RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Әсәләрҙең мәңге йәше кипмәҫ, Аҫыл улдар ҡалды Афғанда...

15.02.2013 Әсәләрҙең мәңге йәше кипмәҫ, Аҫыл улдар ҡалды Афғанда...

Әсәләрҙең мәңге йәше кипмәҫ, Аҫыл улдар ҡалды Афғанда...
Хат ташыусы ауылға килгән сираттағы почтаны бүлгәндә иң тәүҙә “Красная звезда” гәзитен алып, Нурет­динов­тарҙың гәзит-журналын бер урын­ға тупланы. Борай районының Ваныш-Алпауыт ауылында тик бер генә ғаилә был хәрбиҙәр өсөн гәзитте алдыра, сөнки улар­ҙың улдары Марат хәрби училищеға барырға хыяллана.
Хәрби училищеға физик яҡтан ныҡ, яҡшы уҡыған, һәр яҡлап белемле егеттәрҙе генә уҡырға алалар. Марат та быны яҡшы аңлай. Спортҡа килгәндә, ул саңғыла уҙышҡанда бер кемгә лә үҙен уҙырға ирек бирмәй, районда чемпион. Үҙен төрлө яҡлап үҫтереү өсөн китаптарҙы күп уҡырға тырыша. Синыф сәғәтендәге политинформациялар ҙа – Марат иңендә. Донъяла ҡайҙа ниндәй ваҡиғалар булған – ул барыһын да белә, синыфташтарына сәбәптәрен аңлата.
Һигеҙенсене тамамлағас, Ва­ныш-Алпауыт егете хыялын тор­мош­ҡа ашырырға була − Суворов училищеһына документтарын тапшыра. Тик хәрби булырға теләге булған егетте комиссия ағзалары: “Күҙҙәрең насар күрә, беҙҙең уҡыу йорто курсанты талаптарына тура кил­мәй­һең”, − тип кире бороп ҡайтара. “Их, олатайым ниңә генә һуғыш ветераны түгел икән (оло йәштә булғас, уны һуғышҡа алмай­ҙар), ветерандарҙың ейәндәрен кон­курс­һыҙ уҡырға алалар”, − тип уҡырға инә алмауына оҙаҡ борсолоп йөрөй.
Бала саҡ хыялына хыянат итеп буламы инде, артҡа сигенеү юҡ. Унын­сыны тамамлағас, егет тағы бәхетен һынап ҡарамаҡсы булды. Был юлы Новосибирск хәрби училищеһына йырлап тигәндәй уҡыр­ға инеп китә. Тырышып ҡына уҡыр­ға кәрәк хәҙер, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерергә ярамай. Уҡыуҙан ҡыуылып ҡайтһаң, уҡытыу­сыларыңдың йөҙөнә нисек ҡарамаҡ кәрәк?! Белемгә ынтылыусан, уҡыу­ға һәләтле егет ҡырҡ ата балаһы йыйылған ерҙә лә юғалып ҡалмай – училищены ҡыҙыл дип­лом­ға тамамлай.
Афғанстанда был ваҡытта ҡыҙыу һуғыштар бара − Советтар Союзы был республикаға ярҙам итеү, ты­ныслыҡ урынлаштырыу маҡсатында унда үҙенең ғәскәрен индергән. Хәрби училищены тик яҡшы билдәләргә тамамлаған кесе лейтенант Марат Нуретдиновтың илебеҙҙең теләгән бер тыныс хәрби округына барырға мөмкинлеге булһа ла, ул үҙен Төркостан округына ебәреүҙәрен һорай. Хеҙмәтен башлар алдынан туғандарын күрер өсөн ауылға ҡайтып китә лә, Афғанға юллана. Ысын хәрби тормоштоң ниндәй булғанын күрергә кәрәк, әҙерәк тәжрибә туплағас, Ленин исемендәге хәр­би-сәйәси академияға ла уҡырға инер.
Әсәләрҙең мәңге йәше кипмәҫ, Аҫыл улдар ҡалды Афғанда...
Бына Афғанстан... Күккә олғаш­ҡан бейек, өҫтөндә ҡар япмаһы ятҡан тауҙары, тарлауыҡтарҙан ша­шынып-шашынып аҡҡан шаулы йылғалары менән ҡайһы саҡ уға Башҡортостанды ла хәтерләтеп ҡуйғандай. Әммә аяҡ аҫтында ҡара тупраҡ түгел, тау-таш араһында эҫе ҡояш нурҙарынан тының ҡурылып бара. Тәү ҡарағанда тыныс ҡына күренһә лә, был сүллек, тарлауыҡтар аша бандиттар төркөмдәре ҡорал, боеприпастар, наркотиктар тейәлгән каруандары менән үтә. Мөжәһит­тәр уяу − һәр ерҙә һине дошман ҡуйып киткән миналар һағалай, көтмәгәндә белмәгән урындан ут асыуҙары ла ихтимал. Яңы ғына хеҙмәт урынына килгән йәш хәрби офицерҙы десантсылар ротаһы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бер аҙ хеҙмәт иткәс, лейтенант Нуретдиновты тағы ла яуаплыраҡ урынға − разведка ро­та­һына замполит итеп ҡуялар. Һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған ябай һәм ғәҙел командирҙы һалдаттар ҙа яратып өлгөрә. Шаяртып, Башҡор­тостандан булғаны өсөн “Замполит “Башҡорт” ҡушаматы ла тағып өлгөрәләр.
Бер көндө разведротаға ташландыҡ ҡышлаҡты тикшерергә тигән бойороҡ була. Унда инер алдынан разведчиктар мотлаҡ шартлатырға әҙерләнгән граната менән инә. Хәүеф юҡ икән, группаға от­бой биргәс, гранатаның дүңгәләгендәге тимерен хәүефһеҙ хәленә ҡайтарып, кире бөгөп ҡуяһың. Шу­нан тағы “Алға!” тигән команда яңғырай. Тағы ла шартлатҡыс эш хәленә инә, бер нисә минуттан ҡабаттан “Отставить!” тигән команда яңғырай. РГД гранатаһының дүңгәләгендәге алюмин тимер йыш бөгөлөүҙән һына, ләкин әле генә ҡышлаҡты ҡарап сыҡҡан тәжрибәһеҙ һалдат уны абайламай. Марат, һалдаттарҙың сафҡа теҙелгәнендә бына-бына шартларға әҙерләнгән гранатаның сыртлаған тауышын ишетеп, һалдаттың өҫтөнә ташлана һәм көслө шартлау яңғырай. Шартлау тулҡынынан ти­рә-яҡҡа алып ташланған һалдаттар командир менән дуҫтарының ҡан­һырап ятҡан кәүҙәһен генә күрә. Иң мөһиме − ротаныҡылар иҫән, коман­дир­ҙары уларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
Был ни бары дүрт ай ғына хеҙмәт иткән Мараттың Алихейлдағы тәүге һәм һуңғы хәрби операцияһы була.
Мәңгелек алдында әҙәм балаһының ғүмеренең ҡыҫҡа булыуын өс көн менән генә сағыштырған бер аҡыл эйәһе. Мараттың булмышына ҡарап өмөтлө киләсәк юраһалар ҙа, тормошо яңы ғына башланып тор­ған, ҡыҙҙарға һөйөү серен асыр­ға ла өлгөрмәгән егеттең ғүмере атылған йондоҙ кеүек ҡыҫҡа ғына була. Һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡарған өсөн уяу командирға үлгәндән һуң ҡыҙыл йондоҙ ордены бирелә.
Нәҫел сылбыры өҙөлмәй, осраҡлыҡмы был, әллә Хоҙайҙың тормоштоң дауам итеүен аңғартырға тырышыуымы, егет үлгән көндә − 1984 йылдың 22 декабрендә уның бер туған апаһының ғаиләһендә тағы бер баһадир малай донъяға килә. ҡустыларының иҫтәлеге итеп уға Марат тип исем ҡушалар.
Йәшләй генә дүрт бала менән тол ҡалған Әнисә инәйҙе яҙмыш тағы ла һынай − бәғер ите − ғәзиз балаһын юғалтыу ҡайғыһынан ул бөтөнләй тормош мәғәнәһен юғалт­ҡан төҫлө ине. Башҡа балаларына, ейәндәренә күңелен баҫып, рухын һындырмай йәшәргә көс таба үҙендә. Йәшләй генә гүр эйәһе булған улы бер генә көн дә иҫенән сыҡмай уның, мәңгелеккә бөтәшмәҫ яра булып, мәңгелеккә йөрәгенә уйылған.
Инде нисә йыл өй түрендә, Мараттың төҫө булып, хәрби формаһы эленеп тора. Әйтерһең дә , ул әле лә иҫән, ғәзиз улыҡайы ҡайҙалыр йәшәп ята, бер көн ҡайтып инер ҙә шат йылмайып әсәһен ҡосоп алыр кеүек. ләкин ысынбарлыҡ аяуһыҙ – был мөмкин түгел. Ғүмере ҡыҫҡа булмаһа икән...
“Мәғәнәһеҙ һуғыш минең синыфымдағы иң һәләтле, тырыш балаларҙың береһе булған Мараттың ғүмерен бик йәшләй генә өҙҙө. Әгәр ҙә ул һәләк булмаһа, бөгөн ауылым өлкән лейтенант Марат Нуретдинов менән генә түгел, ә генерал Марат Нуретдинов менән ғорурланыр ине, тип һис икеләнмәйенсә әйтәм”, – тип уҡыусыһы хаҡында хәтирәләрендә яҙа уның синыф етәксеһе Зөһрә Рәшитова. Өмөтлө хыялдарын әжәл өҙмәһә, ауылдаштары ғына түгел, барлыҡ борайҙар ҙа ғорурланыр ине... Тик ни эшләй­һең, тәҡдир...










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”