05.03.2013 Онотолмаҫ хәтер кисәһе
1937 − 1938 йылдарҙа илебеҙҙә миллионлаған кеше хаҡһыҙ эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә, ғәйепһеҙгә ҡорбан була.
Баҡалы районының Иҫке ҡорос урта дөйөм белем биреү мәктәбендә өс йыл рәттән сәйәси золом ҡорбандары булған яҙыусылар тураһында эҙләнеү эше башҡарабыҙ.
2011 йылда Сабит Әбүсуфъян улы Суфиянов, 2012 йылда Ғабдулла Сәхипгәрәй улы Амантаев тураһында эҙләнеү эше башҡарҙыҡ һәм хәтер кисәһе ойошторҙоҡ. Был сараға беҙ оҙаҡ һәм ентекле әҙерләндек. Бик күп китап, журнал, гәзит менән таныштыҡ. Уның тураһында байтаҡ сығанаҡ яҙған яҙыусыларға ҙур рәхмәт.
Ғабдулла Амантайҙың тормош юлы һәм ижады буйынса уҡыусылар папкалар төҙөнө, поэмаларын, шиғырҙарын, фәнни хеҙмәттәрен уҡыны, ятлап алды.
Ғабдулла Амантайҙың нәҫелен дауам итеүсе, Өфөлә йәшәүсе ейәне, БР-ҙың халыҡ артисы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, беҙҙең ауыл кейәүе, Рафаэль Альберт улы Амантаев был кисәнең түрендә булды.
Ул үҙенең олатаһы тураһында ғорурланып һөйләне. Ғабдулла Амантаевтың ҡыҙы Ролена апайҙан, атаһы Альберттан ишеткән иҫтәлектәр менән бүлеште.
Әлеге көндә “Амантай” исемле үҙәк асҡан Рафаэль Амантаев унда сүкеп, биҙәп, семәрләп алҡалар, беләҙектәр, ҡайыштар, ситектәр яһай. Ошо эштәрен беҙгә күрһәтергә килтергән. Мәктәп музейына Ғабдулла Амантайҙың рамкаға ҡуйылған һүрәтен бүләк итте. “Көн һәм быуат” исемле китабын иҫтәлеккә ҡалдырҙы.
ҡәҙерле ваҡытын ҡыҙғанмайынса, Иҫке ҡоросҡа килеп, уҡыусылар, уҡытыусылар алдында сығыш яһағаны өсөн Рафаэль ағайға ҙур рәхмәт әйткем килә. Уға һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә именлеге теләйем.
Нурия СӘЛӘХОВА,
Иҫке ҡорос мәктәбе
уҡытыусыһы.
Баҡалы районы.