RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Һеҙҙең атайығыҙ булыуы ихтимал

26.04.2013 Һеҙҙең атайығыҙ булыуы ихтимал

Минең атайым Фәйзрахман Хөснөтдин улы Ишморатов Әбйәлил районы хәрби комиссариатынан 1941 йылдың 14 майында фронтҡа киткән. Ул 1909 йылда Ишҡол ауылында тыуған.
Район архивынан «1942 йылда хәбәрһеҙ юғалған» тигән белешмә генә алдым. Бүтән бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Миңә 4 йәш тирәһендә Сталинградтан яҙылған хаты килгән булған. Әсәйемдең уны уҡығаны хәтеремдә. Башҡаса был хатты күрмәнем. Әсәйем үҙе менән алып йөрөттө (1990 йылда үлеп ҡалды). Бүтәнсә атайым тураһында бер нәмә лә белмәйем.

Яуап һәм яңылыҡ көтөп хат яҙыусы − Зәбир Фәйзрахман улы ИШМОРАТОВ.

Р. S. Һеҙҙең атайығыҙ Фәйзрахман Хөснөтдин улы Ишморатов, архив мәғлүмәттәре буйынса, 1942 йылдың сентябрендә хәбәрһеҙ юғалған. «ОБД − Мемориал» сайтында «рядовой Ишморатов Ф. Х.» тип яҙыл­ған медицина документы ла бар. 1941 йылдың 5 авгусынан 1941 йылдың декабренә тиклем госпиталдә яраларынан вафат булған­дар­ҙың алфавит китабына уның фамилияһы ла ингән. Бәлки, был яугир һеҙҙең атайығыҙҙыр. Был кеше 1941 йылдың октябрендә 3087-се эвакогоспиталгә эләгә. Ҡыҙыл Армия госпиталдәре белешмәһе буйынса, был дауалау учреждениеһы 1941 йылда Владимир өлкәһенең Вязники ҡалаһында урынлашҡан. Ҡалала туғыҙ эвакогоспиталь урынлаштырыла. Яраларынан үлгәндәр Покров һәм Крес­товоздвиженский зыяраттарында ерләнгән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”