RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Салауат эҙҙәре буйлап тур тәҡдим ителде

01.02.2013 Салауат эҙҙәре буйлап тур тәҡдим ителде

Салауат эҙҙәре буйлап тур тәҡдим ителде
«Сал Уралдан Балтик диңгеҙгәсә» тип аталған йыйынтыҡтың исем туйы үтте
Был китап 2012 йыл аҙағында нәшер ителгәйне. Авторҙары − Фәнил ҡоҙаҡаев менән Мәүлиҙә Яҡупова. Йыйынтыҡҡа башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың эҙҙәре буйлап ойошторолған экспедицияларҙа ҡатнаш­ҡан журналистарҙың материалдары тупланған. Китаптың презентацияһы экспедицияның 10 йыллығына һәм милли геройыбыҙҙың тыуыуына киләһе йылда 260 йыл тулыуға арналды. Сараға Салауат эҙҙәре буйлап сәйәхәтте ойоштороу идеяһы авторы Зөфәр Тимербулатов, БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, БДУ профессоры Мирас Иҙелбаев, “Китап”нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов һәм был сәфәрҙә ҡатнашҡан ғалимдар, журналистар йыйылды.
2003 йылда бер төркөм башҡорт зыялыһы Балтик диңгеҙе буйында көн иткән халыҡтың һәм ундағы милләттәштәребеҙҙең тормошо менән яҡындан танышыу, уларға Башҡортостан тураһында һөйләү, Палдиски ҡалаһының Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин интеккән Рогервик ҡәлғәһен күреү, батыр­ҙар­ҙың эҙҙәренән ҡабаттан үтеү маҡсатында тәү тапҡыр юлланғайны. Был һәм киләһе сәфәрҙәр тураһында башҡорт, рус телдәрендә “Батыр хаҡында тере хәтер” (2004), ”Салауаттың һынмаҫ рухы” (2006) тип аталған китаптар донъя күрҙе. Һөйөнөс, ”Сал Уралдан Балтик диңгеҙгәсә” тип аталған өсөнсө китап электрон вариантта ла бар, ә бына баҫма йыйынтыҡтың тиражы сикләнгән.
Фәнил ҡоҙаҡаев йыйынтыҡҡа үҙ өлөшөн индереүсе, тарихҡа битараф булмаусы журналистарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте: ”Төбәк журналистарының үҙ-ара теләктәшлеген нығытыуына ла сәбәп булды”, – тине. Автор фекеренсә, республикалағы социаль туризмдың үҫешенә бәйле “Өфө − Палдиски − Өфө” турын эшкәртергә һәм тәҡдим итергә кәрәк, Салауат батырҙың эҙҙәре буйлап йөрөп ҡайтырға теләүселәр, һис шикһеҙ, буласаҡ. Сарала ҡатна­шыу­сылар алдында сығыш яһап, Зөфәр Тимербулатов былай тине: ”Эҙләнеүҙәрҙе туҡтатмаҫҡа кәрәк. Салауат Юлаевтың тормоштағы портретын “Рәсәйҙең дәүләт төрмәләре тарихы” китабында табырға мөмкин. Тик был китап беҙҙең илдә һаҡланмаған, ә бына Германияла ул булырға тейеш”.

Т. АМАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”