26.04.2013 Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!
Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ 27 миллиондан ашыу кешеһен юғалтҡан. Яу яланында ятып ҡалғандарҙың, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҡындары әле булһа уларҙы эҙләй, яҙмыштарын асыҡлай, ҡәберҙәрен таба.
РФ Оборона министрлығының 2005 йылдан эшләп килгән «ОБД Мемориал» сайтындағы электрон мәғлүмәттәр банкы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының туғандарына уларҙың яҙмышын архивҡа махсус мөрәжәғәт итмәйенсә генә асыҡларға ҙур мөмкинлек бирҙе.
Хәбәрһеҙ юғалған кешене нисек эҙләргә һуң? Архивтарға, «Хәтер китабы»на мөрәжәғәт итер алдынан юғалыусы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт туплағыҙ. Исемен, фамилияһын, атаһының исемен, тыуған йылын, ҡайһы хәрби комиссариаттан саҡырылғанын, ҡайҙарҙан хаттары килгәнен, званиеһын, хеҙмәт иткән хәрби часын белеү мотлаҡ. Сөнки кешенең исем-фамилияһын ғына белә тороп миллионлаған кеше араһынан табыуы – бик ауыр һәм мәшәҡәтле эш. Бәлки, фронт хаттары ла һаҡланғандыр. Архивтарға мөрәжәғәт итер алдынан «ОБД Мемориал» сайты РФ Оборона министрлығының электрон базаһы аша мәғлүмәт туплағыҙ.
Архивтарҙа исем-фамилияларҙа ла күп хата киткән. Грамоталы кешеләр булмау сәбәпле, исемдәр боҙоп, хаталы яҙылған. Бигерәк тә мосолмандарҙың фамилиялары. Һуғыштан иҫән ҡайтҡан һалдатты ла, һәләк булды, тип яҙып, ерләнгән урынын күрһәткән осраҡтар ҙа күп.
Был сайтты ҡарауҙан тыш, Германияның совет тотҡондарының базаһы тупланған «Саксония берләшмәһе ҡарамағындағы фәнни үҙәк» сайтын да ҡарап сығырға кәңәш итер инек. Яугирҙың госпиталдә ятыуы тураһындағы мәғлүмәттәр РФ Оборона министрлығының Хәрби-медицина музейының хәрби-медицина документтары архивында һаҡлана (191180, г. Санкт-Петербург, Лазаретный пер., д. 2.)
Быларҙан тыш, хәрбиҙәрҙең төрлө миҙалдар менән бүләкләнеүе хаҡында мәғлүмәттәр тупланған «Подвиг народа», «Солдат.ru», «Забытый полк» сайттары ла эшләй. Яҡынығыҙҙың яу юлдарын белеп, һәләк булған ерен асыҡлап, урындағы эҙәрмәндәр менән бәйләнешкә инһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Улар аша ла күп мәғлүмәт табырға була. Билдәле булыуынса, фронтта һәләк булғандарҙы ерләү хәрби частарҙың махсус командалары ярҙамында башҡарылған. Улар мәйеттәрҙең документтарын, һалдат медальоны вкладышының берәүһен алып, иҫәп өсөн хәрби комиссариатҡа оҙатҡан. Госпиталдәрҙә яраларынан вафат булғандарҙы һуңғы юлға оҙатыу санитар учреждениеның ҡарары менән башҡарылған. Был хәрбиҙәр туғандар ҡәберлегендә ерләнгән, карталарҙа билдәләнгән. Көслө яу үткән ерҙәрҙә, Ҡыҙыл Армия ҙур юғалтыуҙар кисергәндә, беҙҙең һалдаттар сигенергә мәжбүр булған осраҡтарҙа яугирҙарҙы лайыҡлы итеп ерләй ҙә алмағандар. Һуғыш ваҡытынан ҡалған исемһеҙ ташландыҡ ҡәберҙәр − шуларҙың дәлиле.
Ҡаҙыныу эштәрен алып барған тәжрибәле эҙәрмәндәр фекеренсә, фронт һыҙығында һәләк булғандарҙы ерләү мәсьәләһенә ваҡытында етди иғтибар бирелмәгән. Шуға ла хәбәрһеҙ юғалғандар күп. Тарҡалған мәйеттәр ятҡан ерҙәр һөрҙөрөлгән, ул урынға ағастар ултыртылған.
Әммә әҙәм балаһы эҙһеҙ юғалырға бәләкәй генә энә түгел. Һалдаттар документтарһыҙ яуға инмәгән. Һеҙ белмәһәгеҙ ҙә, бәлки, һуғышта һәләк булған атайығыҙ, туғандарығыҙ туғандар ҡәберлегендә ерләнгәндер, таҡтаташта яҙыуы булыуы ла ихтимал. Интернет селтәре аша эҙәрмәндәр менән бәйләнешкә инһәгеҙ, улар һеҙгә ҙур ярҙам ҡулы һуҙа ала. Атайһыҙ үҫкән һуғыш балаларына, үҙегеҙ иҫән ваҡытта ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе архивтар, виртуаль донъя аша эҙләгеҙ, табығыҙ, хәҙер бының өсөн бар мөмкинлек тә бар, тип әйтке килә.