26.04.2013 Ҡайҙа ерләнде икән?
1943 йылдың 23 февралендә бер туған ағайым Фәхрей Арыҫлан улы Уразбахтин (1925 йылдың 12 февралендә тыуған) армияға алынды. Мәләүез районының Боһорман ауыл советына ҡараған (хәҙер Әбет ауыл хакимиәте) Ҡотлобулат ауылынан 18 йәше тулыу менән хәрби бурысын үтәргә китте. Көслө ҡар яуған, буранлы көн ине. Беҙҙең бәләкәй генә ауылдың иң һуңғы һалдаты булды ул.
Ул ваҡытта ауылда һалдат оҙатырлыҡ та кеше ҡалманы. Мин, ике туғаны, әсәйем ҡапҡа төбөндә оҙатып тороп ҡалдыҡ. Туғандары алты, өс йәшлек кенә ине. Урамда шул тиклем көслө буран ҡотороуға ҡарамаҫтан, атайым санаға ултыртып, Мәләүезгә ҡарай юл тотто. Ағайым ат артынан йәйәү атланы. Ауылдан сығып киткәнсе, күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдыҡ. Хәҙер уны белгән кеше лә ҡалмағандыр. Туғандары, бәлки, һөйләү буйынса ғына беләлер.
Яҡыныбыҙ Йомағужа башҡорт урта мәктәбенең 10-сы класын да тамамлай алманы. Уның беренсе хаты Аҡтүбәнән килде.
Аҡтүбә пехота училищеһында һуғыш һөнәренә уҡыта башлайҙар. Фәхрей ағайым ярты йыл уҡып, август аҙағында һуғышҡа барып инә. Фронттан бер нисә генә хаты килде. «Беҙ хәҙер немецтарҙы ҡыуабыҙ. Мин − йәш командир. «Ур-р-ра» ҡысҡырып алдан күтәрелеп, һалдаттарҙы эйәртеп, алдан йүгерәм. Бөтә донъя төтөн, ут эсендә, немецтар тиҙ генә бирешмәй. Ауылдарҙы утҡа тотоп, көлгә әйләндереп китәләр. Донъяны ҡырып-емереп баралар. Күҙгә аҡ-ҡара күренмәй. Немецтарҙы ҡыуабыҙ ҙа ҡыуабыҙ. Һәр бер өйҙө, һәр бер подвалды һуғышып алырға тура килә», − тип яҙғандары хәтерҙә ҡалған.
Һуңғы хатын: «Украинаға барып еттек. Запорожье өлкәһенең Чернигов районына еттек, тиҙ генә хат яҙа алмаһам, мине көтөгөҙ, хуш, иҫән-һау булығыҙ. Улығыҙ Фәхерразый», − тип тамамланғайны. Ул оҙаҡ һуғыша алманы. Ни бары өс кенә хатын алып өлгөрҙөк. Һуңынан улары ла туҡталды. Бик күп ваҡыттан һуң «ҡара ҡағыҙ»ын алдыҡ. «Запорожье өлкәһенең Чернигов районында һеҙҙең улығыҙ геройҙарса һәләк булды», − тип яҙылғайны унда.
Эҙәрмәндәр отряды, бәлки, туғаныбыҙҙың һәләк булған урынын, ҡәберен табышырға ярҙам итер.
Миңә хәҙер 86 йәш. Һаман да, өмөтләнеп, туғаным хаҡында хәбәр көтәм.
Гөлсөм УРАЗБАХТИНА.
Ишембай ҡалаһы.
Р. S. РФ Оборона министрлығы архивының «ОБД – Мемориал» сайты мәғлүмәттәре буйынса, Башҡорт АССР-ның Йомағужа районы хәрби комиссариатынан һуғышҡа алынған 1925 йылғы Фәхрей Уразбахтин 88-се гвардия уҡсылар дивизияһының 271-се гвардия уҡсылар полкында хеҙмәт иткән. Ошо дивизияның кесе етәкселек составы юғалтыуҙары документтары буйынса, ул 1943 йылдың 30 сентябрендә һәләк була. Украинаның Запорожье өлкәһе Черноармейский районының Софиевка ауылынан 200 метрҙа көнбайыштараҡ ерләнгән. Был ауылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар ерләнгән өс туғандар ҡәберлеге бар. Әммә таш плиталарҙа Уразбахтин фамилияһын тапманыҡ. Үкенескә күрә, туғанығыҙҙың исеме Украинаның Хәтер китабына инмәгән. Гөлсөм апай, һеҙгә Украинаның эҙәрмәндәр отряды менән бәйләнешкә инергә кәңәш итер инек. Сөнки туғандар ҡәберлегендә ерләнгәндәрҙең исемлектәре ауыл советтарында, яугирҙар ҡәберлеге исемлектәрендә бар. Украинаның Запорожье ҡалаһында «Бастион» Запорожье тарихи-патриотик үҙәге эшләй. Адресы: Украина, 69104, г. Запорожье, ул. Чуманенко, 28 – 36.