RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

26.10.2010 ДАМИР – ДАН ИР

Донъя бит. Яңылышыуҙар, хаталар, аңлашылмаусанлыҡтар һәр саҡ булып тора. Ярай ҙа, әгәр улар киләсәктә һабаҡ алырға, дөрөҫ юл табырға ярҙам итһә. Ундай һөҙөмтәгә ирешеп булмаһа, ни ҡылырға?
ҡайһы бер мәсьәләләрҙә милли лидер иҫәпләнгән зыялыларыбыҙҙың үҙ-ара ла, фекер ҡапма-ҡаршылығына осрап, консенсусҡа килә алмаған саҡтары булыуы ла мәғлүм. Мәҫәлән, 90-cы йылдар башында тегендә лә, бында ла ырыу йыйындары үткәрелә башлағас, Дамир һәм уның ҡайһы бер фекерҙәштәре, был хәрәкәтте трайболизм тип атап, уға ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Бына ни тип яҙҙы ул, мәҫәлән, үҙенең бер монографияһында: “Читатели республиканских газет на башкирском языке заметили, что газеты “Башкортостан” и “Йэшлек”, начиная с августа 1992 года, регулярно сообщают о зародившемся новом общественном движении за возрождение родо-племенных структур башкирского народа. Инициаторами этого начинания выступили писатели: Б. Рафиков (редактор журнала “Агидель”), С. Алибаев, 3. Рафиков, Р. Нигматуллин (лидер башкирской народной партии), Э. Са­санбаева, Р. Камалов и др. Они стали также членами оргкомитета по возрождению племени Юрматы. В печати также сообщалось об обращении юрматынцев с письмом к Б. Ельцину, М. Рахимову и М. Миргазямову. В письме содержались требования: “Признать возрождение племени Юрматы; обеспечить законодательной властью главу племени (главного бея); разрешить создание в Республике Башкортостан Юрматынской автономии; в Уфе и других городах для предполагаемых представительств выделить штаб-квартиры”.
“Нимә һуң ул трайболизм?” тигән һорауға Дамир Жәүәт улы шулай тип аңлатма бирҙе: “Трайболизм” һүҙе ҡәбиләнеке, ырыуҙыҡы мәғәнәһендәге трайба тигән инглиз һүҙенән яһалған, “идеология межплеменной розни, обособления и взаимной нетерпимости получила название трибализма или трайболизма” (курсивтар минеке. – Ә. С.). Уны автор “тәүтормош-ырыу ҡоролошоноң иҫкергән атрибуттарын һаҡларға ынтылыу” тип тә атаны. Ырыусылыҡты тергеҙергә маташыу, хатта ки, юрматылар һымаҡ, республика эсендә автономия һорау, тәүтормош-ырыу ҡоролошона хас атрибуттарҙы, мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү, әлбиттә, автор әйткәнсә, милләтте тарҡатыуға килтереүе ихтимал булыуы менән хәүефле. Һәр изге башланғыстың да йәмен ебәреү өсөн күп кәрәкмәй. Әммә, тарихи хәтер кимәлендә, милләтте хасил итеүсе этник төркөмдәрҙе, улар­ҙың этногенезы, шәжәрәһе, башҡорт ырыуҙарына хас ағасы, тамғаһы, ҡошо, ораны хаҡында төшөнсәле булыу тәүтормош-ырыусылығын тергеҙеүҙе аңлатмай. Быны ысынбарлыҡ үҙе үк хупланы. ҡайһы бер халыҡтарҙа ырыу төшөнсәһе фольклор кимәлендә лә һаҡланмаған: уларҙа ырыуҙарҙың, халыҡтың килеп сығышын, атамаһын аңлатҡан риүәйәт тә, легенда ла юҡ (фәндә улар­ҙың тәүгеләрен – этногенетик легенда һәм риүәйәттәр, һуңғыларын этнонимик легенда, риүәйәттәр тип атайҙар). Ундай халыҡтарҙа милли эпос та юҡ. Шуға күрә лә уларҙа милләттең эске төркөмләнешен йәшәгән урыны (адресы) буйынса билдәләйҙәр. Беҙҙә лә район буйынса йә Урал арты, Иҙел буйы, Тау-урман башҡорттары тигән терминдар ҡулланыла. Әммә һәр кем, борондан килгән йола буйынса, зат-зориятын кәмендә ете быуынға тиклем белергә тырыша. Уны белеү – шәжәрәңде белеү. Шәжәрәңде белеү – ырыуыңды белеү. Уларҙы белеү ергә аҫабалыҡ хоҡуғыңды Иван батша дүртенсенән (Аҡ бей батшанан) кем барып дөрөҫләттергәнен дә белеүҙе аңлата. Был – тарих педагогикаһы, академик С. Лихачев һүҙҙәре менән әйткәндә, “тарих менән тәрбиәләү” сараһы. Уны белеүҙең, мөхәббәт, никах, ғаилә ҡороу мәсьәләләрендә ни тиклем мөһим роль уйнауы хаҡында әйтеп тормаҫтан, сәйәси әһәмиәткә лә эйә икәнен хәтергә төшөрөү менән сикләнге килә. Шул төшөнсәләрҙе белеү 2002 йылда йәниҫәп кампанияһын үткәргәндә ифрат та ҙур роль уйнаны. Шуғаса, ҡайһы әҙәби телде үҙ күреп, шуны туған тел тип иҫәпләгәс, шул телдең төп эйәһенән (рус кешеһе был урында, основные носители языка, тип әйтер ине) күрмәксе, милләтен улар кеүек үк билдәләүселәрҙең күҙе асыла төштө. Шуға ла бөгөн хөкүмәт кимәлендә рәсмиләштерелгән шәжәрә байрамдарын, зат-зориятты быуын-быуын асыҡлау менән генә сикләнеп, төп иғтибарҙы ҡәҙимге сараның ток-шоу өлөшөнә йүнәлдереү йә уны ҡәҙимге һабантуй кеүек итеп кенә үткәреү күңелде ҡыра. Унда этник тамырҙар ҙа билдәләнһә, әлегесә күҙе асылыусыларҙың һаны тағы ишәйә төшөр ине. Әлбиттә, Дамир дуҫты һағайтҡан күренештәргә юл ҡуйырға һис кенә лә ярамай.

Энергетик, юрист һәм
философтың фольклорсы булғаны
Беҙҙә яҙылмаған, әммә күптәрҙең йөрәгенә уйылған шундай “алтын ҡағиҙә”, “йола”, “ҡанун” йәшәп килә. Әгәр ҙә мәгәр һин ауылдан ҡалаға килгән икәнһең, мотлаҡ шундай юл үтергә тейешһең. Иң әүәл, бит һыуыңды түгеп, өйҙән өйгә йөрөп, фатир, дөрөҫөрәге, башыңды тығырлыҡ, койка һыйырлыҡ урын эҙләйһең. Ундай саҡта ишек төбөндә ятып йөрөүгә лә күнәһең. Инде лә берәй дөйөм ятаҡҡа урынлаша алһаң, быны, Күктән һорағанды ерҙән бирҙе, бәхеттең түре ошо, тип беләһең. Әгәр ҙә ҡалала түрәлек тигән текә баҫҡыстан үрләтелергә, шул текәлектән башың әйләнеп, абынып ҡуймаһын тип, йомшаҡ ҡулдарыңдан етәкләп кенә йөрөтөүселәрең булмаһа, әлбиттә. Ундай бәхет, башҡалар хаҡында әйтеп тә тормаҫтан, милләтен – милләт, халҡын халыҡ итеп танытыуға ғүмерен бағышлаған мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт, фән әһелдәренең төшөнә лә инмәй, әлбиттә.
БДУ-ла эшләй башлағанда, минең дә тормош шул “алтын ҡағиҙә”, “йола”, “ҡанун”ға буйһонорға мәжбүр булды. Булһа ни, бишектән үк “бәхетле киләсәк” хаҡына барыһына ла түҙергә тигән программа күңелгә күндерелгәнлектән, быға бик үк ғәжәп ителенмәне. Ана бит, сабыр итә, түҙә торғас, БДУ-ның данлыҡлы беренсе ятағының дүртенсе ҡатындағы шулай уҡ дан ҡаҙанған бүлмәһенә килеп юлығылынды. Бүлмә, тиһәң, исеме ҡорор. Торғаны мөйөш кенә инде. Йыуыныу бүлмәһенең мөйөшөнөң мөйөшө. Проект буйынса тәғәйенләнеше – “бытовая комната”, йәғни үтекләнеү бүлмәһе. Әммә ул ятаҡ йортоноң ғына түгел, заманына күрә минең өсөн дә бәхеттең өҫкө ҡаты булды. Етмәһә, данлыҡлы ятаҡтың дан ҡаҙанған мөйөшө! Халыҡ шағиры тигән шөһрәтле исемгә лайыҡ буласағы төшөнә лә инмәгән сағында Рауил Бикбаев тигән студент Фәриҙә атлы студентка кәләше менән заманында ошонда донъя көтә башлаған. Йылдар үткәс, БДУ профессоры булып китәсәк Зәйтүнә атлы кәләше менән хәҙер беҙ күренекле сәсмәүер оҫтаһы тип белгән студент Сабир Шәрипов өсөн дә был мөйөш бер мәл бәхет түре булған. Мин генә был бәхетте кәләшем менән бүлешә алманым. Флүрәм: “Кеше күҙенә тилмереп, бала-сағам менән эт типкеһендә йөрөмәйем. Һин фатир алғансы, ауылда ҡалып торам”, – тине һәм үҙенекен итте.
... Көндәрҙән бер көндө мин йәшәгән әлеге шул бүлмә тигән йәшәү урыныма, өтәләнеп кенә, Дамир килеп инде. Килеп инде лә, ғәҙәтенсә, тунын һалып ырғытты. Шунда ғына бер ҡулын ни өсөн һалындырып тороуына төшөндөм. Баҡ­тиһәң, еңенең эсендә үлән ҡурай булған икән. Шуны тартып сығарҙы ла, хәс тә ысын ҡурайсыларға оҡшатып, тарбайта баҫты ла уның йыуан башын, йәтешләп кенә, өҫкө тештәренә терәне һәм гөжләткәнсе өрөп алды. ҡурайҙы һыҙғыртыр­ға өйрәнгәнен электән белгәнгә, әле уның ҡыланышына иҫем китмәй генә, уйынлы-ысынлы: “Күп булһа, тағы шул һөнәрен күрһәтергә теләйҙер. Һай, егетең! Килештерә!” – тип уйлап та өлгөрмәнем – “Урал”ды һыҙҙырып ебәрмәһенме был! Мин ултыра төш тә ҡуй. Аптыраштан: “Һай, егетең! Һай, Дамирың – дан ирең!” – тип, тел сапылдата-сапылдата, көй ыңғайына сайҡалырға ғына ҡалды. Ә Дамирым, әйтерһең, кемдер уның артынан төшкән, бер тынала көй артынан көй һуҙа башланы. Гел бала сағынан үҙенең тыуған яҡтарында, Арғаяш төбәгендә, ишетеп үҫкән көйҙәр. “Урал” яңғырауҙан туҡтауға, “Арғужа”ны гөжләтеп алды. Шунан инде, бер ҡыҙғанда, тигән һымаҡ, “ҡомгүл”де, “Киҙәгәс”те, тағы әллә ниндәй, минең өсөн бөтөнләй ят көйҙәрҙе уйнаны ла уйнаны. Арҡырыһы ике аҙымға, буйы өс аҙымға ла етмәгән бүлмәм, гүйә ки, киңәйә-киңәйә барҙы ла, бүлмә булыу­ҙан туҡтаны һәм берсә ҡаялары көй күтәреп торған Бөрйәнемдең тауҙарына, шул тауҙар араһындағы тарлауыҡтарға, берсә аҡ ҡайынлы, зәңгәр күлле Силәбе киңлектәренә әүерелде... Бына көй тамам булды. Һәм татлы төштәге кеүек был күренештәр кинәт юҡҡа сыҡты: мин тағы ла тынсыу тар бүлмәмдә тороп ҡалдым. Әммә тойғоға бирелеп ултырырға форсат юҡ, янымда Дамир бар ҙа баһа. Бер үҙем ун кешегә торошло итеп ҡул саптым да:
– Афарин! – тип, ҡурайсымдың ҡулын ҡыҫтым. – ҡайҙан өйрәнә һалдың? – тинем, һоҡланыуыма көнләшеүемде ҡатыштыра биреп.
– Кемдән булһын? Юлай ҡустынан инде!
Башҡорт аҡылы һуң төшә, һуң төшһә лә, мул төшә, тигән кеүек килеп сыҡты. Күпме ваҡытты бергә үткәрҙек. Мәжлестәрҙә Дамирҙың, йыр башлау түгел, башҡаларға ҡушылып йырлап ултырамы-юҡмы, күрмәгәнмен дә, ишетмәгәнмен дә, быға иғтибар ҙа итмәгәнмен, имеш. Икәүләп кенә Салауат һәйкәле янында торғанда, рухланып китеп, мин мөңрәгәндә, ниңә был миңә ҡушылмай икән, тип мөтли уйыма ла килмәгән. Йылдар үткәс кенә һеңлеһе Флүрәнең ауыҙынан шуны ишеттем. Бәй, Дамирҙың моңо булмаған икән дә. “Атайымдың: “Ай, әттәгенәһе, был малай­ҙың ҡолағына айыу баҫҡан булып сыҡты ла баһа!” – тип борсолғаны хәтерҙә”, – тигәйне Флүрә Жәүәт ҡыҙы. Уның әйткәненә оҡшаш фекерҙе һуңғараҡ Юлай Ғәйнетдиновтан да ишетергә тура килде. Дамирҙы ҡурай уйнарға өйрәткән сағында был егет БДУ-ң математика факультетында уҡып йөрөй ине әле.
– Ысынлап та, шулай, Әхмәт ағай. Абсолютно слухы юҡ ине, – тигәйне Юлай ҡусты, Флүрәнән ишеткәнемде әйткәс.
– Улайһа, ҡурай уйнарға нисек өйрәттең һуң? – тип һораным унан.
– ҡайһы көйҙө уйнағанда, ҡурайҙың ҡайһы тишеген ҡасан һәм нисә тапҡыр баҫырға икәнен аңлатып, яҙып бирҙем. Ул шуға ҡарап уйнарға өйрәнде...
Әйтеүе генә еңел, бының өсөн өйрәтеүсегә күпме көс түгергә тура килгәндер ҙә, билдәле ритмда кәрәк мәлендә ҡурай­ҙың кәрәк тишеген көй ағышына тап килтереп кенә, ҡайһы бармаҡ менән нисек һәм күпмегә баҫырға өйрәнеп алыу өсөн, көйгә һаңғырау өйрәнсек күпме көс түгергә мәжбүр булғандыр. Уныһын улар – үҙҙәре, һәм тик Алла ғына белә, әлбиттә.
Концерт залдарында Дамир менән, ғәҙәттә, йәнәш ултырырға тырыша торғайныҡ. Шул саҡтарҙа сәхәнәлә йырлаған йырсыға ултырған урынынан әкрен генә ҡушылып ултырыуы ла бушҡа булмаған икән.
Бына шулай үҙендә көй таныу, көйләй белеү һәләтен үҫтерергә тырышҡан икән ул. Дамирҙың тырыш та, ныҡыш та булыуына – был да бер өҫтәлмә миҫал. Шулай тинем дә уйға ҡалдым. Өҫтәлмә генәме икән ни?! Үҙегеҙ хөкөм йөрөтөп ҡарағыҙ. Студент Юлай Ғәйнетдинов берәй ерҙә бығаса билдәле булмаған йырсы йә ҡурайсы барын, эфирға сығып өлгөрмәгән йыр йәшәп ятыуын ишеттеме – магнитофонын эләктерә һалыр ҙа шул тарафтарға юлланыр ине. ҡурай буйынса үҙенә уҡытыусы хисабында булған шул студенттан күрмәксе, БДУ доценты Дамир Жәүәт улы ла бер заман фольклор йыйыуға әүәҫләнеп китте. Мин уны шунан да белә инем. Өйҙә сағында көнөнә ул кәмендә бер-ике мәртәбә шылтыратып торор булыр ине. Бер нисә көн телефондан уның таныш тауышы ишетелмәй торҙомо, танһыҡлап, үҙең шылтыратыуҙан файҙа булмай. Бындай саҡта бел дә тор, ул йыр артынан сығып киткән булыр... Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне: бына бер саҡ “Фольклор народов РСФСР” (Уфа: БГУ, 1979, 1980, 1981, 1984) тигән йыллыҡ йыйынтыҡтарҙа (әйткәнемсә, уны рус әҙәбиәте һәм фольклор кафедраһы мөдире профессор Лев Бараг сығара ине) уның имзаһы менән йырҙар баҫыла башланы. Уларҙың күптәренең көйөн – Мәжит Алкин, бер нисәһен Фәрит Камаев, Айрат ҡобағошов менән Юлай Ғәйнетдиновтар нотаға һалыуын да белдек. Уның шул баҫмаларнан йыр-моң һөйөүселәр Силәбе өлкәһендә таралған “Суҡан батыр” ҡобайыры, “ҡурай”, ”Киҙәгәс”, “Ирәле”, “Иҫке эскадрон”, “Сәйкә батыр”, “Арғужа”, “Шәрәфетдин Вәсилов”, “ҡолой менән Фатима”, “Ишбирҙе”, “Ирәмәле”, “Сәләй”, “Заһиҙулла”, “Сәйфелмөлөк”, “ҡушай”, “Йәйләү”, “ҡолғәзәр”(“ҡолғизәр”) , “Бәҙрийән”, “ҡомгүл”, “ҡушкүл”, “Сел ҡурай” (“Сөл ҡурай”), “Һағышлы ғүмер”, “Алмағасҡай”, “Тирмән аҫты тәрән һыу”, “Мейәс буйы”, “Шәһүрә - аҫыл ҡыҙ бала”, “Арғаяш Заһиҙәһе” кеүек әлегә йыйынтыҡтарға ла, профессиональ йырсыларыбыҙ репертуарына ла бик үк инеп бармаған, башҡа тарафтарҙа бөтөнләй ишетелмәгән йырҙар менән бер рәттән “Урал”, “ҡолой кантон” кеүек киң билдәлеләренең яңы варианттары менән танышыу форсатына иреште. Уларҙың байтағы аҙаҡ сәхәнәләребеҙҙән дә, эфирҙан да яңғырай башланы. Шул йырҙар иҫәбенә үҙҙәренең репертуарҙарын яңыртыуға, байытыуға өлгәшеүҙәре өсөн – йырсыларыбыҙ, уларҙы тыңлап, кинәнеү бәхетенә ирешеүебеҙ менән беҙ-йырһөйәрҙәр Дамир дуҫҡа бурыслыбыҙ. Уның шул баҫмалары аша йырһөйәр йәмәғәтселеккә Арғаяш районы ҡолой ауылынан Яхья Хәмзин, Маһинур Шаимова, Нөркәнән Сәфәрғәле Солтанбаев кеүек йыр-көй оҫталары хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә мәғлүм булды.
Үҙе йыйған фольклор материалдарының Арғаяш районы ауылдарында яҙып алынған өлөшөн Дамир аҙаҡ йыйынтыҡ итеп баҫтырҙы. Күләме бәләкәй булһа ла, был йыйынтыҡтың ғилми һәм ғәмәли әһәмиәте ҙур. Быға, ундағы йырҙарҙың күптәренең беренсе тапҡыр ташҡа баҫылыуы, киң билдәлеләренең үҙенсәлекле варианттары бирелеүе генә түгел, Дамир Вәлиевтың үҙ йыйынтығын Сергей Рыбаковтың “Музыка и песни Уральских мусульман...” (Сп-б, 1898) тигән китабы рухында төҙөүе лә сәбәпсе.
Беҙҙә, ғәҙәттә, йыйынтыҡтарҙа, хатта академик баҫма иҫәпләнгән “Башҡорт халыҡ ижады” тигән күптомлыҡта ла йырҙың тексы ғына бирелә. Ә уның килеп сығыу тарихын аңлатыусы риүәйәте лә, көйөнөң нотаһы ла тышта тороп ҡала. Шул арҡала йырҙың танып белеү, тәрбиәүи, эстетик һәм ғилми әһәмиәте зыян күрә. Төплө ғалим төплө инде. Маһир ғалим – маһир инде. Ана шундай рухтағы тикшеренеүсе булараҡ, Дамир йыр йыйынтыҡтарыбыҙҙың был кәмселеген ҡабатларға теләмәгән. Ул, С. Рыбаковтан күрмәксе, һәр йырҙың тарихын да, көйөнөң нотаһын да, уны кемдән ишеткән, шул информант хаҡында мәғлүмәт тә бирә барған. Үкенескә күрә, ул йыйынтыҡ хәҙер библиографик яҡтан һирәк осрай торған китаптар иҫәбендә генә. Уға профессиональ йырсылар араһында ла, үҙэшмәкәрҙәрҙә лә ихтыяж ҙур. Фольклорсы аспиранттар, ғалимдар өсөн был йыйынтыҡтың ни тиклем файҙалы булыуыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Бына һиңә «ҡолағына айыу баҫҡан малай”! Бына һиңә “абсолют слухһыҙ” ҡурайсы!
Үҙе көйләү һәләтенән мәхрүм булһа ла, тимәк, рухы менән милли көйҙө яҡшы айыра белгән Дамир. Үҙе йырлай белмәһә лә, күңеле йырлаған уның. Шуға күрә лә, сәйәсәт, фәлсәфә, хоҡуҡ ғилемдәре өлкәһендә тир түгеүсе теләһә ниндәй башҡа белгестәр менән сағыштыр­ғанда, Дамир Вәлиев имзаһы менән донъя күргән ғилми хеҙмәттәрҙә башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләренең, шул иҫәптән халыҡ йырҙарының йыш телгә алыныуына һис кенә лә аптырайһы түгел. Быға уның “История нравственного сознания башкирского народа” тигән китабын ғына миҫал итеп күрһәтеү ҙә етә.
ХХ быуаттың 70-cе йылдарынаса башҡорт эпосы ғилеме, нигеҙҙә, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай ине. Бара-тора ғалимдарыбыҙ был сикләнгәнлектән ҡотолорға тырыша башланы. Божра эпос­тарыбыҙҙың мифологик нигеҙҙәрен юллау тәңгәлендә өҙөлдө. Был йәһәттән тәүге һүҙҙе Д. Вәлиев әйтте. Үҙенең хеҙмәттәрендә ул ҡайта-ҡайта “Урал батыр” эпосының, бер яҡтан, фарсыларҙың зороастризмы менән, икенсе яҡтан, боронғо төрки мифологияһы менән тамырҙаш, өсөнсөнән сүмәр-аккад тарҙың Гильгамешҡа бағышланған поэмаһына оҡшаш булыуына иғтибар итте. “Аҡбуҙат”, “ҡуңыр буға”, “Аҡһаҡө ҡола” тигән милли эпик ҡомартҡыларыбыҙға һалынған уртаҡ идея менән мал-тыуарҙы рәнйетеүҙән һаҡ булырға саҡырыусы Заратуштра гаттары (йырҙары) нәсихәте араһында оҡшашлыҡҡа иғтибар итә. “Урал батыр” эпик ҡобайырында яуызлыҡтың изгелек тарафынан еңелә барыуында ул тарихи оптимизм сағылыуын күрә .
“Урал батыр” эпосында яуызлыҡ менән изгелек һәр саҡ йәнәш күрһәтелә. Сәсәндәрҙең симпатияһы изгелек башланғысын үҙ итә. Шуға ла эпоста уға өҫтөнлөк бирелә. Дамир Вәлиев ошо күренештә “Урал батыр”ҙың тарихи оптимизмы сағылыуын таный .
Ырыу йәмғиәтенә хас әхлаҡ ҡанундарының билдәләре феодализм шарттарында ла йәшәүе, дөрөҫөрәге әхлаҡ ҡағиҙәләренең күсәгилеше хаҡында һүҙ алып барғанда, Д. Вәлиев башҡорттоң “Яҡшы әҙәм менән яман әҙәм” тигән ҡобайырына мөрәжәғәт итә:
Ололарҙы ололау –
Яҡшылыҡтың билдәһе;
Кеселәрҙе кеселәү –
Кешелектең билдәһе.

Олоға ҡолаҡ һалмау –
Яманлыҡтың билдәһе;
Кесене һанға алмау –
Насарлыҡтың билдәһе.
Ололарға кесе бул,
Кеселәргә оло бул!
Күсәгилешлелек ниҙә күренә, тигәндә, был һүҙҙәрҙең, асылда, Урал батыр васыятының бер вариантынан ғибәрәт икәнен әйтеү ҙә етә торғандыр. Хәтерегеҙҙәме, үлем түшәгендә ятҡан был мифик батыр уландарына, халҡына шулай тип мөрәжәғәт итә:
Олоно оло итегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөгөҙ;
Кесене кесе, тийегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ;
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
Алтын урҙа дәүерендә башҡорттарҙың милли–азатлыҡ хәрәкәтенең мәшһүр “Урал” йырында үҙенсәлекле сағылыш табыуына иғтибар иттереп, был фекерен Д. Вәлиев ундағы ошо һүҙҙәр менән йөпләп ҡуя:
Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып,
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
Ғөмүмән, Дамир Вәлиев үҙенең хеҙмәттәрендә фольклорҙы иллюстратив материал итеп кенә файҙаланманы. Уны йәнле булмышында күҙәтеп, материалдың үҙенән сығып, фекер йөрөтә белә ине. Шуға ла, этика хаҡында яҙамы, тарихҡа мөрәжәғәт итәме, хоҡуҡ, фәлсәфә мәсьәләләре хаҡында һүҙ алып барамы, халҡыбыҙ ижады өлгөләре уның өсөн йыш ҡына тәүсығанаҡ ролен атҡарыр булды.
Халыҡ ижады буйынса теләгән бер белгес менән дә Дамир дуҫ уртаҡ тел таба белә ине. Йыш ҡына уның йә Кирәй Мәргән, йә Лев Бараг, йә Мөхтәр Сәғитовтар менән һин дә мин һөйләшеп ултырғанына, хатта бәхәс ҡорғанына шаһит булынылды. Борис (Барыҫ) Әхмәтшин һәм мин фәҡирегеҙ менән ундай әңгәмәләр “һин” кимәлендә бара торғайны. Шунан ғына ла ундай һөйләшеүҙәрҙең “температураһы” хаҡында фекер йөрөтөп була торғандыр, моғайын.
Бер мәл Лев Григорьевичтың бик тә әсенеп: ”Я не понимаю, почему Наиль Валеевич (һүҙ ТТӘИ-ның этнография һәм антропология бүлеге мөдире, күренекле этнографыбыҙ Н. Бикбулатов хаҡында бара ине. – Ә. С.) не защищает докторскую диссертацию в виде доклада? Монографий у него предостаточны. Некоторые изданы в Москве в издательстве “Наука”. Ведь он фактически является потенциальным доктором! А его племянник Дамир Жаватович? При желании он мог бы защитить докторскую и по фольклору. Вот голова дек голова!” – тигәне хәтерҙә.
Дамир фольклорсыларҙың кеме ни менән тын алыуын, нимә менән шөғөлләнеүен генә түгел, ниндәй ниәттәр менән йәшәүенә тиклем белеп торор ине. Был да уның фольклор менән юлайҡан ғына түгел, ихлас ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләй. Шуға ла студенттарым менән сираттағы фольклор экспедицияһына китер булһам, ҡайҙа барырға йыйыныуыбыҙҙы белешеп, беҙҙең маршрутҡа тура килгән ауылдарҙың ҡайһыныһында танышы бар, шунда һуғылырға тәҡдим итер, аманатын әйтер булыр ине. 1980 йылғы Арғаяш экспедицияһы ваҡытында Яхъя Хәмзин, Маһинур Шаимова, Рафаэль Мөхәмәтйәновтар менән Дамир аша таныштым да шул арҡала улар менән уртаҡ тел таптым, улар ярҙамында хәтерле бүтән информаторҙарға юлыҡтым.
...1985 йылдың йәйе. Эләгә-йығыла фольклор практикаһына йыйынып ятылына. Юлыбыҙ ер аяғы ер башында ятҡан ҡурған өлкәһендәге Сафакүл районына төшмәксе. Экспедиция ваҡытында кәрәк-яраҡты йүнләү менән бер рәттән, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһе, ул күлдәр илендә һыу инеү тәртибе, һыуға батыу­сыға, яраланыусыға тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса (ундай ҡазаларҙан Аллам үҙе һаҡлаһын!) инструктаждар алып, ҡасан, ҡайҙа йыйылып, нисек ҡуҙғалып китеү хаҡында һөйләшеп ултырһаҡ, Дамир килеп етте. Уның да әйтә торған һүҙҙәре бар икән. “Башҡарыусы ауыҙынан яҙып алған һәр әҫәрҙә башҡорт халҡына хас этика һәм этикет проблемаларына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе билдәләп барһағыҙ ине. Шуның менән бер рәттән ошо һораулыҡтарға яуаптар һорашығыҙ”, – тип үтенде лә ҡулындағы ҡағыҙҙан һорауҙарын уҡып ишеттерҙе:
1. Һеҙҙең яҡта “мораль”, “әхлаҡ” һүҙҙәре менән бер рәттән йөрөгән тағы ниндәй һүҙҙәр бар?
2. Кемде холоҡһоҙ, әҙәпһеҙ, ҡылыҡһыҙ тиҙәр?
3. Кемгә ҡарап, “изге” һүҙен ҡулланалар?
4. Нимә ул йола? Һеҙҙең яҡта ниндәй йолалар бөгөнгө көнгә тиклем йәшәп килә?
5. “Ғөрөф-ғәҙәт” нимә ул? Был һүҙ “йола” төшөнсәһенән нисек айырыла?
6. Әхлаһыҙлыҡҡа ҡарата ниндәй һүҙҙәр (баһалар) ҡулланыла?
7. Аралашыу (общение) һәм тормоштағы уның урыны. Һеҙҙең төбәктә ниндәй аралашыу йолалары бар?
8. ҡыҙ балаларҙы һәм ир балаларҙы тәрбиәләүҙә айырма бармы?
9. ҡыҙ урлау йолаһы. Һеҙ уға нисек ҡарайһығыҙ?
10. ҡолаҡ тешләтеү йолаһы һеҙҙә һаҡланғанмы?
11. Нимә ул намыҫ?
12. Оялыу һәм ояла белеү – яҡшымы әллә насармы?
13. Нимә ул оят?
14. Кемде “дан кеше” тиҙәр?
15. “Моңһоҙ кеше” кем ул?
16. Ир менән ҡатын мөнәсәбәте ниндәй ҡағиҙәләргә, нормаларға буйһонор­ға тейеш?
17. “Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай”, – тиҙәр. Был әйтемдең ниндәй әһәмиәте бар?
18. Нимә ул “ҡаты күңелле” булыу?
19. Ғәрсел булыу яҡшымы, яманмы?
20. Нимә ул хурлыҡ?
21. Нимә ул ырыҫ, бәхет?
22. Кеше ни өсөн йәшәй? Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?
23. Нимә ул кешелек һәм кеше булыу?
24. Хайуандарға һәм үҫемлеккә (ғөмүмән, тәбиғәткә ) ҡарата кеше булып буламы?”
Дамирҙың һораунамәһе бына шунан ғибәрәт ине. Был һорауҙар үҙҙәренең ғилми әһәмиәтен әле лә юғалтмаған. Уларҙың күптәре уның үҙе кеүек үк этика, фәлсәфә проблемалары менән шөғөлләнеүселәргә генә түгел, фольклор­сылар­ға ла, телселәргә лә, этнографтарға ла, этнопедагогтар өсөн дә, бер түгел, бер нисә ғилми хеҙмәт яҙмалы тема булыу­ҙары менән ҡиммәт. Дамир дуҫтың һораунамәһенең күсермәһе әле, шуны уйлап, тулы килеш тәҡдим ителде лә инде. Ошо яҙмаларҙы уҡыусылар араһында был һорауҙар менән ҡыҙыҡһыныусы табыла ҡалһа (ә табылырына иманым камил), уларҙы башҡорт этикаһы, этикеты һәм этнопедагогикаһы буйынса профессор Дамир Жәүәт улы Вәлиевтың үҙенән алған консультация тип ҡабул ҡылһын.
(Аҙағы. Башы 31, 32-се һандарҙа).
Әхмәт Сөләймәнов










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”