғайса Рәсүлев та киң билдәле. Рәсүлевтарҙың күбеһенең яҙмышы граждандар һуғышында, репрессиялар осоронда фажиғәле тамамлана.
Конференцияла Зәйнулла Рәсүлевтың туғандарының береһе – Мәскәү педагогия университеты профессоры А. Ғәзизова ла булды. Ул өләсәһе – Зәйнулла ишандың ейәнсәре Нурулғаян тураһында һөйләне. Нурулғаян ишандың ҡыҙы Рәбиғәнең балаһы була. Рәбиғә Зәйнулла Рәсүлевтың уҡыусыһы Әхтәм Имашевҡа кейәүгә сыға. Улар Мулдаҡай ауылында (Учалы районы) нигеҙ ҡора. Ишан ейәнсәрен дә уҡыусыһы Сәләх Ғәзизовҡа бирә. Нурулғаянға 14 йәш кенә була. Сәләх Ғәзизов 30-сы йылдар башында вафат булып ҡала. Репрессияларҙан ҡасып, ғаилә Троицкиҙан Дағстанға күсенә. Заманында Зәйнулла ишан Дағстан суфыйҙары менән тығыҙ бәйләнештә була. Тик ситтә лә бәләнән ҡотолоп булмай. Нурулғаяндың биш балаһынан икәүһе генә – Абдулла һәм Хәлимә иҫән ҡала.
– 50-cе йылдарҙа Хәлимә әбейем Башҡортостанға кире күсә һәм әсәһен дә алып ҡайта. Ҡартайған өләсәйем ҡыҫҡа ғына ваҡыт Ишембайҙа йәшәү осоронда бер-ике тапҡыр тыуған ауылы Мулдаҡайҙы күреп өлгөрә. Биш йыл элек үҙем Учалыла һәм шул ауылда булғандан һуң, ни өсөн өләсәйемдең ғүмере буйы тыуған яҡтарын һағынып йәшәгәнен аңланым, – тип һөйләй ейәнсәре.
Зәйнулла Рәсүлевтың мираҫы – күңелен үҫтерергә, камиллашырға теләгән кешеләр өсөн бөтмәҫ хазина. Уны өйрәнәһе лә өйрәнәһе.