10.05.2013 Түгелмәһен әсәләрҙең күҙ йәше
Күпме кеше ғүмерен ҡыйҙы
Һуғыш тигән был афәт.
Тыуған ерен һаҡларға тип,
Фронтҡа китте ир-ат.
Бөтә донъяға таралды
Һуғыштың гөрһөлдәүе.
Гүйә, аждаһа кимерҙе
Ер-әсәнең күкрәген.
Өсмөйөшлө хаттар көтә
Әсә ғәзиз улынан.
"Мин ҡайттым бит, әсәй", – тиеп
Тәҙрә сиртер улы ла.
Өсмөйөш һалдат хаттары,
Ниндәй хәбәр килтерҙең?
Йә әсәне ҡыуандырҙың,
Йә һин уттарға һалдың!
Ғәзиз әсә кисерешен,
Йә, Алла, кем һуң аңлар?
Түҙемлек, сабырлыҡ өҫтә,
Кисерһә әсә ғазап!
Өләсәйемдең өс улы –
Өс бөркөтө һуғышта:
Имәнмөхәмәт – кавалерист,
Атта елеп һуғыша.
Танкыға ҡаршы сапҡан улар,
Бирешмәйсә яуҙарҙа.
Яратҡан аттары менән
Фашистарҙы ҡырғандар.
Хәбәрһеҙ юғалды, тигән
Хат килде әллә нисә.
Өмөтөн юғалтмай көтә
Имәнмөхәмәтен әсә.
Зиннуры һуғыштан ҡайтты,
Һаулығы ныҡ ҡаҡшаған.
Күп тә тормай, ғәзизкәйе
Китте яҡты донъянан.
Таянысы – кесе улы
Һуғыштан имен ҡайтты.
Бар ҡайғыһын баҫты әсә,
Йәшәүгә өмөт тапты.
Илде аяҡҡа баҫтырыуҙа
Бик күп көстәрен һалды.
Еңеү көнө етте ниһә
Баҫты парадҡа сафҡа.
Миҙалдары сың-сың итә,
Атлаған һәр аҙымда.
Сың-сыңлаған тауыштар
Сыңлай йылдың яҙында.
Була күрмәһен һуғыштар,
Йәштәр түкмәһен әсә.
Күпте күрҙең, бынан ары,
Илем, гел тыныс йәшә!
Һуғыш бер кемде лә аяманы, бер өйҙө лә урап үтмәне. Әсәйемдең бер туған өс ағаһы ла – Имәнмөхәмәт, Зиннур, Айытбай Садиҡ улдары Хисаметдиновтар ҙа фашистарға ҡаршы яуға китә. Иң өлкәне – Имәнмөхәмәт хәбәрһеҙ юғала, икенсеһе – Зиннур тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһа ла, һуғышта алынған яраларынан мандый алмай вафат була. Рәхимә өләсәйемдең бәхетенә, телгә алынған улы Айытбай ғына имен-һау әйләнеп ҡайтып, Ишембай районы ҡыҙы Рәшиҙә менән ғаилә ҡороп, оҙон ғүмер кисерә, 2003 йылда вафат була. Бабайым хаҡындағы яҡты иҫтәлек һәр саҡ күңелдәребеҙҙә һаҡлана.
Вәхиҙә ЯЗАҒОЛОВА.
Бөрйән районы,
Нәби ауылы.