RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Анна Германдың моңон һағынып

27.11.2012 Анна Германдың моңон һағынып

Анна Германдың моңон һағынып
Анна Герман − сәнғәт донъяһында ҡапыл балҡып янған сағыу «йондоҙ»ҙарҙың береһе. Уның моңло үҙенсәлекле тауышы күптәрҙе әсир итте. Һәләтле йырсы башҡарыуында «Когда цвели сады», «Надежда», «Эхо любви» кеүек йырҙарҙы белмәгән, яратмаған кеше булмағандыр. Анна Германды беҙ поляк йырсыһы тип беләбеҙ, ә Польшала уны рус тип ҡабул итәләр. Ысынында кем һуң ул Анна Герман?

Милләте буйынса немка, үҙе Үзбәкстандың Ургенч ҡалаһында тыуған. Ошо бәләкәй генә ҡалала бухгалтер Евгений Герман менән башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Ирма Мартенстың ғаиләһендә көтөп алынған баш бала булып 1936 йылда донъяға килә ул. Бәләкәй Аня ата­һын иҫләмәй ҙә тиерлек, ҡыҙға ике йәш ярым булғанда уны, яла яғып, ҡулға алалар. шунан кире әйләнеп ҡайтмай. Аня менән әсәһе ҡаланан-ҡалаға күсеп йөрөгәндән һуң, 1946 йылда, бәлки, Аняның атаһы иҫәндер, уның эҙенә төшөп булыр, тигән ниәттә Польшаға сығып китәләр һәм шунда төпләнәләр. Аня мәктәпте яҡшы ғына тамамлап, Вроцлав университетының геология факультетына уҡырға инә. Мәктәптә үк йырларға яратҡан ҡыҙ, студент сағында ла үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә сығыш яһауын дауам итә. Ә иң беренсе булып ул халыҡ алдында үҙенең әхирәтенең туйында йырлай. Хорға ҡушылып башҡарылған «Аве, Мария» йырын ҡунаҡтар тын алырға ла ҡурҡып, хайран ҡалып тыңлай.
Ә инде Сопот ҡалаһында үткән конкурста ҡатнашып, Анна бөтә донъяға таныла. «Танцующие Эвридики» йыры өсөн ул бер юлы ике премияға лайыҡ була. Халыҡ уның йырлауын яратып ҡабул итә, алиһә итеп күрә. 1967 йылда Сан-Ремолағы фестивалдә ул «Тамашасы һөйөүе оскары»на лайыҡ була. Италия гәзиттәренең беренсе битен Анна Германдың фотоһы биҙәй. Әммә талантының сәскә атҡан ғына осоронда йырсы ауыр фажиғәгә юлыға. 27 августа концерттан һуң Миланға ҡайтып килгәндә, водитель руль артында йоҡлап китеп, сәғәтенә 160 км тиҙлек менән килгән машина юлдан ситкә сығып оса. Анна танымаҫлыҡ булып йәрәхәтләнә: һул ҡулы, аяҡтары, арҡа һөйәге һына. 12 тәүлек реанимацияла ята. Күптәр уның аяҡҡа баҫырына ла шикләнгән ваҡытта йырсы, ауыртыныуҙарын көскә еңеп, яңынан йәшәргә өйрәнә. Аяҡҡа баҫып ҡына ҡалмай, яңынан сәхнәгә лә сыға, гастролдәрен дә дауам итә. Хатта шундай ҡурҡыныс авариянан һуң ул бала табырға батырсылыҡ итә. 38 йәшлек ҡатынды табиптар әсә булыуҙан баш тартырға өндәп ҡарай, әммә сая ҡатын бер кемдең дә һүҙен тыңлап тормай. Ике йыл буйы үҙен сабыйына ғына бағышлай ул. Улының һәр ҡылығын әсә оло бәхет тип ҡабул итә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош һынауҙары бының менән генә бөтмәгән икән. 1980 йылдар башында табиптар һәләтле йырсыла яман шеш ауырыуын асыҡлай. Ошоно белә тороп та, йырсы Австралияға һуңғы гастроленә китә. ҡайтҡас, уға өс операция эшләйҙәр. Әммә Анна Германды ҡотҡара алмайҙар. Талантлы йырсы 1982 йылдың 26 авгусында мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Тамашасылары хәтерендә ул мәңге йәш, матур, һоҡланғыс тауышлы йырсы булып ҡала.
1 декабрҙә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында билдәле йырсының иҫтәлегенә арналған концерт була. Унда Анна Вески, Игорь Наджиев, Галина Ненашева, Иван Ильичев, Ксения Георгиади, Олег Безинских, Галина Невара кеүек популяр артистар ҡатнаша.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”