10.05.2013 «Ниндәй байлыҡтан да ҡиммәт бит ул, Минең атай, тиеп әйтеүе»
Беҙ, һуғыш балалары, оло Еңеүҙе 68 йыл илап ҡаршылайбыҙ, илап оҙатабыҙ. Атайым Әбдрәзаҡ Сәлмәнов һуғышҡа киткәндә, алты бала ҡалдыҡ. Мин иң бәләкәйе инем. Атайым Курск дуғаһы һуғышында хәбәрһеҙ юғала. Уны һуңғы тапҡыр күреүсе Таштимер ауылынан бер яҡташы була. Атайым үлемесле яралана. Иптәше һыу эсереп, күлдәген сисеп алып, эсен бәйләй ҙә, үҙебеҙҙекеләрҙе эҙләп китә. Таба алмай, тағы шул урынға кире барһа, ундағы ерҙең аҫты-өҫкә килеүен күрә. Әбдрәзаҡ шул ерҙә ятып ҡалды, тип һөйләне яҡташы. Был ағай үҙе лә Таштимергә ҡайтҡандан һуң алған яраһынан үлеп ҡалды.
Һуғыштан һирәкләп әйләнеп ҡайтыусылар булды. Ошо яугирҙарҙы күргәндән һуң минең дә атай тип әйткем килгәйне. Сөнки ул мине ҡулында йөрөткәнен хәтерләйем. Бары ике генә хаты килде. Икеһендә лә: «Зөһрә мине һөйләйме, әллә онотто ла ҡуйҙымы?» – тип яҙған. Ошо һүҙҙәрен әсәйемдән ҡат-ҡат уҡыта инем. Атайымды әле лә шундай яратам. Сығып киткәндә беҙгә ҡат-ҡат ҡарауы әле һаман да хәтеремдә.
Беҙ – һуғыш етемдәре
Эсәктәрең ҡойоп һин ҡалғанһың,
Юҡ бит, атай, хатта ҡәберең.
Йәндәреңде Аллам йәннәтләһен,
Доғаларым булһын етәксең.
Һуғыш бөткәс, иҫән атайҙар
Тыуған ергә ҡайтты әйләнеп.
Балаларын ҡыҫып ҡосаҡланы,
Һибеп яҡты хистәр бәйләмен.
Өҫтәренән ауыр йөк төшкәндәй,
Ҡатындары торҙо һөйөнөп.
Күҙҙәребеҙ ҡыҙып ҡарап торҙоҡ,
Ғазапланы йәштәр төйөнө.
Етемдәргә шундай ҡыйын була
Еңеү байрамының үтеүе.
Ниндәй байлыҡтан да ҡиммәт
бит ул,
Минең атай, тиеп әйтеүе.
Берүк тыныс тормош дауам итһен,
Беҙ күргәнде йәштәр күрмәһен.
Ер өҫтөндә туптар шартламаһын,
Һуғыштарҙан кеше үлмәһен.
Юғалтыу
Әсҡәт ағайым һәм Бибинур еңгәм
иҫтәлегенә
Ҡушылып та үҫкән йәш йөрәкте
Никах менән ныҡлап бәйләнек.
Ун ете көн, бары ун ете көн,
Ун ете көн бергә йәшәнек.
Һуғыш башланғас та Әсҡәтемә
Тотторҙолар саҡырыу ҡағыҙын.
Йөрәккәйе әллә һиҙендеме,
Минән күҙен алмай, бахырым.
Ҡыҫып ҡосто ҡайнар ҡосағына,
Мин тағы ла нығыраҡ һыйындым.
Күҙҙәребеҙ күҙгә текәлделәр,
Айырылмаҫ борон һағындым.
Аңғармай ҙа ҡалдым, Әсҡәтемде
Һуңғы юлға бит мин оҙаттым.
Ун етелә барған кейәүемде
Мәңгелеккә шулай юғалттым.
Хушлашыу
Әсәйем Фатима Муса ҡыҙына
арнала
Етмеш биштең февраль айы ине,
Етмеш бишкә килеп һин еттең.
Ауыр ҡайғыларға ҡалды барыһы,
Баҡыйлыҡҡа шул мәл һин киттең.
Атай һуғыштарҙа ғәйеп булғас,
Алты бала менән тол ҡалдың.
Үҙең атай, үҙең әсәй булып,
Ауыр йөктө һөйрәр көс таптың.
Көндөҙ көнө буйы эш атындай,
Колхоз эштәрендә бил бөктөң.
Ә кистәрен «Singer» машинаңда
Етемдәргә кейем һин тектең.
Күпһенмәнең беҙҙе күмәк тиеп,
Ас-яланғас һис тә тотманың.
Шаярһаҡ та, беҙҙе әрләмәнең,
Тик изгелек булды һуҡмағың.
Ҡөрьән Кәрим булды ҡуйыныңда,
Хәрәм ризыҡ бер ҙә йотманың.
Ураҙалар тотоп, намаҙ уҡып,
Ебәрмәнең ҡотон донъяның.
Риза булып кит һин, әсәй,
Ерҙән тыуғас, ергә китәбеҙ.
Беҙ ҙә был донъяла ғүмер ҡуйһаҡ,
Яндарыңа Хоҙай илтһәсе.
Зөһрә СОЛТАНОВА.
Әбйәлил районы,
Әбделмәмбәт ауылы.