RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Матур йәшәлгән ғүмер

30.04.2013 Матур йәшәлгән ғүмер

Матур йәшәлгән ғүмерСоциалистик Хеҙмәт Геройы Фира Ниғмәтуллина тураһындағы яҡты иҫтәлекте яҡташтары ҡәҙерләп һаҡлай
Кеше донъяға үҙ хеҙмәте менән тыуған ерен биҙәр, матурлыҡтар тыуҙырыр, хеҙмәт һө­йөүсе кешеләр тәрбиәләү өсөн тыуа. Ошо бурысты намыҫ менән үтәгән Фира Ниғмә­туллина ауылыбыҙҙың ғына түгел, районыбыҙ, республикабыҙ ғорурлығы булған шәхес ине.
16 йәштән фермала эш башлап, Фира тәүҙә дүрт йыл быҙау ҡараусы, артабан утыҙ биш йыл һауынсы булып эшләй. Ул район тарихына үҙ эшенең оҫтаһы, күп тапҡыр хеҙмәт бәйгеләрендә еңеүсе булып инде. Тырыш хеҙмәт, ныҡышмалылыҡ, бурыстарын намыҫ менән башҡарыу уға уңыштар килтерә. 1962 йылда социалистик ярышта юғары күрһәткестәре өсөн «Социалистик ярыш алдын­ғыһы» билдәһе менән бүләкләнә. 1963 йылда һәр һыйырҙан йыллыҡ һөт һауып алыу буйынса 4000 килограмм рубежын яулай. Уңған һауынсының оло хеҙмәтен хөкүмәтебеҙ юғары баһалап, Ленин ордены менән бүләкләй.
1968 йылда яҡташыбыҙ Мәскәүҙә СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, «Халыҡ хужалығын төҙөүҙә айырыуса уңыштары өсөн» алтын миҙалы менән бүләкләнә, «РСФСР-ҙың социалистик ярыш отличнигы» исеменә лайыҡ була.
Халыҡ, хеҙмәт алдынғыһына ҙур ышаныс күрһәтеп, уны СССР Юғары Советы депутаты итеп һайлай. Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме уға лайыҡлы рәүештә бирелә. Һауынсының күкрәген ике Ленин ордены менән «Ураҡ һәм сүкеш» алтын миҙалы ла биҙәне.
Ошо көндәрҙә ауылыбыҙҙа Фира Ниғмәтуллинаның тыуыуына 80 йыл тулыу­ға арналған хәтер кисәһе үткәрелде. Кисәгә әҙерлек барышында Һаҡмар төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары тарафынан альбомдар төҙөлдө, фотомонтаждар, стена гәзиттәре сығарылды һәм клуб фойеһында геройҙың тормош юлы, ғаиләһе, хеҙмәттәге уңыштары тураһында матур күргәҙмә ойошторолдо.
Кисәлә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Темәс ауылының аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Сәлимйән Вәлиев ҡатнашып, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Эйе, Сәлимйән Ғәләм улы хәтерләрлек ваҡиғалар күп булғандыр. Ул – ошо ауылда 1968 йылда асылған һигеҙ йыллыҡ мәктәптең тәүге директоры. Мәктәп педколлективы ауыл хужалығы алдынғылары менән тығыҙ аралашып йәшәй, уҡыусылар ме­нән осрашыуҙар үткәрелә.
Алдынғы хеҙмәт ве­тераны, Ленин ордены кавалеры Мәрйәм Иҫән­баева ла Фира Ниғмәтул­лина тура­һында бай иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. «Беҙ йәшәгән осор ауыр булып, күп эште ҡул көсө менән баш­ҡар­һаҡ та, кешеләр дәртләнеп йәшәне, сәм­ләнеп эшләне. Мин эшкә сәғәт таңғы 5-тә килһәм, Фира 4-тә килә торғайны. Йәштәр ҙә бирешмәһен, беҙҙән өлгө алһын», − тине ул.
Мәғариф ветераны, мәктәп балалар ойошмаһының элекке етәксеһе З. Ғөбәйҙуллина ойошмаға герой­ҙың исеме уның үҙ ризалығы менән бирелеүе тураһында һөйләне: «Минең исемде йөрөт­һәләр, балалар бер ҙә хур булмаҫ, тип әйтте Фира апай. Ул балалар­ҙың һәр саҡ көтөп алған ҡунағы булды, ойошма йыйындарында уҡыусылар уның фәһемле сығыштарын ҡыҙыҡһынып тыңлай торғайны, Тимур командалары ойоштороп, йорт-ҡураһында ярҙам да иттеләр».
Хәтер кисәһендә Фира Ниғмәтул­линаның улы Азамат, килене Ғәлиә, ейәне Фәнил сығыш яһап, яҡын кешеләрен һағынып иҫкә алды, файҙалы кәңәштәре биреүен, туғандарға, ауылдаштарға ҡарата изгелекле булыуын тулҡынланып һөйләне.
Кисә аҙағында ауылдың имам-хатибы У. Әхмәтйәнов мәрхүмә рухына аят уҡыны.
Уның яҡшы тормош өлгөһө, исеме − халыҡ күңелендә. Мәктәбебеҙҙең балалар ойошмаһы, ауылыбыҙҙың иң матур, яңы урамдарының береһе Фира Ниғмәтуллина исемен йөрөтә. Былтыр хеҙмәт геройы йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды. Йыл һайын районда иң яҡшы күрһәткестәргә ирешкән алдынғы һауынсыларға уның исемендәге приз тапшырыла.
Маһир кешенән яҡшы эҙ ҡала. Ысынлап та, уңған ҡатын, милләтебеҙ ғорурлығы булған Фира Ғариф ҡыҙының яҡты исеме, изге эштәре халҡы күңелендә мәңге йәшәр, яҡты йондоҙ булып йәштәрҙе киләсәккә, матур үрҙәргә саҡырып торор.

Фәнүзә АРЫҪЛАНОВА,
мәғариф ветераны.

Баймаҡ районы,
Һаҡмар ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”