RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ул һалған нигеҙгә таянабыҙ

08.01.2013 Ул һалған нигеҙгә таянабыҙ

Күренекле ғалим, яҙыусы Кирәй Мәргәндең тыуыуына – 100 йыл
Башҡорт дәүләт университетында “Хәҙерге башҡорт филологияһының актуаль проблемалары һәм профессор Ә. Кирәевтың ижади мираҫы” исемле Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Сара күренекле башҡорт ғалимы, фольклорсы һәм яҙыусы Кирәй Мәргәндең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Унда оло шәхестең туғандары, яҡташтары, билдәле ғалимдар, әҙиптәр ҡатнашты.
Кирәй Мәргәндең ижади мираҫы иҫ киткес бай, әллә күпме быуын тикшеренеүселәр өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина булып тора. Шуға күрә конференцияның пленар ултырышында, нигеҙҙә, Әхнәф Нурый улының эшмәкәрлеген яҡтыртҡан сығыштар яңғыраны, уның мираҫын өйрәнеү проблемалары күтәрелде. Филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Гәрәева докладында, К. Мәргәндең прозаһына күҙәтеү яһап: “Яҙыусының “Нарыштау итәгендә” әҫәре тотош башҡорт әҙәбиәтендә заман темаһын яҡтыртҡан тәүге роман булараҡ ҡабул ителде, көнүҙәк проблемаларҙы күтәреп сығыуы менән новатор әҫәр булды. “Бөркөт ҡанаты” тарихи романы милли прозабыҙ үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Күренекле ғалимдарыбыҙ Кирәй Мәргәндә яҙыусылыҡ та, ғалимлыҡ та тығыҙ бәйләнештә йәшәүен, яҙыусының әҙәби әҫәрҙәрендә тикшеренеүсе, эҙләнеүсе ғалимдың фекер ҡеүәһе булыуын һәм, киреһенсә, уның ғилми хеҙмәттәренең художество әҫәрҙәре кеүек үк мауығып уҡылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды”, – тине.
Бөгөнгө алдынғы әҙәбиәтселәр, телселәр – Кирәй Мәргәндең уҡыу­сылары, кесе коллегалары. “Әхнәф Нурый улы изге күңелле, шул уҡ ваҡытта үҙ фекерендә тороусы кеше булды. Ауыр күренгән эш уның менән һәр ваҡыт еңел тойола ине”, – тип хәтерләй БДУ-ның башҡорт һәм дөйөм тел кафедраһы мөдире, профессор Марат Зәй­нуллин. Кирәй Мәргәндең уҡыу­сыһы, журналистика кафедраһы мөдире Тимерғәле Килмөхәмәтов остазын олпат, мөһабәт һынлы ир-уҙаман булараҡ хәтерҙә ҡалдырған: “Аудиторияла булһынмы, урамға сыҡһынмы, һәр ваҡыт үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә ине. Сөнки бар хәрәкәт-ҡылыҡтарынан олпатлыҡ, физик көс аңҡып торҙо. Лекция уҡығанда ла ошо һыҙаты һиҙелде. ҡабаланмай ғына һөйләй, аңлата торғайны. Бер фекергә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып, беҙгә һеңдерә ине. Бер сәйер ҡылығы булды: коридор буйлап атлағанда гел ҡулын күтәреп, һауаға ниҙер яҙып барыр ине. Студенттарға ҡарата иғтибарлы, һөйкөмлө булды. “Бөркөт ҡанаты” романының корректураһын беҙ, уҡыусылары, уҡығайныҡ. Шул ваҡытта айырыуса яҡынлашып киттек. Бер сығышында, йәш яҙыусыларға төбәп, әҫәр­ҙәр яҙыу өсөн тормошто өйрәнергә кәрәк, әммә бының төрлө юлдары бар, башҡаларҙың китаптарын уҡып та тормош асылына төшөнөргә була, тигәйне. Ысынлап та, Кирәй Мәргәндең үҙенең хикәйә, романдары быны раҫлап тора”.
Башҡортостандың халыҡ шағиры ҡәҙим Аралбайҙың хәтирәләре лә оло шәхестең ни тиклем зиһенле булыуын күрһәтеп тора: “Уҡыуҙы тамамлағанда диплом эшем “Мәмбәт шәжәрәһендә халыҡ ижады” тип аталды. Етәксем Әхнәф Нурый улы булды. Шуға күрә уның менән йыш осрашырға, яҡындан аралашырға насип булды. Диплом эшемде Сыңғыҙхан шәжәрәһе менән танышыуҙан башларға кәңәш бирҙе. Ни тиклем тәрәнерәк сығанаҡҡа таянып эш итһәң, әйтелгән һүҙҙең мәғәнәһе лә тәрәнерәк буласаҡ, тигән фекере мине ғүмер буйы оҙата килә”.
Кирәй Мәргән – башҡорт фольклористикаһында профессор дәрәжәһенә күтәрелгән, башҡорт эпосын фәнни нигеҙҙә өйрәнгән тәүге ғалим. Уның етәкселегендә бер-бер артлы ҡурған, Ырымбур, Һа­рытау, Һамар, Силәбе, Сверд­ловск, Пермь өлкәләренә фольклор экспедициялары ойошторола. Шу­ның нигеҙендә ифрат бай материал туплана, халыҡ ижады өлгөләре һаҡлап алып ҡалына. “Миңә лә Әхнәф Нурый улының лекцияларын тыңлау, уға имтихан биреү бәхете тейҙе. Тәүге „бишле” билдәһен уға тапшырған имтихан буйынса алдым. Ул ваҡытта фольклорсы булырмын, ниндәйҙер дәрәжәлә уның эшен дауам итермен, тип уйламағайным да, – ти Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенова. – Заманында Әхнәф Нурый улының сит өлкәләргә сәфәр ҡылыуы нигеҙендә “Күңел дәфтәре” тип исемләнгән китабы донъя күргәйне. Бер нисә йыл элек беҙ Кирәй Мәргән үткән юлды ҡабатлап, оло Башҡортостан буйлап фольклор экспедицияларына сыҡтыҡ. Һәм уның өлгөһөндә, сәйәхәтебеҙгә һығымталар яһап, йы­йын­тыҡ баҫтырып сығарырға булдыҡ. Ошо арала ғына Кирәй Мәргәндең йөҙ йыллығына бағышланған “Башҡорт фольклорының хәҙерге торошо” тигән китап донъя күрҙе”.
Кирәй Мәргәндең әҙәби әҫәрҙәре лә, фәнни хеҙмәттәре лә киң йәмәғәтселек, дәүләт тарафынан әлеге көнгә тиклем лайыҡлы баһаланмаған, тип билдәләне сығыш яһаусылар. Уның әҫәрҙәрен тулы том итеп баҫтырып сығарыу бурысы тора. Башҡорт мәҙәниәтенең киләсәге тураһында уйланабыҙ икән, һис шикһеҙ, Кирәй Мәр­гәндең фәнни асыштарына таяныр­ға, уның ижадын күтәрергә тейешбеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”