RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

10.05.2013 Үлемдән ҡурҡманыҡ

Үлемдән ҡурҡманыҡСовет осоронда тәрбиәләнгәнгә күрә «немецтар еңһә, яҡшыраҡ булыр ине» тигән теләһә ниндәй йүнһеҙ уйҙар менән бөтөнләй ағыу­ланмағанмын. Хатта ундай бысраҡ һүҙҙәрҙе ишетһәм, күңелем өшөп китә, яуҙа башын һалған, әйләнеп ҡайтып та, һуғышта алған яраларҙан ғүмер буйы интеккән совет һалдаттарын яҡлашып, амбразураға ташланыр хәлгә киләм. Минең өсөн совет һалдаттары – фашизмды еңеүселәр, һәм улар, һис бер нәмәгә ҡарамаҫтан, еңеүсе геройҙар булып ҡала.
Байрам алдынан осрашҡан Юлай Имашев та − минең геройым. Оло йәштәге фронтовиктың тыуған көнө лә әһәмиәтле бит әле, ул 9 майҙа донъяға килгән! Ләкин Мулдаҡайҙа йәшәгән Сәкинә менән Әхмәттең сабыйы үҙенең ниндәй дан көндө тыуғанын белмәгән. сөнки 9 май егерме йылдан һуң ғына иң оло байрамға әйләнәсәк. Ә әлегә уларҙың ғаиләһе тәүҙә Әбйәлилгә күсеп бара, унан һуң Ҡариҙел районына − коммунист Әхмәт Имашев ике районда ла райком секретары вазифаһын башҡара. Утыҙ өсөнсө йылда уны Өфөгә эшкә саҡыралар. Юлай баш ҡалала рус мәктәбенә уҡырға бара, бер аҙҙан русса апаруҡ һупалай башлай. Өс йылдан улар яңынан Мулдаҡайға ҡайта. Бер фажиғә Сәкинәнең ғүмерен ҡыя, Әхмәт дауаханаға эләгә... Ана шунда етемлектең әселеген тулыһынса татый Юлай менән ҡустыһы Айрат. Юлай колхоздың һарыҡ көтөүен көтә, ауыл көтөүсеһенең ярҙамсыһы булып та эшләй.
− Бала саҡ хыялы тураһында һорағас, берәүҙең һөйләгәне иҫкә төштө, − тип хәтирәләрен яңыртты Юлай Әхмәт улы. − Мулдаҡайҙа урын­дыҡта бала ята икән. Әбей, урындыҡты һыйпап, эй, балам, ятҡан урының ҡаты бит, тигән. Балаһы, эй, әсәй, икмәкте туйғансы ашаһам, ҡоро таҡтала ла ятыр­ға риза булыр инем, тип яуап­лаған. Мин дә бала саҡта, исмаһам, бер туйғансы икмәкте ашаһаң ине, тип хыялландым...
Үлемдән ҡурҡманыҡҺуғыш башланғас, ун алты йәшлек Юлайҙы Белореттағы ФЗО-ға уҡырға ебәрәләр. Уны бөткәс, заводта эшләй башлай. Ҡырҡ өсөнсө йылдың яҙында һуғышҡа алына. Алкинола арлы-бирле һуғышырға өйрәткәс, уларҙы тиҙ генә эшелондарға тейәп, фронтҡа оҙаталар. Икенсе Украина фронты, 41-се гвардия дивизияһы, 142-се полк, 4-се батальон, 4-се ротаға эләгеп, Юлай иң ситтәге уң флангыла уҡсы булып йөрөй. Яуға күтәрелгәндә туп атыуҙан, танкылар, самолеттар геүләүҙән шөрләп, ғәйрәт ҡасып ҡуймаһын тип, дошманды һүгә-һүгә алға ташлан­ған улар. Һалдаттар үлемдән түгел, зәғиф ҡалыуҙан ҡурҡҡан. Бар тирә-яҡ ҡыҫҡа арауыҡҡа тын ҡалғанда, тыуған яҡтарҙы һағынып, ҡайтып буламы-юҡмы, тип өмөтһөҙлөккә лә бирелгән мәлдәре була. Ләкин оҙаҡҡа түгел, шунда уҡ бер-береһен йыуатып, үҙ-ара шаярып, күңелдәрен күтәргәндәр, ни тиһәң дә, йәшлек үҙенекен иткән. Йәйен Харьковты алғас, Юлай Имашевҡа Юғары командование исеменән рәхмәт ҡағыҙы һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапшыралар. Белая Церковь ҡалаһын дошмандарҙан азат итеү өсөн барған яуҙа Юлайҙың башына снаряд ярсығы эләгә.
− Санчастың баш табибы үҙебеҙҙең Башҡортостандан булып сыҡты (Өфөгә яҡын ғына бер райондан), − тип иҫләй яугир. − Тыуған яҡ, минең турала һорашып торҙо. Мин уға, иптәш хәрби табип, мине госпиталгә, зинһар, ебәрмәгеҙ, юғиһә аҙаҡ мине икенсе часҡа ебәрәләр бит, тим. Алкинонан бергә килгән иптәш­тәр­ҙән, дуҫтарҙан айырмағыҙ, тигәс, ул мине госпиталгә ебәрмәне, шунда санчаста ғына дауаландым. Үҙ аяғымда йөрөрлөк хәлдә булғас, ҡулға балта тотторҙолар. Көҙ ине, һалҡын. Землянкаларҙа һыуыҡ. Утын ярып, мейес яғып ебәрәм, баш табиптың землянкаһын йылытам. Ул ҡыуанған була. Ҡар төшкәнсе санчаста дауаланып, үҙебеҙҙең ротаға кире ҡайттым. Танығандар, о-о, Ахметыч ҡайтты, тип ҡыуанды. Беҙҙең башҡорт халҡы ярҙамсыл, ҡыйынлыҡтарға өйрәнгән, сабыр, сыҙам бит, шуға ла мине ихтирам иттеләр. Ҡайһы берәүҙәр яҡташ­тар­ҙы өтөп алып барһа, гел дә яҡлаштым (русса яҡшы белеүем ярап ҡалды).
Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡандан һуң тағы ла рәхмәт хаты яҙҙылар. Унда бер гигант совхозда ҙур элеватор бар ине. Фашистар ике эшелон бойҙайҙы алып китергә әҙерләгән. Ә беҙ шул эшелондарҙы ебәрмәҫкә, ҡалдырырға тырышабыҙ. Көнөнә ике-өс тап­ҡыр һөжүмгә барабыҙ. Немецтар­ға ла икмәк ныҡ кәрәк, күрәһең, бер ҙә бирешергә теләмәйҙәр, йәбешеп торалар, китмәйҙәр.
Ер туң ине бит инде, окоп ҡаҙырлыҡ түгел. Шуға ла бойҙай тултырылған тоҡтарҙан пуля­лар­ҙан йәшенер урын әтмәләгәнбеҙ. Элеватор яна, эй, тәмле икмәк еҫе сыға, ауыҙҙан һыуҙар ҡойола хатта... Бер нимәгә ҡарамаҫтан, бой­ҙайҙы ебәрттермәнек. Күр­һәткән батырлығыбыҙ өсөн тотош полкыбыҙға рәхмәт иғлан иттеләр.
Украинаны үтеп, Молдавияға барып индек. Унда ипләп ҡаршылашманылар (ғөмүмән, һуғыштың аҙағында еңеләйҙе, тәүҙә генә ул гел генә көсөргәнештә йөрөлдө). Румын ғәскәр­ҙәре күпселектә үҙ­ҙәре ҡоралдарын һалды. Румы­нияға барып еткәс, ундағы виноград баҡсаларына иҫ китте. Емеш-еләк, йәшелсә – туп-тулы! Ас йөрөгән кешеләргә етә ҡалды, виноградҡа ябырылдыҡ. Йыуыу ҡайҙа, бит-ҡулды ҡайсаҡ йыуһаҡ та, бик шөкөр әле ул!
Эт эсәгенә һары май килешмәй, тигән кеүек, һалдаттарға виноград килешмәй − дизентерия башлана. Өс аҙна сирләп ыҙаландылар. Ләкин оҙаҡ санчаста аунарға форсат юҡ, һуғыш бөтмәгән. Совет полкын мадьяр партизандары утҡа тотҡан, тиҙ генә ярҙамға барырға, тигән телеграмма килеү менән уларҙы, ҡырҡлаған һалдатты, машинаға тейәп, алып китәләр. Станцияға етмәҫ борон, тимер юлы аша уларға ут ямғыры яуҙыра ла башлайҙар.
− Тик беҙ ҙә, тәжрибәле һалдаттар, «ремонт»тан һуң көс бар, бирешеп торманыҡ, ҡаршы ут астыҡ, − тип һүҙен дауам итә Юлай Әхмәт улы. − Иңбашымды пуля көйҙөрҙө... Шунан һуң бер ай госпиталдә яттым. Төҙәлгәс, Чехословакияға ебәрҙеләр. Унда мине диңгеҙ пехотаһының айырым элемтәселәр батальонына беркеттеләр. Шулай итеп, мин алғы һыҙыҡтан артҡы һыҙыҡҡа күстем.
Һуғыш минең өсөн Венала тамамланды. Ләкин шунда уҡ кире ҡайтарманылар, Австрияла бер йыл училищела кесе командирға уҡыттылар. Шунан һуң Көнбайыш Украинала алты йыл хеҙмәт итеп, демобилизацияға эләктем.
Күңел елкенеп ҡайтып төштөм Мулдаҡайға. Ҡустым Айрат тракторсы булып эшләй ине, атай икенсегә өйләнгәйне. Мин Мейәс ҡалаһына эшкә киттем. Слесарь булып эшләнем, аҙаҡ машина йөрөттөм. Жөүәйрә исемле яҡташ ҡыҙға өйләнгәс, Учалыға ҡайттыҡ. Автокранда эшләп, пенсияға сыҡтым. Ҡатыным менән татыу йәшәнек, Нажиә, Рәзимә исемле ҡыҙҙарым бар (ир балабыҙ үлде). Бер һүҙ менән әйткәндә, тормошомдан ҡәнәғәтмен.
Күп һөйләргә яратмаған, тыныс холоҡло, эшһөйәр Юлай Әхмәт улы − абруйлы кеше. Уны барыһы ла хөрмәт итә, туғандары уның өсөн өҙөлөп тора. Һуғыштан һуң күп-күп йылдар уҙһа ла, ҡайсаҡ йоҡлап ятҡанында машина кинәт геүләһә, самолет бомбаға тота, аталар, тип фронтовик ҡурҡып уяна. Һаташҡанын аңлап, көскә тыныслана. Миңә ҡалһа, Бөйөк Ватан һуғышы уның өсөн һис бер ҡасан бөтмәҫ кеүек, сөнки таңдар тыныс атһа ла, алыштар, яуҙар яугирҙың һәр күҙәнәгенә яҙылған...










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”