RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Һиңә күпме рәхмәт әйтәһе бар, Ә һин көтмәй, китеп өлгөрҙөң…»

16.04.2013 «Һиңә күпме рәхмәт әйтәһе бар, Ә һин көтмәй, китеп өлгөрҙөң…»

«Һиңә күпме рәхмәт әйтәһе бар, Ә һин көтмәй, китеп өлгөрҙөң…»Тормош бит, төрлө саҡтар була: бәхет-шатлыҡтары ла ла, үкенесле мәлдәр ҙә, йөрәк­тәр­ҙе өҙгөс ауыр юғалтыуҙар ҙа… Яҡшы кешеләрҙең ваҡытынан алда арабыҙҙан китеүе бигерәк аяныслы. Башҡортостан Респуб­ликаһының мәғариф министры урынбаҫары Артур Шәйхетдин улы Суриндың типһә – тимер өҙөрлөк иң матур сағында арабыҙҙан китеп барыуы мәғариф системаһы өсөн генә лә түгел, тотош республикабыҙ өсөн көтөлмәгән ҙур юғалтыу булды. Ошо көндәрҙә Артур Шәйхетдин улы Суриндың вафатына бер йыл тулды. Дуҫтары, яҡындары, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, ветерандар һәм дә республикаға билдәле абруйлы шәхестәр 2-се Өфө педагогия колледжына уның хәтер кисәһенә йыйылды.
Абруйлы мәғариф хеҙмәткәренең хеҙмәт юлының 24 йылы тап ошо уҡыу йортонда үткән. Тәрбиәсе, уҡытыусы, директор урынбаҫары, директор – кем генә булып эшләмәһен, эшен бар күңелен биреп яратып башҡарыуы, хеҙмәттәштәренә хәстәрлекле мөнәсәбәте, яуаплылығы һәм иғтибарлылығы менән айырылып тора. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәре күңелендә тап шулай булып ҡалған ул. Педагогия колледжын үҫтереүгә ҙур өлөш индереп, уның тарихында һәм беҙҙең күңелдәрҙә һүнмәҫ эҙ ҡалдырҙы, тип билдәләй улар.
– Ул беҙгә ышана ине, шуға күрә һәр эште ошо ышанысты аҡларға тырышып башҡара торғайныҡ. Ә инде башҡарған эште хуплауынан һуң күңелдә тағы ла яҡшыраҡ, тағы ла тырышыбыраҡ эшләү теләге уяна ине. Мәғариф министрлығына эшкә киткәс тә, уның күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондарын йәиһә ҡыуаныс йәштәрен күреү, йә ҡулын йөрәге тәңгәленә ҡуйып, ихлас күңелдән әйтелгән һүҙҙәрен ишетеү өсөн генә лә уңыштарыбыҙ менән уртаҡлашыр өсөн уның янына бара инек. Беҙ бер команда, тип ҡабатларға ярата торғайны. Ысынлап та, уның етәкселеге аҫтында беҙ бер команда булырға өйрәндек. Ул ҙур йөрәкле кеше булды һәм унда барыбыҙға ла урын етерлек ине, – тип хәтерләй бергә эшләгән йылдарын колледж директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Галина Давыдова.
Артур Шәйхетдин улы 2005 йылда БР мәғариф министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм ғүмеренең аҙағынаса ошо яуаплы вазифаны башҡара. Ми­нистрлыҡтың иң ҡатмарлы бүлектәрен етәкләргә тура килә уға. Әммә, ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, үҙенә йөкмәтелгән бурысты лайыҡлы башҡарып сығыуға өлгәшә.
– Артур Шәйхетдин улы менән ете йыл бергә эшләнек. Ошо дәүер эсендә тауыш күтәргәнен, беҙҙе рәнйеткәнен хәтерләмәйем. Шул тиклем кешелекле, ихлас күңелле, иҫ китмәле һәйбәт кеше ине. Уның күңеленең киңлегенә хайран ҡала торғайным. Уның менән һәр темаға ла һөйләшеп булды, башҡаларҙы тыңлай ҙа, аңлай ҙа белде.
Эшкә килгәндә, уның кеүек етәксене күргәнем булманы ла. Етәксе булараҡ та уны бик ныҡ хөрмәт итәм. Бер ҡасан да кемдер күтәреп сыҡҡан инициативаға ҡаршы төшмәне, ә һәр ваҡыт уны күтәреп ала ине. Эштә төрлө хәлдәр булып китә, өмөтһөҙлөккә төшкән ваҡыттарҙа ул беҙгә оло таяныс булды. Юҡ, беҙ нисек тә был мәсьәләне хәл итергә тейешбеҙ, тип күңелдәрҙә ышаныс уята белде.
Артур Шәйхетдин улы мәҙәниәт, халыҡ мәсьәләһенә бер ваҡытта ла битараф булманы, һәр саҡ йөрәге янды. Ошо сифаттары менән ул бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең, яҡындарының оло ихтирамын яуланы. Ғөмүмән, ул үҙенең эше, кешелеклелеге менән республикабыҙҙың район-ҡалаларында, сит өлкәләге милләттәштәребеҙҙең күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы, – тип хәтерләй бергә эшләгән йылдарын Мәғариф министрлығы милли мәғариф бүлегенең элекке етәксеһе Рәйсә Күзбәкова.
Бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, үҙендә көс етмәҫтәй йөк йөрөткән, тап эш кенә уны яндырҙы, тип билдәләне сығыш яһаусылар.
БР Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт һәм йәмәғәт берекмәләре менән хеҙмәттәшлек итеү бүлеге советнигы Рәйлә Вахитова ла Артур Сурин тураһында иң йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
– Хөкүмәт аппаратында эшләү дәүеремдә Артур Шәйхетдин улы менән тығыҙ эшләргә тура килде. Командировкаларға йөрөй инек. Ул бер ваҡытта ла ярты юлда туҡтап ҡала белмәне, үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп үтәмәйенсә туҡтаманы. Унда шул тиклем яуаплылыҡ көслө булды, халҡыбыҙҙың яҙмышы, мәктәптәрҙең киләсәге өсөн ныҡ яна торғайны. Беҙ йыш ҡына уға, һеҙ үҙегеҙҙе яндыраһығыҙ инде, тип әйтә инек. Кешеләргә, ҡатын-ҡыҙҙарға мөнәсәбәтенә һоҡландыҡ. Шул тиклем итәғәтле, иғтибарлы. Уның өсөн йәш айырмаһы ла булманы, йәше менән дә, олоһо менән дә берҙәй аралашты. Ул кешеләрҙе үҙенә тартып торған илаһи көскә эйә ине.
Артур Шәйхетдин улы Суриндың өлгөлө ғаилә башлығы, балаларының яратҡан атаһы икәнен дә беләбеҙ. Тормош иптәше Сәрүәр Сурина менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
– Яҙмыш мине ошондай ҙа изге күңелле кеше менән осраштырыуына оло рәхмәтлемен. Артурым менән 32 йыл бергә йәшәнек, балалар ҙа тәрбиәләнек, баҡсалар ҙа үҫтер­ҙек, йорттар ҙа төҙөнөк, – тип, Сәрүәр Рәшит ҡыҙы ғәзиз кешеһенә булған бар ихтирамын, һөйөүен һүҙҙәргә генә һыйҙыра алмай, йыр аша ла сағылдырҙы.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”