22.02.2013 Эҙләгәндәр – таба
Был һүҙҙәр тапалып бөтһә лә, уларға күпме бер һүнгән, бер яңынан ҡабынған ышаныс менән өмөт һыйғанын эҙләүселәр генә белә...
Интернет селтәре аша көн дә яңы кешеләр менән танышып торам. Күптәре таныштар ғына булып ҡалһа ла, ҡайһы берәүҙәр менән дуҫлыҡ ептәре бәйләне. Улар араһында Күгәрсен районының Йомағужа ауылында йәшәүсе уҡытыусы Фәнилә Килсенбаева ла бар. Үтә һөйкөмлө, алсаҡ, эскерһеҙ Фәнилә апай – бик яҡын күргән кешеләремдең береһе. Уның менән һирәк аралашабыҙ, сөнки икебеҙ ҙә эш кешеләре, буш ултырған мәлдәр аҙ. Ләкин шул аралашыуҙан да рәхәтлек тойғоһо кисерәм: яҡшы кеше менән бер килке һөйләшеп алыуың үҙе бер ғүмер!
Бер көндө Фәнилә апай интернет аша олатаһының ҡәберен Эстониянан табыуы тураһында әйтеп һалды. Нисек итеп табыуы тураһында ла бәйән итте:
– Олатайымдың ҡайһы ерҙә баш һалғанын яҡынса белә инем, шуға ла Эстония, Курессааре, тип «Бәйләнештә» сайтында яҙҙым да, шул ҡалала йәшәүсе кешеләр исемлеге сыҡҡас, Юрий исемлеһенән, һеҙҙең ҡалала Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарға һәйкәл ҡуйылған, шәһиттәр ҡәбере булған парк бармы, тип һораным. Юрий, үҙегеҙҙең ҡәрҙәшегеҙҙе эҙләйһегеҙҙер инде, беҙҙә парк бар, ләкин унда ҡәберҙәр юҡ, уның ҡарауы, тотош утрауҙа улар туп-тулы, тип яҙҙы: «Әгәр ҡаршы булмаһағыҙ, бер кешенең адресын бирәм, ул был мәсьәләлә миңә ҡарағанда яҡшыраҡ хәбәрҙар, асыҡлыҡ индерешер». Мин уға, эйе, олатайымды эҙләйем, тинем: «Әсәйем 1942 йылда тыуған, атаһын бер тапҡыр ҙа күрмәгән (өләсәйем 26 йәшендә өс бала менән тол ҡалып, башҡаса кейәүгә сыҡмай). Әсәйем үҙенең атаһы тураһында бик-бик белгеһе килә, шуға ла һеҙҙе борсойом». Юрий, ә нишләп һеҙ уны беҙҙә эҙләйһегеҙ, тип ҡыҙыҡһынды: «Әллә олатайығыҙҙы эҙләп, бар тарафтарға ла хаттар яҙаһығыҙмы?» Олатайымдың үлеме тураһындағы хәбәрнамә барлығын әйттем. Юрийҙың яҙыуынан Рәсәй илселегендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың ҡәберен тәртиптә тотоу, табылған һөйәктәрҙән һалдаттарҙы асыҡлау менән шөғөлләнгән махсус кешенең барлығын белдем. Шул кешенең адресын миңә ебәрһә лә, Юрий, юҡ ваҡытын бар итеп, үҙе лә миңә ярҙамлашырға булып китте. Бер көн, илселектәге теге кешегә хәбәр итеп, олатайығыҙ тураһында белешеүен үтендем, тип яҙҙы: «Фәнилә, архивтарҙа ла, военкомат исемлектәрендә лә олатайығыҙҙың исем-шәрифе юҡ. ҡала зыяратында «хәрби ҡәберлек» тип аталған урын бар, унда бер яҡта совет һалдаттары ерләнгән, икенсе яғында – немецтар. Шунда ерләнгәндәрҙең исемлеген табып булманы, бер аҙ ҡар иреһә, ҡәберҙәрҙәге яҙыуҙарҙы барып ҡарармын. Әйткәндәй, паркта ла шәһиттәр ҡәбере бар икән, һәйкәлдә 200 кешенең исеме яҙылған, унда ла барып ҡарарға тура килер. Әлегә ошо. Аңлауымса, һеҙҙә олатайығыҙҙың үлеме тураһында таныҡлыҡ бар, уның күсермәһен миңә ебәрһәгеҙ ине». Ә бер көн почтаны асһам, Юрийҙан һөйөнөслө хат килгән: «Һеҙҙе ҡыуандырырға ашығам – олатайығыҙҙың ҡәберен таптым бит! Зыяратта иптәштәре менән бергә ерләнгән, ҙур ғына ҡәбер ташы ла бар. Көн торошо яҡшырһа, фотоға төшөрөп ебәрермен». Был һүҙҙәрҙе уҡығас, күҙемдән йәштәр атылды. Юрий Забеллевичтан, нисек таптығыҙ, тип һораным. Баҡтиһәң, ул бер тарихсынан олатайым тураһында һорашҡан. Ә ул ғалимда Эстониялағы ҡаршылыҡ тарихына ҡағылышлы бөтә факттар, исемдәр тупланған. Һәм олатайымдың исемен ишетеү менән Юрийға, уның турала миндә мәғлүмәт бар, тигән, ҡасан, ҡайҙа, нисек һәләк булғанын, Кудьяпеа зыяратында ерләнгәнен хәбәр иткән. Юрий, ҡыуанып, тарихсынан мәғлүмәт алыу менән зыяратҡа барҙым, тип яҙҙы: «Таштарҙы ҡарҙан таҙартып оҙаҡ йөрөнөм. Тәмәке гел иң һуңғы кеҫәлә, тигән һымаҡ, олатайығыҙ ерләнгән ҡәберлек иң аҙаҡта булып сыҡты, мемориалдың ишеге янында ғына. Бына шулай, Фәнилә... Һәм миңә рәхмәттәр уҡымағыҙ, минең урында һәр кем ярҙам итер ине. Берәй ваҡыт килергә уйлаһағыҙ, һеҙҙе ҡаршыларға бик шат булыр инем». Бына шулай итеп, 77 йылдан һуң олатайымдың яҙмышын белдем. Юрий Забеллевич (ҡаланың баш табибы икән ул) тарихсынан алған мәғлүмәттәрҙе тәржемә итеп тә ебәрҙе: «Тимерғәле Төлкөбаев пограничниктар часында хеҙмәт итә. «Урман туғандары» исемле бандиттар төркөмө Эйкла һаҙлығында бункерҙа йәшеренә. Чекистар уларҙың эҙенә төшә. Әммә ентекле разведка ла, тейешле кимәлдә әҙерлек тә булмай (шундай оло хата ебәргән операция етәксеһен һуңынан, командир вазифаһынан рядовойға төшөрөп, икенсе ергә хеҙмәт итергә ебәрәләр). Бандиттар иһә сосораҡ булып сыға – чекистарҙы ут менән ҡаршы алалар. Бандит пуляһы НКВД-ның оператив вәкиле Сирел, погранғәскәр капитаны Андрей Ивко һәм погранғәскәр сержанты Тимерғәле Төлкөбаевтың ғүмерен өҙә. Атыша-атыша ҡасҡан бандиттарҙы аҙаҡ барыбер бер-бер артлы тоталар».
Юрий Забеллевич, олатайымдың ҡәбере табылыуға минең менән бергә ихлас ҡыуанып, ысынында иһә һеҙ бәхетле (шулай тип әйтеп булһа инде), сөнки олатайығыҙҙың ҡәбере бар, тип мине йыуатты: «Йыл һайын беҙҙә күпме һалдаттың (беҙҙекеләрҙең дә, немецтарҙыҡын да) һөйәктәрен табалар. Алтмыш йылдан ашыу урман-яланда һибелеп, ерҙә ятҡан һөйәктәрҙең кемдеке икәнен белеп тә булмай»...
Ә Елена исемле ҡатын, олатайығыҙҙың ҡәберен фотоға төшөрөп ебәрәм, тик сифаты бик үк яҡшынан түгел, тип яҙҙы: «... алдан яҙыуымса, олатайығыҙ әхирәтемдең олатаһы янында ерләнгән. Шуға ла йыл һайын ҡәберҙәренә сәскә һалып, уларҙы изге һүҙ менән хәтергә алабыҙ. Рухтары алдында баш эйәбеҙ! Әгәр мөмкинлек килеп сыҡһа, һис тә тартынып тормағыҙ – килегеҙ! Ошо фотоһүрәт һәм олатайығыҙҙың беҙҙә ерләнгәнен раҫлаған документтар менән илселектә визаны бушлай ала алаһығыҙ».
– Бына шулай, һылыу, минең олатай командирҙарының хатаһы арҡаһында үлгән булып сыға, – тип Фәнилә апай һүҙен осланы. Уны бүлергә ҡыймай ултырҙым, ул шымып ҡалғас, баянан бирле тел осонда торған һорауҙы бирҙем:
– Эстонияға олатайығыҙҙың ҡәберен күрергә бараһығыҙмы?
– Әллә инде, барып булырмы икән... Владимир исемлеһе лә, әгәр килергә йыйынһағыҙ, һеҙҙе бында ҡаршылаясаҡбыҙ, тип яҙҙы. Ул да 9 майҙа хәрби зыяратҡа барып, һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған монументҡа сәскәләр һала. Быйыл олатайымдың ҡәберенә лә гөлләмәләр һалырға вәғәҙә итте.
Олатайымдың ҡәберенә эстон алфавиты менән «Һәләк булған геройҙарға дан» тип яҙылған. Артабан ерләнгәндәрҙең хәрби дәрәжәһе, исем-шәрифе, тыуыу датаһы һәм һәләк булған йылы күрһәтелгән:
efreitor ELMUT SIREL 1906 03.03.1946
sersant TULGUBAEV 1924 03.03.1946
kapten ANDREI IVKO 1906 03.03.1946
leitenant NIKOLAI RUMJANTSEV 1912 01.11.1945.
Олатайымдың тыуған йылын дөрөҫ яҙмағандар, ул 1913 йылғы булған. Мәйеттәрен ҡайҙандыр килтереп, ошо зыяратҡа яңынан ерләгәндәр бит, күрәһең, шул саҡта яҙыуҙар юйылған булған, исемен дә яҙмағандар. Ә Эстонияла сыҡҡан китапта Тимерғәле Төлкөбаев тип аныҡ яҙылған. Олатайымдың тыуыуына быйыл 100 йыл...
Яҡшы кешеләрҙең күплегенә ҡыуандым. Кемгә мөрәжәғәт итһәм дә, береһе лә, нимәгә ул, тип йөҙ борманы, ихлас ярҙам иттеләр. Ошо ҡарҙа эҙләп йөрөүҙәрен әйт әле! Тағы ике кеше олатайымдың ҡәберен фотоға төшөрөп ебәрҙе.
Форсаты сыҡҡас, олатайым Тимерғәле Зәкәриә улы Төлкөбаев тураһында һөйләйем әле. Ул Мәләүез районының Иштуған ауылында йәшәгән, магазинда һатыусы булып эшләгән. Оҙон буйлы, ҡыйғас ҡашлы сибәр башҡорт ире булған. Һатыусы булып эшләүе лә грамоталы булыуынан, тип уйлайым. Әсәйем дә атаһына оҡшап уҡымышлы. Физматта уҡыған, тик аварияға осрап, имгәнеп, уҡыуын тамамлай алмаған. Иштуған ауылында ярты ауыл урыҫтар йәшәгән. Әсәйемә Тамара исемле мәрйә, һинең атайың бик матур, изге күңелле, ипле кеше булды, тип һөйләгән. Мәрхәмәтлек, кеше йәнле булыу олатайымдан әсәйемә һәм беҙгә – ейән-ейәнсәрҙәренә лә күскән. Әсәйем бер ҙә ата наҙын, атай һөйөүен татымай, күрмәй үҫкән, шул бигерәк үкенесле инде. «Иптәш ҡыҙымдың атаһы һуғыштан ҡайтҡайны, мин килһәм, атаһының алдына ултыра ла иркәләнә башлай. Күҙҙәремә йәш тулып, әллә юрый минең алдымда маҡтанамы икән, тип уйлап сығып йүгерә инем. Әлбиттә, улай ҙа булмағандыр, миңә шулай тойолғандыр», – тип һөйләһә, әсәйемде йәлләүҙән йәнем әрней...
Олатайымды 1941 йылда уҡ һуғышҡа алғандар, тик ул тәүҙә Әлкәлә һалдаттарҙы өйрәткән. Октябрь айында ай ҙа 25 көнгә ҡайтып киткән. Шул килеп китеүенән һуң 1942 йылда әсәйем тыуған (ул ғаиләлә өсөнсө бала). Олатайым һәләк булғас, өләсәйемә тол ҡатындар ала торған икеләтә пенсия сыҡмаған. Йәнәһе, һуғыш осоронда үлмәгән, 1941–1945 йылдар ғына инә, тип аңлатҡандар. Ирҙәре һуғышҡа алынып, бер нисә ай хеҙмәт итеп үлгәндәргә лә пенсия сыҡты, ә миңә, ирем биш йыл һуғышта булһа ла юҡ, тип өләсәйем ныҡ ҡайғырған. Ә военкомат извещениеһында, Тимерғәле Төлкөбаев хәрби хеҙмәт үткәндә һәләк булды, шуға ла уның ҡатыны Кинйәбикә Төлкөбаева үлгән ире өсөн пенсия юллай ала, тип яҙылған... Ошо хәбәрнамәлә олатайымдың Эстон Республикаһы Курессааре ҡалаһының паркында хөрмәт менән ерләнеүе хаҡында ла юлдар бар. Тап шул яҙыу буйынса олатайымдың ҡәберен таптым да инде...
Фәнилә апайҙың яҡшы кешеләргә юлығып, уларҙың ярҙамы менән олатаһының ҡәберен табыуы тарихы башҡалар өсөн дә этәргес көс булһын ине. Эҙләгәндәр – тапһын, тыуған илен һаҡлап башын һалған һалдаттарҙың исеме ерҙә ятып ҡалмаһын.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.