10.05.2013 Ауылда йәшәгән ветерандарға күберәк иғтибар кәрәк
«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Еңеү байрамы алдынан ветерандар ойошмалары лидерҙары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡатнашлығында «Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының социаль-иҡтисади проблемаларын хәл итеү һәм оло йәштәгеләрҙең йәшәү шарттарының сифатын яҡшыртыу» тип аталған «түңәрәк өҫтәл» уҙғарылды. Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, илебеҙ, йәмәғәтселек кисәге фронтовиктар алдында бурыслы. «Тыуған ил азатлығы өсөн көрәшкән, йәнен фиҙа ҡылған һалдаттарҙың ҡаһарманлығын, фиҙакәрлеген оноторға хаҡыбыҙ юҡ, улар баһаланырға тейеш. РФ Президенты В. Путин да ветерандарҙың мәсьәләләрен хәл итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Бөгөн һеҙҙе нимәләр борсой? Әйҙәгеҙ, тәҡдимдәрегеҙҙе еткерегеҙ. Улар Премьер- министр Д. Медведевҡа еткереләсәк»,– тине ул.
Бөгөн республикала 6 мең 274 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫәпләнә.
БР Һуғыш, хәрби хәрәкәттәр, хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты рәйесе Мансур Ахунов билдәләүенсә, ветерандарҙың көнитмеше, йәшәү шарттары менән танышыу өсөн һәр йортҡа йөрөп сығырға кәрәк. Ололарҙың күптәре хәҙер йөрөй алмай, бәғзеләре түшәктә ята. Йорттарына ремонт талап ителгән өлкән быуын вәкилдәре лә күп. Республика ветерандар госпиталендә дауаланыу өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылмаған. Поликлиникаһы баш ҡаланың бер осонда, дауалау корпусы ҡала үҙәгендә. Палаталар ҙа 6 – 8 кеше өсөн тәғәйенләнгән. «Ҡала үҙәгендә урынлашҡан хәрбиҙәр өсөн госпиталде, бәлки, ветерандар өсөн файҙаланырға кәрәктер. Мәскәүҙә Ветерандар йорто бар, хужаһыҙ ҡалған Офицер йортон да шундай үҙәк итеп эшләргә мөмкин. Ни өсөн шифаханаларға барғанда уларҙан өҫтәп аҡса түләтәләр? Ниңә райондарҙа ололар һатып алырлыҡ арзан дарыуҙар юҡ?» – тип уларҙы борсоған, ыңғай хәл итерлек мөмкинлектәр булған проблемаларға иғтибар йүнәлтеүҙе һорап мөрәжәт итте Мансур Мөнир улы. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың йәмәғәт ойошмалары координация советы ағзаһы Дарис Әүхәҙиев төпкөл ауылдарҙа йәшәгән ветерандарҙың медицина, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең ярҙамын ала алмауына борсолоу белдерҙе. «Элек уларҙың ҙур эштәрен башҡарырға мәктәптәрҙән тимурсылар командалары эшләп килде, был матур йоланы ла тергеҙергә кәрәк. Фронтта хәбәрһеҙ юғалған яҡындарын эҙләүселәр ҙә күп. РФ Оборона министрлығы архивы хеҙмәткәрҙәре ундайҙарға ярҙам итергә ашығып бармай. Яуап өсөн хаҡ һорай, йә мөрәжәғәт итеүсенең үҙенә килергә ҡуша. Был мәсьәләне лә төбәктәр кимәлендә хәл итеп булалыр, моғайын», – тигән фекерен белдерҙе ул. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар бөгөн матди яҡтан ғына түгел, хоҡуҡи яҡтан да ярҙамға мохтаж. Олоғая барған һайын һаулыҡтары ҡаҡшай, ваҡытында инвалидлыҡ алырға тәҡдим итһәләр ҙә, күптәре унан баш тартҡан. Хәҙер ҡораллы конфликттарҙа яраланыуҙары хаҡында белешмә алыу өсөн хәрби архивтарға хат ебәрергә кәрәк, ә улары документтарҙы таба алмай, хәрби частарҙың күбеһе бөтөрөлгән, йә элекке союздаш республикаларҙа урынлашҡан.
Һуғыш балалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Хөкүмәт уларға ла йөҙ менән боролорға тейеш, тине «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, отставкалағы генерал-майор, Хәрби академияның почетлы ағзаһы Ростислав Сибәғәтуллиндың һүҙҙәре береһен дә битараф ҡалдырмағандыр.
«Әле беҙ йәшәгән дәүер фажиғәле. Халыҡ ҡатламдары араһындағы айырма ер менән күк кеүек – социаль тигеҙһеҙлек, дәүләтте талап та, язаһыҙ ҡалған ҙур вазифа биләгән кешеләр, рухи ҡиммәттәрҙең үҙгәреүе. Элек обком секретары менән шахтер бер тигеҙ эш хаҡы ала ине. Ә хәҙер?! Рәсәй тарихында бөгөнгө кисергәндәр бер ваҡытта ла булмаған. Беҙҙең халыҡ әкренләп үлеп бара, тыуым барыбер аҙ. Мин, хәрби булараҡ, бигерәк тә оборона өсөн борсолам. РФ Генераль штабы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың һигеҙ проценты уҡый-яҙа белмәй, әрменән ҡасып йөрөүселәр күп. Киләсәктә тик контрактсыларҙан ғына торасаҡ армия хәүефкә һала. Башҡалар, нимә, илдәрен һаҡламаҫҡа тейешме?! Уларҙың тыуған ере өсөн яуаплылыҡ тоймауы, кисәге яугир, хәрби булараҡ, мине бик тә борсой, күңелгә шом һала. Беҙҙең армия ҡеүәтле, барыһынан да өҫтөн булырға тейеш», – тине ул.
Раил Әсәҙуллин, «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусыларҙың әйткән фекерҙәре Дмитрий Медведевҡа ебәрелгән мөрәжәғәттә сағылыш табасаҡ, тип вәғәҙә бирҙе.
З. ЙӘҺҮҘИНА.