RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Беҙ мәңгегә бергә бер сафта

15.02.2013 Беҙ мәңгегә бергә бер сафта

Беҙ мәңгегә бергә бер сафта
Илебеҙ совет осорон һәр саҡ сит дәүләттә тәртип, тыныслыҡ урынлаштырыу маҡсатында уның эске тормошона ҡыҫылды. Интерна­циональ бурысты үтәү тигән һылтау менән 1979 – 1989 йылдар­ҙа совет һалдаттары Афғанстанға ебәрелде.
Был һуғыш Башҡортос­тандан 9 меңдән ашыу яҡташыбыҙҙы үҙенең фажиғәһе аша үткәрҙе. Улар араһында 343 кеше һәләк булған, 393-ө яраланған, 311-е инвалид булып ҡалған, 6 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Дөйөм алғанда, беҙҙең ил был һуғышта 15 мең һалдат һәм офицерын юғалтҡан. Һандар бының менән тамамланмай, „афған синдром”ын үткәрә алмай, йә алған яраларынан мандый алмай үлгән хәрбиҙәрҙе һанай китһәң, исемлек тағы тулылана төшөр ине.
ҡасандыр 18 йәшендә әрме хеҙмәтенә алынып, Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән егеттәр хәҙер инде бишенсе тиҫтәне ваҡлай.
Календарҙа Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө булдырылыуы йыл һайын улар­ҙы бергә туплай, хәтирәләрен яңыртырға, проблемалары менән уртаҡлашырға бер сәбәп булып тора.
Башҡортос­тан­дың хәрби бәрелештәр ветерандарының йәмәғәт ойошмалары координация советы совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 24 йыл тулыуға арнап, Өфөлә тантаналы саралар үткәрҙе. Республиканың төрлө ҡала-райондарынан йыйылған ҡораллы бәрелештәр ветерандары, һәләк булған яугир-интернационалистарҙың туғандары, йә­мәғәт ойошмалары вәкилдәре, йәштәр хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған „ҡайғырыусы әсә” һәйкәленә сәскәләр һалды.
Сараның тантаналы төп өлөшө баш ҡаланың Конгресс-холында үтте.
„Һәр быуындың өлөшөнә төшкән һуғыштарҙа үҙ батырҙары бар. Беҙҙең хәрбиҙәр ҙә сит афған ерендә үҙҙәренең хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәп, тыуған иле сиктәрен терроризмдан, наркотрафиктан һаҡланы, хәрби анттарына хыянат итмәне”, – тине афған яугирҙарын тәбрикләүселәр. БР Хәрби комиссары А. Балтинскийҙың билдәләүенсә, яугир-интернационалистарҙы берләштереү, уларға ярҙам итеү эше республикала яҡшы ҡуйылған. Кисәге офицер-афғансылар район-ҡалаларҙа йәштәргә патриотик тәрбиә биреү эшендә өлгө күрһәтә.
Кисәге яугирҙар сәхнәгә сығып, афған хәтирәләре менән уртаҡлашты, хәрби дуҫлыҡҡа бер ҡасан да хыянат итмәүҙәре тураһында һөйләне. Баш­ҡортостан хәрби бәрелештәр ветерандарының йәмәғәт ойошмалары координация советы ветерандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан ағзаларына миҙалдар, уларҙың эшендә ярҙам иткән етәкселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшыр­ҙы. Яугир-интернационалистарҙы „Ми­раҫ” ансамбле, Ырымбур өлкәһенән „Кон­тингент” төркөмө йырсылары ҡот­лар­ға килгәйне. Үҙҙәре хаҡындағы һа­ғыш­лы йырҙарҙы көслө алҡыштарға күмеп, афғансылар аяҡ үрә баҫып тыңланы.
“Беҙ мәңгегә бергә бер сафта...” Хеҙмәттәштәр, ҡоралдаштар, яҡташтар... Уртаҡ ваҡиғалар шаһиттарын хәрби анттарына тоғролоҡ та, яуҙа һыналған дуҫлыҡ та, Ватаны армияһына ихтирам да берләштерә.

З. ХӘСӘНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”