23.10.2010 ДАМИР – ДАН ИР
«Тамамланыш» тигән өсөнсө томында әйтелгәндәрҙе лә шул темп менән бойомға ашырырға ынтылыусылар күтәрелә башлағайны. Ә уныһы буйынса, СССР биләмәһендә ваҡ-ваҡ 30 – 40-лап дәүләт хасил булырға, ул биләмәлә халыҡ һаны 15 – 20 миллиондан артмаҫҡа, йәғни киләсәктә американдарҙы хеҙмәтләндерерлек кимәлдә генә ҡалырға тейеш була. Проект авторҙарының был планы ла, мәғлүмдер ки, улар ҡыуаныстан устарын ыуырлыҡ темп менән бара: ҡасандыр яулап алынған биләмәләр империяның ҡулынан ысҡына башланы – элекке «союздаш» республикаларҙың барыһы ла, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы ла үҙ аллы дәүләттәр хасил итте. Хәҙер инде конституцион булмаған округтар нигеҙендә – эреләтелгән губерналар, артабан союздаш республикалар мөстәҡил дәүләттәр хасил итеү арҡаһында былай ҙа тоҡосланып ҡалған илебеҙ биләмәһендә, диңгеҙ аръяғындағыларҙың планына ярашлы, ваҡ дәүләттәр иғлан итәһе генә ҡалды. Халҡыбыҙҙың эскелек, наркомания һаҙлығына батыуы ла, аслыҡтан ҡырыла башлауы ла – улар көҫәгәндең ғәмәлгә ашмышы ул. Хәҙер ул яманатлы проект авторҙарына, иҫәбебеҙ хисапҡа тап килһен өсөн күп ҡалманы, тип сабырһыҙланып көтөргә генә ҡалды.
Ошондай шарттарҙа йәһүд, татар халыҡтарының беҙҙең республикабыҙҙағы этнографик төркөмдәренән күрмәксе, башҡорттарҙың «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни клубын, «Урал» милли-мәҙәни үҙәген төҙөүҙә, уларҙың эштәрен юлға һалыуҙа, 1917 йылда Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның арҡадаштары үткәргән өс Бөтә башҡорт ҡоролтайының дауамы рәүешендә йыйындар йыйыуҙа, тора-бара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәреү идеяһын нигеҙләүҙә әүҙемлек күрһәткән зыялыларыбыҙҙың береһе Дамир Вәлиев булды. Был йәмәғәт ойошмалары башҡорт халҡын ойоштороуҙа, республикабыҙҙың суверенитет алыуында, уны яҡлауҙа мөһим роль уйнауын бөгөн берәү ҙә инҡар итә алмаҫ. Юғары Совет улай-былай иткән арала Дамир Вәлиев менән Марат ҡолшәрипов хатта суверенитет иғлан итеү хаҡындағы декларацияның бер вариантын әҙерләгәйне. Ошо уңай менән Д. Вәлиев былай тип яҙғайны: «Четвертый вариант Декларации был предложен БНЦ «Урал», но он не стал предметом обсуждения, хотя из этого проекта можно было бы извлечь немало позитивных моментов. Так, в ст. 1 проекта Декларации о государственном суверенитете, предложенном БНЦ «Урал», было сказано: «Башкирская Советская Социалистическая Республика образуется на основе реализации башкирской нацией естественного и неотъемлемого права на самоопределение и национальный суверенитет». Здесь проведена мысль о том, что государственный суверенитет Башкирии является выражением национального суверенитета башкирского народа. На этой основе можно было бы создать закон о коренном народе республики, который совершенно необходим с точки зрения самосохранения исчезающего с исторической арены этноса».
Башҡортостандың суверенитет алыуына ҡаршылыҡ ойоштороуҙа Татар ижтимағи үҙәгенең ул саҡтағы етәкселеге үтә лә әүҙемлек күрһәтте. Ыҡ аръяғында уларҙы асыҡтан-асыҡ һөсләтеүселәр ҙә ошо йүнәлештә күп тир түкте. Ул ғына ла етмәгән, башҡорт зыялылары араһында экстерриториаль милли автономия идеяһын күтәреп, Мәскәү шовинистары тирмәненә һыу ҡойоусылар ҙа табылды. Башҡорт халҡы һәм уның республикаһы яҙмышы менән уйнауҙы күҙ уңында тотҡан был идеяға Д. Вәлиев ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Мәҫәлән, ул шулай тип яҙҙы: «Идею экстерриториального статуса применительно к башкирам Б. Юлдашбаев высказал первым. Однако сторонников эта точка зрения не заимела по вполне объяснимым причинам. Башкирский народ, сформировавшийся на современной территории своего обитания как этно-политическая общность, создал связанную с этой землей свою богатую духовную культуру: народный эпос («Урал-батыр», «Акбузат», «Куныр буга», «Бабсак и Кусак», «Зая-Туляк и Хыухылыу», «Карасакал-батыр» и многие другие); легенды и предания, сказки; связанный с ландшафтами родного края орнамент; богатую красками, тонким лиризмом, а также возвышенно-героическими интонациями народную музыку, порожденную народной фантазией на протяжении более чем тысячелетия жившими и освоившими Южный Урал (с прилегающими к нему с запада Приуральем, а с востока – Зауральем) башкирами. К тому же нужно добавить, что башкиры освоили край свой обетованный, не только всесторонне его изучив и дав название горам, рекам, озерам, урочищам, лугам, населенным пунктам, так сказать, на уровне не только топонимическом и географическом, но и эстетическом и этическом. Чрезвычайно поэтизируя место своего обитания, башкиры почти каждому природному объекту посвятили или песню, или легенду, или какое-то предание, или и то, и другое вместе. Например, самые высокие горы Южного Урала: Ямантау, Иремель воспеты в народных песнях с такими же названиями; все известные реки – Ай, Ашкадар, Агидель, Дим, Миас, Сакмар; озера – Кандракуль, Кушкуль, Улянде, Аргужа, Асылыкуль и др. также занимают немалое место в башкирском фольклоре. После всего этого ставить вопрос о возможности создания экстерриториального национального образования для башкир было по меньшей мере кощунством».
Беҙҙә әлегәсә шулай килә: белгәне лә, белмәгәне лә, рәсми вазифалылар ҙа, ғалимдар ҙа нимә ул «этнос», «милләт» тигәне кемдәр була ла «халыҡ» тип кешеләрҙең ниндәй берләшмәһенә (сообществоһына) әйтәләр, аныҡлап тормаҫтан, ул терминдарҙы синоним рәүешендә ҡулланалар. Шуға күрә мәңге-мәңге ошо ергә ереккән башҡорттар ҙа, Тарихи Башҡортостан һәм Рәсәй берләшкәндән һуң, күсеп килеүселәр ҙә, ҡалын килем эстәп килгән әрмәне, вьетнамы ла, башҡаһы ла – халыҡ. Һәм китте, бөттө – вәссәләм! Үкенескә күрә, үҙебеҙҙең күҙ терәп торған күренекле этнологыбыҙ Р. Кузеев менән социолог М. Кейекбаев тарафынан әҙерләнгән «Башҡортостан халыҡтары» тигән программа ла шундай уҡ буталышҡа юл ҡуйған. Был хәл дә үткер күҙле, зирәк зиһенле Дамир Вәлиевтың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Бына ни тип яҙған ул, ошо мәсьәләгә ҡағылып: «Обратимся к нашим наблюдениям.
1. Книга названа «Государственная программа «Народы Башкортостана». В Башкортостане, что общеизвестно, проживают представители десятков народов, а если говорить о целых народах, то в нашей республике в таком качестве пребывают только башкиры, 59% которых проживают в Башкирии. Что касается небашкирского населения республики, то в Башкортостане проживают незначительные группы таких этносов, по сравнению с их общей численностью в России. Поэтому было бы правомернее говорить об этнографических группах русских, татар, чувашей, марийцев и других народов. Применительно к башкирскому населению Башкортостана вполне может быть применим термин «башкирский народ», так как абсолютное большинство башкир живет в республике. Методологический смысл такого подхода состоит в том, что благодаря данному обстоятельству в Республике Башкортостан осуществляется право башкирского народа на национально-государственное существование.
2. На странице 66 указанного сочинения читаем: «Для наполнения политической формулы «многонациональное сообщество Башкортостана» и выполнения выдвинутой задачи «формирования единой социальной общности – башкортостанцев» необходима научная разработка концептуальной модели, а также – путей и способов «культивирования» гражданского самосознания у народов Башкортостана». Что значит создать «единую социальную общность башкортостанцев»? ...Единой социальной общностью может быть только население такого общества, где господствует сравнительный подход и царит однообразие. Таким было первобытное родоплеменное общество.
3. Не может быть принята также идея названных авторов о национально-культурной автономии, толкуемой ошибочно...» (курсив наш. – Ә. С.).
Бәхетемдән, шундай кеше бар:
Һәр нәмәлә уның эше бар,
Кеше көнләшмәле эше бар,
Тешләшергә тиһәң, теше бар.
Мәрәкәләп кенә Дамирға шулай тип әйткеләй торғайным. Ысынлап та, ул шулай ине. Быға тиклем әйтелгәндәр ҙә – шуға дәлил. Ирек, мөстәҡиллек, милләт яҙмышы хаҡында татлы һүҙҙәр һөйләп, шунан ары китә алмаған ҡайһы бер зыялыларыбыҙҙан күрмәксе: «Ваҡиғалар ҡайһылай үҫешер икән?» – тип, А. Чеховтың геройы һымаҡ: «Как бы чего не вышло!» – тип, булып ятҡан хәлдәрҙе «ҡыуаҡ артынан ғына» күҙәтеп ятырға ул да булдыра алыр ине. Хәйер, быға күп аҡыл да кәрәкмәй. Уның ҡарауы, башҡалар үҙ-үҙҙәренең яҙмышын хәүефле бизмәнгә һалып, яулап алған үҙаллылыҡ һәм уның әһәмиәте хаҡында тағы татлы телмәрҙәр һөйләр мәлдә йоҡлап ҡалмаҫҡа кәрәк! Юҡ, Дамир ундай була алманы. Шуға миҫал рәүешендә, үҙем шаһит булғандан йәнә бер-ике миҫал.
...1992 йыл. 13 апрель. Ер-һыу ҡороған мәл. Кис. Дамир менән, яйлап ултырып, гәп һата-һата, беҙҙең фатирҙа, оҙон һөйрәп, сәй эсеп ултырабыҙ. Кинәт ишек асылып китеүе булды – өйгә яман хәбәр килеп инде: «Башҡалар асыҡмаһын өсөн, беҙ мөстәҡиллек яҡлайбыҙ!» тигән девиз аҫтында 9 апрелдә аслыҡ иғлан иткән студенттарыбыҙға махсус әҙерлекле бер төркөм (омонсылармы, «хәүефһеҙлек һағында» тороусы бүтән структураныҡылармы, әллә хулигандармы – әлегәсә сер) ташланған. Ике студент ауыр хәлдә «тиҙ ярҙам» менән дауаханаға оҙатылған... Сәй эсеү ҡайғыһы китте.
– Йүгерҙек! Бер-бер эш сығарып ҡуймағайылар, – тине Дамир.
– Киттек!
Икебеҙ ҙә, һикереп тороп, кейендек тә асығыусылар ятҡан тирмә торған Салауат майҙанына юл тоттоҡ. Шунда нимәгә иғтибар иттек. Пушкин, Фрунзе урамдары Ғафури урамы менән киҫешкән саттарҙа, торотуарға менеп үк, двигателдәрен дә һүндермәйсә, диагональ ҡапма-ҡаршы икешәр «УАЗик» ултыра. Ә Коммунистик урамы яғынан да, Свердлов, Пушкин, Фрунзе урамдары яғынан да, туптыр-туптыр иткән йүгереү тауыштары ишетелә... Бына Ғафури урамына бер төркөм йүгереп килеп сыҡты, унан – икенсеһе, өсөнсөһө, бүтәне... Бөтәһе лә йәштәр. Күптәре ҡулдарына ни тура килһә, шуны эләктергән. Яныбыҙҙан тәүге төркөм туптырлашып үтеп китеүгә Дамир:
– Студент халҡы бит былар. Әйҙә, беҙ ҙә йүгерҙек! – тине.
– Әйҙә!
Шулай йүгереп китеп барһаҡ, Телеүҙәккә етәрәк ярандары менән ҡаршыбыҙға бер милиция полковнигы килә ята. Бәй, минең остазым, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың улы Искәндәр ҙә баһа. Ул саҡта был егет Өфө ҡалаһының эске эштәр идараһын етәкләй ине. Сәләмләштек.
– Ағайҙар, нишләп унда майҙан уртаһында усаҡ яҡҡандар?! Янғын сығып китеүе бар бит...
– Эйе, оло янғын сығыуы ихтимал...
Тәрән вә киң мәғәнәле итеп Дамирым шулай кинәйәләне лә, беҙ ары йүгерҙек. Ысынлап та, хәлдең ҡатмарлашып китеүе бик тә ихтимал ине. Оло янғын сыҡмаҫ тимә. Ана бит бер нисә минут үтеүгә асығыусылар тирмәһе янында энә төртөрлөк тә урын ҡалманы. Кемдәрҙер ҡыуаҡтар араһынан сытыр сығарып, тағы бер усаҡ яғып ебәрҙе. Шуның яҡтыһында төрлө уҡыу йорттарының студенттары, башҡорттар ғына түгел, татары, рустары, башҡаһы ла асығыусыларға теләктәшлек йөҙөнән аслыҡ иғлан итеүселәр исемлеген төҙөй башланы. Тиҙ арала ул исемлеккә йөҙ кеше теркәлеп өлгөргәйне инде.
Асығыусыларға һөжүм яһалған кистә студенттар шау-шыуының Дамир кинәйәләгән оло янғынға әүерелеп китмәүендә уның да роле бар. Йәштәр уның фекере менән иҫәпләшә ине шул. Иң мөһиме, студенттар был төндә үҙҙәрен тиҙ ҡулға алырлыҡ, солидарлыҡ, республикасылыҡ тойғоһона эйә, провокацияға бирелмәҫкә, бик тиҙ ойошорға һәләтле икәнлектәрен күрһәтте. Яңы быуат башында Грузияла, Балтик буйы яҡтарында, Украинала, ҡырғыҙстанда булған ваҡиғалар күҙлегенән ҡарағанда, ас студенттар өҫтөнә махсус әҙерләнгән көстәрҙе һөсләтеүҙе йәштәрҙе оло ғауғаға ылыҡтырырға маташыу, ҡан көҫәү, тип баһаларға ла була бит әле.
Әйткәндәй, был ваҡиғаға ла эҫе мәлендә үк профессор Д. Вәлиев тейешле сәйәси баһа бирҙе. Айырым алғанда, ул шулай тип яҙҙы: «Трудно объяснить в этой ситуации позицию органов внутренних дел. После нападения весьма хорошо организованных и экипированных молодчиков на голодающих (рустар әйтмешләй, был кощунствоны атҡарыусылар. – Ә. С.), как рассказывают очевидцы, работники милиции не появлялись на месте происшествия более часа, хотя до этого они ни на минуту не покидали голодающих».
Дамирҙың һәр нәмәлә эше бар икәне республика символдары проекттарын тикшереү маҡсатында гуманитар мәсьәләләр буйынса Премьерҙың ул саҡтағы урынбаҫары Мансур Әйүпов йәмәғәтселек экспертизаһы үткәргәндә лә күренде. Кемдәрҙер гербта ике башлы сәмреғош һынландырылған проектты хуплағайны, Башҡортостан Рәссамдар союзы рәйесе Николай Калинушкин:
– Беҙҙең тарихыбыҙға ике башлы бөркөт түгел, ә Аҡбуҙат яҡыныраҡ! – тип был фекергә ҡашы төштө. Дамир Вәлиев:
– Ике башлы сәмреғош – Рәсәй империяһының символы. Халҡыбыҙ уны ҡабул итмәйәсәк, – тип уның фекерен ҡеүәтләне лә кемдер тәҡдим иткән бүре һынына ла ҡаршы сыҡты һәм сарказмға яҡын ирония менән былай тине: – Әгәр бүрене лә гербҡа индерһәк, ул саҡта ике башлы бөркөт бүрене суҡыған килеш һынландырылырға тейеш! Беҙ бит, мөстәҡиллек иғлан итеп, декларация ҡабул иттек. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙән китергә йыйынмайбыҙ. Гербта мотлаҡ ошо идея сағылырға тейеш.
Республиканың Дәүләт флагы проекттары ла байтаҡ ине. Бында ла төрлө фекерҙәр булды. Шул саҡ «Урал» милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Марат ҡолшәрипов республиканың Әхмәтзәки Вәлиди дәүерендәге тәүге флагының күсермәһен тотоп килеп инде. Өс төҫтән: аҫҡы рәте – йәшел, шунан – күк, иң өҫтә аҡ һыҙаттан торған ошо флагты депутаттарҙың яңынан раҫлауын һорарға тәҡдим итте. Беренселәрҙән булып ҡолшәриповтың тәҡдимен Дамир күтәреп алды. Күптәр ошо фекергә ҡушылды. Шул саҡ беҙ фәҡирегеҙ ошондай тәҡдим индерҙе: «Йәшел менән күк төҫ бер-береһе менән ярашып бөтмәй. Аҡ фонда ла, аҡһыл-зәңгәр күк фонында ла аҡ һыҙат күҙгә күренеп бармаясаҡ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, аҡты уртаға күсерәйек. Ә Һеҙ, Мансур Әнүәр улы, Юғары Совет сессияһында сығыш яһағанығыҙҙа: «Йәмәғәтселек эксперттары комиссияһы республикабыҙҙың тәүге флагын яңы йөкмәткеһе менән (новое прочтение содержания) тәҡдим итә. Уның ике төҫө федерацияның дәүләт флагыныҡы менән тап килә. Күк төҫ – именлек символы. Ул БМО-ның флагын хәтерләтә», – тиһәгеҙ, йәшеленә иғтибар итеүсе лә булмаясаҡ». Рәхмәт төшкөрҙәре! Экспромт рәүешендә әйтелгән был һүҙҙе Дамир ҙа, башҡалар ҙа, йүнле фекергә иҫәпләп, хуплай ҡуйҙы. Рәхмәт М. Әйүповҡа, мин әйткәнде сессияла ул иһә һүҙмә-һүҙ тиерлек ҡабатланы. Депутаттар уның әйткәнен бер тауыштан хупланы. Мараттың тәҡдиме бына шулай законлы төҫ алды.
«Законлы», тигәндән, әле әйтелгәндәрҙән законлы бер һорау тыуа. Дәүләтебеҙ флагының идеяһы кемдән сыҡҡан да уның авторы кем? Юҡһа, уның проектын тикшереүҙә ҡатнашмаған әллә кемдәрҙе республика флагы авторы тип күрһәтә башланылар. Мең ҡәбиләһе шәжәрәһенсә әйткәндә, «белеңезлар, ғафил булмаңызлар», уның авторы Әхмәтзәки Вәлиди торор. Сөнки һәр әҫәрҙең йөкмәткеһе яңы дәүерҙә яңыса баһаланыуы – тәбиғи хәл. Руссалап әйткәндә, һәр дәүер үҙе уға яңы прочтение яһарға нигеҙ бирә. Әммә кем ижад иткән, шул кеше мәңге уның авторы булып ҡала. Ә авторлыҡ хоҡуғы закон нигеҙендә гарантиялана. Бында ла шул ҡанун үҙ көсөндә ҡалырға тейеш.
Тағы бер һүҙ. Дәүләт флагының төҫө халыҡ-ара мәсьәләләрҙә уның эйәһе булған дәүләткә мөнәсәбәт билдәләүҙә лә билдәле роль уйнай. Быға беҙ яңыраҡ тағы бер инандыҡ. Флагыбыҙҙа йәшел һыҙатты һаҡлап алып ҡалыуыбыҙ һөҙөмтәһендә генә лә, байтаҡ ата-әсә – улдарын, олатай-өләсәйҙәр – ейәндәрен, ағай-апайҙар – ҡустыларын, ҡусты-һеңлеләр – ағайҙарын, еҙнәй-еңгәйҙәр – ҡәйнештәрен, еткән ҡыҙҙар һөйгән егеттәрен Чечня тигән тамуҡтан көтөп ала алды. Һәр хәлдә, беҙҙең республика егеттәре һаҡлаған блок-постарҙа тороусылар әйтеүенсә, йәшел төҫө лә булған өсөн, чечендар беҙҙең флагҡа хөрмәт менән ҡарар булған. Шул арҡала, унда хеҙмәт итеүселәргә лә шул тойғоно кисергәндәр.
Һеҙ уйланғанығыҙ бармы? Суверенитет иғлан итеп, Рәсәй кемдән азат булырға уйланы икән? ҡайҙа ҡылыс, ҡайҙа уҡ менән, ҡайҙа һөңгө, ҡайҙа туп менән, ҡайҙа мылтыҡ, ҡайҙа ут менән, ҡанға батыра-батыра, ҡайҙа хәйлә, мәкерлек ярҙамында тәүҙә удел кенәзлектәрҙе, унан күрше һәм күрше булмаған илдәрҙе яулай-яулай, империя төҙө лә, тота килеп: «Һеҙҙе ызнайть не знаю, мин суверенный!» – тип, бесәй балаһын аҙаштырғандай, уларҙы яҙмыш ҡосағына ташла ла китcе әле! Шул уҡ ваҡытта башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, саха-яҡуттар ише милли республикалар менән рустарҙың милли республикаһы федерация хасил итеүселәр булырға тейеш. Ә рустар ни тиклем күп булмаһын, уларҙың үҙ милли республикаһы юҡ. Хәҙерге Рәсәй етәкселәренсә, үҙ-үҙеңде өлкә, крайҙарға бүлгеләйһең дә, уларҙы ла республика статусына эйә булған субъекттар менән бер кимәлгә ҡуйып, шулар менән федерация хасил итәһең дә ҡуяһың. Шуға ла Дамир тәүге Президентыбыҙ М. Ғ. Рәхимовтың: «Это насильственный способ создания государства, если мы действительно создаем федерацию, нужно было подписывать Федеративный договор только с республиками – субъектами федерации (был урында: «Федерацию образующими субъектами», – тип асыҡлай биргәндә лә булыр ине. – Ә. С.). По-моему, ядром федерации должно быть русское государство вокруг которого должны объединяться все остальные республики», – тип әйткәнен ысын күңелдән хуплай. Шул уҡ ваҡытта Конституцияға һыймаған «ҡушымта»ға ымһынып (дөрөҫөрәге, алданып), Мәскәү менән договорға ҡул ҡуйыу – хата, тип иҫәпләй. Сөнки «ҡушымта»ның юридик көскә эйә түгеллеген белә. Сөнки, берҙән, унда закон сығарыу органы булған РФ Юғары Советы рәйесенең ҡултамғаһы булмауын; икенсенән, Договорҙың, Конституция тексына инеү түгел, унда телгә лә алынмауын; өсөнсөнән, Рәсәй халыҡ депутаттарының алтынсы съезы, Федератив Договорҙы хуплап, уны Коституцияға ла теркәү хаҡында ҡарар ҡабул иткәндә лә «ҡушымта»ны «онотоуҙарын» хәтергә төшөрә.
Әхмәт Сөләймәнов.
(Дауамы. Башы 31-се һанда).